Ҡышҡылыҡҡа йәки “ҡара көнгә” аҙыҡ-түлек запасы туплайһығыҙҙыр, моғайын. Һыуытҡысығыҙ, баҙығыҙ, келәтегеҙ тулһа, күңелегеҙ ҙә тынысланып ҡалалыр, эйеме? Шулай һәр кемегеҙ хәленән килгәнсә ғаилә именлеген хәстәрләй. Дәүләт тә ошо рәүешле үҙ халҡының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. 1992 йылда хаҡтар “иреккә сығарылғас”, Өфөнөң Зорге урамындағы универсамда витринаға аптырап ҡарап торғаным хәтерҙә: унда Австриянан килтерелгән аҡ май ята ине. Ҡара тупраҡлы сәсеү майҙандары, сабынлыҡтары һәм көтөүлектәре икһеҙ-сикһеҙ булған ғәйәт ҙур ил картала саҡ-саҡ ҡына күренгән бәләкәй генә дәүләттең майына мохтаж! Ә бит австриялар беҙгә үҙҙәренән артып ҡалған майҙы ғына ебәрә. Күрәһең, бында донъяла иң ҙур ил булыуыңда ғына түгел эш...
Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, йәғни илдең ризыҡ менән үҙен тәьмин итә алыу һәләте тураһында хәҙер күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. АҠШ менән Көнбайыш Европаның иҡтисади санкциялар иғлан итеүе генә сәбәпсе түгел был теманың көнүҙәк мәсьәлә булыуында. Аҙыҡ-түлек йәһәтенән бойондороҡһоҙ булыу, үҙ крәҫтиәнебеҙгә аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү зарурлығы хаҡында уға саҡлы ла әйтә килделәр. Билдәле булыуынса, 2010 йылда Рәсәйҙең Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы ла ҡабул ителде. Әммә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағын алға ебәреү, уны Көнбайыштан килтерелгән ризыҡ менән уңышлы ярыша алырлыҡ юғарылыҡҡа күтәреү – ғәйәт ҡатмарлы эш, сөнки аграр тармаҡтың артта ҡалыу сәбәптәре тарихи ерлеккә барып тоташа.
Беҙҙең илдә ерҙә эшләүсегә түбәнһетеп ҡарау элек-электән булған, ахыры. Крепостной крәҫтиәндәрҙә (башҡорттарҙа был ҡоролош булмағас, телебеҙҙә уның тәржемәһе лә юҡ), баяр ерендә эшләгәс һәм етештергән продукцияһы ла уның милке булғас, хеҙмәтенең һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан тыуһын инде?! Крәҫтиән хатта үҙе лә хужаһының мөлкәте иҫәпләнеп ниндәй эш менән шөғөлләнерен дә хәл итә алмаған. Европаға иген һатыуҙа беренсе урынды алған Рәсәй империяһы үҫемлекселек продукцияһын йән башына ҡулланыу күрһәткесе (0,6 центнер) буйынса ғәмәлдә ошо ҡитға илдәре араһында иң артта килгән. Батша генералы В. И. Гурко көндәлектәрендә яҙғанса, хәрби хеҙмәткә алынған крәҫтиән егеттәренең 40 проценты армияға килгәс кенә беренсе тапҡыр ит ашаған.
Советтар Союзында илдең төп туйҙырыусыһы колхоздар һәм совхоздар булды. Революциянан һуң ерҙе бүлешеп алған крәҫтиән хужалыҡтары һәр береһе үҙ ихатаһында һәм кескәй баҫыуында әллә ни эш ҡыйрата алмай ине, шуға күрә халыҡты коллектив хужалыҡтарға берләштереү – сәйәси яҡтан ҡапма-ҡаршылыҡлы баһалар алһа ла, иҡтисади яҡтан үҙен аҡлаған йүнәлеш. Улар, яңғыҙ хужалыҡ итеп булмаҫын төшөнөп, киләсәктә барыбер һәр төрлө кооперативтарға ойоша башлар ине, ләкин ваҡыт та көтмәй бит. Әммә ҡан ҡойоп ойошторолған колхоз-совхоз системаһының үҙ кәмселектәре булды: кулактарҙы (икенсе төрлө әйткәндә – йүнсел хужаларҙы) Себергә һөрөү, ҡалғандарҙы колхозда йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр итеү (паспорт бирелмәүе), даими хеҙмәт хаҡы түләүҙең булмауы, кулак һымаҡ “байып китеү”ҙән ҡурҡытыу, йорт яны хужалығының майҙанын һәм шәхси мал һанын сикләү һ.б. Хәҙерге иҡтисадсылар яҙыуынса, ҡаҙнанан бигерәк тә аграр өлкә өсөн бүленгән ғәйәт ҙур суммаларҙы ауыл хужалығы предприятиеларында етештереүҙе арттырыу урынына башҡа күп сығымлы йүнәлештәргә тотоноу (мәҫәлән, мелиорация) СССР-ға идара иткән коммунистар партияһының иҡтисади ысынбарлыҡты һанға һуҡмауын, тәү сиратта сәйәси ҡараш өҫтөнлөк итеүен (“Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә”) раҫлай. Ғәйәт ҙур тәбиғи ресурстарыбыҙ булып та, илдең ауыл хужалығының артта ҡалыуы ла тап шуға – иҡтисади нигеҙҙең иҡтисад ҡанундарына тап килмәүенә ҡайтып ҡала. “Тыуған ил бураларына фәләнсә тонна иген һалырға!” тигән сәйәси оран урынына ысын баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәрен булдырырға, “Тотош класс менән колхоз фермаһында эшкә ҡалайыҡ!” тигән комсомол лозунгылары урынына эштең һуңғы һөҙөмтәләре буйынса шәхси матди ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра белергә кәрәк ине, ләкин ул замандағы идеология быға рөхсәт бирмәне.
Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас та, беҙҙе сит илдәрҙең ялтырауыҡлы продукцияһы менән аптыратырға булдылар: кибет кәштәләренә килеп тулған һәр төрлө тәм-томдо, әлбиттә, нефть, газ һәм башҡа тәбиғи байлыҡтарҙы һатыу иҫәбенә ташыйҙар ине. Уныһын ғына бөтәһе лә белеп торҙо, әммә бында ла сәйәси мәнфәғәттәр өҫтөнлөк итте: ул замандағы етәкселеккә үҙен бөгөн үк халыҡты туйҙырыусы һәм кибеттәр алдында сираттарҙы бөтөрөүсе итеп күрһәтергә, сит ил хакимдарына һәм эшҡыуарҙарына беҙҙең ишектәрҙең асыҡ булыуына ишараларға кәрәк ине. Бер юлы Көнбайыш идеологияһы ла аңыбыҙға һеңдерелергә тейеш булды: бына күрегеҙ – капиталистик илдәр ниндәй шәп тауар етештерә белә, бөтә донъяны шулар менән тултырырға ла һәләтле, ә беҙҙең социализм төҙөүсе илдә – һәр урында сират... Күреүебеҙсә, тиҫтәләрсә йыл буйы ауыл хужалығына (хәйер, барлыҡ тармаҡтарға ла) иҡтисади шарттар түгел, ә сәйәсәт идара итте.
Бөгөн килеп йәнә сәйәси хәл нигеҙендә иғлан ителгән сит ил санкциялары ауылға иғтибарҙы көсәйтергә мәжбүр итә. Ләкин заманса йыһазландырылған ҡеүәтле агрофирмаларҙың да, фермерлыҡ хәрәкәтенең дә тәжрибәһе әле бәләкәй булған илдә нисек ауыл хужалығын юғары етештереүсәнле конвейерға әйләндерергә?
– Көнбайыш иҡтисады менән Рәсәйҙекен сағыштырырға ярамай: улар артыҡ тауарын ҡайҙа һатырға белмәй, ә беҙ кибеттәребеҙҙе үҙ продукциябыҙ менән тултыра алмайбыҙ әле, – Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел матбуғат конференцияларының береһендә шулай тип белдергәйне.
Беҙҙең илдәге һөрөнтө ерҙәрҙең әле 60-70 проценты ғына эшкәртелә. Тимәк, резерв ҙур. Ул файҙаланылмай тип тә булмай, һуңғы тиҫтә йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләме артҡандан-арта бара. АҠШ-тың Ауыл хужалығы министрлығы күптән түгел Рәсәйҙең сусҡа ите һатып алыуҙы 80 процентҡа кәметеүе хаҡында борсолоп яҙҙы, сөнки беҙҙә был ризыҡты етештереү һуңғы өс йылда ныҡ ҡына артҡан икән. Иген ҡулланыу Рәсәйҙә йылына уртаса 30-35 миллион тонна булһа, ғәмәлдә 90 миллион тонна етештерелә, һөт менән Рәсәй үҙен – 80, ә шәкәр менән 75 процентҡа тәьмин итә, һәм был күләм үҫә бара.
Әйтеп үтелгән Доктрина ла илебеҙҙең аграр өлкәһенә аныҡ һандар һәм тәғәйен маҡсаттар ҡуя: 2020 йылға саҡлы Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарындағы шәкәрҙең 93,2 процентын, үҫемлек майының – 87,7 ит аҙыҡтарының – 88,3, һөт һәм һөтлө аҙыҡтарҙың 90,2 процентын һ.б. үҙендә етештерергә тейеш. Дәүләт Думаһындағы күптән түгел яһалған докладтан күренеүенсә, бөгөнгә йәшелсә, икмәк, йомортҡа, барлыҡ төрҙәге тиерлек ит ризыҡтары буйынса ошо программа билдәләгән күрһәткестәргә өлгәшелгән. Әлбиттә, мөмкинлектәр бының менән генә сикләнмәй. Һөт етештереүселәрҙең милли союзы етәксеһе Алексей Даниленко, мәҫәлән, илдәге һөт етештереү тармағы (бөтә төр милекселәрҙе лә иҫәпләгәндә) үҙ продукцияһын дүрт тапҡырға арттыра ала тип иҫәпләй. “Тик бының өсөн малсылыҡ тармағына мөнәсәбәтте үҙгәртергә, айырыуса һөткә ҡарата ҡулланылған ҡатмарлы дотацияны ябайлаштырырға кәрәк”, – ти белгес.
Башҡортостанды ғына алып ҡараһаҡ та, күрһәткестәр һиҙелерлек: быйылғы тәүге ярты йылда республикала 41,7 мең тонна он тарттырылған, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда үҫеш 144,1% тәшкил итә; һөт һәм һөт ризыҡтары етештереү 199,2 мең тоннаға еткән, үҫеш – 110%, үҫемлек майы 73 мең тонна алынған (106,3%). Сыр яһаусылар – 7,2, ә йәшелсә-емеш консервалары эшләүселәр 12,7% үҫешкә өлгәшкән. Был исемлекте тағы ла дауам итергә булыр ине. Ҡулланыусыларға ошо осорҙа 48 миллиард һум продукция оҙатылған, был былтырғы йылдың беренсе яртыһы менән сағыштырғанда ун процентҡа күберәк.
Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тигәндәй, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сығыш яһағанда ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәт бирҙе: “Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡты күптән инде кисермәйбеҙ. Бөгөнгә беҙҙә 22,9 миллиард һумлыҡ тауар запасы бар, был 42 сауҙа көнөнә етерлек тигән һүҙ. Тимәк, беҙгә был яҡтан бер ниндәй ҙә хәүеф янамай”. Уның әйтеүенсә, дәүләт комитеты аҙна һайын аҙыҡ хаҡтарына мониторинг яһай һәм улар әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа тауарға ҡытлыҡ арҡаһында артманы, фәҡәт етештереүсе йәки аралашсының сығымдары ҙурайыуы сәбәпле генә күтәреләләр.
Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә ҡулланыу хаҡтары индексы ғинуар – июлдә 103,7% тәшкил итте, ә июлдә ул хатта 0,1 процентҡа төштө. Был кәмеү күрһәткесе, күреүебеҙсә, үтә лә бәләкәй, әммә быға саҡлы ошо индекс гел күтәрелә ине бит! Аҙыҡ хаҡының төшөүенә күп кенә шарттар йоғонто яһай, шулай ҙа бында төп фактор – етештереү күләменең артыуы. “Башҡортостанстат” белдереүенсә, беҙҙең республика аҙыҡ-түлек арзанлығы буйынса ил төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй. Әйткәндәй, хаҡтарҙың артыҡ “ҡотороп” китмәүенә беҙҙә даими үткәрелеп килгән ауыл хужалығы йәрминкәләре, ваҡлап һатыу баҙарҙары ла булышлыҡ итә. Һуңғыларында сауҙа урындары, ғәҙәттә, 58 процентҡа ғына тула икән. Тимәк, крәҫтиәндең үҙ хужалығында етештергән продукцияһы менән һатыу итеүен арттырырға мөмкинлеге бар әле.
Тик иҡтисад – ул һәр береһе айырым эшләп ултырған ферма йәки завод ҡына түгел, ә тотош бер система. Әйтәйек, белгестәр раҫлауынса, Рәсәйҙә бер литр һөттөң етештерелгән урынындағы (фермалағы) үҙҡиммәте АҠШ-тағына ҡарағанда байтаҡҡа аҙыраҡ. Башҡа күп кенә продукттар буйынса ла шуны әйтергә мөмкин. Әммә... кибеттә беҙ һәр төрлө ризыҡты ҡиммәт хаҡҡа һатып алабыҙ, ә тегеләрҙеке арзаныраҡ... Ни өсөн?
– Төҙөлөшкә рөхсәт алыу, газ үткәреү һәм электр селтәренә тоташыу сығымдарын, барлыҡ түләүле бюрократик ҡағыҙҙар хаҡын бергә ҡушһаҡ, бөтөнләй икенсе үҙҡиммәт килеп сыға, – тине бер фермер. – Унан һуң сит ил аграрийҙарының банктан кредиттарҙы күпкә арзаныраҡҡа алыуын, уларға аҡсаны беҙҙәге кеүек бик ҡыҫҡа ваҡытҡа түгел, ә 20-25 йылға биреүҙәрен дә иҫәпкә алһаҡ, үҙҙәре менән ярыша алмауыбыҙ көн кеүек асыҡ. Сауҙа селтәрҙәренең күбеһе сит илдәрҙеке булыуы ла ныҡ аяҡ сала – улар, әйтәйек, хаҡтарҙы ваҡытлыса төшөрөп тә беҙҙе анһат ҡына бөлдөрә ала, ә был селтәрҙән тыш аҙыҡ-түлек баҙарына үтеп инеү үтә лә ҡыйын, шуға хужаларының шарттарына буйһонмай булмай. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең продукцияның үҙҡиммәте етештереүгә һис бәйле булмаған шарттар арҡаһында күтәрелә! Сифаты һәм күләме буйынса оҡшаш булып та, хаҡы ҡиммәтерәк булған аҙыҡ-түлек, тәбиғи, конкурентлыҡҡа түҙә алмай. Әйләнештәге килемдең үҫмәүе беҙгә ризыҡты, импорт әйберҙәргә хас булғанса, матур ҡаптарға төрөргә лә, реклама булдырырға ла ҡамасаулай. “Сауҙа тураһында”ғы Федераль законды кисекмәҫтән үҙ етештереүселәребеҙ файҙаһына үҙгәртергә кәрәк.
Рәсәй Ер шарындағы ҡара тупраҡлы ерҙең 55 процентына һәм эсергә яраҡлы һыуҙың 20 процентына хужа. Тимәк, үҫтереү, үрсетеү, эшкәртеү буйынса беҙҙең илгә бер дәүләт тә етә алмаҫҡа тейеш. Киләсәктә шулай булырына өмөт бар.