Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ситкә ҡыҙыҡмаһын күҙебеҙ, тир түккәнде көтә еребеҙ
Ситкә ҡыҙыҡмаһын күҙебеҙ, тир түккәнде көтә еребеҙ Ҡышҡылыҡҡа йәки “ҡара көнгә” аҙыҡ-түлек запасы туплайһығыҙҙыр, моғайын. Һыуытҡысығыҙ, баҙығыҙ, келәтегеҙ тулһа, күңелегеҙ ҙә тынысланып ҡалалыр, эйеме? Шулай һәр кемегеҙ хәленән килгәнсә ғаилә именлеген хәстәрләй. Дәүләт тә ошо рәүешле үҙ халҡының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. 1992 йылда хаҡтар “иреккә сығарылғас”, Өфөнөң Зорге урамындағы универсамда витринаға аптырап ҡарап торғаным хәтерҙә: унда Австриянан килтерелгән аҡ май ята ине. Ҡара тупраҡлы сәсеү майҙандары, сабынлыҡтары һәм көтөүлектәре икһеҙ-сикһеҙ булған ғәйәт ҙур ил картала саҡ-саҡ ҡына күренгән бәләкәй генә дәүләттең майына мохтаж! Ә бит австриялар беҙгә үҙҙәренән артып ҡалған майҙы ғына ебәрә. Күрәһең, бында донъяла иң ҙур ил булыуыңда ғына түгел эш...


Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, йәғни илдең ризыҡ менән үҙен тәьмин итә алыу һәләте тура­һында хәҙер күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. АҠШ менән Көнбайыш Европаның иҡтисади санкциялар иғлан итеүе генә сәбәпсе түгел был теманың көнүҙәк мәсьәлә булыуында. Аҙыҡ-түлек йәһә­тенән бойондороҡһоҙ булыу, үҙ крәҫтиәнебеҙгә аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү зарурлығы хаҡында уға саҡлы ла әйтә килделәр. Билдәле булыуынса, 2010 йылда Рәсәйҙең Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙ­леге доктринаһы ла ҡабул ителде. Әммә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағын алға ебәреү, уны Көнбайыштан килтерелгән ризыҡ менән уңышлы ярыша алырлыҡ юғарылыҡҡа күтәреү – ғәйәт ҡатмарлы эш, сөнки аграр тармаҡтың артта ҡалыу сәбәп­тәре тарихи ерлеккә барып тоташа.
Беҙҙең илдә ерҙә эшләүсегә түбәнһетеп ҡарау элек-электән булған, ахыры. Крепостной крәҫ­тиәндәрҙә (башҡорттарҙа был ҡоролош булмағас, телебеҙҙә уның тәржемәһе лә юҡ), баяр ерендә эшләгәс һәм етештергән продукцияһы ла уның милке булғас, хеҙмәтенең һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан тыу­һын инде?! Крәҫтиән хатта үҙе лә хужаһының мөлкәте иҫәпләнеп ниндәй эш менән шөғөлләнерен дә хәл итә алмаған. Европаға иген һатыуҙа беренсе урынды алған Рәсәй империяһы үҫемлек­селек продукцияһын йән башына ҡулланыу күрһәткесе (0,6 центнер) буйынса ғәмәлдә ошо ҡитға илдәре араһында иң артта кил­гән. Батша генералы В. И. Гурко көндәлектәрендә яҙғанса, хәрби хеҙмәткә алынған крәҫтиән егеттәренең 40 проценты армияға килгәс кенә беренсе тапҡыр ит ашаған.
Советтар Союзында илдең төп туйҙырыусыһы колхоздар һәм совхоздар булды. Революциянан һуң ерҙе бүлешеп алған крәҫтиән хужалыҡтары һәр береһе үҙ ихатаһында һәм кескәй баҫы­уында әллә ни эш ҡыйрата алмай ине, шуға күрә халыҡты коллектив хужалыҡтарға берләштереү – сәйәси яҡтан ҡапма-ҡаршылыҡлы баһалар алһа ла, иҡтисади яҡтан үҙен аҡлаған йүнәлеш. Улар, яңғыҙ хужалыҡ итеп булмаҫын төшөнөп, киләсәктә барыбер һәр төрлө кооперативтарға ойоша башлар ине, ләкин ваҡыт та көт­мәй бит. Әммә ҡан ҡойоп ойош­торолған колхоз-совхоз систе­маһының үҙ кәмселектәре булды: кулактарҙы (икенсе төрлө әйт­кәндә – йүнсел хужаларҙы) Себергә һөрөү, ҡалғандарҙы колхозда йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр итеү (паспорт бирел­мәүе), даими хеҙмәт хаҡы түләү­ҙең булмауы, кулак һымаҡ “байып китеү”ҙән ҡурҡытыу, йорт яны хужалығының майҙанын һәм шәхси мал һанын сикләү һ.б. Хәҙерге иҡтисадсылар яҙыуынса, ҡаҙнанан бигерәк тә аграр өлкә өсөн бүленгән ғәйәт ҙур сум­маларҙы ауыл хужалығы предприятиеларында етеш­тереүҙе арттырыу урынына башҡа күп сығымлы йүнә­лештәргә тотоноу (мәҫәлән, мелиорация) СССР-ға идара иткән коммунистар партияһының иҡтисади ысын­барлыҡты һанға һуҡмауын, тәү сиратта сәйәси ҡараш өҫтөнлөк итеүен (“Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә”) раҫлай. Ғәйәт ҙур тәбиғи ресурстарыбыҙ булып та, илдең ауыл хужалығының артта ҡалыуы ла тап шуға – иҡтисади нигеҙҙең иҡтисад ҡанундарына тап килмәүенә ҡайтып ҡала. “Тыуған ил бураларына фәләнсә тонна иген һалырға!” тигән сәйәси оран урынына ысын баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәрен булдырырға, “Тотош класс менән колхоз ферма­һында эшкә ҡалайыҡ!” тигән комсомол лозунгылары урынына эштең һуңғы һөҙөмтәләре буйынса шәхси матди ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белергә кәрәк ине, ләкин ул замандағы идеология быға рөхсәт бирмәне.
Үҙгәртеп ҡороу осоро башлан­ғас та, беҙҙе сит илдәрҙең ялты­рауыҡлы продукцияһы менән аптыратырға булдылар: кибет кәштәләренә килеп тулған һәр төрлө тәм-томдо, әлбиттә, нефть, газ һәм башҡа тәбиғи байлыҡ­тарҙы һатыу иҫәбенә ташыйҙар ине. Уныһын ғына бөтәһе лә белеп торҙо, әммә бында ла сәйәси мәнфәғәттәр өҫтөнлөк итте: ул замандағы етәкселеккә үҙен бөгөн үк халыҡты туйҙырыусы һәм кибеттәр алдында сират­тарҙы бөтөрөүсе итеп күрһәтергә, сит ил хакимдарына һәм эш­ҡыуарҙарына беҙҙең ишектәрҙең асыҡ булыуына ишараларға кәрәк ине. Бер юлы Көнбайыш идео­логияһы ла аңыбыҙға һеңде­релергә тейеш булды: бына күрегеҙ – капиталистик илдәр ниндәй шәп тауар етештерә белә, бөтә донъяны шулар менән тултырырға ла һәләтле, ә беҙҙең социализм төҙөүсе илдә – һәр урында сират... Күреүебеҙсә, тиҫтәләрсә йыл буйы ауыл хужалығына (хәйер, барлыҡ тармаҡтарға ла) иҡтисади шарттар түгел, ә сәйәсәт идара итте.
Бөгөн килеп йәнә сәйәси хәл нигеҙендә иғлан ителгән сит ил санкциялары ауылға иғтибарҙы көсәйтергә мәжбүр итә. Ләкин заманса йыһазландырылған ҡе­үәтле агрофирмаларҙың да, фер­мерлыҡ хәрәкәтенең дә тәжри­бәһе әле бәләкәй булған илдә нисек ауыл хужалығын юғары етештереүсәнле конве­йерға әйләндерергә?
