Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Поляктар ҙа башҡорт телен өйрәнһә...
Поляктар ҙа  башҡорт телен өйрәнһә... Элекке студентым Вячеслав Чернев менән Польшала аҙна буйы тик башҡортса һөйләшеп йөрөнөк. Күптәргә мәғлүмдер: был урыҫ егете беҙҙең телде бик яҡшы белә. Икәүләп Варшава университетында үткән конгреста ла башҡортса сығыш яһаныҡ, сөнки секцияла ҡатнашҡан ғалимдар шулай теләне. Ошо сәфәр хаҡында мәғлүмәт бирмәксемен.

Саҡырыу ҡағыҙы алғас...

Польшала үтәсәк IV халыҡ-ара төркиәт конгресына саҡырыу ҡағыҙы алғас та бер нисә кеше юлға әҙерләнә баш­ланыҡ. Былтыр беҙҙең башҡорт фило­логияһы факультетын тамамлап, әле Варшава университетының шәрҡиәт факультеты докторантураһында уҡып йөрөгән элекке студентыбыҙ Вячеслав Черневтың изге уйҙар менән янғанын, был эштең халҡыбыҙ өсөн ифрат әһәмиәтле булырын һәм уны тормошҡа ашырыр өсөн берҙәм көс талап ителеүен ныҡлы аңлай инек. Әлбиттә, конгреста ҡатнашырға теләк белдереү генә аҙ, ситтә сығыш яһар өсөн әллә күпме эш башҡарырға кәрәк. Әҙерлек тотош йәйҙе алды. Әммә Варшаваға барыу миңә генә насип булды.
Польшала уҡыу октябрҙә башлана. Шуға ҡарамаҫтан, Вячеслав минең менән бергә барырға булды, яңғыҙ ҡалдырманы.
Өфөнән Брестҡа тиклем поезд йөрөй. 15 сентябрҙә иртәнсәк шуға ултырып ҡуҙғалып киттек. Юлыбыҙ аҙаплы түгел, әммә оҙон булды. Төбәлгән ергә ике тәүлектән ашыу барып, артабан Брест – Тересполь, Тересполь – Варшава йүнә­лешендә йөрөгән поездарға күсеп ултыр­ҙыҡ. Ике илде айырып торған Буг йылғаһы аша үтеү күңелгә онотолмаҫлыҡ матур мәл булып уйылды. Варшаваға барған поезға ингән һәр бер кешенең ауылдағы һымаҡ һаулыҡ һорашыуы ла йөрәккә майҙай яғылды.
Польшаның баш ҡалаһына килеп еттек. Ҡулда әйбер күп. Вокзалдан сыҡҡас та ҡыҙыҡһынып, ауыҙымды асып тигәндәй, тирә-яҡҡа ҡарайым. Беҙҙәге кеүек: “Һеҙҙе ҡайҙа алып барырға? Әйҙәгеҙ, миңә ултырығыҙ. Хаҡты ҡиммәт алмайым”, – тигән һүҙҙәр менән таксистар уратып алыр һымаҡ ине. Тик янға берәү ҙә килмәне. Күрәм: вокзал ишегенең ҡаршыһында такси тора. Ултырҙыҡ, һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, бында вокзал етәкселеге ике корпорация менән генә килешеү төҙөгән, кешеләрҙе фәҡәт шуларҙың таксистары ташый. Поездан төшкәндәр, ҡаршыла торған машинаны күреп, ултыра ла китә.
Ә күрмәгәндәр өсөн (ундай кешеләр үҙен һуҡыр (слепой) тип атағанды яратмай икән, күрмәгән (незрячий) тиеү хәйерле) ҡаланың һәр ерендә бер-береһенә яҡын һәм ҡалҡыбыраҡ торған өсәр юл һыҙылған. Вячеслав улар буйлап күргән кешенән дә шәберәк йөрөй. Бынан тыш, “зебра”лар ҙа һаулығы буйынса мөмкинлеге сиклән­гәндәрҙең хәлен иҫәпкә алып һыҙылған: аҡ урындары эре генә бызыртмаҡ итеп яһалған. Ҡалала “Польша күрмәгәндәр берләшмәһе” тигән ойошма эшләй.
Сәфәребеҙҙә тик яҡшы кешеләр юлдаш булды. Поезда кемдәрҙе генә осратманыҡ! Вячеслав улар менән төрлө телдә ихлас аралашты, фекер алышты, аҡыллы кәңәш­тәрен бирҙе. Хеҙмәттәшемдең Интернет үҙенсәлектәрен шәп белеүенә, тел әйлән­мәҫ терминдарҙы киң ҡулланып, яттан өйрәтеүенә хайран ҡалып, һоҡланып, ғорурланып барҙым. Йәштәр уның әйткән­дәрен ҡабат-ҡабат һорап, яҙып алып ултырҙы. Сәйер ҙә кеүек ине был күренеш: тыңлаусыларҙың күҙҙәре шәп, өҫтәүенә хеҙмәттәшемдән өлкәнерәк һымаҡтар, ә Вячеслав, күрмәүенә ҡарамаҫтан, күпте белә, һәр кемгә уларҙың туған телендә кинәнеп аңлата...

“Рәхмәт һеҙгә!”

Ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Таҙа, матур, яҡты, йылы. Барыһы ла полякса йә инглизсә һөйләшә. Ошоға бәйле Вячеслав минең тәржемәсемә әйләнде. Килеп төшкәндең икенсе көнөндә һайлауға барып гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек.
“Төрки халыҡтары – быуаттар һәм илдәр аша” тип аталған IV халыҡ-ара төркиәт конгресы Варшава университетында 21–23 сентябрҙә булды. Уны университеттың шәрҡиәт факультеты ойошторған. Конгреста 11 илдән 100-ҙән ашыу ғалим ҡатнашты. Беренсе көндә пленар ултырыш булды, тәбрикләү һүҙе менән Варшава университетының шәрҡиәт факультеты деканы, профессор Петр Тараха, төркиәт һәм Урта Азия кафедраһы етәксеһе Агата Барея-Стажинска, Азер­байжандың Польшалағы илсеһе Гасан Гасанов һәм башҡалар сығыш яһаны. Артабан егерме секцияның эше асылды. Уларҙа Литва, Венгрия, Ҡаҙағстан, Албания, Төркиә, Ҡытай, Украина, Азербайжан һәм башҡа илдәрҙән килгән ғалимдар төрки халыҡтарҙың тарихын, телен, мәҙәниәтен, социаль хәлен һәм башҡа мәсьәләләрен яҡтыртҡан сығыштарын тәҡдим итте.
Конгресс тарихында беренсе тапҡыр башҡорт секцияһы булдырылыуын һәр кем хуплап ҡабул итте, уңыштар теләне. 21 сентябрҙәге ултырышта мин рәйес булдым. Икенсе көндә иһә беҙҙең секцияға сығышы менән Ҡаҙағстандан булған, әле Венгрияның Сегед университетында эшләп йөрөгән Раушангөл Мукушева етәкселек итте.
Беҙгә башҡорт телмәрен Варшава урамдарында ғына ишеттереп йөрөргә түгел, ә конгреста ла яңғыратырға насип булды. Сығыш яһар алдынан: “Мин ике телдә – башҡортса һәм урыҫса һөйләй алам. Ҡайһыһын һайлайым?” – тип һорағас, ғалимдар бер тауыштан башҡортса һөйләүемде теләне. Минән һуң һүҙ тоторға йыйынған докторант Вячеслав Чернев менән дә шундай уҡ хәл булды. Биш телдә сығыш яһай алғанын белдергәйне, унан да башҡортса һөйләүен үтенделәр. Аҙаҡ һорауҙарға яуап бирҙек.
Аудиториялағылар башҡорт теленең шул ҡәҙәр йомшаҡ, моңло, матур икәне тураһында ихлас әйтте, Ҡытайҙан килгән уйғыр ҡыҙҙары: “Һеҙ һөйләгәндәрҙең барыһын да аңлап ултырҙыҡ, телмәрҙә­ребеҙ шул тиклем оҡшаш икән”, – тип һөйөндө, үҙ-ара бәйләнеште дауам итеү, аралашып йәшәү теләген белдерҙе, туғанын тапҡандай ҡыуанды, ғорурланды...
23 сентябрҙә конгресты ябыу тантана­һында бер нисә ғалим сығыш яһарға тейеш ине. Иң беренсе һүҙҙе миңә бирҙеләр. Башҡортостан сәләмен, рәхмәт һүҙҙәрен башҡортса еткерҙем. Беҙҙәге ҙ, ҫ, һ, ә, ө, ү, уы[w] өндәренең барыһының да инглиз телендә булғанын әйтеп, миҫалдар килтереүем аудиторияны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Вячеслав уларҙы поляксаға тәржемә итте. Ихлас йылмайып, ҡыҙыҡһынып тыңланылар, алҡышла­нылар. Буш ҡул менән бармағайныҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титутынан Фирҙәүес Хисамитдинова һәм уның хеҙмәттәштәре тырышлығы менән төҙөлгән ете томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н һәм үҙебеҙҙең баш­ҡорт филологияһы факультеты уҡытыу­сыларының китаптарын бүләк иттек.
“Рәхмәт һеҙгә! – тине аҙаҡ бер ғалимә ҙур ҡыуаныс менән. – Башҡорттоң мул ҡуллы, киң күңелле, ихлас икәнен бында ла күрһәттегеҙ”. Һөйләшеп киттек. Баҡ­тиһәң, ул Украинанан килгән археолог-профессор Светлана Беляева икән, атаһы сығышы менән Баймаҡтан булған.
Конгреста сығыш яһау менән бер рәттән төп маҡсатыбыҙ Варшава университетында башҡорт үҙәген булдырыу, шәрҡиәт факультеты менән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ араһында башҡорт телен уҡытыу тураһында меморандум төҙөү тураһында һөйләшеү алып барыу ине. Конгреста үҙебеҙсә сығыш яһауыбыҙҙың һөҙөмтәһе ҙур булды. Ғалимдар башҡорт теленең башҡа төрки телдәр менән оҡшашлығын һәм уларҙан айырылып торған үҙенсәлек­тәрен асыҡ тойомлаған. Шул арҡала беҙгә иғтибар артты, артабанғы һөйләшеүҙәргә юл ярылды. Шәрҡиәт факультеты деканы Петр Тараха, төркиәт һәм Урта Азия кафедраһы мөдире Агата Барея-Стажинска һәм шунда уҡ уҡытҡан ғалимә Мажена Годзиньска төркиәт өлкәһендәге тикше­ренеүҙәрҙә башҡорт йүнәлешен файҙа­ланыуҙың айырыуса әһәмиәтле булырын билдәләне. Конгрестың һуңғы көнөндә Варшава университетының шәрҡиәт факультеты һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ араһында килешеү төҙөү тураһында һөйләшелде.

Ике быуатлыҡ тәжрибә

Варшава университеты – бик боронғо уҡыу йорто. Быйыл уға 200 йыл тула. Корпустарҙың стеналарына боронғо грек стилендә уйып яһалған һындарға һоҡла­нып туйғыһыҙ. Заманында бында билдәле төркиәтсе А. Заянчковский, тел ғилеме нигеҙҙәре менән шөғөлләнгән Бодуэн де Куртенэ эшләгән. Университетта 45 мең студент белем ала, уларҙың 1425-е – һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр. Көндөҙгө бүлектәге­ләрҙең барыһы ла бушлай уҡый, ә ситтән тороп белем алыу түләүле.
Шәрҡиәт факультетының 13 бүлегендә 150 уҡытыусы эшләй, 1500 студент ғилем туплай. Унда ғәрәп теле һәм ислам белеме, боронғо шәреҡ һәм башҡа кафедралар бар. Факультетта ҡытай, ғәрәп, япон, ко­рей, йәһүд, фарсы, әссүриә һәм башҡа тел­дәрҙе өйрәнәләр. Төркиәт һәм Урта Азия халыҡтары кафедраһында иһә төрөк һәм азербайжан телдәре үҙләштерелә. Факультет ҡарамағында шулай уҡ шәрҡи телдәр мәктәбе бар. Унда ҡаҙаҡ, үзбәк, һинд, ғәрәп, чечен һәм башҡа бихисап тел өйрәнелә.
Варшава университетында һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе ҡара­ған айырым бюро эшләй. Етәксеһе Павел Вдувик үҙе лә күрмәй икән. Ауырыу студенттар менән эшләү алымдарын Амери­каға барып өйрәнгәндәр. Әйткәндәй, Варшавала “Пожеточна” тип аталған үҙенсә­лек­ле кафе бар. Унда интеллектуаль мөм­кинлектәре сикләнгән кешеләр генә эшләй.

