Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет алмаһы йыраҡта...
Алты бала тәрбиәләгән ошо ғаилә менән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында танышырға насип иткәйне. Урамдар буйлап комиссия менән үткәндә, уларҙың төҙөк, матур донъялары, мул итеп әҙерләнгән табындары, ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алған һәләтле балалары һоҡландырҙы. Ауыл биләмәһе башлығы ла уларҙың тырышып донъя көтөүен, күпләп мал аҫрауын, күптәргә өлгө ғаилә булыуын ҡат-ҡат телгә алды. Теге саҡта төп иғтибарҙы байрам сараһына йүнәлткәс, был ғаилә хаҡында һуңынан яйлап, ентекләберәк яҙырға ниәтләнем. Аҙаҡ форсат сыҡҡас, алдан телефонын һорап алырға баш етмәгәс, иҫкәртмәйенсә ҡапыл ғына барып төштөм уларға.

Хужабикә өйҙә үҙе генә ине. Башта уға апай тип өндәшһәм дә, минән бер генә йәшкә өлкән булып сыҡты Айгөл (исемдәр үҙгәртелеп алынды – авт.). Үҙҙәре хаҡында гәзиткә яҙырға килгәнемде ишетеп тынып ҡалды.
– Нимә тип яҙаһығыҙ инде? – тип башланы ул һүҙен. – Өлгөлө, күркәм ғаилә типме? Шулай тип уйлайҙар шул беҙҙе. Тыштан – ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәгәнде берәү ҙә белмәй, барыһы ла ҡайһылай матур донъя көтәләр, тип фекер йөрөтә, хатта көнләшкән кешеләр ҙә күп... Бына әле һеҙ килер алдынан ғына радионан “Пар алмалай парлыбыҙ ҙа, тик наҙҙар табалманым” тигән йырҙы тыңлағандан һуң, бөтөн тормошомдо күҙ алдынан үткәреп, ултырып илап алдым, ҡапыл асылып китеүемдең дә сәбәбе шул. Сит кешегә һөйләүе лә еңелерәк бит ул, ауылдаштар, таныштар беҙҙең хәлде белмәһен, тип йәшәп ялҡтым.
... Ҡәҙимге генә ябай ғаиләлә тәрбиә алған Айгөл, бала саҡтан артыҡ наҙға ҡойоноп үҫмәһә лә, кейәүгә сыҡҡансы ҡағылыу-һуғылыуҙың ни икәнен дә белмәй. Көндәр буйы колхоз эшендә йөрөгән ата-әсәһенең уң ҡулы булып, үҙенән кесе туғандарын ҡарашып буй еткергән ҡыҙ IX класты бөткәндән һуң һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Артыҡ шым, ҡыйыуһыҙ була ул, шуға ла тиңдәштәре араһында үҙен иң күрекһеҙе тип иҫәпләй, киске уйындарға ла атлығып тормай, иптәштәренә лә артыҡ ылыҡмай. Класташы Таһирҙы армияға оҙатырға ла әхирәттәре әйҙәгәнгә генә бара.
– Таһирҙы башланғыс кластарҙан уҡ оҡшатып йөрөһәм дә, хистәрҙең уртаҡ булырына бер ҡасан да өмөт итмәнем, – тип дауам итте хәбәрен әңгәмәсем. – Уның тирәһендә өйөрөлгән анау тиклем матур ҡыҙҙар менән ярышырға ҡайҙа инде ул миңә?! Класташымдың клубҡа сыҡҡан арала, мине башҡаларҙан ситкәрәк алып китеп, күптән яратып йөрөүен белдереүе, әрменән көтөүемде үтенеүе аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тойолдо. Шул минуттарҙа минән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр. Мин яратам, мине яраталар! Тәүге һөйөүҙән дә гүзәлерәк тойғо бармы икән ҡыҙ бала өсөн?! Бер йыл буйы ерҙән атлап түгел, гүйә, осоп йөрөнөм. Аҙнаһына хатта икешәр хат яҙыша инек. Мөхәббәттән илереп-тилереп йөрөүем тышҡы йөҙөмдә лә, холҡомда ла сағылды, күрәһең. Матурланып китеүем хаҡында йылы һүҙҙәр әйтә башланылар, үҙемә йомолоп йөрөмәгәс, дуҫтарым да күбәйҙе.
Берҙән-бер көн, был ваҡытта Таһирымдың хеҙмәтен тултырып ҡайтырына ике-өс ай ғына ҡалғайны инде, Гөлдәр исемле класташым үҙенең тыуған көнөнә саҡырҙы. Быға тиклем хәмерҙе ауыҙға алып та ҡарамаған ҡыҙ инем, табындағылар бик ныҡышҡас, ике стакандай бал балын әллә ниңә төп күтәрә эстем дә ҡуйҙым. Йәнәһе, һитәнән генә эшләнгән бал шифалы... Быуындарым кинәт тотмаҫ булды, Гөлдәрҙең өс туған ағаһының мине оҙата килеүен яҙа-йоҙа ғына иҫләйем. Ҡәһәрле тормошомдоң башы нәҡ шул көндән башланды ла инде... Көсһөҙлөгөмдән файҙаланып, үҙенеке иткән егетте артабан күргем дә килмәне, кистәрен аҙаҡ клуб тирәһенә бөтөнләй сыҡмай башланым. Һөйгәнемә хыянат итеүем өсөн өҙгөләнеп бер булдым.
