Кеше өс нәмәнән биҙмәй: икмәктән, һыуҙан һәм.. эйе, картуфтан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалған ризыҡ нисек кенә тәмле булмаһын, барыбер яйлап туйҙыра башлай.
Ә беҙ, өйрәнгәнебеҙсә, нәҡ өсөнсөһөнә “йәбешеп” ятабыҙ. Аллаға шөкөр, ул беҙҙә етерлек кимәлдә үҫтерелә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарай алабыҙ. Картуф – Башҡортостанда төп ауыл хужалығы культуралары рәтендә. Һуңға табан уны етештереү майҙаны кәмеһә лә, бына аҙаҡҡы биш йылда һәр кешегә “икенсе икмәк” ҡулланыу йылына 180 килограмға етте. Ә беҙ йән башына 270 килограмлап үҫтерәбеҙ. Тимәк, үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Бөгөн бөтә төр хужалыҡтарҙа сәсеүлек 90 мең гектарға барып баҫа.
Ауыл хужалығы отчеттары яңы йылдың тәүге айҙарында ғына сығарыла. Шуға күрһәткестәрҙең 2015 йылғыһы менән сикләнеп торайыҡ. Хәйер, үҙгәрештәр ҙә һуңғы биш йылда ошо кимәлдә ҡала килә. Уҙған йыл ҙур хужалыҡтар 30 меңдән ашыу гектарҙа картуф ултыртҡан булған. Был һан республика буйынса уртаса алғанда аҙ һымаҡ, ләкин беҙҙә ил буйынса бәрәңге үҫтереүҙә беренселекте шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тотоп килә. Уларҙа барлыҡ картуфтың 90 проценттан ашыуы үҫтерелә. Быныһы шатлыҡлы, сөнки һәр ғаиләнең, кем әйтмешләй, аҙыҡ запасы була.
Башҡортостан буйынса бер нисә эре хужалыҡты алһаҡ, иң тәүҙә Рәсәй буйынса 46-сы урында торған Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозын билдәләргә кәрәктер. Йәнә 2005 – 2008 йылдарҙа Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары араһында 74-се урынды биләгән ”Дмитриевка” дәүләт унитар предприятиеһы-совхозын, 96-сы урында торған “Алексеевка”, 100-сө баҫҡыстағы Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге хужалыҡтарын атарға мөмкин.
– Быйыл уңыш, дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни шатландырмай. Һәр хәлдә, теләгәнсә булманы. Был крәҫтиәндең тырышмауынан түгел, киреһенсә, йәй буйы тейешле ашлама индерелде, сифатлы орлоҡ үҙебеҙҙеке, – ти Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин. – Беҙ картуф менән 90-сы йылдарҙа уҡ шөғөлләнә башлағайныҡ. Иң башта Илеш районының “Сөн” хужалығында голланд ысулы менән эшләнеләр. Беҙҙең белгестәр ҙә Голландияға барып өйрәнде. Ярайһы тәжрибә тупланыҡ. Шулай ҙа июль аҙағында – августа ямғырҙар булмаһа ла, сәселгән 100 гектарҙан һатырға ла, киләһе йыл өсөн орлоҡҡа һалырға ла үҫтереп алдыҡ. Иң мөһиме – заманса һаҡлағысыбыҙ бар.
Һуңғы йылдарҙа йәй йә үтә ҡоро, йә ямғырлы килде. Нисек кенә тимә, крәҫтиәндең эше тәбиғәт шарттарына бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге хужалығы йыл һайын 330 гектар майҙанда картуф ултыртып, һәр гектарынан 35-әр тонна уңыш ала. Өфө районының “Алексеевка” совхозы – 100 гектарҙың һәр береһенән 32 – 42 тонна, Илеш районының “Сөн” хужалығы – 300 гектар майҙандың һәр ҡайһыһынан 16 – 25 тонна, ә “Шемәк” совхозы 600 гектарҙан ашыу ерҙә үҫтереп, 12 – 16 тонна күрһәткесенән ҡалмай. Тимәк, беҙ үҫтерә беләбеҙ.
Уҙған йылдарҙа Ауыл хужалығы министрлығында ошондайыраҡ һүҙ булғайны: беҙ картуфты ла, йәшелсәне лә етештерә алабыҙ, тик һаҡлай ғына белмәйбеҙ. Бының төп сәбәбе – заманса һаҡлағыстарҙың булмауы, эшкәртеү цехтарының етешмәүе. Әлбиттә, Башҡортостандың эре хужалыҡтары ла, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа картуфһыҙ ҙа, икенсе йылға сәсерлек орлоҡһоҙ ҙа ҡалмаҫ. Тик айырым фермерҙарҙың һәр береһе үҙе өсөн һаҡлағыс төҙөй алмаҫы көн кеүек асыҡ. Мөгәрәптәр генә мәсьәләне хәл итмәй. Шуға ла райондарҙа үҙәкләштерелгән заманса йыһазландырылғандарын төҙөү хәйерлерәктер. Фермерҙарҙың да, ҙур хужалыҡ етәкселәренең дә, белгестәрҙең дә теләге шул.
Рәсәй буйынса ла картуфтан, көнбағыш, йәшелсәнән мул уңыш алынды. Ләкин бында ла хәлдәр бер төрлө түгел. Мәҫәлән, илдең үҙәк өлөшөндә сентябрҙә ямғырҙар күпләп яуҙы. Был инде үҫтерелгәнде йыйып алырға мөмкинлек бирмәне.
– Быйыл картуфтан ете миллион тонна уңыш алырға ниәт тотоп, был хаҡта халыҡҡа еткергәйнеләр. Ләкин беҙ ул тиклем уңыш булыр тип уйламайбыҙ, – ти Рәсәй картуф союзы аппараты етәксеһе Татьяна Губина.
Союз белгестәре белдереүенсә, быйыл халыҡ барлыҡ картуфтың 70 процентын (башҡа йылдарҙа 90 процент) үҫтерҙе. Әйткәндәй, һауа торошо насар булһа, эре хужалыҡтарға ҡарағанда бәләкәйҙәре ауырлыҡтарҙан тиҙерәк сыға икән. Техника батып ултырғанда, крәҫтиән көрәге менән булһа ла уңышты алырға тырышасаҡ. Шуныһы, хужа туранан-тура баҙарға сығып, тауарын үҫтерелгән ерҙән алыҫ китмәйенсә һата ала. Шуға ла картуф етештереүҙә бәләкәй һәм шәхси хужалыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Тик әлеге лә баяғы ҙур һаҡлағыс келәттәр төҙөүҙә улар ярҙамға мохтаж.