Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөгәрәптә “икенсе икмәк” күпме?
Мөгәрәптә “икенсе икмәк” күпме? Кеше өс нәмәнән биҙмәй: икмәктән, һыуҙан һәм.. эйе, картуфтан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалған ризыҡ нисек кенә тәмле булмаһын, барыбер яйлап туйҙыра башлай.
Ә беҙ, өйрәнгәнебеҙсә, нәҡ өсөнсөһөнә “йәбешеп” ятабыҙ. Аллаға шөкөр, ул беҙҙә етерлек кимәлдә үҫтерелә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарай алабыҙ.


Картуф – Башҡортостанда төп ауыл хужалығы культуралары рәтендә. Һуңға табан уны етештереү майҙаны кәмеһә лә, бына аҙаҡҡы биш йылда һәр кешегә “икенсе икмәк” ҡулланыу йылына 180 килограмға етте. Ә беҙ йән башына 270 килограмлап үҫте­рәбеҙ. Тимәк, үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Бөгөн бөтә төр ху­жалыҡтарҙа сәсеүлек 90 мең гек­тарға барып баҫа.
Ауыл хужалығы отчеттары яңы йылдың тәүге айҙарында ғына сыға­рыла. Шуға күрһәткестәрҙең 2015 йылғыһы менән сикләнеп торайыҡ. Хәйер, үҙгәрештәр ҙә һуңғы биш йылда ошо кимәлдә ҡала килә. Уҙған йыл ҙур хужалыҡтар 30 меңдән ашыу гектарҙа картуф ултыртҡан булған. Был һан республика буйынса уртаса алғанда аҙ һымаҡ, ләкин беҙҙә ил буйынса бәрәңге үҫтереүҙә беренселекте шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тотоп килә. Уларҙа барлыҡ картуф­тың 90 проценттан ашыуы үҫтерелә. Быныһы шатлыҡлы, сөнки һәр ғаилә­нең, кем әйтмешләй, аҙыҡ запасы була.
Башҡортостан буйынса бер нисә эре хужалыҡты алһаҡ, иң тәүҙә Рәсәй буйынса 46-сы урында торған Мәләүез районының Салауат исе­мендәге колхозын билдәләр­гә кәрәк­тер. Йәнә 2005 – 2008 йылдарҙа Рә­сәйҙең иң яҡшы 100 тауары араһын­да 74-се урынды биләгән ”Дмитриевка” дәүләт унитар пред­приятиеһы-совхозын, 96-сы урында торған “Алексеевка”, 100-сө баҫҡыстағы Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге хужалыҡ­тарын атарға мөмкин.
– Быйыл уңыш, дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни шатландырмай. Һәр хәлдә, теләгәнсә булманы. Был крәҫтиән­дең тырышмауынан түгел, киреһен­сә, йәй буйы тейешле ашлама индерелде, сифатлы орлоҡ үҙебеҙҙеке, – ти Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин. – Беҙ картуф менән 90-сы йылдарҙа уҡ шөғөлләнә башлағайныҡ. Иң башта Илеш ра­йонының “Сөн” хужалығында голланд ысулы менән эшләнеләр. Беҙҙең белгестәр ҙә Голландияға барып өйрәнде. Ярайһы тәжрибә тупланыҡ. Шулай ҙа июль аҙағында – августа ямғырҙар булмаһа ла, сәселгән 100 гектарҙан һатырға ла, киләһе йыл өсөн орлоҡҡа һалырға ла үҫтереп алдыҡ. Иң мөһиме – заманса һаҡлағысыбыҙ бар.
Һуңғы йылдарҙа йәй йә үтә ҡоро, йә ямғырлы килде. Нисек кенә тимә, крәҫтиәндең эше тәбиғәт шарттары­на бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫ­тан, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы­ның Салауат исемендәге хужалығы йыл һайын 330 гектар майҙанда картуф ултыртып, һәр гектарынан 35-әр тонна уңыш ала. Өфө районының “Алексеевка” совхозы – 100 гек­тарҙың һәр береһенән 32 – 42 тонна, Илеш районының “Сөн” хужалығы – 300 гектар майҙандың һәр ҡайһы­һынан 16 – 25 тонна, ә “Шемәк” совхозы 600 гектарҙан ашыу ерҙә үҫтереп, 12 – 16 тонна күрһәткесенән ҡалмай. Тимәк, беҙ үҫтерә беләбеҙ.
Уҙған йылдарҙа Ауыл хужалығы министр­лығында ошондайыраҡ һүҙ булғайны: беҙ картуфты ла, йәшел­сәне лә етештерә алабыҙ, тик һаҡлай ғына белмәйбеҙ. Бының төп сәбәбе – заманса һаҡлағыстарҙың булмауы, эшкәртеү цехтарының етешмәүе. Әлбиттә, Башҡортос­тандың эре хужалыҡтары ла, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа картуфһыҙ ҙа, икенсе йылға сәсерлек орлоҡһоҙ ҙа ҡалмаҫ. Тик айырым фермерҙарҙың һәр береһе үҙе өсөн һаҡлағыс төҙөй алмаҫы көн кеүек асыҡ. Мөгәрәптәр генә мәсьәләне хәл итмәй. Шуға ла райондарҙа үҙәкләштерелгән заманса йыһазландырыл­ғандарын төҙөү хәйерлерәктер. Фермерҙарҙың да, ҙур хужалыҡ етәкселәренең дә, белгес­тәрҙең дә теләге шул.
Рәсәй буйынса ла картуфтан, көнбағыш, йәшелсәнән мул уңыш алынды. Ләкин бында ла хәлдәр бер төрлө түгел. Мәҫәлән, илдең үҙәк өлөшөндә сентябрҙә ямғырҙар күпләп яуҙы. Был инде үҫтерелгәнде йыйып алырға мөмкинлек бирмәне.
– Быйыл картуфтан ете миллион тонна уңыш алырға ниәт тотоп, был хаҡта халыҡҡа еткергәйнеләр. Ләкин беҙ ул тиклем уңыш булыр тип уйла­майбыҙ, – ти Рәсәй картуф союзы аппараты етәксеһе Татьяна Губина.
Союз белгестәре белдереүенсә, быйыл халыҡ барлыҡ картуфтың 70 процентын (башҡа йылдарҙа 90 процент) үҫтерҙе. Әйткәндәй, һауа торошо насар булһа, эре хужалыҡтарға ҡарағанда бәләкәйҙәре ауырлыҡ­тарҙан тиҙерәк сыға икән. Техника батып ултырғанда, крәҫтиән көрәге менән булһа ла уңышты алырға тырышасаҡ. Шуныһы, хужа туранан-тура баҙарға сығып, тауарын үҫтерелгән ерҙән алыҫ китмәйенсә һата ала. Шуға ла картуф етеш­тереүҙә бәләкәй һәм шәхси хужа­лыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Тик әлеге лә баяғы ҙур һаҡлағыс келәттәр төҙөүҙә улар ярҙамға мохтаж.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә