Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ел ҡаҡмаһа, япраҡ өҙөлмәй
Йәмғиәтебеҙҙә йә яҙмыш үгәйһеткән, йә үҙебеҙ үк ситләткән кешеләр күбәйә бара. Үҫеп ултырған ағасҡа ҡараһаң, уның көнитмеше, булмышы бик ябай һымаҡ: тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләр, һыу алып, ҡояштың нурына ҡойоноп, был йән эйәһе, уйланыу ҡеүәһенән мәхрүм булғас, һис бошоноуһыҙ йәшәүен
дауам итә һымаҡ. Әллә мәсьәлә улай уҡ ябай түгелме? Ерҙән килгән көстө олон ҡеүәтенә ебәреүҙә тамыр төп урында торһа, шул уҡ ҡеүәттәрҙән һәр яҙ һайын үҫемлектәрҙә бөрөләр хасил була, унан инде, ҡояштың иркәләүе менән асылып, япраҡ яра. Һәм беҙ илтифат итеп бармаған ошо мөғжизә ағас йә ҡыуаҡ тамырынан айырылғансы һәр даим ҡабатлана.


Әйткәндәй, көнгә асылған үҫемлек япрағы, ҡояш нурының йоғонтоһо менән, үҙ мөхитендә туҡлыҡлы матдәләр хасил итеп, шуларҙы тамыр аша олонға көс-ҡеүәт итеп ҡайтара. Тимәк, хатта бер ағас тирәһендә лә тотош тереклекте тәьмин итеү процесы бара. Һәм был юҫыҡта беҙ тәби­ғәт комплексының һәр элемен­ты­ның бер-береһен яҡлау, көс уртаҡ­лашыу арҡаһында ғына йәшәй алыуы тураһында оно­торға тейеш түгелбеҙ. Ошо терек­лектәр йәмғиәтендә әҙәм балаһы ғына үҙенә бер айырым урын биләй. Ғәмәлдә ул, донъяға күҙен асҡаны бирле, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата ғүмерҙә килеш­мәҫ дошманлыҡ рухында йәшәй. Әгәр шул дошманлашыу барышында тәбиғәт еңелә, юҡҡа сыға бара икән, тимәк, Ер йөҙө тарихында регресс өҫтөнлөк ала, һәм был процесс инде туҡталмаҫ, кирегә әйләнмәҫ төҫ аласаҡ.
Тәбиғәт менән кеше мөнә­сәбәте ниңә шул тиклем дә дошмансыл төҫ алған һуң әле? Бының нигеҙендә үҙенең генә йәшәүе өсөн дәғүәләшеү һәм ошо бәрелештә кешенең фәҡәт үҙен генә хаҡлы итеп тойоу ята, тиһәк, бәлки, хәҡиҡәткә ҙур хыянат та булмаҫ. Ләкин мәсьәлә шунда, кеше күҙе төшкән, файҙа­һын һиҙгән нәмәне мотлаҡ ҡы­рып һыпырырға, эҙе лә ҡалмаҫ­тай дәрәжәлә юҡ итергә тырыша. Быға Ер шары масштабында ла һәм һәр кемебеҙ көн иткән төбәктән дә миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин.
Ошо юҫыҡта фекерҙе дауам иткәндә, кешеләр йәмғиәтендәге йәм­һеҙ ғәҙәт-ҡылыҡтар ғәжәпкә лә ҡалдыра, ояла белгәнде, бәлки, оялталыр ҙа. Әҙәм балаһы, үҙ тама­ғын, үҙ донъя­һын бүтән һәммә фак­тор­ҙарҙан өҫтөн ҡуйып, урман­дарҙағы, далаларҙағы, йылға-күлдәр­ҙәге, диңгеҙ-океандарҙағы тиҫтәләрсә төр йән эйәләрен тотоп ашап, тире­ләрен һәм ҡауырһындарын тормошон йәмләр өсөн генә ҡырып бөткән, Халыҡ-ара Гринпис йәмғиәтенең мәғлү­мәттәре буйынса, 1970 йылдан 1995 йыл араһында кешеләр пла­нетабыҙ ресурстарының 30 процентын юҡ иткән. Был һан эсендә төп урынды тере йәндәрҙең биләүе һис тә шик тыуҙыраһы түгел. Ғөмүмән, кеше менән хайуандар араһындағы мөнәсәбәт (әгәр аңлы йән менән инстинктҡа ғына эйәреп йәшәүсе хайуандар араһында ниндәйҙер бәйлә­нештең булыу ихтималын күҙ алдына килтереү ихтималы булһа) гел көрәш рәүешендә ҡала. Мәңгелек өсөн сағыш­тырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кеше ғәжәп ҡалырлыҡ хайуан­дарҙы юҡ итеүгә өлгәш­кән. Уларҙы хәҙер энтузиаст-ғалимдар ҙа, хатта Президент В. Путин һымаҡ дәртле һәм хәстәрлекле дәүләт эшмәкәрҙәре лә тергеҙә алмай, кешелек өсөн улар мәңгегә “тегендә” ҡалды.
Был турала хәбәр һалғас, тарихтан бер нисә миҫал кил­термәй ҙә ярамаҫ. Әйткәндәй, мин телгә алырға теләгән миҫалдар тураһында гәзит уҡыусы төрлө китаптар аша беләлер инде. Шулар араһында рустар тур тип йөрөткән ҡырағай үгеҙ күренекле урын биләгән. Европалағы һыйыр тоҡом­дары нәҡ ошо турҙарҙың нәҫеле лә инде. Тарих сәхифәләре рәсми рәүештә асылғанға ҡәҙәр үк турҙар Европала, Себерҙә, Урта һәм Кесе Азияла, Төньяҡ Африкала көтөү-көтөү булып йөрөгән. Һунар һәм улар көн иткән урмандарҙы һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү маҡсатында ҡырҡыу турҙарҙы һәр урындан ҡыҫырыҡлап сығарған. Африкала тур яңы дәүергә тиклем 2400 йылда уҡ ҡырып бөтөрөлгән, Үҙәк һәм Көнбайыш Европала — 1400 йылға хәтлем. Ҡыҫҡаһы, ХV быуатҡа ул Рәсәй менән Польша биләмәләрендә генә ҡалған. Хәҙер тур, художестволы образ сифатында, тарихи әҙәбиәттә, халыҡ ижадында ғына сағылыш таба.
Йәнә бер генә миҫал килте­рәм дә, һөйләшеүҙең йүнәлешен икенсерәк яҡҡа бормаҡсымын. Диңгеҙ һыйырын 1741 йылда Витус Баринг етәкселе­гендәге экспедиция, дөрөҫөрәге, шунда ҡатнашҡан академик Георг Вильгельм Стеллер асҡан. Стеллер һыйыр­ҙарының фажиғәһе шунда: был хайуандар кешенән тайшана белмәгән, һунар өсөн көс тә, хәйлә лә талап ителмәгәс, ите лә ифрат тәмле булғас, диңгеҙ һыйырҙарын асылғандан һуң егерме ете йыл үтеүгә ашап та ҡуйғандар. Һәм бындай миҫалдар тарихта бихисап.
Кешенең үҙенән бүтән йән эйәлә­ренә ҡаршы ахыры күрен­мәҫ һуғыш алып барыуы һис бәхәс уятмай. Шул уҡ ваҡытта кешелек йәмғиәте үҙ мөхитенән тотош төркөмдәрҙе һәм айырым шәхестәрҙе ҡыҫырыҡлап сыға­ры­­уын ниңә дауам итә? Был күренештең әхлаҡи сәбәптәре тураһында етди һүҙ алып барыу ҙа урынһыҙҙыр. Тимәк, мәсьәлә иҡтисадҡа, теге йәки был кеше­нең социаль статусына, мөлкәти һәм вазифа хәленә ҡайтып ҡала. Ләкин кемдеңдер кеҫәһе ҡалын тип кенә, ә икенсенең вазифа баҫҡысынан үрләй алмауын ғына сәбәп итеп, уларҙы төрлө социаль категория­ларға бүлге­ләү дөрөҫ буламы?
