Ел ҡаҡмаһа, япраҡ өҙөлмәй18.04.2018
Йәмғиәтебеҙҙә йә яҙмыш үгәйһеткән, йә үҙебеҙ үк ситләткән кешеләр күбәйә бара. Үҫеп ултырған ағасҡа ҡараһаң, уның көнитмеше, булмышы бик ябай һымаҡ: тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләр, һыу алып, ҡояштың нурына ҡойоноп, был йән эйәһе, уйланыу ҡеүәһенән мәхрүм булғас, һис бошоноуһыҙ йәшәүен
дауам итә һымаҡ. Әллә мәсьәлә улай уҡ ябай түгелме? Ерҙән килгән көстө олон ҡеүәтенә ебәреүҙә тамыр төп урында торһа, шул уҡ ҡеүәттәрҙән һәр яҙ һайын үҫемлектәрҙә бөрөләр хасил була, унан инде, ҡояштың иркәләүе менән асылып, япраҡ яра. Һәм беҙ илтифат итеп бармаған ошо мөғжизә ағас йә ҡыуаҡ тамырынан айырылғансы һәр даим ҡабатлана.
Әйткәндәй, көнгә асылған үҫемлек япрағы, ҡояш нурының йоғонтоһо менән, үҙ мөхитендә туҡлыҡлы матдәләр хасил итеп, шуларҙы тамыр аша олонға көс-ҡеүәт итеп ҡайтара. Тимәк, хатта бер ағас тирәһендә лә тотош тереклекте тәьмин итеү процесы бара. Һәм был юҫыҡта беҙ тәбиғәт комплексының һәр элементының бер-береһен яҡлау, көс уртаҡлашыу арҡаһында ғына йәшәй алыуы тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошо тереклектәр йәмғиәтендә әҙәм балаһы ғына үҙенә бер айырым урын биләй. Ғәмәлдә ул, донъяға күҙен асҡаны бирле, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата ғүмерҙә килешмәҫ дошманлыҡ рухында йәшәй. Әгәр шул дошманлашыу барышында тәбиғәт еңелә, юҡҡа сыға бара икән, тимәк, Ер йөҙө тарихында регресс өҫтөнлөк ала, һәм был процесс инде туҡталмаҫ, кирегә әйләнмәҫ төҫ аласаҡ.
Тәбиғәт менән кеше мөнәсәбәте ниңә шул тиклем дә дошмансыл төҫ алған һуң әле? Бының нигеҙендә үҙенең генә йәшәүе өсөн дәғүәләшеү һәм ошо бәрелештә кешенең фәҡәт үҙен генә хаҡлы итеп тойоу ята, тиһәк, бәлки, хәҡиҡәткә ҙур хыянат та булмаҫ. Ләкин мәсьәлә шунда, кеше күҙе төшкән, файҙаһын һиҙгән нәмәне мотлаҡ ҡырып һыпырырға, эҙе лә ҡалмаҫтай дәрәжәлә юҡ итергә тырыша. Быға Ер шары масштабында ла һәм һәр кемебеҙ көн иткән төбәктән дә миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин.
Ошо юҫыҡта фекерҙе дауам иткәндә, кешеләр йәмғиәтендәге йәмһеҙ ғәҙәт-ҡылыҡтар ғәжәпкә лә ҡалдыра, ояла белгәнде, бәлки, оялталыр ҙа. Әҙәм балаһы, үҙ тамағын, үҙ донъяһын бүтән һәммә факторҙарҙан өҫтөн ҡуйып, урмандарҙағы, далаларҙағы, йылға-күлдәрҙәге, диңгеҙ-океандарҙағы тиҫтәләрсә төр йән эйәләрен тотоп ашап, тиреләрен һәм ҡауырһындарын тормошон йәмләр өсөн генә ҡырып бөткән, Халыҡ-ара Гринпис йәмғиәтенең мәғлүмәттәре буйынса, 1970 йылдан 1995 йыл араһында кешеләр планетабыҙ ресурстарының 30 процентын юҡ иткән. Был һан эсендә төп урынды тере йәндәрҙең биләүе һис тә шик тыуҙыраһы түгел. Ғөмүмән, кеше менән хайуандар араһындағы мөнәсәбәт (әгәр аңлы йән менән инстинктҡа ғына эйәреп йәшәүсе хайуандар араһында ниндәйҙер бәйләнештең булыу ихтималын күҙ алдына килтереү ихтималы булһа) гел көрәш рәүешендә ҡала. Мәңгелек өсөн сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кеше ғәжәп ҡалырлыҡ хайуандарҙы юҡ итеүгә өлгәшкән. Уларҙы хәҙер энтузиаст-ғалимдар ҙа, хатта Президент В. Путин һымаҡ дәртле һәм хәстәрлекле дәүләт эшмәкәрҙәре лә тергеҙә алмай, кешелек өсөн улар мәңгегә “тегендә” ҡалды.
