Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңобоҙҙо донъя ишетһен!
Моңобоҙҙо донъя ишетһен! Сәхнәләге башҡорт егетенең гитара моңо күңелдәрҙе тотош ялмап алған. Икһеҙ-сикһеҙ сәхрәләр, ҡара урмандар, мәғрур тауҙар иле... Унан берсә айырылмаҫ “Ете ҡыҙ” йүгереп үтеп, күктәргә күтәрелә, йә Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, зар илаған ауыл ҡарттарының йән әрнеүе йөрәкте телә, унан ҡаҡшамаҫ рухлы халыҡтың егет-ҡыҙҙары дәртле бейеүгә төшөп китә... Мөғжизәле башҡорт моңо донъяның төрлө халыҡ вәкилдәрен бер бишектә тибрәткәндәй.
Ошондай үҙенсәлекле тамашалары менән сәнғәтебеҙгә бөтөнләй яңы һулыш өргән Радмир МӨФТӘХИН әле Мәскәүҙәге Дәүләт классика академияһы аспирантураһында белем ала. Тамырҙары – төбәгебеҙҙең Ауырғазы ра­йонында. Мөмкинлек сығыу менән тыуған яғына ашҡынып ҡайтып төшә егет. Өфөгә сираттағы мәртәбә һуғылғанында уның менән осрашып һөйләшеү насип булды.

– Башҡорт ир-атын күберәк ҡурай ме­нән күреп өйрәнгәнбеҙ. Һин иһә ҙур сәх­нәләргә халҡың исеменән гитара тотоп сыҡтың. Бындай йүнәлешкә өҫтөн­лөк биреүеңдең сәбәбе ниҙә, Радмир?
Моңобоҙҙо донъя ишетһен!– Гитараны бәләкәйҙән яраттым. Ҡурай иһә беҙҙә булманы. Бөтөн ерҙә миллилек бөркөлөп торған мөхиттә үҫмәнем шул: нефть сәнәғәтендә эшләгән атай-әсәйем заманында Себерҙәге Нижневартовск ҡалаһында төпләнгән, апайым менән икебеҙ шунда буй еткерҙек. Өйөбөҙҙән моң бер ваҡытта ла өҙөлмәне. Йәй иһә Түрһәгәҙе ауылында йәшәгән олатай-өләсәйебеҙ янына ашҡынып ҡайтып төшөр инек. Изге ер, нигеҙ, туған тел, моң көсөнөң ни икәнен бәләкәйҙән бе­леп, тойоп үҫтем. Ошондай тормош рәүешем – ике арала йәшәүем – күңелемдә гитара менән башҡорт халыҡ көйҙәрен яҡынайтыу, берләштереү теләген тыуҙырғандыр.
Мәктәптән һуң Башҡортостанға ҡайтып, Салауат музыка училищеһында белем алдым, артабан Магнитогорск дәүләт консер­ваторияһында уҡығас, Мәскәүгә юлландым. Дәүләт классика академияһындағы донъяуи музыка мәҙәниәте факультетында киң билдәле гитарасы, композитор, йыл да алдынғы юғары уҡыу йорттарында лекциялар үткәргән Николай Кошкиндың класына эләгеүем менән бәхетлемен. Остазым биш йыл дауамында башҡарыу оҫталығымды нығытып ҡына ҡалманы, ә музыка әҫәрен заманса формаға һалыу алымдарын төплө өйрәтте. Ҡулланылыу материалы итеп баш­ҡорт халыҡ көйҙәрен алдым. Иң тәүҙә Нур Дауытовтың бер нисә әҫәрен гитараға һалдым.
Параллель рәүештә Башҡорт мәҙәниә­тен киң танытыу маҡсатында барлыҡҡа килгән “Заман” төркөмө менән Мәскәүҙең төрлө майҙан­дарында сығыш яһай башланыҡ. Былтыр “Төрөквижн”да III урынға лайыҡ булыуыбыҙ иһә дәрт-дарманды тағы ла арттырҙы. Һөҙөмтәлә беҙҙе ҙур концерттарға йәлеп итә башланылар. Әле Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләнәбеҙ, унда тотош илдең данын яҡлаясаҡбыҙ. Сараның маҡсаты – аҙ һанлы халыҡтарҙың йолаларын һаҡлау. Һайлап алыу турында илебеҙҙең төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаш­ҡай­ны, еңеү бәхете беҙгә йылмайҙы. Күрһәтелгән ышаныс, әлбиттә, аҡланырға тейеш. Тырышасаҡбыҙ! Башҡорт моңон Италияла ишеттереү – үҙе үк ҙур яуаплылыҡ бит.
– Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә! Тимәк, гитара аша милли мәҙәниәтте киңерәк танытырға мөмкин?
– Ул бит – иң билдәле, төрлө быуын вәкилдәре тарафынан ыңғай ҡабул ителгән музыка ҡоралы. Юҡ, мин һис тә ҡурайға һүҙ тейҙермәйем. Ул – милләтебеҙҙең бренды, борон-борондан халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы. Тимәк, һәр саҡ тәүге урында торорға тейеш. Барлыҡ башҡорт ир-аты ниндәйҙер кимәлдә булһа ла ҡурай уйнай белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Үҙем дә өйрәнәм. Элегерәк Азат Айытҡоловтан дәрестәр алғайным, хәҙер минең менән Марсель Вахитов, Ринат Рамазанов шөғөлләнә.
Гитараға килгәндә, әйткәнемсә, ул бөгөн – донъяла иң популяр музыка ҡоралы. “Бәләкәй фортепиано” тип тә йөрөтәләр үҙен. Заманса мөмкинлектәре ифрат күп уның. Тимәк, милли мәҙәниәтебеҙҙе киң танытыуҙа гитараны ҡулланыу сикһеҙ отошло.
Бөгөн “милләт бөтә” ти ҙә һөйләйҙәр. Хафаға ҡалып, башты төшөрөп, бер хәбәрҙе ҡырҡ ҡабатлап ултырһаҡ, әлбиттә, артҡа тәгәрәйәсәкбеҙ. Киреһенсә, киң майҙанда үҙ урыныбыҙҙы иҫбатларға тырышыу зарур. Башҡорттоң, тотош төбәгебеҙҙең ыңғай образын башҡа илдәргә, халыҡтарға күрһәтергә тейешбеҙ. Ошо ниәттә төҙөлгән “Заман” төркөмөндә тәүҙә үк халыҡ-ара кимәлгә сығыу маҡсатын ҡуйғайныҡ, ярты йылдан быға өлгәшелде. Тимәк, тырышырға, тик ултырмаҫҡа ғына кәрәк.
Йыр – халыҡтың тауышы. Ул уйын-көлкө, күңел асыу өсөн генә башҡарылмай. Һәр милләттең йырҙарына уның йәшәү рәүеше, тормош тәжрибәһе, уй-теләктәре, хыялдары, тойғолары һалынған. Мәҫәлән, береһендә ата-бабабыҙҙың һунар мәлендәге кисерештәре, табышҡа юлығыу өсөн ниндәй һыҙаттар өҫтөнлөк итергә тейешлеге сағылһа, икенсеһенән ир-аттың яу сапҡандағы рухы бөркөлә. Бындай ысын хис-тойғоно сәнғәт әҫәре аша ғына күңелдәргә тулы еткерергә мөмкин. Рәссамдар ҙа бит элек хеҙмәтен юғары кимәлдә башҡарыу өсөн күберәк халыҡ араһында йөрөгән, яҡындан аралашҡан, урындағы тормошҡа “инеп киткән”. Эҙләнеү, ысынлап та, ҙур уңыш килтергән: мәҫәлән, Третьяков галереяһына ҡуйылған картиналарға ҡарап, бер нисә минут эсендә ниндәйҙер халыҡтың барлыҡ асылын тойорға, үткәнен күрергә, киләсәген тойомларға мөмкин. Шуның шикелле йырҙарҙа ла күп йылдар дауамында тупланған хис-тойғо, аҡыл сағыла.
Милли моң халыҡтарҙы яҡынайтыу, дуҫлыҡ-татыулыҡ мөхите булдырыу көсөнә эйә. Иҫләйһегеҙҙер, уҙған быуат аҙаҡтарында телевизорҙан төрлө халыҡтың үҙенсәлектәре, ҡабатланмаҫ матурлығы менән яйлап таныштыра башланылар. Мәҫәлән, “лезгин­ка”ны нисек бейегәндәренә һоҡланып ҡарап ултырғаным хәтерҙә. Кешеләрҙең, төрлө ха­лыҡтың үҙенсәлектәрен күреп, бер-береһенә иғтибары, ихтирамы артты, уртаҡ йортобоҙҙа татыу йәшәүгә ынтылыш көсәйҙе. Бөгөн иһә бындай алым, йүнәлеш айырыуса мөһим.
– Тимәк, мәҙәниәт аша һөйләшергә тейешбеҙ.
– Эйе. Моңобоҙ ярҙамында халҡыбыҙ яҙмышын бәйән итергә, изге ынты­лыштарыбыҙҙы белдерергә кәрәк. Донъялағы һәр милләт ошолай аралашһа, бер-береһен аңлаясаҡ, уртаҡ мәсьәләләрҙе тойоп, уларҙы яйға һалыу юлын табасаҡ.
“Ул етмәй, был юҡ”, тип зарланыу иһә проблемаларҙы ҡуйыртып ҡына ебәрә. Баланы кире сифаттары өсөн туҡтауһыҙ өгөп торһаң, ул ошо насар һыҙаттарынан һис ҡасан арына алмай бит, шуның шикелле мәҙәниәтебеҙҙе “әрләп-һуҡҡылау”ҙан ыңғай һөҙөмтә көтөү мөмкин түгел. Киреһенсә, уның матурлығын, ҡаныбыҙға быуаттар дауамында һалынған аҡылды күрһәтергә, ошо рәүешле заманса үҫешкә юл асырға тейешбеҙ.
Музыканың һәр йүнәлешендә ыңғай яҡты күрергә кәрәк. “Заман”да беҙ жанрҙарҙы бергә бутап, “коктейль” яһарға тырышабыҙ. Ошо рәүешле ижад емештәребеҙ төрлө халыҡ вәкилдәренә, өлкәндәргә лә, йәштәргә лә барып етһен тип тырышабыҙ. Маҡсатлы йүнәлеште камиллаштырыу юлдарын даими эҙләйбеҙ, төрлө ил коллектив­тарының был йәһәттән алдынғы тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Барлыҡ ниәт – беҙҙең милләт тауышын ишет­һендәр, заманса булыу.
– Белеүемсә, башҡорт музы­каһына бәйле ғилми мәҡәлә­ләрең дә бар.
– Тап улар ярҙамында мине, академияны тамамлағас, бюджет нигеҙендә аспиран­тураға ҡабул иттеләр. Ғилми мәҡәләләрем Бөйөк Британияла, Польшала баҫылып сыҡты. Әле башҡорт музыкаһы буйынса диссертация яҙам. Ғилми етәксем – философия фәндәре докторы Марина Зайцева.
Академияла уҡығанда композициялар менән шөғөлләнһәм, һуңғы ике йылда башҡорт йырҙарын гитара өсөн эшкәртеүгә күберәк ваҡыт бүләм. Республикалағы музыка мәктәптәренән һорау алыу ойоштор­ғайным. Шул билдәле булды: баҡһаң, уларҙағы һәр ун уҡыусының икәүһе ҡурай менән думбыраны һайлаһа, башҡалар фортепиано, скрипка һәм гитараға өҫтөнлөк бирә икән. Тимәк, йәштәр күңеленә милли мәҙәниәткә һөйөүҙе тап үҙҙәре яратҡан музыка ҡоралы аша һалырға кәрәк. Ошо фекер башлаған эшемде тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Шул уҡ ваҡытта донъяла һөнәри гитарасыларҙың һәм классик музыка ҡоралы менән ҡыҙыҡһынғандарҙың күплеге, улар өсөн фестиваль, кон­курстарҙың йыш үткәрелеүе хеҙмә­темә этәргес бирҙе. Башҡарыу­сыларҙың техник һәләте юғары хәҙер. Ижадсыларҙың бер-береһе менән бәйләнештә йәшәүе майҙанды тағы ла киңәйтеү, сифатты арттырыу мөмкинлеген бирә. Араларында, мәҫәлән, композитор Сергей Руднев урыҫ халыҡ йырҙарын гитара өсөн эшкәртә, донъяның төрлө ҡитға­ларына гастролдәргә йыш сыға. Уның менән яҡындан танышмын, ҡараш­тарыбыҙ күп йәһәттән тап килә. Башҡорт музыкаһын уйнап күрһәт­кәйнем, бик оҡшатты, бейеү көйҙәрен репертуарына алды.
Ғөмүмән, был йүнәлеш ифрат ҡыҙыҡлы. Заманса. Башҡорт музы­каһы гитарала бөтөнләй яңыса, үҙенсәлекле яңғырай. Гитара үҙе лә башҡасараҡ, моңлораҡ, дәртлерәк уйнай башлай төҫлө. Ошо мөмкин­лектән файҙаланып, уның аша думбыра менән ҡумыҙҙың да тауыштарын ишеттерергә тырышам.
– Ә ситтә беҙҙең милли ҡорал­дарҙы беләләрме һуң?
– Виртуоз гитарасыларҙың халыҡ-ара конкурсында еңеү яулағас, миңә Ирлан­дияның Дублин ҡалаһында уҡырға тәҡдим иткәйнеләр. Бәйгенән һуң бер профессор менән оҙаҡ ҡына һөйләшеү насип булды. Беләһегеҙме, ул хатта Башҡортостандың ҡайҙа икәнлеген дә белмәй булып сыҡты. Ә ундайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп. Миңә картаны сығарып һалып, республикабыҙҙың ҡайҙа урынлаш­ҡанлығын күрһәтергә, мәҙәниәтебеҙ, милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләргә тура килә.
Әйткәндәй, был профессор баш­ҡорт йыры нигеҙендә эшләнгән бер композициямды репертуарына алды. Башҡарыр тип ышанам. Йыл һайын донъя буйлап гастролгә сыға ул. Үҙем иһә концерт мәлендә һәр йырыбыҙҙың тарихын һөйләйем, легенда-риүәйәттәрҙе ҡушып ебәрәм. Ундай мәғлүмәт ифрат күп бит беҙҙә, уҡы, таныш ҡына! Сығышымдан һуң күптәр килеп, Башҡортостанға ҡағылышлы төрлө һорау бирә, төбәгебеҙҙе күреү теләген белдерә. Шул мәлдә эшемдән ни ҡәҙәр ҙур ҡәнәғәтлек алғанымды белһәгеҙ икән!
Ғөмүмән, йәмғиәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә бара хәҙер. Йәштәр араһында телен, милләтен, илен хәстәрлә­гән­дәр, дөйөм мәнфәғәтте ҡайғырт­ҡандар, дингә ынтылғандар арт­ҡандан-арта. Ата-бабабыҙҙан ҡал­ғанды һаҡларға, үҫтерергә, байы­тырға тейешлекте яҡшы аңлай улар.
– Ә үҙең дингә ниндәй ҡараш­таһың?
– Әл-хәмдү лил-ләһ! Традицион Ислам – ата-бабабыҙ аманаты. Ул халҡыбыҙҙы тәрбиәләүҙән мәңге туҡтамаясаҡ, иншаллаһ. Ә төрлө ағымдар ингән әлеге мәлде һынау өсөн ебәрелгән тип ҡабул итергә кәрәк. Намаҙ уҡыйым, йәмәғәт ғибәҙәтенә мәсеткә йөрөргә тырышам. Мәскәүҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, мосолмандар өсөн иман йорттары бар, халыҡ уларға күп йөрөй.
Сығыштар мәлендә лә рухи тәрбиә хаҡында һөйләшеүгә бәләкәй генә булһа ла урын бүлеү дөрөҫ, тип уйлайым. Айырыуса халыҡ моңо аша әйтелгән һүҙ йөрәккә туп-тура барып ҡаҙала бит. Кешеләр үҙ тамыры, милләтенең яҙмы­шы, Аллаһ Тәғәлә тураһында уйланып алыр ине. Юғиһә аҡса, эш, тип йүгереп йөрөп, күп­тәр ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй ҡала бит.
Тамырҙар тигәндән, шәжәрәңде өйрәнеү үтә мөһим тигән фекер­ҙә­мен. Үҙем 28 быуынымды беләм. Ерҙә ныҡлы тармаҡланған нәҫелең барлығын белеү күңелгә әйтеп аңла­та алмаҫлыҡ көс-ҡеүәт өҫтәй ул!
– Ҡырҙа Башҡортостанды һағынып ыҙаламайһыңмы?
– Шул ҡәҙәр ныҡ һағынам! Эле­герәк, тәүге курстарҙа уҡығанда, Өфө аэропортына килеп төшкәс, шат­лыҡ­тан ныҡ итеп ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ҡала торғайным. Осраған бе­рәү менән һаулыҡ һорашҡы, һөй­ләшке килә... Бында барыһы ла яҡын, һөйкөмлө, ҡәҙерле, ихлас. Мәскәүҙә иһә яңынан ҡоро, ашығыс тормош башлана. Илдең баш ҡалаһында башҡорт моңона ҙур ихтыяж кисер­гәнемде тора-бара ныҡлы аңланым. Ошо хис-тойғо милли йырҙарыбыҙҙы гитараға һалыуҙы талап итте лә.
Башҡортса белһәм дә, ғәжәп матур һөй­ләшкәндәр араһында үҙе­беҙсә арала­шырға уңайһыҙланып ҡалам. Шуға ла туған телемде тағы ла нығыраҡ өйрәнеү маҡсатында Мәскәүҙә аҙнаһына өс-дүрт дәрес алам. Һөйләм төрҙәрен асыҡлау, һүҙҙең тамырын, ялғауын билдәләү, морфологик анализ һәм башҡа ҡатмарлы күнекмәләр бигүк оҡшап етмәй. Аралашыу, диалог ҡороу ҙурыраҡ һөҙөмтә бирә. Ошонан сығып, республи­кабыҙҙа башҡорт телен дәүләт статусында уҡытҡан педагогтар ҙа бала менән һөйлә­шеүгә нығыраҡ иғтибар бүлергә тейештер, тип уйлайым. Был эштә лә донъялағы башҡа халыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнеү, файҙаланыу отошло булыр ине.
Ауылдарыбыҙҙағы әлеге тормош хаҡында ла йыш уйланам. Рухи ҡиммәттәребеҙҙең нигеҙ ташы булған төйәктәребеҙ һаҡланырға, ҡурса­ланырға тейеш. Минеңсә, иң мөһиме – йүнселдәребеҙгә башҡорт аттарын күпләп үрсетергә кәрәк. Мәскәүҙә бер эшҡыуар менән танышҡайным. Уның төҙөлөш холдингы, ресторандары бар. Минең Башҡортостандан икәнлегемде белеп ҡалғас, ҡыуаны­сының сиге булманы. “Беләһеңме, минең тормош фәлсәфәм ниндәй?” – ти. “Әлләсе”, – тим. “Башҡорт аты! – тип яуапланы эшҡыуар. – Ул тү­ҙемле, сабыр, көслө. Юлында ниндәй генә ауырлыҡ осрамаһын, һәр саҡ еңеп сыға”. Йүнселдең үҙенең Башҡортостанға һис бер яҡынлығы, ҡағылышы юҡ. Ғәжәп бит! Ә беҙ ошо байлығыбыҙ хаҡында уйланабыҙмы?
“Мосолман халҡының ҡулында “Ҡөрьән Кәрим” бар икән, уны еңеү мөмкин түгел” тигән һүҙҙәрҙең нигеҙендә ысынбарлыҡ ятҡанын онотмаһаҡ ине. Иман булһа, ер ҙә, тел дә, мәҙәниәт тә һаҡланасаҡ, иҡтисад та үҫәсәк. Шөкөр, халҡыбыҙ ошоно аңлай башланы. Һәр кемгә һәләт бирелгән, уны дөрөҫ файҙаланыу ғына зарур.
“Башҡортостанды һағынмай­һың­мы?” – тинегеҙ. Ни хәтлем генә һағынһам да, тормошомдоң әлеге осорон Мәскәүҙә үткәрергә бурыслымын. Уҡырға, тағы ла үҫешергә, камиллашырға кәрәк. Әллә күпме ерҙә сығыш яһап өлгөрһәм дә, Башҡортостанда концерт бирергә йөрьәт итмәйерәк торам әле. Ни өсөн тигәндә, бында – һиңә ҡарата иң талапсан үҙ халҡың. Улар алдында яуаплылыҡ тағы ла көслөрәк.
Ғүмеремде Башҡортостандан ситтә үтер тип күҙ алдына килтерә алмайым. Мотлаҡ ҡайтасаҡмын. Әйткәндәй, яңы гитараға заказ биргәйнем. Уның дизайны бик үҙенсәлекле буласаҡ: грифы – бөркөт формаһында, барабанының ситтә­рендә – башҡорт орнаменттары. Тимәк, тулы гармонияла эшләйә­сәкмен, Аллаһ бирһә!

Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885