Йәрмәкәй тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Хәрби дан залы яңыртылды. Күргәҙмәлә төп урынды Васильевка ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ генерал-лейтенант Иван Андреевич Ласкинға бағышланған диорама биләй. 1943 йылдың ғинуарында Сталинград фронтында фашист ғәскәрҙәре ҡамауға алына, шулай итеп “Ҡулса” операцияһы тамамлана. 31 ғинуар фронттың хәрби советы генерал-лейтенант Ласкинға, совет командованиеһының рәсми вәкиле булараҡ, гитлерсылар командованиеһының капитуляцияһын ҡабул итеү бурысын йөкмәтәләр. Иван Андреевич, офицерҙар һайлап алып, бурысты үтәү өсөн тәғәйенләнгән урынға йүнәлә. Паулюстың штабы универмаг подвалында урынлашҡан була. Ласкин һуңынан үҙенең хәтерләүҙәрендә былай тип яҙасаҡ:
“…Универмаг алдында автоматтар менән ҡоралланған байтаҡ офицер, һалдат бар ине. Бәғзеләре баҫып тора, ҡайһылары ниндәйҙер әйберҙәр өҫтөндә ултыра, өсөнсөләре – йылыныр өсөн аяҡтарын тыпырлатып тора. Алда ярымҡулса яһап автоматтар һәм билдәрендә ысҡындырылған кобура таҡҡан оҙон буйлы гитлерсылар – Паулюстың шәхси һаҡсылары. Яҡынса 8 сәғәт 50 минутта беҙҙе шул оҙон буйлы автоматсылар туҡтатты. Алда барған өлкән лейтенант Латышевҡа миңә юл бирергә тура килде. Үҙемде Ҡыҙыл Армия генералы тип таныттым һәм юлыбыҙҙа торған ике автоматсыны ҡулдарым менән ситкә эттем. Күҙебеҙгә шул салынды: эсесовсылар еңелгәнгә тиклем һуғышҡан хәрбиҙәргә оҡшамағайны. Береһе лә – беҙ ситкә эткән автоматсылар ҙа, уларҙың янында баҫып йә “бейеп” торғандар ҙа ҡаршылыҡ күрһәтмәне. “Ҡайҙа штаб?” – тип һорағас, бер офицер беҙҙе таш баҫҡысҡа алып килде лә ҡулы менән подвалға ымлап күрһәтте. Беҙ подвалға төштөк.
...Паулюстың бында икәнлегенә һәм подвал беҙҙең һаҡ аҫтында булыуына инанғас, фельдмаршалға әсиргә насар ҡиәфәттә төшөүе уңайһыҙ булыуын иҫәпкә алып, беҙ уға үҙен тәртипкә килтерергә ваҡыт бирҙек һәм шунда уҡ генералдар Шмидт һәм Роскеға Сталинград янында ҡамалған ғәскәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе һәм утты туҡтатыу тураһында фарман сығарыуҙы талап иттек.
– Гут, айн момент, – тине ашығып генерал Роске һәм шунда уҡ телефондан ғәскәрҙәргә утты туҡтатыу тураһында бойороҡ бирергә ҡушты.
...20 минут ваҡыт үтте. Шмидтҡа ваҡыттың тамамланыуы тураһында белдереп, фельдмаршал менән осрашыу талап иттек. Шмидт теләр-теләмәҫ Паулюсҡа йүнәлде. Ике минуттан һуң кире әйләнеп килде, фельдмаршалдың үҙен насар тойоуын әйтте һәм тағы ла 20 минут көтөүҙе үтенде. Был һорау беҙҙе аптыратты. Бирелгән ваҡыттың беҙҙең менән осрашыуға әҙерләнеү өсөн етәрлек булыуы көн кеүек асыҡ ине. Шуға күрә уның үтенесен кире ҡаҡтыҡ та Паулюстың бүлмәһенә кисекмәҫтән үтергә булдыҡ.
Беҙҙең офицер тауышһыҙ ғына ишекте асты. Оҙонса бүлмәнең тәҙрәһе ҡом тултырылған тоҡтар менән ҡапланмағайны. Беҙ Паулюсты күрҙек. Өҫтөнә шинель кейеп, ҡулдарын артҡа ҡуйып, ул ишектән түргә яй ғына атлай ине. Паулюс ишеккә табан боролдо, мине күргәс туҡтаны. Минең менән бергә бүлмәгә полковниктар Лукин, Бурмаков, подполковниктар Мутовин, Винокур, тәржемәсе һәм немец генералы Шмидт инде.
53 йәшлек фельдмаршал уртаса буйҙан ҡалҡыуыраҡ, ҡаҡса һәм йыйнаҡ, тәрбиәле ине. Йөҙө ап-аҡ. Ул беҙгә арыған күҙҙәре менән ҡараны. Мин үҙемде таныттым һәм уның әсир булыуын иғлан иттем. Паулюс минең янға килде лә, уң ҡулын юғары күтәреп, вата-емерә рус телендә: “Герман армияһының фельдмаршалы Паулюс Ҡыҙыл Армияға әсирлеккә бирелә”, – тине”.
Иван Ласкин етәкселегендә 1943 йылдың 31 ғинуарында Сталинградта фельдмаршал Фридрих Паулюс менән бергә 23 генерал, 90 меңләп немец һалдаты ҡулға алына. Музейҙа эшләнгән диорамала шул күренеш сағыла. Төп планда – Волгоград рәссамы Александр Петровтың “Паулюсты ҡулға алыу” картинаһының репродукцияһы. Ярым ҡараңғы подвалда кәрәсин лампаһы яна, алғы планда — ҡулына автомат тотҡан ҡаһарман яугир һыны. Ул һуғышта ҡатнашҡан бөтә яҡташтарыбыҙҙың образын кәүҙәләндерә. Айырым алғанда, балауыҙ һында Исламбахты ауылы егете Әмирйән Вәлиәхмәтовтың һыҙаттарын табырға була. Әмирйән Хажихан улы 64-се армия составындағы 77-се инженер-сапер батальоны старшинаһы сифатында Паулюс ғәскәрҙәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғыштың тәүге көнөнән үк ут эсендә булған Әмирйән Вәлиәхмәтов Киев, Харьков, Полтаваны азат итеү өсөн һуғыша, Висла, Одер йылғаларын яу менән аша сыға. 1945 йылдың июнендә уға Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады сафында атлау бәхете тейә. Әмирйән ағай һуғыштан һуң да әүҙем тормош алып бара. Тарих уҡытыусыһы, колхоз етәксеһе булып эшләй. Тарих менән ҡыҙыҡһына, ауыл тураһында биш дәфтәрҙән торған хеҙмәт яҙа. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран ауырып киткәс, ул эҙһеҙ юғала. Әмир ағайҙың батырлыҡтары әҙәбиәттә лә сағылыш тапҡан. Ул Ғилемдар Рамазанов ижадында телгә алына, Ғабдулла Әхмәтшин үҙенең “Ыҡ буйында” әҫәрендә уның тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтә, уға арнап “Әмирйән ағай бойороҡ бирә” пьесаһын яҙа.
Залда шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын, юғары наградалар менән бүләкләнгән яугир-яҡташтарыбыҙҙың портреттары урын алған. Экспозицияларҙы Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзалары Иван Федоров менән Рәйес Ғаймалов эшләне. Яңыртылған зал менән тәүгеләрҙән булып Күпсәнәй мәктәбе уҡыусылары танышты. Район ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов, райондың почетлы гражданы Хатип Сәлимгәрәев һуғыш осоро хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Нуриәхмәт Миңләхмәт улы диорамала һынландырған шәхестәр менән таныш булыуҙан ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен һөйләне. “Иван Андреевич бер ҡасан да яҡташтарын онотманы, йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. Легендар шәхес менән әңгәмәләшеү үҙе бер бәхет ине. Әмир Вәлиәхмәтов менән беҙ иһә бергә эшләнек, һуғыштан һуң колхоз-совхоздарҙы күтәреүҙә күп көс түктек. Иҫ киткес аҡыллы, илһөйәр, эшсән кеше булды ул”, – тип хәтерләй ветеран.
Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Головина балаларҙы музейға йышыраҡ йөрөргә саҡырҙы.