Уратып уйлай китһәң, таң ҡалырлыҡ. Көмөрө Ер йөҙөндә бихисап телле, ғәҙәтле, төҫлө ҡәүемдәр ҡайҙан, ҡасан, ни рәүешле хасил булған да, ни әмәл менән төрлө тарафтарға һибелеп, һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн табып, традицияларын бар итеп, йәшәп алып киткән? Был ябай ғына һорауҙарға ҡатмарлы яуаптарын ғалимдар күптән үк тапһа ла, мәсьәләгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һис һүреләһе түгел.
Айырым кешенең нисек тыуыуы һәм донъянан китеүе мәғлүм. Ә халыҡ? Әгәр ғөрөф-ғәҙәттәре һәм телдәре оҡшаш кешеләрҙе берләштергән ҡәбиләләрҙе халыҡ тип атарға яраһа, улар, моғайын, таш быуат замандарынан бирле йәшәйҙер. Ҡәрҙәш ҡәбиләләрҙән аҡрынлап ҙурыраҡ ҡәүемдәр хасил булған. Улар йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә йыл тере килеш ҡала. Ошо ваҡыт ағымында күп нәмә — кейем-һалым һәм торлаҡ-ер, ризыҡ һәм дин, хатта халыҡтың холоҡ-фиғеле лә — үҙгәреш кисерә.
Тотош мең йыл, IV быуаттан ХIII быуатҡа ҡәҙәр илебеҙҙең хәҙерге ерҙәрендә көнсығыш славян ҡәбиләләре Көнсығыш Европа тигеҙлегенең урманлы һәм далалы киңлектәренә таралып ултырған. Ә төрки халыҡтар — боронғо болғарҙар, хазарҙар, оғуздар, ҡыпсаҡтар — Евразияның дала һыҙаты буйлап һибелгән. Славяндар көнбайыштан төньяҡҡа, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡарай күсенһә, төркиҙәр, тиҙләтеп һәм бер-береһен алмаштырған тулҡын булып, башлыса көнсығыштан көнбайышҡа хәрәкәт иткән. Тәбиғи, төркиҙәр менән славяндар араһында ҡораллы бәрелештәрһеҙ ҙә булмаған, ләкин һил ваҡыттарҙа улар берләшкән, туйҙар үткәргән, сауҙа итешкән. Фин, гот, алан телдәренән кеүек үк, бик күп төрки һүҙҙәре рус теленә инеп ҡалған. Әйткәндәй, уҡытыусыбыҙ, профессор Жәлил Кейекбаев ағай сағыштырма грамматика дәрестәрендә ошондай ғәләмәттәр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны.
Ваҡыт үтә килә ҡалалар пәйҙә булған, уларҙа һөнәрселек, сауҙа үҫешә башлаған. Хәҙерге Рәсәй ерендә Киев Русы, Волга Болғар дәүләттәре ойошоп йәшәй башлаған. ХIII быуаттың уртаһы менән 1480 йылға тиклемге аралыҡ Рәсәй тарихына монгол йәки татар-монгол иҙеүе дәүере булараҡ инеп ҡалған. Алтын Урҙа дәүерендә, тарихсыларҙың раҫлауына ышанғанда, башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй, балҡар, Ҡырым һәм Әстрхан татарҙары халыҡ булып ойоша. Алтын Урҙаның тарҡалыуы Рус дәүләтенең нығыныуына, уға башҡорт, татар, мордва ҡәүемдәренең аҡрынлап ҡушылыуына килтерә. Рус крәҫтиәндәре, көнсығышҡа күсә барып, татар, сыуаш, мордва, башҡорт һәм бүтән ерле халыҡ менән аралашып ултыра. Шуғалыр, төрлө ҡәүемдәр телдәрендә, өн йәһәтенән бер аҙ айырылып та, мәғәнәүи уртаҡлығын һаҡлаған һүҙҙәр бик күп. Хатта ошо ғына ла ғүмер баҡый бергә йәшәүебеҙҙе раҫламаймы ни?
Онотола башлаған төпкөлдәргә сумып ултырыуымдың әтнәкәһе, бәлки, шундалыр, сөнки тарих үҙ эсенә донъя тәжрибәһен һәм быуаттар аҡылын йома. Йәнә лә шуныһы: һәр кем халҡын боронғораҡ та, изгерәк тә тип күрһәтергә һәм иҫбатларға ынтылмаһын ул. Боронғо булмаған халыҡ юҡтыр. Ғәйәт ҙур халыҡтарҙың онотолоу донъяһына күсеүе, ят мөхиттә эреле-ваҡлы этностарҙың таралып юғалыуы мәғлүм. Уларҙан ҡалған эҙҙәр һәм цивилизация ҡомартҡылары ғына йәшәй. Шул уҡ ваҡытта яңы халыҡтарҙың һәм телдәрҙең хасил булыуы тураһында хәбәр-хәтер ишетелмәй.
Бөгөн, бар донъяның аҫты-өҫкә килгән, күпселек ҡәүемдәрҙең ғәҙәтләнгән тормошо түңкәрелгән һәм халыҡтар иләүен айыу туҙҙырған ҡырмыҫҡалар һымаҡ сәбәләнгән заманда берҙәмлек, татыулыҡ тураһында һүҙ һөйләүе ауыр. Бөйөк Ғабдулла Туҡай йөҙ ҙә ун йыл әүәл: “Әй ҡәрҙәштәр, ҡул тотошоп алға барайыҡ, /Башҡа милләттәрҙең хәлен ҡарап ҡарайыҡ; /Мәҙәниәт майҙанында урын алайыҡ, — /Йығыла-тора алға табан атлайыҡ инде”, — тип өгөтләп яҙһа ла, кешеләр әйләнә лә хаталы юлына ҡабат баҫа, хан заманынан ҡалған проблемаларын, яңыртып, йәнә хәл итергә маташа. Кешелектең күп көсө һәм ваҡыты йә үткән быуындарҙан ҡалған хаталарҙы төҙәтеүгә, йә иһә беҙҙән аҙаҡ йәшәйәсәктәр өсөн проблемалар булдырыуға сарыф ителә.
Ләкин уртаҡ Еребеҙ, һәр кемгә үҙ түңгәгенә баҫып ҡарағанда сикһеҙ тойолһа ла, асманға күтәрелгән бөркөт күҙлегенән кескенә. Шуға күрә самалы ғына ошо донъяла бер-беребеҙҙән тарһынмай, күңелде киң тотоп йәшәүҙән бүтән сара юҡ. Дәүләттәр менән дәүләттәрҙең сәкәләшеүе йышайған, цивилизациялар һәм диндәр көрәше глобаль төҫ ала барған заманда быны, аҡыл менән аңлауҙан тыш, йөрәк менән дә ҡабул итеү айырыуса мөһим. Тәбиғәт байлыҡтарына хужа булыу өсөн тартыштың көсәйеүе дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп кенә ҡалмай, бәлки, халыҡтарҙы бер-береһенә ҡарата дошман яһай.
Яңы дәүергәсә йәшәгән грек фәлсәфиәтсеһе Синоп Диогенынан шундай һүҙ ҡалған: “Дөрөҫлөк менән усаҡ янындағы кеүек йәшәйһең: өтөлмәйем тиһәң, бик яҡынаймайһың да, өшөмәйем тиһәң, бигүк алыҫлашмайһың да”. Тарих яҙмышымы, Тәҡдир ҡушыуымы, иллә Волга менән Тубылғаса иркен ерҙәрҙә күсенеп ғүмер кисергән башҡорттар, быуаттар үтә килә, ауыр хәлдәр үткәреп, ахырҙа Көньяҡ Урал армыттарына инеп һыйынған. Бының сәбәптәрен төпсөрләү өсөн гәзит мәҡәләһе ҡулай түгел. Тарихсылар асҡанса, килә-китә тороусы сәйәсмәндәр күрһәткәнсә, халыҡ яҙмышындағы процестар ниндәйҙәр дәрәжәлә мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың рус, татар, сыуаш, удмурт, украин, алман һәм бүтән күп ҡәүемдәр менән тығыҙ аралашыуы — объектив күренеш. Әгәр ошо процесс көрәш, психологик һынылыштар, этно-социаль үҙгәрештәр аша бара икән, был да ғәжәп түгел, сөнки ул киң халыҡ ҡатламдарының милли традицияларына, теленә, диненә, мәҙәниәтенә ҡағыла.
Һәм бына 143,6 мең квадрат километр ерҙе биләгән Башҡортостанда дүрт миллиондан күберәк кеше йәшәй. Ҙур Рәсәйҙең картаһында республикабыҙ бармаҡ баҫымындай ғына һымаҡ күренә. Ләкин ул ҡыҫынҡы ер түгел, бәлки, иркен ил. Шағир Башҡортостаныбыҙҙың һүрәтләнешен ҡайын япрағына оҡшатты. Икенселәр өсөн ул тамырҙар буйлап ҡан ҡыуып, оло тәнгә йән биреп, туҡтауһыҙ һулҡылдаған йөрәк кеүек. Өсөнсөләр республикабыҙҙың һыҙатында күрешеү өсөн дуҫтарға һонолған ҡулды күрә. Сағыштырыуҙар бихисап, һәм улар тағы ла арта торһон. Һәр ата-әсә сабыйын Ғаләм үҙәге итеп күргәндәй, Башҡортостан да беҙҙең өсөн Йыһан уртаһы һымаҡ. Әйткәндәй, ошондай хис-тойғо менән йәшәүсе бер башҡорт ҡына түгел. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикабыҙҙа 160 милләттең ул һәм ҡыҙҙары йәшәй. Миллион ярымға етә яҙған рус, бер миллион 900 мең самаһы башҡорт, миллиондан күберәк татар ҡәүемдәре араһында, меңдәрсә, йөҙҙәрсә, тиҫтәләрсә иҫәпләнгән алмандар, осетиндар, ҡурдтар һәм бүтәндәр бар. Беҙҙә хатта, берәмләп булһа ла, чукчаны ла, шведты ла, эфиопты ла осратырға мөмкин. Башҡортостан, майҙаны яғынан дәү булмаһа ла, һәр кем шөғөл табырлыҡ, өй һалып донъя ҡорорлоҡ, тамыр ебәрерлек ил. “Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар”, “Көлгә күмелһәң дә, бергә көн күр” тигән ерҙән муллыҡ та, һиллек тә китмәй.
Рухи остазыбыҙ Мостай Кәрим ун һигеҙ йыл элек мәҡәләләренең береһендә ошолай тип яҙғайны: “Теләһә ҡайһы халыҡ тарихи юлына, тарихи яҙмышына бәрәбәр үҙ-үҙен күтәреүгә һәм үҙ-үҙен баһалауға лайыҡ, тип ышандырыу өсөн генә уҙғандарға әйләнеп бағам. Үҙеңде былай баһалау ситтән баһалау менән алмаштырылырға тейеш түгел. Ул — ахырғы. Ул былай ти: “Тотошлайым менән мин ошолай инде. Мине ошо килеш ҡабул ит”. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрен халыҡтар мотлаҡ шул тайпылышһыҙ факторҙан — милләттең үҙ-үҙен баһалауынан — сығып көйләргә бурыслы. Әгәр берәүҙәрҙең көнкүрешен, әхлаҡи һәм эстетик таяуҙарын, дини инаныуҙарын бүтәндәр белһә һәм аңлаһа, битарафлыҡҡа, имеш-мимешкә урын ҡалмаясаҡ”.
Хәүеф-хәтәр һәр кемдең тупһаһы төбөндә торған, берҙәмлекте тарҡаулыҡ еңеп барған заманда бер ергә тамырланып, бер үк һауаны һулап, шул уҡ һыуҙы тәмләп йәшәүебеҙҙе оноторға ярамай.