Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырлыҡ онотолмай
Батырлыҡ онотолмайЙәрмәкәй тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Хәрби дан залы яңыртылды.


Күргәҙмәлә төп урынды Васильевка ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ генерал-лейтенант Иван Андреевич Ласкинға бағышланған диорама биләй. 1943 йылдың ғинуарында Сталинград фронтында фашист ғәскәр­ҙәре ҡамауға алына, шулай итеп “Ҡулса” операцияһы тамамлана. 31 ғинуар фронттың хәрби советы генерал-лейтенант Ласкинға, совет ко­мандованиеһының рәсми вәкиле булараҡ, гитлерсылар командо­ваниеһының капитуляцияһын ҡабул итеү бурысын йөкмәтәләр. Иван Андреевич, офицерҙар һайлап алып, бурысты үтәү өсөн тәғәйенләнгән урынға йүнәлә. Паулюстың штабы универмаг подвалында урынлашҡан була. Ласкин һуңынан үҙенең хәтерләүҙәрендә былай тип яҙасаҡ:
“…Универмаг алдында автоматтар менән ҡоралланған байтаҡ офицер, һалдат бар ине. Бәғзеләре баҫып тора, ҡайһылары ниндәйҙер әйберҙәр өҫтөндә ултыра, өсөн­сөләре – йылыныр өсөн аяҡтарын тыпырлатып тора. Алда ярымҡулса яһап автоматтар һәм билдәрендә ысҡындырылған кобура таҡҡан оҙон буйлы гитлерсылар – Паулюстың шәхси һаҡсылары. Яҡын­са 8 сәғәт 50 минутта беҙҙе шул оҙон буйлы автоматсылар туҡтатты. Алда барған өлкән лейтенант Латы­шевҡа миңә юл бирергә тура килде. Үҙемде Ҡыҙыл Армия генералы тип таныттым һәм юлыбыҙҙа торған ике автоматсыны ҡулдарым менән ситкә эттем. Күҙебеҙгә шул салынды: эсесовсылар еңелгәнгә тиклем һуғышҡан хәрби­ҙәргә оҡ­шама­ғайны. Береһе лә – беҙ ситкә эткән автоматсылар ҙа, уларҙың янында баҫып йә “бейеп” торғандар ҙа ҡаршылыҡ күрһәтмәне. “Ҡайҙа штаб?” – тип һорағас, бер офицер беҙҙе таш баҫҡысҡа алып килде лә ҡулы менән подвалға ымлап күрһәтте. Беҙ подвалға төштөк.
...Паулюстың бында икәнлегенә һәм подвал беҙҙең һаҡ аҫтында булыуына инанғас, фельдмаршалға әсиргә насар ҡиәфәттә төшөүе уңайһыҙ булыуын иҫәпкә алып, беҙ уға үҙен тәртипкә килтерергә ваҡыт бирҙек һәм шунда уҡ генералдар Шмидт һәм Роскеға Сталинград янында ҡамалған ғәскәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе һәм утты туҡтатыу тураһында фарман сығарыуҙы талап иттек.
– Гут, айн момент, – тине ашы­ғып генерал Роске һәм шунда уҡ телефондан ғәскәрҙәргә утты туҡ­татыу тураһында бойороҡ би­рергә ҡушты.
...20 минут ваҡыт үтте. Шмидтҡа ваҡыттың тамамланыуы тураһында белдереп, фельдмаршал менән осрашыу талап иттек. Шмидт теләр-теләмәҫ Паулюсҡа йүнәлде. Ике минуттан һуң кире әйләнеп килде, фельдмаршалдың үҙен насар тойоуын әйтте һәм тағы ла 20 минут көтөүҙе үтенде. Был һорау беҙҙе аптыратты. Бирелгән ваҡыттың беҙҙең менән осрашыуға әҙерләнеү өсөн етәрлек булыуы көн кеүек асыҡ ине. Шуға күрә уның үтенесен кире ҡаҡтыҡ та Паулюс­тың бүлмәһенә кисекмәҫтән үтергә булдыҡ.
