Былтыр октябрҙә Туймазы районында бешмә ауырыуы таралыуы һәм уның кире эҙемтәләре төбәктә ветеринария эшен ойоштороуҙа етешһеҙлектәрҙе күрһәтеп, был йүнәлешкә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Әле республикала бешмә эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа мал ауырыуҙарын таратмау өсөн күләмле саралар күрелә. Мәҫәлән, Иглин районында “Иглин районы биләмәһендә айырыуса хәүефле түләмә ауырыуы сығанағы барлыҡҡа килеүенә бәйле ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү” темаһы буйынса тактик-штаб күнекмәһе ойошторолдо. Ошондай саралар һәр районда уҙасаҡ. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн бөтә талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Былтырғы күңелһеҙ хәл республикала яуаплы хеҙмәттәргә һәр саҡ уяу һәм әҙер булырға кәрәклекте күрһәтте. Ундай ауырыуҙар насар эҙемтәләргә, халыҡҡа, эшҡыуарлыҡҡа ҙур зыян килтерә. Ветеринарҙарҙың бурыстарына илке-һалҡы ҡарауы һөҙөмтәһендә ошондай осраҡтар килеп тыуғанда, улар эштән үҙ теләктәре менән генә китеп, яуаплылыҡтан ҡотола алмаясаҡ, ә хеҙмәттән ышанысты юғалтыуға бәйле ҡыуыласаҡ, тип етди иҫкәртте республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
...Шартлыса төп ваҡиғалар райондың Буденновский ауылында барҙы. Бер хужалыҡта һыйыр һәм быҙау үлеүе тураһында билдәле була. Ветеринария лабораторияһы ваҡиға урынына сыға. Тиҙ генә анализдар алып, малдарҙың түләмә менән ауырыуын асыҡлайҙар. Ошо осраҡҡа бәйле районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә. Ваҡиға урынына республика һәм район етәкселәре, барлыҡ яуаплы хеҙмәттәр сыға. Шулай итеп, мәлендә саралар күреү ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймай. Ветеринария хеҙмәтенең иһә ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләү өсөн махсус техника менән тәьмин ителеүе мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүгә булышлыҡ ҡылды. Әйткәндәй, күнекмәлә диагностика, шулай уҡ ялан шарттарында эҙемтәләрҙе бөтөрөү мөмкинлеге булған заманса ҡорамалдар менән ҡоралландырылған эпизоотик ауырыуҙарға ҡаршы тороу йыйылма отряды тәүге тапҡыр йәлеп ителде.
Республика ветеринария хеҙмәте идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин белдереүенсә, әлеге ваҡытта илдә эпизоотик хәл ауыр һәм көсөргәнешле тора. Силәбе һәм Ырымбур өлкәһе, Татарстан Республикаһы кеүек ҡайһы бер күрше төбәктәрҙә африка сусҡа тағунының, ҡош киҙеүенең, йоғошло дерматиттың тоҡаныу осраҡтары теркәлгән. Республикаға ла йоғошло ауырыуҙарҙың үтеп инеү ихтималлығы ҙур.
Ошо хәлдәрҙән ҡурсалау маҡсатында, республика Ветеринар идаралығының төбәктә һәм унан ситкә малды күсереп йөрөткәндә санитар тикшереү үткәреүҙең мотлаҡ булыуы хаҡында бойороғо ла бар. Йоғошло сирҙәрҙең мал аҙығы, ҡорамалдар менән килеүе ихтималлығы тураһында ла оноторға ярамай.
Бындай һаҡланыу саралары күреүгә ҡарамаҫтан, былтыр Туймазы һәм Бүздәк райондарында эре малда йоғошло дерматиттың – бер, ә бешмәнең биш осрағы теркәлде. Билдәле булыуынса, уны бөтөрөүгә 40 миллион һум бюджет аҡсаһы сарыф ителде. Шулай уҡ 900 һарыҡ, 805 эре мал, 53 сусҡа юҡ ителде. Быйыл иһә Күгәрсен районында бесәй ҡотороуы теркәлгән. Уны юҡ итеү буйынса мәлендә сара күрелә. Шулай ҙа тынысланырға иртә, сөнки африка сусҡаһы тағуны ҙур хәүеф тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта ветеринария хеҙмәте төбәктә шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы идентификациялау буйынса эшләй. Йәғни мал заманса тамғалана һәм электрон мәғлүмәт системаһына индерелә. Төбәктә эре малдың 29, ваҡ малдың – 11, сусҡаның 56 проценттан ашыуы тамғаланған. Малдарҙы контролдә тотоу маҡсатында, электрон ветеринария сертификациялауҙы индереү буйынса эш әүҙемләшкән. Былтыр декабрҙән ветеринар оҙатыу документы тулыһынса электрон төрҙә алып барыла. Бындай саралар малсылыҡта тәртип булдырыу маҡсатында күрелә.
Иглин районы.