Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ябығам тиһәң, алға: Ойотҡан, ҡатыҡ, алма...
Ябығам тиһәң, алға: Ойотҡан, ҡатыҡ, алма... Йәй үтеп, һыуыҡтар башланһа, һимерәм дә китәм, тип зарланғандарын йыш ишетергә тура килә. Баҡтиһәң, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ысынлап та, был миҙгелдә кешенең кәүҙә ауырлығы яҡынса
2 – 5 килограмға арта икән.



Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һимереүҙе ХХI быуат­тың эпидемияһы тип билдәләй. Ул көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Проблема мөһим булмаһа, уның менән ғалимдар шөғөлләнмәҫ ине. Интернет селтәрен асып ҡараһаң, ниндәй генә диета тәҡдим итмәйҙәр. Гүзәл ханымдар ябығыу өсөн рецепт өлгөләрен эҙләп, ҡоро һыуҙа, кефирҙа ултырып йәки көнө буйына бер алма кимереп, бер генә үлсәмгә булһа ла бәләкәйерәк кейем кейеү тураһында хыяллана.
Ни өсөн “май туплау” ошо миҙгелгә тура килә? Ғалимдар быны ҡояш нурҙары етешмәү менән бәйләй. Көҙгө һалҡын көндәрҙең ҡыҫҡалығы кеше организмына йоғонто яһамай ҡалмай. Эңер тиҙ төшкәнгә күрә организмда инсулин бүлеп сығарыу түбәнәйә, ҡанда шәкәр күбәйә. Шунлыҡтан тиҙ асыҡтыра, күп ашата.
Икенсенән, ҡояшлы йәйҙән һуң үҙебеҙ ҙә һиҙмәй миҙгел депрес­сия­һын кисерәбеҙ. Д витамины етешмәй. Был күңел төшөнкө­лөгөнә килтерә. Кеше насар кәйеф­тән арынам тип, үҙе һиҙмәҫтән самаһын белмәй ашай башлай. Күберәк шәрбәтле аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Әйтәйек, майлы икмәк, ит ризыҡтары һыуыҡта көндәлек аҙыҡҡа әйләнә.
Аҙ хәрәкәтләнәбеҙ. Был иһә үҙ сиратында тире аҫтында май ҡатламы тупланыуға килтерә.
Белгестәр әйтеүенсә, кеше организмында бөтөн кәүҙә ауырлы­ғының ир-аттарҙа – 10-15 процентын, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа 20-25 процентын май тәшкил итһә, ул һимереү һанала. Артыҡ ауырлыҡ организмда ҡан күләмен арттырғас, уның баҫымы күтәрелә. Ауыр ҡан әйләнеше тамырҙарҙың варикоз киңәйеүенә һәм аритмияға килтерә. Аяҡтарҙа тромбтар нормаль ауыр­лыҡтағы кешеләрҙекенә ҡарағанда 2,5 тапҡырға арта. Тән ауырлығы 10 процентҡа күбәйгәндә, ғүмер – 14 процентҡа, 20 процентҡа арт­ҡанда 45 процентҡа ҡыҫҡара. Арҡа үҙәгенә зыян килә. Ауырлыҡты күтәрә алмай ундағы дисктар ҡыйшая башлай. Ҡанды бөтә организм аша йөрөтөү өсөн йөрәк көсөргәнешле эшләргә мәжбүр. Инсульт, диабет ауырыуҙарына ла килтерә кәүҙәнең артыҡ ауырлығы.
Беҙҙең диетологтар билдәлә­үенсә, Рәсәй һимереү буйынса Ҡушма Штаттарҙан ары китмәгән – өсөнсө урынды биләй. Кешегә ни эшләргә һуң? Йәй еткәс ябығырмын, тип ҡул һелтәргәме? Табиптар ике-өс килограмға ауыра­йыуҙы нормаль күренеш тип иҫәп­ләй. Ә бына инде килбәтһеҙ һимереп китһәң, артыҡ килограм­дарға ҡаршы көрәшеүҙе талап итәләр.