Был турала хәбәр һалғас, тарихтан бер нисә миҫал килтермәй ҙә ярамаҫ. Әйткәндәй, мин телгә алырға теләгән миҫалдар тураһында гәзит уҡыусы төрлө китаптар аша беләлер инде. Шулар араһында рустар тур тип йөрөткән ҡырағай үгеҙ күренекле урын биләгән. Европалағы һыйыр тоҡомдары нәҡ ошо турҙарҙың нәҫеле лә инде. Тарих сәхифәләре рәсми рәүештә асылғанға ҡәҙәр үк турҙар Европала, Себерҙә, Урта һәм Кесе Азияла, Төньяҡ Африкала көтөү-көтөү булып йөрөгән. Һунар һәм улар көн иткән урмандарҙы һөрөнтө ерҙәрҙе киңәйтеү маҡсатында ҡырҡыу турҙарҙы һәр урындан ҡыҫырыҡлап сығарған. Африкала тур яңы дәүергә тиклем 2400 йылда уҡ ҡырып бөтөрөлгән, Үҙәк һәм Көнбайыш Европала — 1400 йылға хәтлем. Ҡыҫҡаһы, ХV быуатҡа ул Рәсәй менән Польша биләмәләрендә генә ҡалған. Хәҙер тур, художестволы образ сифатында, тарихи әҙәбиәттә, халыҡ ижадында ғына сағылыш таба.
Йәнә бер генә миҫал килтерәм дә, һөйләшеүҙең йүнәлешен икенсерәк яҡҡа бормаҡсымын. Диңгеҙ һыйырын 1741 йылда Витус Баринг етәкселегендәге экспедиция, дөрөҫөрәге, шунда ҡатнашҡан академик Георг Вильгельм Стеллер асҡан. Стеллер һыйырҙарының фажиғәһе шунда: был хайуандар кешенән тайшана белмәгән, һунар өсөн көс тә, хәйлә лә талап ителмәгәс, ите лә ифрат тәмле булғас, диңгеҙ һыйырҙарын асылғандан һуң егерме ете йыл үтеүгә ашап та ҡуйғандар. Һәм бындай миҫалдар тарихта бихисап.
Кешенең үҙенән бүтән йән эйәләренә ҡаршы ахыры күренмәҫ һуғыш алып барыуы һис бәхәс уятмай. Шул уҡ ваҡытта кешелек йәмғиәте үҙ мөхитенән тотош төркөмдәрҙе һәм айырым шәхестәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыуын ниңә дауам итә? Был күренештең әхлаҡи сәбәптәре тураһында етди һүҙ алып барыу ҙа урынһыҙҙыр. Тимәк, мәсьәлә иҡтисадҡа, теге йәки был кешенең социаль статусына, мөлкәти һәм вазифа хәленә ҡайтып ҡала. Ләкин кемдеңдер кеҫәһе ҡалын тип кенә, ә икенсенең вазифа баҫҡысынан үрләй алмауын ғына сәбәп итеп, уларҙы төрлө социаль категорияларға бүлгеләү дөрөҫ буламы?
Бына ошонда инде мәсьәлә һис ни менән дә сағыштырғыһыҙ етдиерәк. Хәҙерге заманда донъяла бер милләт кенә йәшәгән илде табыу мөмкинме икән? Ай-һай... Эргәлә ятҡан Европа дәүләттәренә барып урама йә Америка, Азия ҡитғаларына сығып китмә, һәр ерҙә аҡ, һары, ҡара тәнле, төрлө кейемдәргә төрөнгән, бихисап телдәрҙә һөйләшкән кешеләр эркелеп йөрөй. Әүәлдән күп ҡәүемдәрҙе күреп өйрәнгән илдәрҙә был хәл ғәжәпләндереү түгел, аҙ ғына уйландырмай ҙа шикелле. Әгәр, мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа ҡара тәнлеләр йыш ҡына шаулашып урамға һибелә икән, был әле ошо илдә ҡәүемдәрҙең хоҡуҡи йәһәттән тиңһеҙлеге тураһында һөйләмәй. Белемле, тырыш, законды хөрмәтләгән һәр афроамерикан, испан йә ҡытай кешеһе аҡ тәнлеләр менән берҙәй үк хеҙмәт хаҡы ала, тән төҫө һис кемде лә карьера баҫҡыстары буйлап күтәреүҙә сикләнмәй. Киреһенсә булһа, Кенияла тыуып үҫкән Барак Обама президент, ҡара тәнле Кондолиза Райс, чех милләтле Мадлен Олбрайт ханымдар — дәүләт сәркәтиптәре, этник грузин Джон Шалакашвили — берләшкән штаб начальниктары башлығы дәрәжәһенә күтәрелмәҫ ине.
Ғөмүмән, Көнбайыш демократияһы, либераль ҡиммәттәрҙе алға ҡуйып, кеше яҙмышын аҡса йә шәхсән әшнәлек түгел, бәлки эшлеклелек, дәүләт мәнфәғәттәрен ныҡлы яҡлай белеү хәл иткәнен күп тапҡыр раҫлай килә. Әгәр Ҡушма Штаттарҙы объектив баһалаусылар “төрлө халыҡтар ҡатнашмаһынан үтә сыҙамлы иретмә ҡойоусы тигель” тип атай икән, унда сыныҡҡан кешеләргә көнләшергә генә ҡала. Күп милләттәрҙе үҙ ҡанатына һыйындырған Рәсәйгә бар донъя халыҡтарын үҙенә ылыҡтырыусы Американан эште, тормошто ойоштороуға ла, ил мәртәбәһен тота белеүгә лә өйрәнергә генә кәрәк. Дошманлашҡан ваҡыттарҙа күҙҙәр бер-береһенә йомоҡ, йөрәктәр бикле ҡала. Беткә үс итеп, байтаҡ тундарҙы яҡтыҡ бит инде, етмәҫме?
Халыҡтың ҡарыуын нимә ҡайтара, йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ орлоҡтары ниҙән хасил була? Был һорауҙарға яуаптар тел осонда ғына һымаҡ, шул уҡ ваҡытта мәсьәләне ябайлаштырыу ҙа мөмкин түгел. Әгәр тарихҡа әйләнеп ҡарап, совет хөкүмәте сығарған тәүге декреттарға күҙ һалһаҡ, яңы хакимиәт халыҡ тормошон ысындан да тиңлек, уртаҡ мөмкинлектәр нигеҙендә ойошторорға ихлас ниәтләнгән бит. Иң мөһиме — власть ябай кеше яғында булыуын тәҡрарлап өлгөргән. Ә артабан... Граждандар һуғышы, бер-береһенең боғаҙына йәбешкән үлемесле синфи көрәш, йәмғиәт эсендә, һәр ваҡыттағыса, кемдәрҙеңдер бүтәндәрҙән өҫтөнөрәк, хоҡуҡлыраҡ, байыраҡ булырға ынтылыуы изге идеалдарҙы ла хыялый һаташыу хәлендә генә ҡалдырҙы. 1917 йылғы инҡилаптан аҙаҡ йөҙ йыл эсендә Рәсәй бүтәндәр атлаған фәнни-техник прогресс юлында ла эпохаль уңышҡа өлгәшә алманы, фән һәм техникалағы барлы-юҡлы ҡаҙаныштар тәүҙә илдең оборонаһын нығытыуға йүнәлтелә тора.