Кәртәне емереп ингән һөмһөҙ һыйырҙай тормошома килеп кергән Зиннур иһә миңә ҡара һағыҙҙай йәбеште, уҡыған еремә килде, әрһеҙләнеп, көндөҙ ҙә урамда һағалап ҡына торҙо. Ай ярым самаһы үткәс, күңелем болғана башланы, ашаған ризығымдың тәме китте. Ауырлы икәнемде аңлағас, үкһеп-үкһеп илауҙарым... Йылға булып аҡҡан күҙ йәштәремде туҡтатыр әмәл тапмаһам да, артабан нимәлер хәл итергә кәрәк икәнлеген яҡшы аңланым. Әсәйем һүҙҙе ҡоро тотто: Зиннур инде аҡылға ултырған (ул минән 12 йәшкә өлкән ине), донъя көтөрлөк бол туплаған, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәйәсәкһең!
Быға тиклем мине һағалап йонсоған буласаҡ ирем минең ҡапыл ғына кейәүгә сығырға риза булыуыма, етмәһә, бала көтөүемә атҡа менгәндәй ҡыуанды. Никах булаһы көндә иртәнән әҙерләндек, ҡайҙа инде ул хәҙерге кәләштәр һымаҡ биҙәнеп-төҙәнеп, һыланып-һыйпанып ултырыу... Мулла никах уҡығас, йәштәр йыйылышып, ике туған ағайымдарға күңел асырға киттек. Бер аҙ ултырғас, Гөлдәр мине тышҡа алып сыҡты ла бына нимә тине:
– Бөгөн киске автобус менән Таһир ҡайтты бит, ишеттеңме? Һинең никахың икәнлеген белгәс, күҙҙәренән йәш атылып килеп сыҡҡан, ти хатта!
Шаталаҡ әхирәтемдең һүҙҙәре мине шаңҡытты, йүгереп әллә ҡайҙарға ҡасып киткем килде.
Тәүге никах төнөмдө күҙ йәштәре менән үткәрҙем. Иҫерек ирем минең үкһеп илауымды йәшлек менән хушлашырға теләмәүем тип аңланы, үҙенсә йыуатырға маташты.
Баштараҡ өйрәнә алмай бер булһам да, һуңғараҡ яҙмышыма күнеп, һәүетемсә генә йәшәп киттем. Бала тыуҙы, уның артынса икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе, бишенсеһе китте... Зиннур донъясыл булып сыҡты, ошо өйөбөҙҙө өйләнешкәнгә тиклем үк күтәреп ултыртҡан булған, аҙаҡ уға төкөтмә төҙөнө, күпләп ат, һыйыр аҫрайбыҙ, ике-өс баҡса картуф сәсәбеҙ. Уның кеүектәрҙе урыҫтар “трудоголик” тип йөрөтә, егәрле, берҙе биш, биште ун итә торған кеше. Ул тырышҡас, мин дә ҡул ҡаушырып ята алмайым, донъябыҙҙы гөл кеүек итеп алдыҡ. Эшләгән – тешләгән, тибеҙ. Ауылда даими эш булмауына ҡарамаҫтан, аҡсаһыҙ йонсомайбыҙ. Былай ваҡытта аҙ һүҙле, ҡырыҫ булһа ла, артыҡ тауыш-тын, ғауға сығармай. Әммә эсеп алһа... Хәҙер инде алты балабыҙ бар, һаман да баҫылмай, эскән һайын тағы нимә ҡуптарыр, һарай башында йоҡларбыҙмы, мунсаламы, тип дер ҡалтырайбыҙ. Ғәрселменме, әллә иҙелеп йәшәй торғас, һиңмайға әйләнеп бөткәнменме, кешегә түгел, туғандарға ла белгертке килмәй. Хәйер, кешегә белгертеп тә ни файҙа?! Әсәйем яҡлашып ҡараны инде, һөҙөмтәлә уға ла туҡмаҡ эләкте. Хәҙерге заманда туҡмалып йәшәгән кеше бар икән дә, тип аптырайһыңмы? Бар шул, сараһыҙҙың көнөнән бер шулай участковыйға әйтеп ҡараным. Бер файҙаһы ла булманы, минең әйткәндәргә ышанманы ла, буғай. Ҡайҙан ышанһын, ирем бит “белеп” кенә туҡмай, күҙгә һуҡмай, күгәргән урын юҡ. Уның ҡарауы, эсемә, арҡама, башыма йоҙроҡ, итек күп эләгә.