Эште ниҙән башларға? Бөтә бәлә – дөрөҫ туҡланмауҙа. Төрлө матур ҡаптарҙың (сохарый, чипсы, тиҙ бешерә торған аштар) эсендә нимә икәнен белмәй тороп, улар менән мауығабыҙ. Бигерәк тә балалар илап һорағас, ҡулдарына тотторабыҙ. Зарарлы тыйыу тураһында күп һөйләһәләр ҙә, алға китеш бер ҙә юҡ – магазин кәштәләрендә тотош холестериндан торған ризыҡ тулып ята. Күп осраҡта беҙ еңел генә әҙерләнгән ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ.
Бөтә донъя диетолог-ғалим­дары, оҙаҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң, кеше организмы өсөн иң зарарлы биш аҙыҡты билдәләгән. Беренсе­нән, шәрбәтле газлы эсемлектәр. Улар һыуһынды ҡандырмай, киреһенсә, бер тәмләгәс, тағы эске килеп тора. Уларҙа шәкәр бик күп була. Газлы эсемлектән баш тартып, лимонлы сәй эсеп алыу бик файҙалы.
Чипсы, сохарый. Ысынында улар – тәмләткестәр өҫтәлгән углевод менән май ҡатнашмаһы.
Татлы шоколад. Шәкәр һәм химик өҫтәмәләр арҡаһында уларҙы ашаған һайын ашағы килә. Шәрбәткә тартһа, бал ашағыҙ, гөлйемеш ҡайнатмаһы эсегеҙ, тип кәңәш итә табиптар.
Колбаса, сосиска, сарделька. Уларҙың 40 проценты тиерлек ит төҫөнә буялған сало, эс майы, сусҡа тиреһенән тора.
Һимеҙ ит, бигерәк тә ҡыҙҙы­рылғаны, шулай уҡ зарарлы.
Һатыуҙағы витаминдарға ла һаҡ ҡарарға кәрәк. БАД-тарҙың организмда бөтөн биохимик процес­тарҙы боҙоуы бар. Ул айырым кешенең үҙенсәлеген тикшереп кенә бирелергә тейеш. Иң яҡшыһы – витаминдар организмға ғәҙәти аҙыҡ менән керергә тейеш.
Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн тәҡдим ителгән медикаменттарҙан да һаҡ булырға кәрәк. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә Интернеттан әйбер һатып алыу модаға инде. Ҡатын-ҡыҙҙар, ябығам тип, төрлө коктейлдәр, ҡәһүә, сәйҙәр алырға әүәҫләнеп китте. Әйткәндәй, ғалимдар күберәк аҡыл эше менән шөғөлләнгәндәр һимереүгә дусар тигән фекерҙә. Компьютерҙа ултырғанда баш мейеһенә күп глюкоза талап ителә. Кеше эштән һуң ныҡ асыға һәм күп ашап ташлай. Нәфсене тыймау, аҙ хәрәкәтләнеү, оҙаҡ йоҡлау – былар барыһы ла һимереүгә килтергән төп сәбәптәр.
Күберәк саф һауала булырға кәрәк. Иртәнсәк яҡшы кәйеф менән уянығыҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ, тренажер залында шөғөлләнергә, йәй велосипедта, ҡыш саңғыла, конькиҙа йөрөргә мөмкин. Саф һауалағы ябай ғына спорт төрө менән булышыу ҙа ябығыу өсөн файҙалы. Һалҡын һауа, хәрәкәт кәйефте яҡшырта. Өйөгөҙҙәге тәҙрә ҡорғандарын һәр саҡ асып ҡуйығыҙ. Яҡтылыҡ беҙгә А, Д һәм Е витаминдары бирә.
Күберәк ярма һәм ҡуҙаҡлы аҙыҡтар ашағыҙ. Иң мөһиме – туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороғоҙ. Әйтәйек, иртәнсәк йылы аш, төш йәнә аш, салат, ит йәки балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Ашҡаҙан тулы булһа ла, туйыу тураһындағы сигнал мейегә ашағандан һуң 20 минут үткәс кенә барып етә.
Шуны иҫтә тотайыҡ: һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Уны беҙҙән башҡа бер кем дә ҡайғыртмаясаҡ.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә