Бына дүрт йыл инде 21 апрелдә Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Властың был кимәленең әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы календарҙа яңы датаның барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Байрам көндәрендә “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡовҡа бер нисә һорау бирергә булдыҡ. — Рөстәм Әхмәт улы, тарихҡа бер аҙ байҡау яһайыҡ. Ниңә тап 21 апрелдә байрам итәләр Урындағы үҙидара көнөн?
— 1785 йылдың 21 апрелендә батшабикә Екатерина II Хоҡуҡ грамотаһы сығара. Уға ярашлы Рәсәйҙәге ҡала халҡына берҙәм ҡатлам статусы бирелә. Һуңыраҡ император Александр II лә урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның тырышлығы менән XIX быуаттың 60-сы йылдарында һайлап ҡуйылған өйәҙ земство һәм губерна йыйылыштары барлыҡҡа килә.
Был осорҙа башҡорт ерҙәрендә ярайһы уҡ ныҡлы урындағы үҙидара барлыҡҡа килгән була. Рәсәйгә үҙ иркебеҙ менән ҡушылған мәлдә (460 йыл элек) башҡорт бейҙәре урындағы үҙидараны һаҡлап ҡалыу сараһын күрә. Батша хөкүмәте бейҙәрҙең шартын ҡабул итә. 1863 йылда Башҡорттар тураһында положение барлыҡҡа килә. Унда урындағы үҙидара мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Ауылдарҙа старосталар (абруйлы, хөрмәтле кешеләр, аҡһаҡалдар) һайлана, уларға яуаплы вәкәләттәр йөкмәтелә. Ауыр мәлдәрҙә кешеләр аҡыллы кәңәш һорап тап ошо старосталарға мөрәжәғәт итә. Дөйөм мәсьәләләр иһә йыйындарҙа бөтә халыҡ тарафынан өйрәнелә.
Президент Владимир Путиндың указына әйләнеп ҡайтайыҡ. 2012 йылдың 10 июнендә ул яңы байрамды ғәмәлгә индереп кенә ҡалманы, урындарҙағы вәкәләтле кешеләрҙең иғтибарын көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, атап әйткәндә, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемаларына йәлеп итте.
— Әле Башҡортостандағы урындағы үҙидараға нимәләр хас?
— Республикабыҙ биләмәһендә 54 муниципаль район, туғыҙ ҡала округы, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе бар. Беҙҙә 4 миллиондан ашыу кеше — 160-ҡа яҡын милләт вәкиле — йәшәй. Быуаттар дауамында улар үҙенсәлектәрен, милли мәҙәниәтен, телен, динен һәм менталитетын һаҡлап ҡалған. Берлектәге татыу тормош, мәҙәни алмашыу, тырыш хеҙмәт республикалағы йәмғиәттең мәҙәни һәм әхлаҡи нигеҙен тәшкил итә.
Совет осорон иҫкә алһаҡ, ул заманда бер биләмәлә күпләп йәшәгән теге йәки был халыҡҡа үҙенең ауыл Советын бүлеп бирергә тырышалар ине. Беҙҙәге ауыл биләмәләренең күплеге лә ошоноң менән аңлатыла.
Муниципалитеттар бер-береһенә оҡшамаған. Быға рельеф, һауа шарттары, социаль-иҡтисади үҙенсәлектәр, етештереү тармаҡтары кеүек байтаҡ фактор йоғонто яһай. Беҙҙә үҙәктән дә, бер-береһенән дә йыраҡ булған бәләкәй ауыл советтары ла бар. Улар төпкөлдә урынлашҡан, халҡы ла бик аҙ. Өфөгә яҡыная бара халыҡтың тығыҙлығы арта. Мәҫәлән, Йылайыр районында 1 квадрат километрға өс кеше тура килһә, Иглинда был күрһәткес 24-кә етә.
Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙың барыһы ла урындарҙа көслө һәм һөҙөмтәле власты үҫтереүгә йүнәлтелә. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, беҙҙең төп маҡсат — республикалағы халыҡтың тормошон яҡшыртыу, ҡала-ауылдарҙа уңайлыҡтар, имен йәшәү шарттары булдырыу.
— “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы быйыл үҙенең тиҫтә йыллығын билдәләй. Ассоциацияның эше, бурыстары, кемдәр менән хеҙмәттәшлек итеүе, киләсәккә пландары хаҡында ентеклерәк һөйләһәгеҙ ине.
— Ассоциациябыҙҙың эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы һәм күп яҡлы. Төп йүнәлеш — муниципалитеттарҙың фекеренә таянып, дөйөм проблеманы асыҡлау һәм уны власть органдары иғтибарына еткереү.
Эш башланғандан алып ассоциация Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара Советы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе ҡарамағындағы Урындағы үҙидара советы кеүек ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресының һәм башҡа структураларҙың һорауы буйынса республикалағы муниципаль берәмектәр араһында мониторинг үткәрәбеҙ, урындағы үҙидараның байтаҡ проблемаларын иғтибарға алабыҙ. Ойошма шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү, норматив һәм хоҡуҡи көйләү, муниципалитеттарҙың мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм башҡа маҡсатта тәҡдимдәр әҙерләй һәм ебәрә. Берләштерелгән башланғыстар Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында, Төбәктәр үҫеше министрлығында, башҡа федераль ведомстволарҙа ҡарала.
Әйткәндәй, Башҡарма дирекция эше өсөн дә тейешле шарттар булдырылды. Ассоциация вәкилдәре баштан уҡ республика кимәлендәге бөтә координация һәм кәңәш органдарына индерелде. Ойошма төбәк етәкселеге һәм урындағы власть менән бөтә мәсьәләләр буйынса килешеп эш итә. Совет менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек ойошторған дәүләт власы органдарының даими артыуы ла – ҡыуаныслы хәл. Башҡортостан Хөкүмәтенең, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ҡарар һәм бойороҡ проекттары ассоциация менән яраштырыла.
Закон проекттарын берлектә эшләү — төбәк власы менән урындағы үҙидара органдарының хеҙмәттәшлегендәге төп йүнәлештәрҙең береһе. Закон сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырып, урындағы үҙидара власының вәкиллекле органдары биләмәләрҙең мәнфәғәтен сағылдырған, ғәмәлдәге республика закондарын камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон сығарыу инициативаларын тәҡдим итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, “Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы кеүек структуралар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Урындарҙа фекер айырмалыҡтары тыуһа, муниципалитеттар ассоциацияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, беҙ иһә тейешле республика идаралығынан булышлыҡ һорайбыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, ярҙамдан берәү ҙә баш тартмай, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйбеҙ. Әлегә прокуратура менән генә килешеү төҙөлмәгән, әммә был орган менән дә үҙ-ара аңлашыуға өлгәштек.
Ассоциация эшмәкәрлегендә тағы ла бер мөһим йүнәлеш — муниципаль хеҙмәткәрҙәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу. Был йүнәлеш “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәреүҙе, республика, шулай уҡ дөйөм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа (ултырыштарҙа, конференцияларҙа) ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
Ассоциация белгестәре хакимиәт башлыҡтарына, башҡа вазифалы кешеләргә һорау биреү, анкета тултыртыу сараларын даими ойоштора. Аҙна һайын мәғлүмәт бюллетене әҙерләнә. Ул власть органдарына, бөтә муниципалитеттарға ебәрелә. Бынан тыш, ассоциация үҙенең рәсми сайтын яңыртты, унда көн һайын яңылыҡтар, көнүҙәк мәғлүмәттәр урынлаштырыла.
— Иң яҡшы муниципаль практикалар нисек билдәләнә, ундайҙар республикабыҙҙа күпме?
— Был ассоциация эшмәкәрлегендәге иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһелер, моғайын. Иң яҡшы муниципаль практиканы асыҡлау конкурсын Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара Советы ойоштора. Бәйгелә илебеҙҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнаша.
Беҙ муниципалитеттарға конкурстың башланыуы хаҡында хәбәр итәбеҙ, мәғлүмәтте үҙебеҙҙең сайтта баҫтырып сығарабыҙ. Теләге булған һәм номинация шарттарына яуап биргән һәр кеше ирекле формала үҙенең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй ала. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараһында баҫылып сыҡҡан мәғлүмәтте лә, проекттар буйынса документтарҙың күсермәһен дә теркәргә кәрәк. Йыл дауамында “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһы белгестәре республика муниципалитеттарының иң яҡшы тәҡдимдәрен йыя, анализлай, блоктар һәм номинациялар буйынса туплап, конкурсҡа ебәрә. Быйыл иһә бәйгелә республикабыҙҙан утыҙҙан ашыу эш ҡатнаша.
— Бер аҙ проблемаларға ла туҡталайыҡ. Һеҙҙеңсә, урындағы үҙидара эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән ниндәй саралар күреү шарт?
— Бөгөн урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу хаҡында һүҙ алып барыу еңел түгел, сөнки беҙҙә муниципаль реформа күптән түгел генә башланды. Уның ҡарауы алға киткән Европа илдәрендә был система быуаттар буйы камиллашты. Шул уҡ ваҡытта урындағы үҙидара органдарының үҫеше һәм эшкә һәләте генә түгел, халыҡтың именлеге лә был системаның һөҙөмтәлелегенә бәйле. Урындағы үҙидараның киләсәге ҙур, әлбиттә, әммә бөгөнгөһө ҡатмарлы.
Башҡортостанда биләмәләр һәм муниципаль район, ҡала округы кимәлендәге системалар ғәмәлгә индерелгән. Күреүебеҙсә, был йүнәлештә эш алып барыла. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Әле урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән бер нисә йүнәлеште күҙаллайым.
Беренсенән, федераль кимәлдә бюджет-ара көйләү өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу зарур, сөнки, үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индермәй тороп, муниципалитеттарҙың үҙ биләмәләрен тотороҡло үҫтереүгә өлгәшеүе икеле. Ер ҡануниәтен дә камиллаштырырға кәрәк. Власть кимәлдәре араһында вәкәләттәрҙе айырмай тороп территорияларҙы тигеҙ үҫтереү мөмкин түгел.
Икенсенән, урындағы үҙидараның тейешле финанс базаһын булдырыу шарт. Бының өсөн бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтерергә, инвестиция йәлеп итергә кәрәк. Минеңсә, субсидиялар, дотациялар һәм башҡа социаль түләүҙәр иҫәбенә йәшәү сифатын яҡшыртып булмай, әммә быны бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырырға мөмкин.
Өсөнсөнән, урындағы үҙидара органдары алдында торған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырырлыҡ һөҙөмтәле кадрҙар ҡеүәтен тупларға кәрәк. Эшкә алыу тураһындағы ҡарарҙы һәр йәһәттән уйлап ҡабул итеү зарур. Муниципаль хеҙмәттең вакант вазифаларына конкурстарҙы сифатлы итеп үткәреү, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙың төрлө алымдарын һәм ысулдарын файҙаланыу мөһим. Уҡытыу мәктәп эскәмйәһенән башланырға тейеш. Балаларға ошондай перспективалы йүнәлештең булыуын төшөндөрөргә кәрәк. Ә юғары һөнәри уҡыу йорттарында әҙерлек үткәндән һуң муниципаль берәмек хакимиәттәрендә эш урындары бүленергә тейеш. Әйтергә кәрәк: йәштәр күп булған ерҙә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәре буйынса инновациялы һәм алдынғы идара итеү алымдары әүҙемерәк ғәмәлгә индерелә. Муниципаль хеҙмәттә алдынғы ҡарашлы, белемле һәм аҡыллы профессионалдар эшләргә тейеш, тигән фекерҙәмен.
— Һуңғы йылдарҙа республикала территориаль йәмәғәт үҙидаралары үҫеш алды. Башҡортостанда уларҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләп китмәҫһегеҙме?
— Рәсми телдә әйткәндә, территориаль йәмәғәт үҙидараһы — муниципаль берәмек биләмәһенең бер өлөшөндә власть менән йәмәғәтселектең һөҙөмтәле социаль партнерлығы нигеҙендә халыҡ власын тормошҡа ашырыу алымдарының береһе. Был ойошмалар граждандар йәмғиәтенең тәүге ячейкаларын тәшкил итә, тиергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, “кешеләрҙе биләмәне, ниндәйҙер тармаҡ йәки тармаҡ-ара комплексты үҫтереү идеяһы берләштерә икән, шул саҡта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин”.
Әлбиттә, республикабыҙҙа әүҙем кешеләр бик күп. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, халыҡты үҙ тормошон яҡшыртырға тырышҡан берләшмәгә туплау еңел түгел. Әле Башҡортостанда 600-гә яҡын территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшләй. Бүздәк, Шишмә, Мишкә, Краснокама, Хәйбулла, Әлшәй райондарында улар айырыуса күп. Бынан тыш, республикала төрлө формалағы 24 меңдән ашыу үҙойошма бар. Мәҫәлән, Әбйәлил, Ишембай һәм ҡайһы бер башҡа райондарҙа — аҡһаҡалдар советы, ағинәйҙәр клубы кеүек халыҡ институттары.
Башҡортостандағы территориаль йәмәғәт үҙидараларының әлегә етәүһе генә юридик берәмек булып тора. Улар — Ишембай ҡалаһындағы “Смаҡай”, Сибай ҡалаһындағы “Төйәләҫ ауылы”, Ғафури районындағы “Юлыҡ” һәм Өфө, Учалы, Белорет, Бөрө ҡалаларындағы ойошмалар.
Бындай ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләй. Беҙҙә халыҡ үҙ иҫәбенә күпер төҙөй, юлдарҙы төҙөкләндерә, янғын һүндереү командаларын ойоштора, клуб һала. Кешеләр проблемаларҙы күрә, власть уларҙы хәл итә алмаһа, үҙҙәре ҡулдан килгәнсә тормошон яҡшыртырға тырыша.
Территориаль йәмәғәт үҙидараларына ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалған осраҡта, улар власҡа урындағы хәл-шарттар хаҡында оператив мәғлүмәт бирәсәк, биләмәләрҙе тәртиптә тотоу, социаль үҫтереү йәһәтенән байтаҡ бурыстарҙы үҙ иңенә аласаҡ. Бындай ойошмалар һайлау кампаниялары барышында ла эште еңеләйтә, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда мәнфәғәттәрҙе яраштырыуҙы тәьмин итә алыр ине.
Наилә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.