Йыл һайын, һайлау кампанияһы башланыуға бер нисә ай ҡалһа, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорабыҙ. Сираттағы осрашыуыбыҙға ла асылда ошо сәйәси ваҡиға сәбәпсе булды. Һайлауҙар араһындағы осорҙа ниндәй эштәр башҡарыла? Ҡануниәттә яңылыҡтар бармы? Һайлаусыларҙы көҙ нимә көтә? Форсаттан файҙаланып, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алдыҡ.— Хәйҙәр Арыҫлан улы, һайлау кампанияһының “ҙур”ға йәки “бәләкәй”гә, был осраҡта мин ил йәки республика кимәлендәге сәйәси һынауҙарҙы күҙ уңында тотам, бүленмәгәнен яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа республиканың һайлау системаһындағы сираттағы сараларҙың әһәмиәтен нисегерәк баһаларһығыҙ?
— Ысынлап та, һәр һайлау кампанияһы – тәү сиратта үҙәк, территориаль һайлау комиссиялары вәкилдәре өсөн ойоштороу йәһәтенән дә, кимәл-күрһәткес буйынса ла ҙур һынау. Был осраҡта ябай халыҡтың тап ошо органдарға булған ышанысын да инҡар итергә ярамай. Нисек кенә булмаһын, һайлаусыларҙың власҡа ҡарата фекерен йыш ҡына нәҡ улар билдәләй бит. Быйыл, әйтәйек, 13 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — республиканың ҡала һәм райондарында 784 һайлау кампанияһы ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға (Туймазы һәм Күмертау һайлау округтары буйынса) өҫтәмә тауыш биреү үткәрәсәкбеҙ, республиканың 53 районына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советында депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Был көндә ике ҡасабала ла — Шишмәлә һәм Приютта – һайлау үтәсәк. Тауыш биреүҙә барлығы 1 миллион 666 кешенең (1 ғинуарға ҡарата теркәлгән һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 54 процент) ҡатнашыуы көтөлә. Һандар ғына түгел был, уларҙың артында — күпме кеше яҙмыштары... Шуға күрә ватандаштарыбыҙ ошондай сәйәси ваҡиғаларға яуаплыраҡ ҡараһын ине. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр “минһеҙ ҙә хәл итерҙәр” тигәнерәк фекер йөрөтә. Был ҡырҡа дөрөҫ түгел.
— Бәлки, кешене сәйәси сараларға ылыҡтырыу йәһәтенән нимәлер эшләп еткерелмәйҙер?
— Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлегенә килгәндә, 2006 йылда, Федераль законға ярашлы, һайлаусыларҙың ҡатнашыу сиге бөтөрөлдө. Хәҙер төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге һайлау теләһә ниндәй хәлдә, хатта тауыш биреүселәр бик әҙ килгәндә лә, ойошторолдо тип иҫәпләнә. Әлбиттә, беҙ халыҡтың күберәк булыуы яҡлы. Һәр һайлаусыға тауыш биреүҙең үҙ яҙмышыңды хәл итеү сараһы икәнен аңлатырға тырышабыҙ. Ойоштороу мәсьәләләренә килгәндә, урындағы һайлау комиссияларының хеҙмәтен юғары баһалайым. Һайлау кампанияһының үҙенсәлектәре, уҙғарылған көнө, урыны хаҡында ваҡытында халыҡҡа хәбәр итеү бурыстары уларҙың иңенә төшә. Был осраҡта бөтә яуаплылыҡты комиссия ағзаларына ғына япһарып та булмай, һәм был дөрөҫ тә түгел. Күп нәмә кандидаттарҙың һайлау алды эшмәкәрлегенә лә бәйле. Кандидат үҙенә ылыҡтыра ала икән, тимәк, һөҙөмтә лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Ғөмүмән, һайлауҙың нисек үтеүе, ниндәй кимәлдә ойошторолоуы киң мәғлүмәт сараларының, сәйәси партияларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, абруйлы кешеләрҙең берҙәм эше һөҙөмтәһе, минеңсә.
— Һеҙ бер әңгәмәгеҙҙә: “Муниципаль һайлауҙар, ойоштороу барышына ҡарап фекер йөрөткәндә, иң ауыры”, — тигәйнегеҙ... Был нимәгә бәйле?
— Беренсенән, һайлау кампанияларының һанын ғына алып ҡарайыҡ. Муниципаль берәмектә вәкәләтле органдарға нисә һайлау үткәрелһә, кампаниялар шунса тип иҫәпләнә. Билдәле, күрһәтелгән кандидаттар ҙа аҙ булмаясаҡ. Әйткәндәй, үҙ кандидатураһын тәҡдим иткәндәр реестрға теркәлгәнгә саҡлы һайлау комиссияһы улар тураһындағы бөтөн мәғлүмәтте ентекле тикшерергә бурыслы. Был иһә һайлауҙы ойоштороусыларҙың ғына түгел, ә беҙҙең уҙаҡташтарыбыҙҙың – тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау органдарының, “Росреестр”, һалым хеҙмәте вәкилдәренең дә эше.
Артабан тағы бер мәсьәлә килеп тыуа бит әле. Ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлау осоронда туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, комиссия ағзаларының депутатлыҡҡа кандидаттарға буйһоноуы ныҡ һиҙелә. Бөтәһен дә күҙ уңында тотоп булмай, шуға участка һайлау комиссияларының резервын, айырыуса муниципаль райондарҙа, еткән тиклем тулыландырырға кәрәк. Йыш ҡына хатта ошо арҡала һайлау кампанияһы барышында комиссияның составын да үҙгәртергә тура килә.
Әлбиттә, сираттағы һайлауҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Халыҡтың күп өлөшөнә ниндәйҙер статистик, ил кимәлендәге күрһәткестәр мөһим түгел. Улар тормош кимәлен урында күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән, йәшәү шарттарынан сығып билдәләй. Бөтә йәшәйештең, тормош хәрәкәтенең уртаһында Кеше тора. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине. Ә һәр кемгә өйөн йылытыр өсөн – газ, йыуынырға – ағып торған һыу, магазиндарҙа сифатлы һәм арзан аҙыҡ-түлек, уны һатып алырға аҡса, тимәк, эш, шулай уҡ балаларына баҡса-мәктәптәрҙә урын һ.б. кәрәк. Илебеҙ, республикабыҙ үҫеше өсөн тәү сиратта беҙ – төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре яуаплы. Әгәр халыҡ һиңә власты тапшырған икән, һис шикһеҙ, шул ышанысты аҡларға тейешһең. Сираттағы кампанияла иһә халыҡ киләһе дүрт йылға “урындағыларҙы” — ябай кешеләрҙең проблемаларына, уларҙы борсоған етешһеҙлектәргә иң яҡын торған ҡатламды билдәләй. Ғөмүмән, урындағы үҙидара халыҡтың йәшәйешен, көнитмешен яҡшыртыу йәһәтенән бик ҙур вәкәләттәргә эйә. Быны һәр һайлаусы аңлап ҡабул итһен һәм мөһим сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаһын ине.
— Муниципаль һайлауҙарҙа кандидаттарға махсус талаптар бармы?
— Бөтөн һайлауҙарға ла талап бер тиһәк тә була. Мәсьәлә депутатлыҡҡа кандидаттарҙың йәш айырмаһына ғына ҡағыла. Мәҫәлән, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа 18 йәше тулған граждан дәғүә итә алһа, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 21 йәшкә етмәгәндәр үтмәй.
— Буласаҡ һайлауҙарҙа сәйәси партияларҙың ҡатнашыуы көтөләме?
— Республикала бер һайлау ҙа фирҡәләрһеҙ үтмәй. Быйыл да һайлау кампанияһы барышында партиялар әүҙемлек күрһәтер һәм муниципаль берәмек Советтарына үҙ кандидаттарын күрһәтер тигән ышаныстамын. Бөгөн иһә республика биләмәһендә 58 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре теркәлгән, уларҙың 57-һе һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш муниципаль һайлауҙарҙа йәмәғәт ойошмалары ла кандидаттарын күрһәтә ала, ундайҙарҙың һаны Башҡортостанда — 96. Шуға күрә һайлау кампанияһы осоронда кандидаттарҙың да, фирҡәләрҙең дә күпкә артып китеүе ихтимал.
Ғөмүмән, сәйәси фирҡәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәбеҙ. Ошо көндәрҙә генә, мәҫәлән, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән быйылғы һайлауҙарға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү мәсьәләләренә ҡағылышлы сираттағы кәңәшмәне үткәрҙек.
— Әле сәйәси сара башланыуға ике айҙан ашыу ваҡыт бар. Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ниндәй эштәр менән мәшғүл?
— Барлыҡ территориаль һайлау комиссияларына һайлауҙарға әҙерлеккә һәм уларҙы үткәреүгә ҡағылышлы яҡынса календарь планын ебәрҙек. Үҙәк һайлау комиссияһының 29 апрелдә үткән ултырышында кандидаттар, һайлау берекмәләре комиссиялары тапшырырға тейешле документтарҙың һәм формаһы исемлеге раҫланды. Әле участка комиссияларының эш блокноттарын әҙерләйбеҙ. Территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзалары ҡатнашлығындағы семинарҙарҙы август һәм сентябрь айҙарында ойошторорға иҫәп тотабыҙ.
– Быйыл муниципаль һайлауға ҡағылышлы ҡануниәттә яңылыҡтар бармы?
– Һайлау кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, муниципаль һайлауҙарҙа участка комиссияларында ун көн алдан тауыш бирергә мөмкин. Тағы ла бер яңылыҡ: урындағы үҙидара органына һайлау бюллетенендә “Барлыҡ кандидаттарға ҡаршы” тигән юл ҡулланылмаясаҡ.
– Элекке һайлауҙарҙағы кеүек “ҡыҙыу линия” ойошторола бит инде...
– Эйе, ундай элемтә июлдән эшләй башлаясаҡ. Был турала өҫтәмә мәғлүмәтте республика гәзиттәрендә һәм беҙҙең рәсми сайтта табырһығыҙ.
– Һайлаусыларға һәм урындағы үҙидара органы депутаты мандатына дәғүә итеүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Иң мөһиме – тауыш биреүсе мәғлүмәтле булырға тейеш. Был эшкә беҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм урындағы комиссиялар ҙур иғтибар бүлә. Әлбиттә, төп таянысыбыҙ – өлкән быуын. Уларҙың күбеһе заманында үҙе депутат булған, яуаплы вазифа биләгән. Ғөмүмән, береһе лә һайлауға битараф ҡалмай, ил яҙмышын уйлайҙар. Шуныһы билдәле: беҙҙе һайлауға йөрөмәгәндәр генә тәнҡитләй. Граждан була тороп, ил яҙмышына нисек битарафлыҡ күрһәтергә мөмкин? Был бит – һинең тыуған ерең, Ватаның! Уның киләсәген алдан ҡайғыртыуҙа ҡатнашмағас, аҙаҡ йоҙроҡ болғауҙан ни мәғәнә? Ә кандидаттарға иһә теләгем бер: һайлаусыларының мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итергә әҙер булһалар ғына тауыш биреүҙә ҡатнашһындар.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.