Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Данлы һөнәргә рәхмәтле Рәхмәтовтар
Данлы һөнәргә рәхмәтле Рәхмәтовтар Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты – республикала ғына түгел, ил күләмендә тотороҡло эшләп килгән, ышаныслы киләсәге булған предприятиеларҙың береһе. Ул быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Тәүге эшселәрҙең береһе

Тау сәнәғәте – Хәйбулла районы һәм уға яҡын тө­бәктәр халҡының тормошонда мөһим урын тотҡан тар­маҡ­тарҙың береһе. Бында ошо өлкәгә ҡараған һө­­нәр­ҙәрҙе үҙ иткәндәр күп. Урындағы халыҡ вәкил­дә­ренең элек-электән мәғдән табыуға ҙур өлөш ин­дергәне бил­дәле. Шуныһы ҡыуаныслы: комбинаттың сағыу йылъ­яҙмаһын бихисап ғаилә династиялары биҙәй. Мәҫә­лән, Байғужин, Туғыҙбаев, Әминев, Аҡылов, Түлә­шев, Ту­лыбаев, Ильясовтарҙың өсөнсө һәм дүртенсе быуын­да­ры ер аҫты байлыҡтарына юл һалған. Таусылар ди­нас­тияһын лайыҡлы дауам иткән ғаиләләрҙең береһе – Рәхмәт Тулыбаев, уның балалары һәм ейән-ейән­сәрҙәре. Уларҙың дөйөм эш стажы – 400 йылдан ашыу.
Данлы һөнәргә рәхмәтле РәхмәтовтарЙылайыр егете Рәхмәт Тулыбаев яңы асылған Бү­ребай руднигында хеҙмәт юлын башлай. Хәтерләүенсә, тау эшен йүнләп белмәгән кешеләрҙең ҡулында кәйлә менән көрәктән башҡа бер ниндәй ҙә ҡорал булмай. Хеҙмәт ауыр, ашау яғы ла наҡыҫ. Шулай ҙа мәғдәндең өҫтә булыуы эште бер аҙ еңелләштерә.
Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1930 йылда Бүребайҙа алтын рудаһы ятҡылығы асылып, ҡаҙылма байлыҡ сығарыу эше бер нисә участкала йәйелдерелә. Рәхмәт Тулыбаев – тәүге забойсыларҙың береһе. Ошо урында ғүмер буйы намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға ул. Ҡатыны менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бер улдары ғына иҫән.
Рәхмәт ағай фиҙакәр хеҙмәте өсөн юғары наградаларға, төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Улар араһынан шахтерға иң ҡәҙерлеһе – “Бүребай ҡасабаһының почетлы гражданы” исеме.
Мәжит Рәхмәт улы хәтерләүенсә, атаһы хаҡлы ялға тантаналы оҙатылғандан һуң өйгә самауыр, сынаяҡтар һәм кәнфиттәр тотоп ҡайта.
– Хәҙер әсәйегеҙ менән ҡапма-ҡаршы ултырып, сөкөрҙәшеп сәй эсергә ваҡыт, – тип мәрәкәләй.
Әйткәндәй, Рәхмәт ағай алып ҡайтҡан был самауыр, әллә күпме таусының һыуһынын ҡандырып, бөгөн дә хеҙмәт итә.
Шахтерҙар династияһын лайыҡлы дауам иткән Мәжит Рәхмәтовтың яҙмышы ла Бүребай тау комбинаты менән тығыҙ бәйле. Билдәле булыуынса, элек ата-бабабыҙҙың күпселеге шәжәрәне яңыртыу, араның тармаҡтарын арттырыу ниәтендә балаларына үҙ исемен фамилия итеп биргән. Ошо сәбәпле Мәжит Рәхмәтов булып китә. Ул ғү­ме­ренең 38 йылын Бүребай комбинатында эшләүгә ба­ғышлай. Тәүҙә энергия цехында хеҙмәт итә, унан карьерҙа быраулау ҡорамалы машинисы, үҙәк ҡаҙанлыҡ цехында бригадир вазифаларын башҡара. Ҡатыны Роза Хәлил ҡыҙы менән баһадирҙай өс улға ғүмер бирәләр. Әйткәндәй, инәй ҙә комбинаттың байыҡтырыу фабри­ка­һын­да эшләй. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, Вәкил, Накил һәм Дамир Рәхмәтовтар, атай-олатайҙарының һөнәренә тоғро ҡалып, данлы таусылар династияһын дауам итә.

“Бүребайҙыҡы – тимәк, шахтерһың!”

Ошондай һүҙ йәшәй Хәйбулла төбәгендә. Ысынлап та, бүребайҙарҙың күбеһе шахтер һөнәрен һайлай. Рәхмәтовтарҙың улдары алдында ла, мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Өйҙә ата-әсәнең яйы сыҡҡан һайын эш тураһында һөйләшеүе, таусы һөнәренең баһаһы, шахтерҙарға ҙур хөрмәт, ихтирамлы ҡараш үҫеп килгән егеттәрҙең күңеленә ойотҡо һалмай ҡалмай. Етмәһә, атаһы яғынан барлыҡ туғандары ла комбинаттың төрлө тармағында тир түгә, уның ҡеүәтен арттыра.
Шахтер – иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Уны һайлағандар араһында осраҡлы кешенең булыуы мөмкин түгел. Фәҡәт көслө рухлылар, ҡыйыуҙар ғына был һөнәргә ғүмер буйы тоғро ҡалыусан. Рәхмәтовтар ҙа – тап шундайҙарҙан. Мәҫәлән, Вәкил Мәжит улы хәҙер – “Октябрь” ер аҫты руднигы етәксеһе, “Рәсәйҙең почетлы таусыһы” исемен лайыҡлы йөрөтә. Эше ифрат ҙур яуаплылыҡ талап итһә лә, бала саҡтан мәғдән табыу “ене” ҡағылған ир-уҙаман бирешмәй, һайлаған һөнәренән ҡәнәғәт.
– Эштең еңеле булмай, – ти тәжрибәле етәксе. – Тыуған еремдә, шахтерҙар төйәгендә, таусылар династияһын дауам итәм икән, ғорурланырға ғына кәрәк. Иң мөһиме – данлы Рәхмәтовтарҙың быуындар сылбыры өҙөлмәй. Коллективта иһә үҙ эшенең оҫталары тупланған, барыһы ла ҙур хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ.
Вәкил Мәжит улы ҡатыны Миңъямал Лотфулла ҡыҙы менән ике бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Зинфира Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, данлы Рәхмәтовтарҙың юлын дауам итеп, Урал тау-металлургия компанияһында эшләй.
Накил Рәхмәтов иһә, 1982 йылда Сибай тау техникумын тамамлағас, комбинатҡа эшкә урынлашып, электрик, проходкалаусы, механик, участка етәксеһе, слесарь, машинист кеүек бихисап һөнәр баҫҡыстарын үтә. 2007 йылдан әлегә тиклем “Октябрь” ер аҫты руднигында шартлатыусы булып эшләй. Ғүмеренең 33 йылы шахтала үткән уның. Был һөнәрҙе һайлағанына Накил Мәжит улы һис тә үкенмәй.
– Бүребай егеттәренә хас булғанса, шахтер булыуым менән ғорурланам, – ти ул. – Көн дә эшкә ашҡынып барам. Смена һайын 350 метр тәрәнлеккә төшөү минең өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Тәүге тапҡыр шахтаға юлланғанда ла бер ниндәй хәүеф, ҡурҡыу тоймағайным. Әле лә егеттәр менән ер “батшалығы”на көлөшә-көлөшә төшәбеҙ.
Минеңсә, шахтерҙар тормоштоң ҡәҙерен башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ беләлер. Ни өсөн тигәндә, улар ер аҫтында ғүмерен икеләтә хәүеф аҫтына ҡуя. Ошондай ҡаһарманлығы, фиҙакәрлеге өсөн элек-электән ҙур абруй, ихтирам ҡаҙанғандар ҙа инде.
Накил Мәжит улының ҡатыны Нәфисә Әхмәҙулла ҡыҙы иренең тәжрибәле шахтер булыуы менән ихлас ғорурлана, шул уҡ ваҡытта хәүефләнеп тә ҡуя.
– Эштә сағында ҡурҡып торам, – ти ул. – Оҙаҡлаһа, шылтыратып белешәм. Сменалап эшләгәс, ҡайһы ваҡыт бер-беребеҙҙе икешәр көн күрмәйбеҙ.
“Рәсәйҙең почетлы таусыһы” исемен йөрөткән Накил Мәжит улына күптән түгел “Башҡортостандың атҡа­ҙанған шахтеры” тигән юғары награда бирелгән. Ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Быйыл XI класты тамамлаған улдары Фидан, династияға тоғролоҡ һаҡлап, Магнитогорск ҡалаһындағы Тау университетына уҡырға ингән.
Рәхмәт ағайҙың кинйә улы Дамир, Йылайырҙағы ауыл хужалығы техникумының механика бүлеген тамамлағас, ағалары янына эшкә килгән.
– Шахтер – ысын ир-егеттәр һөнәре, тигән фекерҙәмен, – ти Дамир Мәжит улы. – Бында физик яҡтан ныҡ, һау-сәләмәт, көслө ихтыярлы кешеләр генә эшләй ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр шахтер хеҙмәтенең ауырлығын аңламай, эш хаҡын “емереп” алалар, тип тәрән яңылыша.
Дамир ҙа ағаларынан ҡалышырға теләмәй: уның күкрәгендә лә – “Рәсәйҙең почетлы таусыһы” тигән билдә. Ҡатыны Зилә Айрат ҡыҙы менән ике бала үҫтергәндәр. Улдары Юлай Мәскәү тау-геология институтының IV курсын тамамлаған.
Ғөмүмән, шахтерҙар төйәге булған Бүребай ауылы халҡы менән тәүге осрашыуым түгел. Шулай ҙа күрешкән һайын уларҙың ихласлығына, тормошто яратыуына йәнә бер хайран ҡалам, шул тиклем баҫалҡы, тыныс, итәғәтле булыуҙарына һоҡланам. “Мин – шахтер!” тип күкрәк һуҡмай был һөнәр эйәләре, киреһенсә, ипле аралаша, һорауҙарға һаран ғына яуап бирә, үҙен “батыр” тип тоймай. Ысын хөрмәткә лайыҡ кешеләр тап шундай була бит: бер ҡасан да маһаймай, сөсөләнмәй, үҙен күрһәтергә тырышмай.

* * *

“Тотош ауыл менән бер һөнәргә тоғро ҡалып, атай-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам иткәндәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?” – тип һораһам, күптәр аптырап китә. “Юҡты һөйләмә, – тип яуаплай улар. – Элек игенселәр, малсылар булыр ине. Ә хәҙер колхоз-совхоз бөткәнгә ни заман?!”
Күреүегеҙсә, әле лә ауылы менән бер һөнәргә тоғро ҡалғандар бар икән. Бүребайҙа бөгөн ситкә киткәндәр ҙә, ҡырҙан килгәндәр ҙә юҡ. Ауылда, үҙҙәре әйтмешләй, шахтерҙар ғына йәшәй.
Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ: Вәкил Мәжит улы данлы Рәхмәтовтарҙың хеҙмәт юлын күрһәтеүсе, шәжәрәһен сағылдырыусы баннер эшләткән. Был тарихи мәғлүмәт Бүребай тау комбинатының музейында урын алған.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған...

Тотош уҡырға 1

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ......

Тотош уҡырға 3

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә