Сәхнәләге башҡорт егетенең гитара моңо күңелдәрҙе тотош ялмап алған. Икһеҙ-сикһеҙ сәхрәләр, ҡара урмандар, мәғрур тауҙар иле... Унан берсә айырылмаҫ “Ете ҡыҙ” йүгереп үтеп, күктәргә күтәрелә, йә Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, зар илаған ауыл ҡарттарының йән әрнеүе йөрәкте телә, унан ҡаҡшамаҫ рухлы халыҡтың егет-ҡыҙҙары дәртле бейеүгә төшөп китә... Мөғжизәле башҡорт моңо донъяның төрлө халыҡ вәкилдәрен бер бишектә тибрәткәндәй.
Ошондай үҙенсәлекле тамашалары менән сәнғәтебеҙгә бөтөнләй яңы һулыш өргән Радмир МӨФТӘХИН әле Мәскәүҙәге Дәүләт классика академияһы аспирантураһында белем ала. Тамырҙары – төбәгебеҙҙең Ауырғазы районында. Мөмкинлек сығыу менән тыуған яғына ашҡынып ҡайтып төшә егет. Өфөгә сираттағы мәртәбә һуғылғанында уның менән осрашып һөйләшеү насип булды.– Башҡорт ир-атын күберәк ҡурай менән күреп өйрәнгәнбеҙ. Һин иһә ҙур сәхнәләргә халҡың исеменән гитара тотоп сыҡтың. Бындай йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүеңдең сәбәбе ниҙә, Радмир?
– Гитараны бәләкәйҙән яраттым. Ҡурай иһә беҙҙә булманы. Бөтөн ерҙә миллилек бөркөлөп торған мөхиттә үҫмәнем шул: нефть сәнәғәтендә эшләгән атай-әсәйем заманында Себерҙәге Нижневартовск ҡалаһында төпләнгән, апайым менән икебеҙ шунда буй еткерҙек. Өйөбөҙҙән моң бер ваҡытта ла өҙөлмәне. Йәй иһә Түрһәгәҙе ауылында йәшәгән олатай-өләсәйебеҙ янына ашҡынып ҡайтып төшөр инек. Изге ер, нигеҙ, туған тел, моң көсөнөң ни икәнен бәләкәйҙән белеп, тойоп үҫтем. Ошондай тормош рәүешем – ике арала йәшәүем – күңелемдә гитара менән башҡорт халыҡ көйҙәрен яҡынайтыу, берләштереү теләген тыуҙырғандыр.
Мәктәптән һуң Башҡортостанға ҡайтып, Салауат музыка училищеһында белем алдым, артабан Магнитогорск дәүләт консерваторияһында уҡығас, Мәскәүгә юлландым. Дәүләт классика академияһындағы донъяуи музыка мәҙәниәте факультетында киң билдәле гитарасы, композитор, йыл да алдынғы юғары уҡыу йорттарында лекциялар үткәргән Николай Кошкиндың класына эләгеүем менән бәхетлемен. Остазым биш йыл дауамында башҡарыу оҫталығымды нығытып ҡына ҡалманы, ә музыка әҫәрен заманса формаға һалыу алымдарын төплө өйрәтте. Ҡулланылыу материалы итеп башҡорт халыҡ көйҙәрен алдым. Иң тәүҙә Нур Дауытовтың бер нисә әҫәрен гитараға һалдым.
Параллель рәүештә Башҡорт мәҙәниәтен киң танытыу маҡсатында барлыҡҡа килгән “Заман” төркөмө менән Мәскәүҙең төрлө майҙандарында сығыш яһай башланыҡ. Былтыр “Төрөквижн”да III урынға лайыҡ булыуыбыҙ иһә дәрт-дарманды тағы ла арттырҙы. Һөҙөмтәлә беҙҙе ҙур концерттарға йәлеп итә башланылар. Әле Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләнәбеҙ, унда тотош илдең данын яҡлаясаҡбыҙ. Сараның маҡсаты – аҙ һанлы халыҡтарҙың йолаларын һаҡлау. Һайлап алыу турында илебеҙҙең төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашҡайны, еңеү бәхете беҙгә йылмайҙы. Күрһәтелгән ышаныс, әлбиттә, аҡланырға тейеш. Тырышасаҡбыҙ! Башҡорт моңон Италияла ишеттереү – үҙе үк ҙур яуаплылыҡ бит.
– Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә! Тимәк, гитара аша милли мәҙәниәтте киңерәк танытырға мөмкин?
– Ул бит – иң билдәле, төрлө быуын вәкилдәре тарафынан ыңғай ҡабул ителгән музыка ҡоралы. Юҡ, мин һис тә ҡурайға һүҙ тейҙермәйем. Ул – милләтебеҙҙең бренды, борон-борондан халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы. Тимәк, һәр саҡ тәүге урында торорға тейеш. Барлыҡ башҡорт ир-аты ниндәйҙер кимәлдә булһа ла ҡурай уйнай белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Үҙем дә өйрәнәм. Элегерәк Азат Айытҡоловтан дәрестәр алғайным, хәҙер минең менән Марсель Вахитов, Ринат Рамазанов шөғөлләнә.
Гитараға килгәндә, әйткәнемсә, ул бөгөн – донъяла иң популяр музыка ҡоралы. “Бәләкәй фортепиано” тип тә йөрөтәләр үҙен. Заманса мөмкинлектәре ифрат күп уның. Тимәк, милли мәҙәниәтебеҙҙе киң танытыуҙа гитараны ҡулланыу сикһеҙ отошло.
Бөгөн “милләт бөтә” ти ҙә һөйләйҙәр. Хафаға ҡалып, башты төшөрөп, бер хәбәрҙе ҡырҡ ҡабатлап ултырһаҡ, әлбиттә, артҡа тәгәрәйәсәкбеҙ. Киреһенсә, киң майҙанда үҙ урыныбыҙҙы иҫбатларға тырышыу зарур. Башҡорттоң, тотош төбәгебеҙҙең ыңғай образын башҡа илдәргә, халыҡтарға күрһәтергә тейешбеҙ. Ошо ниәттә төҙөлгән “Заман” төркөмөндә тәүҙә үк халыҡ-ара кимәлгә сығыу маҡсатын ҡуйғайныҡ, ярты йылдан быға өлгәшелде. Тимәк, тырышырға, тик ултырмаҫҡа ғына кәрәк.
Йыр – халыҡтың тауышы. Ул уйын-көлкө, күңел асыу өсөн генә башҡарылмай. Һәр милләттең йырҙарына уның йәшәү рәүеше, тормош тәжрибәһе, уй-теләктәре, хыялдары, тойғолары һалынған. Мәҫәлән, береһендә ата-бабабыҙҙың һунар мәлендәге кисерештәре, табышҡа юлығыу өсөн ниндәй һыҙаттар өҫтөнлөк итергә тейешлеге сағылһа, икенсеһенән ир-аттың яу сапҡандағы рухы бөркөлә. Бындай ысын хис-тойғоно сәнғәт әҫәре аша ғына күңелдәргә тулы еткерергә мөмкин. Рәссамдар ҙа бит элек хеҙмәтен юғары кимәлдә башҡарыу өсөн күберәк халыҡ араһында йөрөгән, яҡындан аралашҡан, урындағы тормошҡа “инеп киткән”. Эҙләнеү, ысынлап та, ҙур уңыш килтергән: мәҫәлән, Третьяков галереяһына ҡуйылған картиналарға ҡарап, бер нисә минут эсендә ниндәйҙер халыҡтың барлыҡ асылын тойорға, үткәнен күрергә, киләсәген тойомларға мөмкин. Шуның шикелле йырҙарҙа ла күп йылдар дауамында тупланған хис-тойғо, аҡыл сағыла.
Милли моң халыҡтарҙы яҡынайтыу, дуҫлыҡ-татыулыҡ мөхите булдырыу көсөнә эйә. Иҫләйһегеҙҙер, уҙған быуат аҙаҡтарында телевизорҙан төрлө халыҡтың үҙенсәлектәре, ҡабатланмаҫ матурлығы менән яйлап таныштыра башланылар. Мәҫәлән, “лезгинка”ны нисек бейегәндәренә һоҡланып ҡарап ултырғаным хәтерҙә. Кешеләрҙең, төрлө халыҡтың үҙенсәлектәрен күреп, бер-береһенә иғтибары, ихтирамы артты, уртаҡ йортобоҙҙа татыу йәшәүгә ынтылыш көсәйҙе. Бөгөн иһә бындай алым, йүнәлеш айырыуса мөһим.
– Тимәк, мәҙәниәт аша һөйләшергә тейешбеҙ.
– Эйе. Моңобоҙ ярҙамында халҡыбыҙ яҙмышын бәйән итергә, изге ынтылыштарыбыҙҙы белдерергә кәрәк. Донъялағы һәр милләт ошолай аралашһа, бер-береһен аңлаясаҡ, уртаҡ мәсьәләләрҙе тойоп, уларҙы яйға һалыу юлын табасаҡ.
“Ул етмәй, был юҡ”, тип зарланыу иһә проблемаларҙы ҡуйыртып ҡына ебәрә. Баланы кире сифаттары өсөн туҡтауһыҙ өгөп торһаң, ул ошо насар һыҙаттарынан һис ҡасан арына алмай бит, шуның шикелле мәҙәниәтебеҙҙе “әрләп-һуҡҡылау”ҙан ыңғай һөҙөмтә көтөү мөмкин түгел. Киреһенсә, уның матурлығын, ҡаныбыҙға быуаттар дауамында һалынған аҡылды күрһәтергә, ошо рәүешле заманса үҫешкә юл асырға тейешбеҙ.
Музыканың һәр йүнәлешендә ыңғай яҡты күрергә кәрәк. “Заман”да беҙ жанрҙарҙы бергә бутап, “коктейль” яһарға тырышабыҙ. Ошо рәүешле ижад емештәребеҙ төрлө халыҡ вәкилдәренә, өлкәндәргә лә, йәштәргә лә барып етһен тип тырышабыҙ. Маҡсатлы йүнәлеште камиллаштырыу юлдарын даими эҙләйбеҙ, төрлө ил коллективтарының был йәһәттән алдынғы тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Барлыҡ ниәт – беҙҙең милләт тауышын ишетһендәр, заманса булыу.
– Белеүемсә, башҡорт музыкаһына бәйле ғилми мәҡәләләрең дә бар.
– Тап улар ярҙамында мине, академияны тамамлағас, бюджет нигеҙендә аспирантураға ҡабул иттеләр. Ғилми мәҡәләләрем Бөйөк Британияла, Польшала баҫылып сыҡты. Әле башҡорт музыкаһы буйынса диссертация яҙам. Ғилми етәксем – философия фәндәре докторы Марина Зайцева.
Академияла уҡығанда композициялар менән шөғөлләнһәм, һуңғы ике йылда башҡорт йырҙарын гитара өсөн эшкәртеүгә күберәк ваҡыт бүләм. Республикалағы музыка мәктәптәренән һорау алыу ойошторғайным. Шул билдәле булды: баҡһаң, уларҙағы һәр ун уҡыусының икәүһе ҡурай менән думбыраны һайлаһа, башҡалар фортепиано, скрипка һәм гитараға өҫтөнлөк бирә икән. Тимәк, йәштәр күңеленә милли мәҙәниәткә һөйөүҙе тап үҙҙәре яратҡан музыка ҡоралы аша һалырға кәрәк. Ошо фекер башлаған эшемде тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Шул уҡ ваҡытта донъяла һөнәри гитарасыларҙың һәм классик музыка ҡоралы менән ҡыҙыҡһынғандарҙың күплеге, улар өсөн фестиваль, конкурстарҙың йыш үткәрелеүе хеҙмәтемә этәргес бирҙе. Башҡарыусыларҙың техник һәләте юғары хәҙер. Ижадсыларҙың бер-береһе менән бәйләнештә йәшәүе майҙанды тағы ла киңәйтеү, сифатты арттырыу мөмкинлеген бирә. Араларында, мәҫәлән, композитор Сергей Руднев урыҫ халыҡ йырҙарын гитара өсөн эшкәртә, донъяның төрлө ҡитғаларына гастролдәргә йыш сыға. Уның менән яҡындан танышмын, ҡараштарыбыҙ күп йәһәттән тап килә. Башҡорт музыкаһын уйнап күрһәткәйнем, бик оҡшатты, бейеү көйҙәрен репертуарына алды.
Ғөмүмән, был йүнәлеш ифрат ҡыҙыҡлы. Заманса. Башҡорт музыкаһы гитарала бөтөнләй яңыса, үҙенсәлекле яңғырай. Гитара үҙе лә башҡасараҡ, моңлораҡ, дәртлерәк уйнай башлай төҫлө. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, уның аша думбыра менән ҡумыҙҙың да тауыштарын ишеттерергә тырышам.
– Ә ситтә беҙҙең милли ҡоралдарҙы беләләрме һуң?
– Виртуоз гитарасыларҙың халыҡ-ара конкурсында еңеү яулағас, миңә Ирландияның Дублин ҡалаһында уҡырға тәҡдим иткәйнеләр. Бәйгенән һуң бер профессор менән оҙаҡ ҡына һөйләшеү насип булды. Беләһегеҙме, ул хатта Башҡортостандың ҡайҙа икәнлеген дә белмәй булып сыҡты. Ә ундайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп. Миңә картаны сығарып һалып, республикабыҙҙың ҡайҙа урынлашҡанлығын күрһәтергә, мәҙәниәтебеҙ, милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләргә тура килә.
Әйткәндәй, был профессор башҡорт йыры нигеҙендә эшләнгән бер композициямды репертуарына алды. Башҡарыр тип ышанам. Йыл һайын донъя буйлап гастролгә сыға ул. Үҙем иһә концерт мәлендә һәр йырыбыҙҙың тарихын һөйләйем, легенда-риүәйәттәрҙе ҡушып ебәрәм. Ундай мәғлүмәт ифрат күп бит беҙҙә, уҡы, таныш ҡына! Сығышымдан һуң күптәр килеп, Башҡортостанға ҡағылышлы төрлө һорау бирә, төбәгебеҙҙе күреү теләген белдерә. Шул мәлдә эшемдән ни ҡәҙәр ҙур ҡәнәғәтлек алғанымды белһәгеҙ икән!
Ғөмүмән, йәмғиәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә бара хәҙер. Йәштәр араһында телен, милләтен, илен хәстәрләгәндәр, дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртҡандар, дингә ынтылғандар артҡандан-арта. Ата-бабабыҙҙан ҡалғанды һаҡларға, үҫтерергә, байытырға тейешлекте яҡшы аңлай улар.
– Ә үҙең дингә ниндәй ҡараштаһың?
– Әл-хәмдү лил-ләһ! Традицион Ислам – ата-бабабыҙ аманаты. Ул халҡыбыҙҙы тәрбиәләүҙән мәңге туҡтамаясаҡ, иншаллаһ. Ә төрлө ағымдар ингән әлеге мәлде һынау өсөн ебәрелгән тип ҡабул итергә кәрәк. Намаҙ уҡыйым, йәмәғәт ғибәҙәтенә мәсеткә йөрөргә тырышам. Мәскәүҙә, әл-хәмдү лил-ләһ, мосолмандар өсөн иман йорттары бар, халыҡ уларға күп йөрөй.
Сығыштар мәлендә лә рухи тәрбиә хаҡында һөйләшеүгә бәләкәй генә булһа ла урын бүлеү дөрөҫ, тип уйлайым. Айырыуса халыҡ моңо аша әйтелгән һүҙ йөрәккә туп-тура барып ҡаҙала бит. Кешеләр үҙ тамыры, милләтенең яҙмышы, Аллаһ Тәғәлә тураһында уйланып алыр ине. Юғиһә аҡса, эш, тип йүгереп йөрөп, күптәр ғүмеренең үткәнен дә һиҙмәй ҡала бит.
Тамырҙар тигәндән, шәжәрәңде өйрәнеү үтә мөһим тигән фекерҙәмен. Үҙем 28 быуынымды беләм. Ерҙә ныҡлы тармаҡланған нәҫелең барлығын белеү күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс-ҡеүәт өҫтәй ул!
– Ҡырҙа Башҡортостанды һағынып ыҙаламайһыңмы?
– Шул ҡәҙәр ныҡ һағынам! Элегерәк, тәүге курстарҙа уҡығанда, Өфө аэропортына килеп төшкәс, шатлыҡтан ныҡ итеп ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ҡала торғайным. Осраған берәү менән һаулыҡ һорашҡы, һөйләшке килә... Бында барыһы ла яҡын, һөйкөмлө, ҡәҙерле, ихлас. Мәскәүҙә иһә яңынан ҡоро, ашығыс тормош башлана. Илдең баш ҡалаһында башҡорт моңона ҙур ихтыяж кисергәнемде тора-бара ныҡлы аңланым. Ошо хис-тойғо милли йырҙарыбыҙҙы гитараға һалыуҙы талап итте лә.
Башҡортса белһәм дә, ғәжәп матур һөйләшкәндәр араһында үҙебеҙсә аралашырға уңайһыҙланып ҡалам. Шуға ла туған телемде тағы ла нығыраҡ өйрәнеү маҡсатында Мәскәүҙә аҙнаһына өс-дүрт дәрес алам. Һөйләм төрҙәрен асыҡлау, һүҙҙең тамырын, ялғауын билдәләү, морфологик анализ һәм башҡа ҡатмарлы күнекмәләр бигүк оҡшап етмәй. Аралашыу, диалог ҡороу ҙурыраҡ һөҙөмтә бирә. Ошонан сығып, республикабыҙҙа башҡорт телен дәүләт статусында уҡытҡан педагогтар ҙа бала менән һөйләшеүгә нығыраҡ иғтибар бүлергә тейештер, тип уйлайым. Был эштә лә донъялағы башҡа халыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнеү, файҙаланыу отошло булыр ине.
Ауылдарыбыҙҙағы әлеге тормош хаҡында ла йыш уйланам. Рухи ҡиммәттәребеҙҙең нигеҙ ташы булған төйәктәребеҙ һаҡланырға, ҡурсаланырға тейеш. Минеңсә, иң мөһиме – йүнселдәребеҙгә башҡорт аттарын күпләп үрсетергә кәрәк. Мәскәүҙә бер эшҡыуар менән танышҡайным. Уның төҙөлөш холдингы, ресторандары бар. Минең Башҡортостандан икәнлегемде белеп ҡалғас, ҡыуанысының сиге булманы. “Беләһеңме, минең тормош фәлсәфәм ниндәй?” – ти. “Әлләсе”, – тим. “Башҡорт аты! – тип яуапланы эшҡыуар. – Ул түҙемле, сабыр, көслө. Юлында ниндәй генә ауырлыҡ осрамаһын, һәр саҡ еңеп сыға”. Йүнселдең үҙенең Башҡортостанға һис бер яҡынлығы, ҡағылышы юҡ. Ғәжәп бит! Ә беҙ ошо байлығыбыҙ хаҡында уйланабыҙмы?
“Мосолман халҡының ҡулында “Ҡөрьән Кәрим” бар икән, уны еңеү мөмкин түгел” тигән һүҙҙәрҙең нигеҙендә ысынбарлыҡ ятҡанын онотмаһаҡ ине. Иман булһа, ер ҙә, тел дә, мәҙәниәт тә һаҡланасаҡ, иҡтисад та үҫәсәк. Шөкөр, халҡыбыҙ ошоно аңлай башланы. Һәр кемгә һәләт бирелгән, уны дөрөҫ файҙаланыу ғына зарур.
“Башҡортостанды һағынмайһыңмы?” – тинегеҙ. Ни хәтлем генә һағынһам да, тормошомдоң әлеге осорон Мәскәүҙә үткәрергә бурыслымын. Уҡырға, тағы ла үҫешергә, камиллашырға кәрәк. Әллә күпме ерҙә сығыш яһап өлгөрһәм дә, Башҡортостанда концерт бирергә йөрьәт итмәйерәк торам әле. Ни өсөн тигәндә, бында – һиңә ҡарата иң талапсан үҙ халҡың. Улар алдында яуаплылыҡ тағы ла көслөрәк.
Ғүмеремде Башҡортостандан ситтә үтер тип күҙ алдына килтерә алмайым. Мотлаҡ ҡайтасаҡмын. Әйткәндәй, яңы гитараға заказ биргәйнем. Уның дизайны бик үҙенсәлекле буласаҡ: грифы – бөркөт формаһында, барабанының ситтәрендә – башҡорт орнаменттары. Тимәк, тулы гармонияла эшләйәсәкмен, Аллаһ бирһә!
Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.