Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Исхаҡов: “Халыҡ үҙе хужа булып өйрәнергә тейеш”
Рөстәм Исхаҡов: “Халыҡ үҙе хужа булып өйрәнергә тейеш” Бына дүрт йыл инде 21 апрелдә Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Властың был кимәленең әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы календарҙа яңы датаның барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Байрам көндәрендә “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡовҡа бер нисә һорау бирергә булдыҡ.


— Рөстәм Әхмәт улы, тарихҡа бер аҙ байҡау яһайыҡ. Ниңә тап 21 апрелдә байрам итәләр Урындағы үҙидара көнөн?
— 1785 йылдың 21 апрелендә батшабикә Екатерина II Хоҡуҡ грамотаһы сығара. Уға ярашлы Рәсәйҙәге ҡала халҡына берҙәм ҡатлам статусы бирелә. Һуңыраҡ император Александр II лә урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның тырышлығы менән XIX быуаттың 60-сы йылдарында һайлап ҡуйылған өйәҙ земство һәм губерна йыйылыштары барлыҡҡа килә.
Был осорҙа башҡорт ерҙәрендә ярайһы уҡ ныҡлы урындағы үҙидара барлыҡҡа килгән була. Рәсәйгә үҙ иркебеҙ менән ҡушылған мәлдә (460 йыл элек) башҡорт бейҙәре урындағы үҙидараны һаҡлап ҡалыу сараһын күрә. Батша хөкүмәте бейҙәрҙең шартын ҡабул итә. 1863 йылда Баш­ҡорттар тураһында положение барлыҡҡа килә. Унда урындағы үҙидара мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Ауылдарҙа старосталар (абруйлы, хөрмәтле кешеләр, аҡһаҡалдар) һайлана, уларға яуаплы вәкәләттәр йөкмәтелә. Ауыр мәлдәрҙә кешеләр аҡыллы кәңәш һорап тап ошо старосталарға мөрәжәғәт итә. Дөйөм мәсьәләләр иһә йыйындарҙа бөтә халыҡ тарафынан өйрәнелә.
Президент Владимир Путиндың указына әйләнеп ҡайтайыҡ. 2012 йылдың 10 июнендә ул яңы байрамды ғәмәлгә индереп кенә ҡалманы, урындарҙағы вәкәләтле кешеләрҙең иғтибарын көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе хәл итеүгә, атап әйткәндә, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларына йәлеп итте.
— Әле Башҡортостандағы урындағы үҙидараға нимәләр хас?
— Республикабыҙ биләмәһендә 54 муниципаль район, туғыҙ ҡала округы, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе бар. Беҙҙә 4 миллиондан ашыу кеше — 160-ҡа яҡын милләт вәкиле — йәшәй. Быуаттар дауамында улар үҙенсәлектәрен, милли мәҙәниәтен, телен, динен һәм менталитетын һаҡлап ҡалған. Берлектәге татыу тормош, мәҙәни алмашыу, тырыш хеҙмәт республикалағы йәмғиәттең мәҙәни һәм әхлаҡи нигеҙен тәшкил итә.
Совет осорон иҫкә алһаҡ, ул заманда бер биләмәлә күпләп йәшәгән теге йәки был халыҡҡа үҙенең ауыл Советын бүлеп бирергә тырышалар ине. Беҙҙәге ауыл биләмәләренең күплеге лә ошоноң менән аңлатыла.
Муниципалитеттар бер-береһенә оҡшамаған. Быға рельеф, һауа шарттары, социаль-иҡтисади үҙенсәлектәр, етештереү тармаҡтары кеүек байтаҡ фактор йоғонто яһай. Беҙҙә үҙәктән дә, бер-береһенән дә йыраҡ булған бәләкәй ауыл советтары ла бар. Улар төпкөлдә урынлашҡан, халҡы ла бик аҙ. Өфөгә яҡыная бара халыҡтың тығыҙлығы арта. Мәҫәлән, Йылайыр районында 1 квадрат километрға өс кеше тура килһә, Иглинда был күрһәткес 24-кә етә.
Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙың барыһы ла урындарҙа көслө һәм һөҙөмтәле власты үҫтереүгә йүнәлтелә. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, беҙҙең төп маҡсат — республикалағы халыҡтың тормошон яҡшыртыу, ҡала-ауылдарҙа уңайлыҡтар, имен йәшәү шарттары булдырыу.
— “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы быйыл үҙенең тиҫтә йыллығын бил­дәләй. Ассоциацияның эше, бурыста­ры, кемдәр менән хеҙмәттәшлек итеүе, киләсәккә пландары хаҡында ентек­лерәк һөйләһәгеҙ ине.
— Ассоциациябыҙҙың эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы һәм күп яҡлы. Төп йүнәлеш — муниципалитеттарҙың фекеренә таянып, дөйөм проблеманы асыҡлау һәм уны власть органдары иғтибарына еткереү.
Эш башланғандан алып ассоциация Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара Советы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе ҡарамағындағы Урындағы үҙидара советы кеүек ойошмалар менән әүҙем хеҙмәт­тәшлек итә.
Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресының һәм башҡа структураларҙың һорауы буйынса республикалағы муниципаль берәмектәр араһында мониторинг үткәрәбеҙ, урындағы үҙидараның байтаҡ проблемаларын иғтибарға алабыҙ. Ойошма шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү, норматив һәм хоҡуҡи көйләү, муниципалитеттарҙың мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм башҡа маҡсатта тәҡдимдәр әҙерләй һәм ебәрә. Берләштерелгән башланғыстар Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында, Төбәктәр үҫеше министрлығында, башҡа федераль ведомстволарҙа ҡарала.
Әйткәндәй, Башҡарма дирекция эше өсөн дә тейешле шарттар булдырылды. Ассоциация вәкилдәре баштан уҡ республика кимәлендәге бөтә координация һәм кәңәш органдарына индерелде. Ойошма төбәк етәкселеге һәм урындағы власть менән бөтә мәсьәләләр буйынса килешеп эш итә. Совет менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек ойошторған дәүләт власы органдарының даими артыуы ла – ҡыуа­ныслы хәл. Башҡортостан Хөкүмәтенең, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ҡарар һәм бойороҡ проекттары ассоциация менән яраштырыла.
Закон проекттарын берлектә эшләү — төбәк власы менән урындағы үҙидара органдарының хеҙмәттәшлегендәге төп йүнәлештәрҙең береһе. Закон сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырып, урындағы үҙидара власының вәкиллекле органдары биләмәләрҙең мәнфәғәтен сағылдырған, ғәмәлдәге республика закондарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон сығарыу инициативаларын тәҡдим итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, “Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы кеүек структуралар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Урындарҙа фекер айырмалыҡтары тыуһа, муниципалитеттар ассоциацияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, беҙ иһә тейешле республика идаралығынан булышлыҡ һорайбыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, ярҙамдан берәү ҙә баш тартмай, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйбеҙ. Әлегә прокуратура менән генә килешеү төҙөлмәгән, әммә был орган менән дә үҙ-ара аңлашыуға өлгәштек.
Ассоциация эшмәкәрлегендә тағы ла бер мөһим йүнәлеш — муниципаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу. Был йүнәлеш “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәреүҙе, республика, шулай уҡ дөйөм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа (ултырыштарҙа, конференцияларҙа) ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
Ассоциация белгестәре хакимиәт башлыҡ­тарына, башҡа вазифалы кешеләргә һорау биреү, анкета тултыртыу сараларын даими ойоштора. Аҙна һайын мәғлүмәт бюллетене әҙерләнә. Ул власть органдарына, бөтә муниципалитеттарға ебәрелә. Бынан тыш, ассоциация үҙенең рәсми сайтын яңыртты, унда көн һайын яңылыҡтар, көнүҙәк мәғлүмәттәр урынлаштырыла.
— Иң яҡшы муниципаль практикалар нисек билдәләнә, ундайҙар республика­быҙҙа күпме?
— Был ассоциация эшмәкәрлегендәге иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһелер, моғайын. Иң яҡшы муниципаль практиканы асыҡлау конкурсын Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара Советы ойоштора. Бәйгелә илебеҙҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнаша.
Беҙ муниципалитеттарға конкурстың башланыуы хаҡында хәбәр итәбеҙ, мәғлүмәтте үҙе­беҙҙең сайтта баҫтырып сығарабыҙ. Теләге булған һәм номинация шарттарына яуап биргән һәр кеше ирекле формала үҙенең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй ала. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан мәғлүмәтте лә, проекттар буйынса документтарҙың күсермәһен дә теркәргә кәрәк. Йыл дауамында “Башҡортос­тандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы белгестәре республика муни­ципалитеттарының иң яҡшы тәҡдимдәрен йыя, анализлай, блоктар һәм номинациялар буйынса туплап, конкурсҡа ебәрә. Быйыл иһә бәйгелә республикабыҙҙан утыҙҙан ашыу эш ҡатнаша.
— Бер аҙ проблемаларға ла туҡталайыҡ. Һеҙҙеңсә, урындағы үҙидара эшмәкәрле­генең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән ниндәй саралар күреү шарт?
— Бөгөн урындағы үҙидара органдары эшмә­кәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу хаҡында һүҙ алып барыу еңел түгел, сөнки беҙҙә муниципаль реформа күптән түгел генә башланды. Уның ҡарауы алға киткән Европа илдәрендә был система быуаттар буйы камиллашты. Шул уҡ ваҡытта урындағы үҙидара органдарының үҫеше һәм эшкә һәләте генә түгел, халыҡтың именлеге лә был системаның һөҙөмтәлелегенә бәйле. Урындағы үҙидараның киләсәге ҙур, әлбиттә, әммә бөгөнгөһө ҡатмарлы.
Башҡортостанда биләмәләр һәм муниципаль район, ҡала округы кимәлендәге системалар ғәмәлгә индерелгән. Күреүебеҙсә, был йүнәлештә эш алып барыла. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Әле урындағы үҙидара органдары эшмә­кәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән бер нисә йүнәлеште күҙаллайым.
Беренсенән, федераль кимәлдә бюджет-ара көйләү өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу зарур, сөнки, үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индер­мәй тороп, муниципалитеттарҙың үҙ биләмәләрен тотороҡло үҫтереүгә өлгәшеүе икеле. Ер ҡану­ниәтен дә камиллаштырырға кәрәк. Власть кимәлдәре араһында вәкәләттәрҙе айырмай тороп территорияларҙы тигеҙ үҫтереү мөмкин түгел.
Икенсенән, урындағы үҙидараның тейешле финанс базаһын булдырыу шарт. Бының өсөн бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтерергә, инвестиция йәлеп итергә кәрәк. Минеңсә, субсидиялар, дотациялар һәм башҡа социаль түләүҙәр иҫәбенә йәшәү сифатын яҡшыртып булмай, әммә быны бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырырға мөмкин.
Өсөнсөнән, урындағы үҙидара органдары алдында торған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырырлыҡ һөҙөмтәле кадрҙар ҡеүәтен тупларға кәрәк. Эшкә алыу тураһындағы ҡарарҙы һәр йәһәттән уйлап ҡабул итеү зарур. Муниципаль хеҙмәттең вакант вазифаларына конкурстарҙы сифатлы итеп үткәреү, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙың төрлө алымдарын һәм ысулдарын файҙаланыу мөһим. Уҡытыу мәктәп эскәмйәһенән башланырға тейеш. Балаларға ошондай перспективалы йүнәлештең булыуын төшөндөрөргә кәрәк. Ә юғары һөнәри уҡыу йорттарында әҙерлек үткәндән һуң муниципаль берәмек хакимиәттәрендә эш урындары бүленергә тейеш. Әйтергә кәрәк: йәштәр күп булған ерҙә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса инновациялы һәм алдынғы идара итеү алымдары әүҙемерәк ғәмәлгә индерелә. Муниципаль хеҙмәттә алдынғы ҡарашлы, белемле һәм аҡыллы профессионалдар эшләргә тейеш, тигән фекерҙәмен.
— Һуңғы йылдарҙа республикала территориаль йәмәғәт үҙидаралары үҫеш алды. Баш­ҡортостанда уларҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләп китмәҫһегеҙме?
— Рәсми телдә әйткәндә, территориаль йәмәғәт үҙидараһы — муниципаль берәмек биләмәһенең бер өлөшөндә власть менән йәмәғәтселектең һөҙөмтәле социаль партнерлығы нигеҙендә халыҡ власын тормошҡа ашырыу алымдарының береһе. Был ойошмалар граждандар йәмғиәтенең тәүге ячейкаларын тәшкил итә, тиергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, “кешеләрҙе биләмәне, ниндәйҙер тармаҡ йәки тармаҡ-ара комплексты үҫтереү идеяһы берләштерә икән, шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин”.
Әлбиттә, республикабыҙҙа әүҙем кешеләр бик күп. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, халыҡты үҙ тормошон яҡшыртырға тырышҡан берләшмәгә туплау еңел түгел. Әле Башҡортостанда 600-гә яҡын территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшләй. Бүздәк, Шишмә, Мишкә, Краснокама, Хәйбулла, Әлшәй райондарында улар айырыуса күп. Бынан тыш, республикала төрлө формалағы 24 меңдән ашыу үҙойошма бар. Мәҫәлән, Әбйәлил, Ишембай һәм ҡайһы бер башҡа райондарҙа — аҡһаҡалдар советы, ағинәйҙәр клубы кеүек халыҡ институттары.
Башҡортостандағы территориаль йәмәғәт үҙидараларының әлегә етәүһе генә юридик берәмек булып тора. Улар — Ишембай ҡалаһындағы “Смаҡай”, Сибай ҡалаһындағы “Төйәләҫ ауылы”, Ғафури районындағы “Юлыҡ” һәм Өфө, Учалы, Белорет, Бөрө ҡалаларындағы ойошмалар.
Бындай ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләй. Беҙҙә халыҡ үҙ иҫәбенә күпер төҙөй, юлдарҙы төҙөкләндерә, янғын һүндереү командаларын ойоштора, клуб һала. Кешеләр проблемаларҙы күрә, власть уларҙы хәл итә алмаһа, үҙҙәре ҡулдан килгәнсә тормошон яҡшыртырға тырыша.
Территориаль йәмәғәт үҙидараларына ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалған осраҡта, улар власҡа урындағы хәл-шарттар хаҡында оператив мәғлүмәт бирәсәк, биләмәләрҙе тәртиптә тотоу, социаль үҫтереү йәһәтенән байтаҡ бурыстарҙы үҙ иңенә аласаҡ. Бындай ойошмалар һайлау кампаниялары барышында ла эште еңеләйтә, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда мәнфәғәттәрҙе яраштырыуҙы тәьмин итә алыр ине.

Наилә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872