Беҙҙең офицер тауышһыҙ ғына ишекте асты. Оҙонса бүлмәнең тәҙрә­һе ҡом тултырылған тоҡтар менән ҡап­ланмағайны. Беҙ Паулюс­ты күр­ҙек. Өҫтөнә шинель кейеп, ҡулдарын артҡа ҡуйып, ул ишектән түргә яй ғына атлай ине. Паулюс ишеккә табан боролдо, мине күргәс туҡтаны. Минең менән бергә бүлмәгә полковниктар Лукин, Бурмаков, подполковниктар Мутовин, Винокур, тәржемәсе һәм немец ге­не­ралы Шмидт инде.
53 йәшлек фельдмаршал уртаса буйҙан ҡалҡыуыраҡ, ҡаҡса һәм йыйнаҡ, тәрбиәле ине. Йөҙө ап-аҡ. Ул беҙгә арыған күҙҙәре менән ҡараны. Мин үҙемде таныттым һәм уның әсир булыуын иғлан иттем. Паулюс минең янға килде лә, уң ҡулын юғары күтәреп, вата-емерә рус телендә: “Герман армияһының фельдмаршалы Паулюс Ҡыҙыл Армияға әсирлеккә бирелә”, – тине”.
Иван Ласкин етәкселегендә 1943 йылдың 31 ғинуарында Сталинградта фельдмаршал Фридрих Паулюс менән бергә 23 генерал, 90 меңләп немец һалдаты ҡулға алына. Музейҙа эшләнгән диорамала шул күренеш сағыла. Төп планда – Волгоград рәссамы Александр Петровтың “Паулюсты ҡулға алыу” картинаһының репродукцияһы. Ярым ҡараңғы подвалда кәрәсин лампаһы яна, алғы планда — ҡулына автомат тотҡан ҡаһарман яугир һыны. Ул һуғышта ҡатнашҡан бөтә яҡташтарыбыҙҙың образын кәүҙәләндерә. Айырым алғанда, балауыҙ һында Исламбахты ауылы егете Әмирйән Вәлиәх­мәтовтың һыҙаттарын табырға була. Әмирйән Хажихан улы 64-се армия составындағы 77-се инженер-сапер батальоны старшинаһы сифатында Паулюс ғәскәрҙәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша, “Сталинградты оборо­нала­ған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғыштың тәүге көнөнән үк ут эсендә булған Әмирйән Вәлиәхмәтов Киев, Харьков, Полтаваны азат итеү өсөн һуғыша, Висла, Одер йыл­ға­ларын яу менән аша сыға. 1945 йылдың июнендә уға Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады сафында атлау бәхете тейә. Әмирйән ағай һуғыштан һуң да әүҙем тормош алып бара. Тарих уҡытыусыһы, колхоз етәксеһе булып эшләй. Тарих менән ҡыҙыҡһына, ауыл тураһында биш дәфтәрҙән торған хеҙмәт яҙа. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран ауырып киткәс, ул эҙһеҙ юғала. Әмир ағайҙың батырлыҡтары әҙәбиәттә лә сағылыш тапҡан. Ул Ғилемдар Рамазанов ижадында телгә алына, Ғабдулла Әхмәтшин үҙенең “Ыҡ буйында” әҫәрендә уның тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтә, уға арнап “Әмирйән ағай бойороҡ бирә” пьесаһын яҙа.
Залда шулай уҡ тыл хеҙмәт­сән­дәренең батырлығын, юғары наградалар менән бүләкләнгән яу­гир-яҡташ­тарыбыҙҙың портреттары урын алған. Экспозицияларҙы Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзалары Иван Федоров менән Рәйес Ғаймалов эшләне. Яңыртылған зал менән тәүгеләрҙән булып Күпсәнәй мәктәбе уҡыусылары танышты. Район ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов, райондың почетлы гражданы Хатип Сәлимгәрәев һуғыш осоро хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Нуриәхмәт Миңләхмәт улы диорамала һынландырған шәхестәр менән таныш булыуҙан ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен һөйләне. “Иван Андреевич бер ҡасан да яҡташтарын онотманы, йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. Легендар шәхес менән әңгәмәләшеү үҙе бер бәхет ине. Әмир Вәлиәхмәтов менән беҙ иһә бергә эшләнек, һуғыштан һуң колхоз-совхоздарҙы күтәреүҙә күп көс түктек. Иҫ киткес аҡыллы, илһөйәр, эшсән кеше булды ул”, – тип хәтерләй ветеран.
Йәрмәкәй районы хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Головина балаларҙы музейға йышыраҡ йөрөргә саҡырҙы.


Автор: Гөлшат ШӘЙХЕТДИНОВА. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә