Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайлауҙарҙың “ҙур”ы, “бәләкәй”е юҡ
Һайлауҙарҙың “ҙур”ы, “бәләкәй”е юҡ Йыл һайын, һайлау кампанияһы башланыуға бер нисә ай ҡалһа, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорабыҙ. Сираттағы осрашыуыбыҙға ла асылда ошо сәйәси ваҡиға сәбәпсе булды. Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ҡануниәттә яңылыҡтар бармы? Һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Форсаттан файҙаланып, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алдыҡ.

— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлау кампа­ния­һының “ҙур”ға йәки “бәләкәй”гә, был осраҡта мин ил йәки республика кимә­лендәге сәйәси һынауҙарҙы күҙ уңында тотам, бүленмәгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа республиканың һайлау систе­ма­һындағы сираттағы сараларҙың әһәмиә­тен нисегерәк баһаларһығыҙ?
— Ысынлап та, һәр һайлау кампанияһы – тәү сиратта үҙәк, территориаль һайлау комиссиялары вәкилдәре өсөн ойоштороу йәһәте­нән дә, кимәл-күрһәткес буйынса ла ҙур һынау. Был осраҡта ябай халыҡтың тап ошо орган­дарға булған ышанысын да инҡар итергә ярамай. Нисек кенә булмаһын, һайлаусы­ларҙың власҡа ҡарата фекерен йыш ҡына нәҡ улар билдәләй бит. Быйыл, әйтәйек, 13 сен­тябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — респуб­ликаның ҡала һәм райондарында 784 һайлау кампанияһы ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға (Туймазы һәм Күмертау һайлау округтары буйынса) өҫтәмә тауыш биреү үткәрәсәкбеҙ, респуб­ликаның 53 районына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советында депутаттар һай­лая­саҡбыҙ. Был көндә ике ҡасабала ла — Шишмәлә һәм Приютта – һайлау үтәсәк. Тауыш биреүҙә барлығы 1 миллион 666 кеше­нең (1 ғинуарға ҡарата теркәлгән һайлау­сы­ларҙың дөйөм һа­ны­нан 54 процент) ҡат­нашыуы көтөлә. Һан­дар ғына түгел был, уларҙың артында — күпме кеше яҙмыш­тары... Шуға күрә ватан­даштарыбыҙ ошондай сәйәси ваҡиғаларға яуаплыраҡ ҡараһын ине. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр “минһеҙ ҙә хәл итерҙәр” тигәнерәк фекер йөрөтә. Был ҡырҡа дөрөҫ түгел.
— Бәлки, кешене сәйәси сараларға ылыҡ­тырыу йәһәтенән нимәлер эшләп еткерелмәйҙер?
— Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлегенә килгәндә, 2006 йылда, Федераль законға яраш­лы, һайлаусыларҙың ҡатнашыу сиге бөтө­рөлдө. Хәҙер төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге һайлау теләһә ниндәй хәлдә, хатта тауыш биреүселәр бик әҙ килгәндә лә, ойошторолдо тип иҫәпләнә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың күберәк булыуы яҡлы. Һәр һайлау­сыға тауыш биреүҙең үҙ яҙмышыңды хәл итеү сараһы икәнен аңлатырға тырышабыҙ. Ойоштороу мәсьәләләренә килгәндә, урындағы һайлау комиссияларының хеҙмәтен юғары баһалайым. Һайлау кампанияһының үҙенсә­лектәре, уҙғарылған көнө, урыны хаҡында ваҡытында халыҡҡа хәбәр итеү бурыстары уларҙың иңенә төшә. Был осраҡта бөтә яуап­лылыҡты комиссия ағзаларына ғына япһарып та булмай, һәм был дөрөҫ тә түгел. Күп нәмә кандидаттарҙың һайлау алды эшмә­кәрлегенә лә бәйле. Кандидат үҙенә ылыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Ғөмүмән, һайлауҙың нисек үтеүе, ниндәй кимәлдә ойошторолоуы киң мәғлүмәт сараларының, сәйәси партияларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, абруйлы кешеләрҙең бер­ҙәм эше һөҙөмтәһе, минеңсә.
— Һеҙ бер әңгәмәгеҙҙә: “Муниципаль һайлауҙар, ойоштороу барышына ҡарап фекер йөрөткәндә, иң ауыры”, — тигәйне­геҙ... Был нимәгә бәйле?
— Беренсенән, һайлау кампанияларының һанын ғына алып ҡарайыҡ. Муниципаль берәмектә вәкәләтле органдарға нисә һайлау үткәрелһә, кампаниялар шунса тип иҫәпләнә. Билдәле, күрһәтелгән кандидаттар ҙа аҙ бул­маясаҡ. Әйткәндәй, үҙ кандидату­раһын тәҡ­дим иткәндәр реестрға теркәлгәнгә саҡлы һай­лау ко­миссияһы улар тураһындағы бөтөн мәғлүмәтте ентекле тик­ше­рергә бурыслы. Был иһә һай­лау­ҙы ойош­тороусы­лар­ҙың ғына түгел, ә беҙҙең уҙаҡташ­тарыбыҙҙың – тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау орган­да­рының, “Росреестр”, һалым хеҙмәте вәкилдә­ренең дә эше.
Артабан тағы бер мәсьәлә килеп тыуа бит әле. Ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлау осоронда туғанлыҡ мөнә­сәбәттәре, комиссия ағзаларының депу­тат­лыҡҡа кандидат­тарға буйһоноуы ныҡ һиҙелә. Бөтәһен дә күҙ уңында тотоп булмай, шуға участка һайлау комиссияларының резервын, айырыуса муниципаль райондарҙа, еткән тиклем тулы­лан­дырырға кәрәк. Йыш ҡына хатта ошо арҡала һайлау кампанияһы барышында комиссияның составын да үҙгәр­тергә тура килә.
Әлбиттә, сираттағы һайлауҙарҙың әһәмиә­те бик ҙур. Халыҡтың күп өлөшөнә ниндәйҙер статистик, ил кимәлендәге күрһәткестәр мөһим түгел. Улар тормош кимәлен урында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән, йәшәү шарттарынан сығып билдәләй. Бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында Кеше тора. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ә һәр кемгә өйөн йылытыр өсөн – газ, йыуынырға – ағып торған һыу, магазиндарҙа сифатлы һәм арзан аҙыҡ-түлек, уны һатып алырға аҡса, тимәк, эш, шулай уҡ балаларына баҡса-мәктәптәрҙә урын һ.б. кәрәк. Илебеҙ, республикабыҙ үҫеше өсөн тәү сиратта беҙ – төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре яуаплы. Әгәр халыҡ һиңә власты тапшырған икән, һис шикһеҙ, шул ышанысты аҡларға тейешһең. Сираттағы кампанияла иһә халыҡ киләһе дүрт йылға “урындағыларҙы” — ябай кешеләрҙең проблемаларына, уларҙы борсоған етеш­һеҙ­лектәргә иң яҡын торған ҡатламды билдәләй. Ғөмүмән, урындағы үҙидара халыҡтың йәшә­йешен, көнитмешен яҡшыртыу йәһәтенән бик ҙур вәкәләттәргә эйә. Быны һәр һайлаусы аң­лап ҡабул итһен һәм мөһим сәйәси ваҡиға­ларҙан ситтә ҡалмаһын ине.
— Муниципаль һайлауҙарҙа кандидат­тарға махсус талаптар бармы?
— Бөтөн һайлауҙарға ла талап бер тиһәк тә була. Мәсьәлә депутатлыҡҡа кандидат­тарҙың йәш айырмаһына ғына ҡағы­ла. Мәҫәлән, муниципаль берәмектәрҙең вә­киллекле органдарына депутатлыҡҡа 18 йәше тулған граждан дәғүә итә алһа, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 21 йәшкә етмәгәндәр үтмәй.
— Буласаҡ һайлауҙарҙа сәйәси партия­ларҙың ҡатнашыуы көтөләме?
— Республикала бер һайлау ҙа фирҡә­ләрһеҙ үтмәй. Быйыл да һайлау кампанияһы барышында партиялар әүҙемлек күрһәтер һәм муниципаль берәмек Советтарына үҙ кандидаттарын күрһәтер тигән ышаныстамын. Бөгөн иһә республика биләмәһендә 58 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре теркәлгән, улар­ҙың 57-һе һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡу­ғына эйә. Бынан тыш муниципаль һайлау­ҙарҙа йәмәғәт ойошмалары ла кандидаттарын күрһәтә ала, ундайҙарҙың һаны Башҡортос­танда — 96. Шуға күрә һайлау кампанияһы осоронда кандидаттарҙың да, фирҡәләрҙең дә күпкә артып китеүе ихтимал.
Ғөмүмән, сәйәси фирҡәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәбеҙ. Ошо көндәрҙә генә, мәҫәлән, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән быйылғы һайлауҙарға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү мәсьәләләренә ҡағылышлы сираттағы кәңәшмәне үткәрҙек.
— Әле сәйәси сара башланыуға ике айҙан ашыу ваҡыт бар. Бөгөн Баш­ҡорт­остандың Үҙәк һайлау комиссияһы ниндәй эштәр менән мәшғүл?
— Барлыҡ территориаль һайлау комиссияларына һайлауҙарға әҙерлеккә һәм уларҙы үткәреүгә ҡағылышлы яҡынса календарь планын ебәрҙек. Үҙәк һайлау комиссияһының 29 апрелдә үткән ултырышында кандидаттар, һайлау берекмәләре комиссиялары тап­шы­рырға те­­йешле документтарҙың һәм формаһы исемлеге раҫ­лан­ды. Әле участка комис­сиял­ары­ның эш блокноттарын әҙер­ләйбеҙ. Территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзалары ҡат­нашлығындағы семинарҙарҙы август һәм сентябрь айҙарын­да ойошторорға иҫәп тотабыҙ.
– Быйыл муниципаль һай­лауға ҡағы­лышлы ҡануниәттә яңылыҡтар бармы?
– Һайлау кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, муниципаль һай­лауҙарҙа участка комиссияларында ун көн алдан тауыш бирергә мөмкин. Тағы ла бер яңылыҡ: урындағы үҙидара органына һайлау бюллетенендә “Барлыҡ кандидаттарға ҡар­шы” тигән юл ҡулланылмаясаҡ.
– Элекке һайлауҙарҙағы кеүек “ҡыҙыу линия” ойошторола бит инде...
– Эйе, ундай элемтә июлдән эшләй башлаясаҡ. Был турала өҫтәмә мәғлүмәтте республика гәзит­тәрендә һәм беҙҙең рәсми сайтта табырһығыҙ.
– Һайлаусыларға һәм урындағы үҙида­ра органы депутаты мандатына дәғүә итеүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Иң мөһиме – тауыш биреүсе мәғлүмәтле булырға тейеш. Был эшкә беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм урындағы комиссиялар ҙур иғтибар бүлә. Әлбиттә, төп таянысыбыҙ – өлкән быуын. Уларҙың күбеһе заманында үҙе депутат булған, яуаплы вазифа биләгән. Ғө­мүмән, береһе лә һайлауға битараф ҡалмай, ил яҙмышын уйлайҙар. Шуныһы билдәле: беҙҙе һайлауға йөрө­мәгәндәр генә тәнҡитләй. Граждан була тороп, ил яҙмышына нисек битарафлыҡ күрһәтергә мөмкин? Был бит – һинең тыуған ерең, Ватаның! Уның киләсәген алдан ҡай­ғыртыуҙа ҡатнашмағас, аҙаҡ йоҙроҡ бол­ғауҙан ни мәғәнә? Ә кандидаттарға иһә теләгем бер: һайлаусыларының мән­фә­ғәтендә намыҫлы хеҙмәт итергә әҙер бул­һалар ғына тауыш биреүҙә ҡатнашһындар.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873