Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бешмә ауыҙҙы бешерҙе...
Бешмә ауыҙҙы бешерҙе...Былтыр октябрҙә Туймазы райо­нында бешмә ауырыуы таралыуы һәм уның кире эҙемтәләре төбәктә ветеринария эшен ойоштороуҙа етешһеҙлектәрҙе күрһәтеп, был йүнәлешкә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Әле республикала бешмә эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа мал ауырыуҙарын таратмау өсөн күләмле саралар күрелә. Мәҫәлән, Иглин районында “Иглин районы биләмәһендә айырыуса хәүефле түләмә ауырыуы сығанағы барлыҡҡа килеүенә бәйле ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү” темаһы буйынса тактик-штаб күнекмәһе ойошторолдо.

Ошондай саралар һәр районда уҙасаҡ. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн бөтә талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Былтырғы күңелһеҙ хәл республикала яуаплы хеҙмәттәргә һәр саҡ уяу һәм әҙер булырға кәрәклекте күрһәтте. Ундай ауырыуҙар насар эҙемтәләргә, халыҡҡа, эшҡыуар­лыҡҡа ҙур зыян килтерә. Ветеринарҙарҙың бурыстарына илке-һалҡы ҡарауы һөҙөмтә­һендә ошондай осраҡтар килеп тыуғанда, улар эштән үҙ теләктәре менән генә китеп, яуаплылыҡтан ҡотола алмаясаҡ, ә хеҙмәт­тән ышанысты юғалтыуға бәйле ҡыуы­ласаҡ, тип етди иҫкәртте республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынба­ҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
...Шартлыса төп ваҡиғалар райондың Буденновский ауылында барҙы. Бер хужалыҡта һыйыр һәм быҙау үлеүе тураһында билдәле була. Ветеринария лабораторияһы ваҡиға урынына сыға. Тиҙ генә анализдар алып, малдарҙың түләмә менән ауырыуын асыҡлайҙар. Ошо осраҡҡа бәйле районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә. Ваҡиға урынына республика һәм район етәкселәре, барлыҡ яуаплы хеҙмәттәр сыға. Шулай итеп, мәлендә саралар күреү ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймай. Ветеринария хеҙмәтенең иһә ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләү өсөн махсус техника менән тәьмин ителеүе мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүгә булышлыҡ ҡылды. Әйткәндәй, күнекмәлә диагностика, шулай уҡ ялан шарттарында эҙемтәләрҙе бөтөрөү мөмкинлеге булған заманса ҡорамалдар менән ҡоралландырылған эпизоотик ауырыуҙарға ҡаршы тороу йыйылма отряды тәүге тапҡыр йәлеп ителде.
Республика ветеринария хеҙмәте идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин белдереүенсә, әлеге ваҡытта илдә эпизоотик хәл ауыр һәм көсөргәнешле тора. Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе, Татарстан Республикаһы кеүек ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә африка сусҡа тағунының, ҡош киҙеүенең, йоғошло дерматиттың тоҡаныу осраҡтары теркәлгән. Республикаға ла йоғошло ауырыуҙарҙың үтеп инеү ихтималлығы ҙур.
Ошо хәлдәрҙән ҡурсалау маҡсатында, республика Ветеринар идаралығының төбәктә һәм унан ситкә малды күсереп йөрөткәндә санитар тикшереү үткәреүҙең мотлаҡ булыуы хаҡында бойороғо ла бар. Йоғошло сирҙәрҙең мал аҙығы, ҡорамал­дар менән килеүе ихтималлығы тураһында ла оноторға ярамай.
Бындай һаҡланыу саралары күреүгә ҡарамаҫтан, былтыр Туймазы һәм Бүздәк райондарында эре малда йоғошло дерматиттың – бер, ә бешмәнең биш осрағы теркәлде. Билдәле булыуынса, уны бөтөрөүгә 40 миллион һум бюджет аҡсаһы сарыф ителде. Шулай уҡ 900 һарыҡ, 805 эре мал, 53 сусҡа юҡ ителде. Быйыл иһә Күгәрсен районында бесәй ҡотороуы теркәлгән. Уны юҡ итеү буйынса мәлендә сара күрелә. Шулай ҙа тынысланырға иртә, сөнки африка сусҡаһы тағуны ҙур хәүеф тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта ветеринария хеҙмәте төбәктә шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы идентификациялау буйынса эшләй. Йәғни мал заманса тамғалана һәм электрон мәғлүмәт системаһына индерелә. Төбәктә эре малдың 29, ваҡ малдың – 11, сусҡа­ның 56 проценттан ашыуы тамғаланған. Малдарҙы контролдә тотоу маҡсатында, электрон ветеринария сертификациялауҙы индереү буйынса эш әүҙемләшкән. Былтыр декабрҙән ветеринар оҙатыу документы тулыһынса электрон төрҙә алып барыла. Бындай саралар малсылыҡта тәртип булдырыу маҡсатында күрелә.

Иглин районы.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...

Тотош уҡырға 2

«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт

Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты...

Тотош уҡырға 2

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр 11.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр...

Тотош уҡырға 3

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне

Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне 11.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы бының мөһимлеген аңлатты һәм республика халҡынан тейешенсә ҡабул итеүҙәрен ......

Тотош уҡырға 3

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән 11.11.2026 // Йәмғиәт

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү урындары билдәле булды

Комментарий өҫтәргә