Бына ошонда инде мәсьәлә һис ни менән дә сағыштырғыһыҙ етдиерәк. Хәҙерге заманда донъяла бер милләт кенә йәшәгән илде табыу мөмкинме икән? Ай-һай... Эргәлә ятҡан Европа дәүләттәренә барып урама йә Америка, Азия ҡитғаларына сығып китмә, һәр ерҙә аҡ, һары, ҡара тәнле, төрлө кейемдәргә төрөнгән, бихисап телдәрҙә һөйләшкән кешеләр эркелеп йөрөй. Әүәлдән күп ҡәүемдәрҙе күреп өйрәнгән илдәрҙә был хәл ғәжәпләндереү түгел, аҙ ғына уйландырмай ҙа шикелле. Әгәр, мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа ҡара тәнлеләр йыш ҡына шаулашып урамға һибелә икән, был әле ошо илдә ҡәүемдәрҙең хоҡуҡи йәһәттән тиңһеҙлеге тураһында һөйләмәй. Белемле, тырыш, законды хөрмәтләгән һәр афроамерикан, испан йә ҡытай кеше­һе аҡ тәнлеләр менән берҙәй үк хеҙмәт хаҡы ала, тән төҫө һис кемде лә карьера баҫҡыс­тары буйлап күтәреүҙә сиклән­мәй. Киреһенсә булһа, Кенияла тыуып үҫкән Барак Обама президент, ҡара тәнле Кондолиза Райс, чех милләтле Мадлен Олбрайт ханымдар — дәүләт сәркәтиптәре, этник грузин Джон Шалакашвили — берләшкән штаб начальниктары башлығы дәрәжәһенә күтәрелмәҫ ине.
Ғөмүмән, Көнбайыш демокра­тия­һы, либераль ҡиммәттәрҙе алға ҡуйып, кеше яҙмышын аҡса йә шәхсән әшнәлек түгел, бәлки эшлеклелек, дәүләт мәнфәғәт­тәрен ныҡлы яҡлай белеү хәл иткәнен күп тапҡыр раҫлай килә. Әгәр Ҡушма Штаттарҙы объектив баһалаусылар “төрлө халыҡтар ҡатнашмаһынан үтә сыҙамлы иретмә ҡойоусы тигель” тип атай икән, унда сыныҡҡан кешеләргә көнләшергә генә ҡала. Күп милләттәрҙе үҙ ҡанатына һыйындырған Рәсәйгә бар донъя халыҡтарын үҙенә ылыҡтырыусы Американан эште, тормошто ойоштороуға ла, ил мәртәбәһен тота белеүгә лә өйрәнергә генә кәрәк. Дошманлашҡан ваҡыттарҙа күҙҙәр бер-береһенә йомоҡ, йөрәктәр бикле ҡала. Беткә үс итеп, байтаҡ тундарҙы яҡтыҡ бит инде, етмәҫме?
Халыҡтың ҡарыуын нимә ҡайтара, йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ орлоҡтары ниҙән хасил була? Был һорауҙарға яуаптар тел осонда ғына һымаҡ, шул уҡ ваҡытта мәсьәләне ябайлаштырыу ҙа мөмкин түгел. Әгәр тарихҡа әйлә­неп ҡарап, совет хөкүмәте сығарған тәүге декрет­тарға күҙ һалһаҡ, яңы хакимиәт халыҡ тормошон ысындан да тиңлек, уртаҡ мөмкинлектәр нигеҙендә ойошторорға ихлас ниәтләнгән бит. Иң мөһиме — власть ябай кеше яғында булыуын тәҡрарлап өлгөргән. Ә артабан... Граждандар һуғышы, бер-береһенең боғаҙына йәбеш­кән үлемесле синфи көрәш, йәмғиәт эсендә, һәр ваҡыт­та­ғыса, кемдәрҙеңдер бүтәндәрҙән өҫтөнөрәк, хоҡуҡлыраҡ, байыраҡ булырға ынтылыуы изге идеалдарҙы ла хыялый һаташыу хәлендә генә ҡалдырҙы. 1917 йылғы инҡилаптан аҙаҡ йөҙ йыл эсендә Рәсәй бүтәндәр атлаған фәнни-техник прогресс юлында ла эпохаль уңышҡа өлгәшә алманы, фән һәм техникалағы барлы-юҡлы ҡаҙаныштар тәүҙә илдең оборонаһын нығытыуға йүнәлтелә тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872