Бер шулай кис әсәйем менән һеңлем килгән, ишек бикле булғас, тәҙрәнән ҡарағандар. Әйтеү­ҙәренсә, мин иҫһеҙ һуҙылып ятҡанмын, балалар ҡурҡышып мөйөшкә һырыҡҡан, ир тигәнем балта тотоп янымда ултырған. Ишекте шаҡыр инек, хәҙер асып йә үҙебеҙгә балта менән ташлана, йә балаларҙы берәй нәмә эшләтә, тип ни ҡылырға белмәй, тышта илаштыҡ-илаштыҡ та ҡайтып киттек, тиҙәр. Бындай хәлдәр бер генә булһасы! Уның айныҡҡанын көтөп йә бәрәңге, йә кесерткән араһында йәшеренеп ултырып, быуындар ҡатып китә. Ярай ҙа йәй көнө булһа, ҡыш һарай башында иҫке толоптар ябынып ятырға ла тура килә. Беҙ күргәнде эт тә күрмәй бит, тип теге көндө ҡыҙым илатып алды инде.
Балалар шул тиклем ҡурҡып бөткән – мин һуштан яҙып йығылғанда ла ярҙам һорап ҡысҡырырға, ҡасырға йөрәктәре етмәй.
Бер ауыл бит, йәш сағымда Таһирҙы яратып йөрөгәнде ишеткән был, унан үлеп көнләшә, ун йыллап йыраҡтан ғына ла күргәнем булмаһа ла, уға тағып, бысраҡ ташлай. Йәшлек мөхәббәтемдең “Их, ашыҡмаһын ине, бала менән булһа ла алыр инем, бер хата арҡаһында йәнә хата яһап, үҙен дә, мине лә бәхетһеҙ итте” тигән һүҙҙәрен еткерҙеләр шулай ҙа. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай.
Ни өсөн айырылмайһың, тиһеңме? Айырылып алты бала менән ҡайҙа барам мин, иҫерек ҡустым менән торған әсәйемә лә ҡайтып һыймаясаҡмын. Бөртөкләп йыйылған донъямды ла йәлләйем, унан сығып китһәк тә көн күрһәтмәйәсәк. Гел генә эсеп тормай, йылына бер нисә тапҡыр “ысҡына”. Үҙем һайлап алған яҙмыш...
Айгөл: “Килеүен-килгәс, бушҡа йөрөгән булмаһын, исемдәребеҙҙе, ауылыбыҙҙы күрһәтмәй генә яҙып сыҡ, ирем барыбер ҡулына гәзит тотоп та ҡарамай, йәш ҡыҙҙарға һабаҡ булыр, исмаһам”, – тип тороп ҡалһа ла, ике йыл самаһы был хаҡта яҙырға ҡул барманы. Әммә уның яҙмышы күңелгә тынғы бирмәне, ипләп кенә таныштар аша хәл-әхүәлдәрен белешкеләнем. Ҡыуанысҡа күрә, ул-был насар хәбәр ишетелмәне.
Быйыл баҙарҙа көтмәгәндә тап иттем мин был бәхетһеҙ ҡатынды. Дөрөҫөрәге, үҙе мине туҡтатты.
– Исемһеҙ генә булһа ла үҙем хаҡында уҡығым килгәйне. Тәки яҙманың, – тип үпкәләгәндәй итте ул.
Мине иһә уның көнитмеше, ғаилә хәле ҡыҙыҡһындырҙы.
– Шөкөр, тынысланып йәшәүебеҙгә бер йыл да түгел әле, күҙ теймәһен, тип торам. Алты баланың береһе мине яҡлашып һүҙ әйтергә ҡыймай, тип әйткәйнем бит инде. Былтыр Яңы йылға әҙерләнеп йөрөгән булабыҙ, ир йәнә эсеп ҡайтты ла, һыйыр һауып инеп килә ятһам, көтмәгәндә генә башыма йоҙроҡлап килтереп һуҡты. 14 йәшлек улым ҡайһы арала ҡулына бысаҡ алып өлгөргәндер, ҡойон һымаҡ арабыҙға килеп баҫты ла: “Әсәйгә лә, беҙгә лә тағы тырнаҡ менән генә сиртеп ҡара, йә һине, йә үҙемде юҡ итәм”, – тип ҡысҡырҙы. Нервы тигән нәмә бөткән бит инде, йығылғанмын. Ул көндө байрам байрам булманы, балалар менән 12 тулыр-тулмаҫ борон, төндә сығып ҡасырға тура килһә тип, өҫ кейемен дә сисеп тормай йоҡларға яттыҡ. Ирем иртәгәһенә генә ҡайтты. Аңланымы, әллә ҡурҡтымы, шунан бирле бик эсмәй, эсһә лә шым ғына ятып йоҡлай. Яҙа-йоҙа ғына белеүемсә, ҡайнағама муллаға барып өшкөрөлөүен, эсендәге “ен”дәрҙе ҡыуҙыртыуын әйтеп һалған.
Айгөл менән бик йылы хушлаштыҡ. Һуңлап булһа ла уның үтенесен үтәү ниәтенән ҡулыма ҡәләм алдым, ә күңелдә бер генә теләк: ошо ҡаҡса ғына, тормоштоң әсе һурпаһын етерлек татыған ҡатынға, ниһайәт, бәхетле булырға насип итһен.

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20