– Көнбайыш иҡтисады менән Рәсәйҙекен сағыштырырға ярамай: улар артыҡ тауарын ҡайҙа һатырға белмәй, ә беҙ кибеттә­ребеҙҙе үҙ продукциябыҙ менән тултыра алмайбыҙ әле, – Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел матбуғат конферен­цияларының береһендә шулай тип белдергәйне.
Беҙҙең илдәге һөрөнтө ер­ҙәрҙең әле 60-70 проценты ғына эшкәртелә. Тимәк, резерв ҙур. Ул файҙаланылмай тип тә булмай, һуңғы тиҫтә йылда ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тереү күләме артҡандан-арта бара. АҠШ-тың Ауыл хужалығы министрлығы күптән түгел Рәсәй­ҙең сусҡа ите һатып алыуҙы 80 процентҡа кәметеүе хаҡында борсолоп яҙҙы, сөнки беҙҙә был ризыҡты етештереү һуңғы өс йылда ныҡ ҡына артҡан икән. Иген ҡулланыу Рәсәйҙә йылына уртаса 30-35 миллион тонна булһа, ғәмәлдә 90 миллион тонна етештерелә, һөт менән Рәсәй үҙен – 80, ә шәкәр менән 75 процентҡа тәьмин итә, һәм был күләм үҫә бара.
Әйтеп үтелгән Доктрина ла илебеҙҙең аграр өлкәһенә аныҡ һандар һәм тәғәйен маҡсаттар ҡуя: 2020 йылға саҡлы Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарындағы шәкәр­ҙең 93,2 процентын, үҫемлек майының – 87,7 ит аҙыҡтарының – 88,3, һөт һәм һөтлө аҙыҡтарҙың 90,2 процентын һ.б. үҙендә етештерергә тейеш. Дәүләт Думаһындағы күптән түгел яһалған докладтан күренеүенсә, бөгөнгә йәшелсә, икмәк, йомортҡа, барлыҡ төрҙәге тиерлек ит ризыҡтары буйынса ошо программа билдәләгән күрһәт­кестәргә өлгәшелгән. Әлбиттә, мөмкинлектәр бының менән генә сикләнмәй. Һөт етештереүсе­ләрҙең милли союзы етәксеһе Алексей Даниленко, мәҫәлән, илдәге һөт етештереү тармағы (бөтә төр милекселәрҙе лә иҫәпләгәндә) үҙ продукцияһын дүрт тапҡырға арттыра ала тип иҫәпләй. “Тик бының өсөн мал­сылыҡ тармағына мөнә­сәбәтте үҙгәртергә, айырыуса һөткә ҡарата ҡулланылған ҡатмарлы дотацияны ябайлаш­тырырға кәрәк”, – ти белгес.
Башҡортостанды ғына алып ҡараһаҡ та, күрһәткестәр һиҙе­лерлек: быйылғы тәүге ярты йылда республикала 41,7 мең тонна он тарттырылған, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштыр­ғанда үҫеш 144,1% тәшкил итә; һөт һәм һөт ризыҡтары етеш­тереү 199,2 мең тоннаға еткән, үҫеш – 110%, үҫемлек майы 73 мең тонна алынған (106,3%). Сыр яһаусылар – 7,2, ә йәшелсә-емеш консервалары эшләүселәр 12,7% үҫешкә өлгәшкән. Был исемлекте тағы ла дауам итергә булыр ине. Ҡулланыусыларға ошо осорҙа 48 миллиард һум продукция оҙатылған, был былтырғы йыл­дың беренсе яртыһы менән сағыштырғанда ун процентҡа күберәк.
Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тигәндәй, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сығыш яһағанда ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәт бирҙе: “Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡты күптән инде кисермәйбеҙ. Бөгөнгә беҙҙә 22,9 миллиард һумлыҡ тауар запасы бар, был 42 сауҙа көнөнә етерлек тигән һүҙ. Тимәк, беҙгә был яҡтан бер ниндәй ҙә хәүеф янамай”. Уның әйтеүенсә, дәүләт комитеты аҙна һайын аҙыҡ хаҡтарына мониторинг яһай һәм улар әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа тауарға ҡытлыҡ арҡаһында артманы, фәҡәт етештереүсе йәки аралашсының сығымдары ҙурайыуы сәбәпле генә күтәреләләр.
Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә ҡулланыу хаҡтары индексы ғинуар – июлдә 103,7% тәшкил итте, ә июлдә ул хатта 0,1 процентҡа төштө. Был кәмеү күрһәткесе, күреүебеҙсә, үтә лә бәләкәй, әммә быға саҡлы ошо индекс гел күтәрелә ине бит! Аҙыҡ хаҡының төшөүенә күп кенә шарттар йоғонто яһай, шулай ҙа бында төп фактор – етештереү күләменең артыуы. “Башҡортос­танстат” белде­реүенсә, беҙҙең республика аҙыҡ-түлек арзан­лығы буйынса ил төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй. Әйткәндәй, хаҡтарҙың артыҡ “ҡотороп” китмәүенә беҙҙә даими үткәрелеп килгән ауыл хужалығы йәрминкәләре, ваҡлап һатыу баҙарҙары ла булышлыҡ итә. Һуңғыларында сауҙа урындары, ғәҙәттә, 58 процентҡа ғына тула икән. Тимәк, крәҫтиәндең үҙ хужалығында етештергән продук­цияһы менән һатыу итеүен арттырырға мөмкинлеге бар әле.
Тик иҡтисад – ул һәр береһе айырым эшләп ултырған ферма йәки завод ҡына түгел, ә тотош бер система. Әйтәйек, белгестәр раҫлауынса, Рәсәйҙә бер литр һөттөң етештерелгән уры­нын­дағы (фермалағы) үҙҡиммәте АҠШ-тағына ҡарағанда байтаҡҡа аҙыраҡ. Башҡа күп кенә продукт­тар буйынса ла шуны әйтергә мөмкин. Әммә... кибеттә беҙ һәр төрлө ризыҡты ҡиммәт хаҡҡа һатып алабыҙ, ә тегеләрҙеке арзаныраҡ... Ни өсөн?
– Төҙөлөшкә рөхсәт алыу, газ үткәреү һәм электр селтәренә тоташыу сығымдарын, барлыҡ түләүле бюрократик ҡағыҙҙар хаҡын бергә ҡушһаҡ, бөтөнләй икенсе үҙҡиммәт килеп сыға, – тине бер фермер. – Унан һуң сит ил аграрийҙарының банктан кредиттарҙы күпкә арзаныраҡҡа алыуын, уларға аҡсаны беҙҙәге кеүек бик ҡыҫҡа ваҡытҡа түгел, ә 20-25 йылға биреүҙәрен дә иҫәпкә алһаҡ, үҙҙәре менән ярыша алмауыбыҙ көн кеүек асыҡ. Сауҙа селтәрҙәренең күбеһе сит илдәрҙеке булыуы ла ныҡ аяҡ сала – улар, әйтәйек, хаҡтарҙы ваҡытлыса төшөрөп тә беҙҙе анһат ҡына бөлдөрә ала, ә был селтәрҙән тыш аҙыҡ-түлек баҙарына үтеп инеү үтә лә ҡыйын, шуға хужаларының шарттарына буйһонмай булмай. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең продукцияның үҙҡиммәте етештереүгә һис бәйле булмаған шарттар арҡа­һында күтәрелә! Сифаты һәм күләме буйынса оҡшаш булып та, хаҡы ҡиммәтерәк булған аҙыҡ-түлек, тәбиғи, конку­рент­лыҡҡа түҙә алмай. Әйләнештәге килем­дең үҫмәүе беҙгә ризыҡты, импорт әйберҙәргә хас булғанса, матур ҡаптарға төрөргә лә, реклама булдырырға ла ҡамасаулай. “Сауҙа тураһында”ғы Федераль законды кисекмәҫтән үҙ етеште­реүселәребеҙ файҙаһына үҙгәртергә кәрәк.
Рәсәй Ер шарындағы ҡара тупраҡлы ерҙең 55 процентына һәм эсергә яраҡлы һыуҙың 20 процентына хужа. Тимәк, үҫтереү, үрсетеү, эшкәртеү буйынса беҙ­ҙең илгә бер дәүләт тә етә алмаҫҡа тейеш. Киләсәктә шулай булырына өмөт бар.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874