Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар03.11.2015
Уратып уйлай китһәң, таң ҡалырлыҡ. Көмөрө Ер йөҙөндә бихисап телле, ғәҙәтле, төҫлө ҡәүемдәр ҡайҙан, ҡасан, ни рәүешле хасил булған да, ни әмәл менән төрлө тарафтарға һибелеп, һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн табып, традицияларын бар итеп, йәшәп алып киткән? Был ябай ғына һорауҙарға ҡатмарлы яуаптарын ғалимдар күптән үк тапһа ла, мәсьәләгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һис һүреләһе түгел.


Айырым кешенең нисек тыуыуы һәм донъянан китеүе мәғлүм. Ә халыҡ? Әгәр ғөрөф-ғәҙәттәре һәм телдәре оҡшаш кешеләрҙе берләш­тергән ҡәбиләләрҙе халыҡ тип атарға яраһа, улар, моғайын, таш быуат замандарынан бирле йәшәйҙер. Ҡәрҙәш ҡәбиләләрҙән аҡрынлап ҙурыраҡ ҡәүемдәр хасил булған. Улар йөҙ­ҙәрсә һәм меңдәрсә йыл тере килеш ҡала. Ошо ваҡыт ағымында күп нәмә — кейем-һалым һәм торлаҡ-ер, ризыҡ һәм дин, хатта халыҡтың холоҡ-фиғеле лә — үҙгәреш кисерә.
Тотош мең йыл, IV быуаттан ХIII быуатҡа ҡәҙәр илебеҙҙең хәҙерге ерҙәрендә көнсы­ғыш славян ҡәбилә­ләре Көнсығыш Европа тигеҙлегенең урманлы һәм далалы киңлек­тәренә таралып ултырған. Ә төрки ха­лыҡ­тар — боронғо болғарҙар, хазарҙар, оғуз­дар, ҡыпсаҡтар — Евразияның дала һыҙаты буйлап һибелгән. Славяндар көн­ба­йыштан төньяҡҡа, көнсығышҡа һәм көнь­яҡҡа ҡарай күсенһә, төрки­ҙәр, тиҙләтеп һәм бер-береһен ал­маш­тырған тулҡын булып, башлыса көнсығыштан көнбайышҡа хәрә­кәт иткән. Тәбиғи, төркиҙәр менән славяндар араһында ҡораллы бәрелеш­тәр­һеҙ ҙә булмаған, ләкин һил ва­ҡыт­тарҙа улар берләшкән, туйҙар үткәргән, сауҙа итешкән. Фин, гот, алан телдәренән кеүек үк, бик күп төрки һүҙҙәре рус теленә инеп ҡалған. Әйткәндәй, уҡытыусыбыҙ, профессор Жә­лил Кейекбаев ағай сағыштырма грамматика дәрестәрендә ошондай ғәләмәттәр тура­һында мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны.
Ваҡыт үтә килә ҡалалар пәйҙә бул­ған, уларҙа һөнәрселек, сауҙа үҫешә башлаған. Хәҙерге Рәсәй ерендә Киев Русы, Волга Болғар дәүләттәре ойошоп йәшәй баш­лаған. ХIII быуаттың уртаһы менән 1480 йылға тиклемге аралыҡ Рәсәй тарихына монгол йәки татар-монгол иҙеүе дәүере булараҡ инеп ҡалған. Алтын Урҙа дәүе­рендә, тарихсыларҙың раҫлауына ышан­ған­да, башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасәй, бал­ҡар, Ҡырым һәм Әстрхан татар­ҙары халыҡ булып ойоша. Алтын Урҙаның тар­ҡалыуы Рус дәүләтенең нығыныуына, уға башҡорт, татар, мордва ҡәүемдәренең аҡрынлап ҡушылыуына килтерә. Рус крәҫ­тиән­дәре, көнсығышҡа күсә барып, татар, сыуаш, мордва, башҡорт һәм бүтән ерле халыҡ менән аралашып ултыра. Шуғалыр, төрлө ҡәүемдәр телдә­рендә, өн йәһәтенән бер аҙ айырылып та, мәғәнәүи уртаҡлығын һаҡлаған һүҙҙәр бик күп. Хатта ошо ғына ла ғүмер баҡый бергә йәшәүебеҙҙе раҫламаймы ни?
Онотола башлаған төпкөлдәргә сумып ултырыуымдың әтнәкәһе, бәл­ки, шундалыр, сөнки тарих үҙ эсенә донъя тәжри­бә­һен һәм быуаттар аҡылын йома. Йәнә лә шуныһы: һәр кем халҡын боронғораҡ та, из­ге­рәк тә тип күрһәтергә һәм иҫбатларға ын­тыл­маһын ул. Боронғо булмаған ха­лыҡ юҡтыр. Ғәйәт ҙур халыҡтарҙың онотолоу донъяһына күсеүе, ят мө­хиттә эреле-ваҡлы этностарҙың таралып юғалыуы мәғлүм. Уларҙан ҡалған эҙҙәр һәм цивилизация ҡомартҡы­лары ғына йәшәй. Шул уҡ ва­ҡыт­та яңы халыҡтарҙың һәм телдәрҙең хасил булыуы тураһында хәбәр-хәтер ишетелмәй.
Бөгөн, бар донъяның аҫты-өҫкә килгән, күпселек ҡәүемдәрҙең ғәҙәт­ләнгән тормошо түңкәрелгән һәм халыҡтар иләүен айыу туҙҙырған ҡырмыҫҡалар һымаҡ сәбәләнгән заманда берҙәмлек, татыулыҡ тура­һын­да һүҙ һөйләүе ауыр. Бөйөк Ғабдулла Туҡай йөҙ ҙә ун йыл әүәл: “Әй ҡәр­ҙәштәр, ҡул тотошоп алға барайыҡ, /Башҡа милләттәрҙең хәлен ҡарап ҡарайыҡ; /Мәҙәниәт майҙа­нында урын алайыҡ, — /Йығыла-тора алға табан атлайыҡ инде”, — тип өгөтләп яҙһа ла, кешеләр әйләнә лә хаталы юлына ҡабат баҫа, хан заманынан ҡалған проблемаларын, яңыртып, йәнә хәл итергә маташа. Кешелектең күп көсө һәм ваҡыты йә үткән быуын­дарҙан ҡалған хаталарҙы төҙәтеүгә, йә иһә беҙҙән аҙаҡ йәшәйәсәктәр өсөн проблемалар булдырыуға сарыф ителә.
Ләкин уртаҡ Еребеҙ, һәр кемгә үҙ түңгәгенә баҫып ҡарағанда сикһеҙ тойолһа ла, асманға күтәрелгән бөр­көт күҙлегенән кескенә. Шуға күрә самалы ғына ошо донъя­ла бер-бе­ре­беҙҙән тарһынмай, күңелде киң тотоп йәшәүҙән бүтән сара юҡ. Дәүләттәр менән дәүләттәрҙең сәкә­ләшеүе йышайған, цивилизациялар һәм диндәр көрәше глобаль төҫ ала барған заманда быны, аҡыл менән аңлауҙан тыш, йөрәк менән дә ҡабул итеү айырыуса мөһим. Тәбиғәт бай­лыҡтарына хужа булыу өсөн тартыш­тың көсәйеүе дәүләттәр ара­һындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп кенә ҡалмай, бәлки, халыҡтарҙы бер-береһенә ҡарата дошман яһай.
Яңы дәүергәсә йәшәгән грек фәл­сә­фиәтсеһе Синоп Диогенынан шундай һүҙ ҡалған: “Дөрөҫлөк менән усаҡ янындағы кеүек йәшәйһең: өтөлмә­йем тиһәң, бик яҡынаймайһың да, өшө­мәйем тиһәң, бигүк алыҫлаш­май­һың да”. Тарих яҙмышымы, Тәҡдир ҡушыуымы, иллә Волга менән Тубыл­ғаса иркен ерҙәрҙә күсенеп ғүмер кисергән башҡорттар, быуаттар үтә килә, ауыр хәлдәр үткәреп, ахырҙа Көньяҡ Урал армыттарына инеп һыйынған. Бының сәбәптәрен төп­сөрләү өсөн гәзит мәҡәләһе ҡулай түгел. Тарихсылар асҡанса, килә-китә тороусы сәйәсмәндәр күрһәткәнсә, халыҡ яҙмышындағы процестар нин­дәйҙәр дәрәжәлә мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың рус, татар, сыуаш, удмурт, украин, алман һәм бүтән күп ҡәүемдәр менән тығыҙ аралашыуы — объектив күренеш. Әгәр ошо процесс көрәш, психологик һы­нылыштар, этно-социаль үҙгәрештәр аша бара икән, был да ғәжәп түгел, сөнки ул киң халыҡ ҡатламдарының милли традицияларына, теленә, диненә, мәҙәниәтенә ҡағыла.
Һәм бына 143,6 мең квадрат километр ерҙе биләгән Башҡортостанда дүрт миллиондан күберәк кеше йә­шәй. Ҙур Рәсәйҙең картаһында республикабыҙ бармаҡ баҫы­мын­дай ғына һымаҡ күренә. Ләкин ул ҡыҫын­ҡы ер түгел, бәлки, иркен ил. Шағир Башҡортостаныбыҙҙың һүрәтләне­шен ҡа­йын япрағына оҡшатты. Икен­селәр өсөн ул тамырҙар буйлап ҡан ҡыуып, оло тәнгә йән биреп, туҡтау­һыҙ һулҡылдаған йөрәк кеүек. Өсөн­сөләр республикабыҙҙың һыҙатында күрешеү өсөн дуҫтарға һонолған ҡулды күрә. Сағыштырыуҙар бихисап, һәм улар тағы ла арта торһон. Һәр ата-әсә сабыйын Ғаләм үҙәге итеп күргәндәй, Башҡортостан да беҙҙең өсөн Йыһан уртаһы һымаҡ. Әйткән­дәй, ошондай хис-тойғо менән йә­шәүсе бер башҡорт ҡына түгел. Һуңғы мәғлү­мәттәргә ярашлы, республика­быҙҙа 160 милләттең ул һәм ҡыҙҙары йәшәй. Миллион ярымға етә яҙған рус, бер миллион 900 мең самаһы башҡорт, миллиондан күберәк татар ҡәүемдәре араһында, меңдәрсә, йөҙ­ҙәрсә, тиҫтәләрсә иҫәпләнгән алмандар, осетиндар, ҡурдтар һәм бү­тән­дәр бар. Беҙҙә хатта, берәмләп булһа ла, чукчаны ла, шведты ла, эфиопты ла осратырға мөмкин. Баш­ҡортостан, майҙаны яғынан дәү бул­маһа ла, һәр кем шөғөл табырлыҡ, өй һалып донъя ҡорорлоҡ, тамыр ебәрерлек ил. “Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар”, “Көлгә күмелһәң дә, бергә көн күр” тигән ерҙән муллыҡ та, һиллек тә китмәй.
Рухи остазыбыҙ Мостай Кәрим ун һигеҙ йыл элек мәҡәләләренең бе­реһендә ошолай тип яҙғайны: “Теләһә ҡайһы халыҡ тарихи юлына, тарихи яҙмышына бәрәбәр үҙ-үҙен күтәреүгә һәм үҙ-үҙен баһалауға лайыҡ, тип ышандырыу өсөн генә уҙғандарға әй­ләнеп бағам. Үҙеңде былай баһалау ситтән баһалау менән алмашты­ры­лырға тейеш түгел. Ул — ахырғы. Ул былай ти: “Тотошлайым менән мин ошолай инде. Мине ошо килеш ҡабул ит”. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрен халыҡтар мотлаҡ шул тайпылышһыҙ факторҙан — милләттең үҙ-үҙен баһалауынан — сығып көйләргә бурыслы. Әгәр берәү­ҙәрҙең көнкүрешен, әхлаҡи һәм эстетик таяуҙарын, дини инаныуҙарын бүтәндәр белһә һәм аңлаһа, бита­раф­лыҡҡа, имеш-мимешкә урын ҡал­маясаҡ”.
Хәүеф-хәтәр һәр кемдең тупһаһы төбөндә торған, берҙәмлекте тарҡау­лыҡ еңеп барған заманда бер ергә тамырланып, бер үк һауаны һулап, шул уҡ һыуҙы тәмләп йәшәүебеҙҙе оно­торға ярамай.




Вернуться назад