Беҙҙә ниңә
шулай түгел?


Өфө кешеһе көн дә ҡатнашҡан бер күренеш: күптән утилгә ырғытырға ваҡыты еткән, трактор һымаҡ йөрөгән, эсендә газ еҫе борҡоп торған иҫке “ПАЗ”-дар, бер-береһенең өҫтөнә менә яҙып уҙышҡан, юл буйы кеҫә телефоны аша көнәркәше­нең ҡайһы ерҙә китеп барғанын һүгенә-һүгенә һөйләгән водителдәр йөрөткән маршруткалар... Бындайҙы Варшавала күрмәҫһең. Сағыу төҫтәргә буялған матур, ҙур автобустар туҡталыштарға 5-10 минут һайын килеп тора. Салонда билет алыр өсөн махсус касса, сығырға теләгәндәр баҫ­һын өсөн һәр урында төймә бар. Әйткәндәй, ул төймәләр хатта тыш яҡтан да ҡуйылған. Тимәк, ишеге ябылып өлгөр­гән автобусҡа килеп еткән кеше шуға баҫып инә ала. Беҙҙәге һымаҡ водитель яғына йүгермәй, инәлмәй, йылмайған булып әртисләнмәй.
Варшавала шулай уҡ юл транспорты итеп велосипедты һайлағандар күп икән. Йәше лә, ҡарты ла, балалар ҙа, хатта итәк кейгән ҡатын-ҡыҙ ҙа рәхәтләнеп йөрөй. Бының өсөн киң итеп махсус юлдар тротуарға ла, транспорт йөрөгән маршрутта ла һалынған. Айырым урындарға 15-20-ләгән велосипед ҡуйылған. Уларға атланаһың да, махсус төймәгә баҫҡас (шунан мәғлүмәт бирелә), үҙ юлыңдан китәһең. Егерме минут барыу бушлай, артабан – түләүле.
* * *
Ғөмүмән, үҙ ерендә хужа булып, ҡәнәғәт йәшәй, иле матур булһын, үҫешһен өсөн барлыҡ көсөн һала поляктар. Эйе, был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге һәм халҡы ла бик тырыш, күп эш башҡара. Шулай ҙа төбәгебеҙ, милләтебеҙ мәнфә­ғәтендә сит илдән уртаҡлашыр тәжрибә өлгөләре лә бихисап. Әйтәйек, Варшава университетында студенттар туған теле­беҙҙе өйрәнгән мәлдә, Башҡортостандағы башҡорт балаһы уны белмәһә, быға ата-әсә үҙе лә битараф ҡалһа... Шуны онотмаһаҡ ине: башҡорт телен белгән кеше инглизсә таҙа һөйләшә ала, алтай, балҡар, ғағауыз, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарайым, ҡарасай, ҡумыҡ, ҡырғыҙ, нуғай, сыуаш, татар, төркмән, төрөк, тыва, уйғыр, үзбәк, хакас, шор, азербайжан, яҡут һәм башҡа милләт вәкилдәре менән еңел аралаша, улар араһында үҙ кеше була.

Миңһылыу УСМАНОВА,
филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусыһы.

Өфө – Варшава – Өфө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872