Башҡортостан – Рәсәйҙең күп йүнәлешле иҡтисадҡа һәм тотороҡло социаль мөнәсәбәттәргә эйә булған, эҙмә-эҙлекле үҫеш кисергән төбәге. Әммә бында ла көрсөккә әҙерләнәләр. Халыҡтың йәшәү кимәленең түбәнәйеүенә, сәнәғәттә, ауыл хужалығы етештереүендә тарҡалышҡа юл ҡуймау йәһәтенән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең һөҙөмтәле эше айырым әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВТЫҢ “Государственная служба” журналына биргән интервьюһында тап ошо мәсьәлә төп тема булды.– Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Бөгөн көрсөк күренештәре йәмғиәт үҫеше өлкәләрендә лә, дәүләт идараһында ла сағыла. Хәүефкә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
– Рәсәйҙә баҙар иҡтисады 25 йыл дауамында барлыҡҡа килде. Йәмғиәт иҡтисади көрсөктө дәреслектән өйрәнмәне, ә көндәлек тормошта татыны. Уның башланыуын да, үҫеүен дә, ахыр сиктә, бәхеткә күрә, тамамланыуын да яҡшы белә. Көрсөк йоғошло сир кеүек. Йәмғиәт менән властың башы ауырта, һәм быға юғары температура түгел, ә иҡтисади күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе, аҡса етмәү, ихтыяж менән тәҡдим араһындағы тигеҙһеҙлек һәм башҡалар сәбәпсе. Шул уҡ медицина менән сағыштырғанда, һәр ауырыу кеүек үк, көрсөк тә ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле дауалауҙы талап итә. Был тәү сиратта идара итеү системаһына, уның нигеҙен тәшкил иткән дәүләт хеҙмәтенә ҡағыла. Минеңсә, ул дәүләт организмының “иммун” системаһы булып тора.
1990 – 2000 йылдарҙа Башҡортостанда идара итеүҙең авторитар системаһына өҫтөнлөк бирелде. Был заман талабы булды: даими тетрәнеү кисергән иҡтисадты тик ошо рәүешле генә һаҡлап ҡалырға мөмкин ине. Ваҡыт үтеү менән төбәк власы кимәлендә эштең иреклерәк алымдарына күсеү зарурлығы тыуҙы. Әммә бындай хәл күҙәтелмәне. Һөҙөмтәлә республика ниндәйҙер дәржәлә ошо сәбәп арҡаһында ла социаль үҫештәге байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы төбәктәрҙән артта ҡала башланы.
Башҡортостанда эш башлағас та айырыуса дәүләт хеҙмәтендә идараның авторитар моделенән баш тартырға кәрәклеген, хеҙмәттәштәремде яңы идеяларҙы һәм тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыуға ылыҡтырыу, етәкселәрҙе халыҡтың ихтыяждарын, проблемаларын аңлап ҡабул итеүгә йүнәлтеү зарурлығын аңланым.
Биш йыл самаһы ваҡыт үтте. Башҡараһы бурыстар әле лә бихисап. Дәүләт хеҙмәтен ойоштороу һәм аяҡҡа баҫтырыу – ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Билдәле бер мәҙәнилек тәрбиәләү, етәкселәрҙе киренән өйрәтеү, психологияны, эш итеү рәүешен үҙгәртеү шарт. Ә был еңелдән түгел. Республика власын тиҙ арала замансалаштырып, иң мөһиме, халыҡҡа яҡынайтып, уның өсөн файҙалыға әүерелдереп булыр тип уйлай инем.
Әлбиттә, алға китеш бар, айырым ыңғай һөҙөмтәләргә лә өлгәштек. Башҡортостан – Рәсәйҙең ышаныслы һәм ныҡлы төбәге. Был йәһәттән дәүләт граждан хеҙмәтенә ҡарашты тамырынан яңыртыуыбыҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Эшемдең тәүге көндәренән үк коллегаларыма “Беҙ дәүләт хеҙмәтен башҡарабыҙ!” тигән фекерҙе һеңдерергә тырышам. Дәүләт хеҙмәте – етәкселекте туйындырыу, уның күрһәтмәһен үтәү тигән хаталы фекер йәшәп килә. Шуға күрә йәмғиәт файҙаһына эшләргә тейешлегебеҙҙе әйтә киләм. Был – беренсенән.
Икенсенән, дәүләт хеҙмәткәре, муниципаль хеҙмәткәр – байлыҡты бүлеүсе лә, ҡаҙнанан аҡса таратыусы ла түгел, ә йәмғиәттәге әхлаҡи шарттарҙы билдәләгән, халыҡҡа файҙа килтергән эшенә яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән, урындарҙа ла ошо идеологияны таратҡан кеше ул. Әлбиттә, әлегә бындай ҡараш бөтөн кешелә лә күҙәтелмәй. Шулай ҙа ыңғай күренештәр юҡ түгел. Урындағы етәкселәргә ялыу белдерелгән хаттар хәҙер һирәгерәк килә, ҡала-ауылдарҙа ижтимағи низағтар кәмене. Тимәк, власть халыҡҡа ярайһы уҡ яҡынайҙы. Эшебеҙҙең тәүге һөҙөмтәһе был.
Әле дәүләт хеҙмәтен үҫтереүҙең мөһим этабы бара. Муниципаль, төбәк һәм федераль кимәлдәге властың үҙ-ара һөҙөмтәле бәйләнешен тәьмин итеү зарур. Ошо мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу – республикала ғына түгел, ил кимәлендәге ҡатмарлы бурыс. Был мәсьәләне яҡшы беләм, сөнки биш йылдан ашыу федераль дәүләт хеҙмәтендә һәм бына биш йыл самаһы Федерация субъектында эшләйем.
– Ниндәй сара күреү кәрәк һуң? Тәү сиратта ниҙәр эшләү мөһим? Дәүләт хеҙмәтенә идара итеү буйынса берҙәм орган төҙөү ошо өлкәләге хәлде яҡшыртыу мөмкинлеген бирерме? Әйткәндәй, был турала һүҙ күптән алып барыла, закондарға ла үҙгәреш индерелде.
– Үҫеш берҙәмлек, үҙ-ара ярҙамлашыу аша тормошҡа ашырылырға тейеш. Бөгөн урындарҙағы федераль власть органдары араһында төбәк мәнфәғәтенән айырылғандар бар, муниципаль кимәл хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Беҙҙә 70-ләгән федераль структура эшләй. Уларҙы төбәктең әүҙем үҫеше әллә ни ҡыҙыҡһындырмай. Эштәрендә лә айырым маҡсатлы күрһәткестәр юҡ тиерлек. Был структуралар үҙ ведомствоһының ғына бурыстарын башҡара. Формаль йәһәттән был дөрөҫтөр ҙә, бәлки, әммә федераль органдарҙың эше төбәктәге бөтөн власть системаһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә ныҡлы йоғонто яһай. Барлыҡ власть тармаҡтарының битарафлыҡтан азат, ҡыҙыҡһыныусан, ниндәйҙер дәрәжәлә хатта хис-тойғоло ҡарашы булғанда ғына, Ватандың ҡеүәтен арттырыу – төп маҡсат, тип билдәләнгәндә генә төбәкте үҫтерергә мөмкин.
Дөйөм маҡсат менән берләшкән федераль һәм төбәк структураларының көйлө эш итеүе шарт. Төбәк власы федераль органдарҙың көндәлек тормош проблемаларынан ситләшеүен тоймаҫҡа, ә “федералдар” төбәк власын “кесе” партнеры итеп ҡабул итмәҫкә тейеш.
Федерация субъекттарында һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәгән һәм араларындағы сик нәҙек кенә һыҙатты тәшкил иткән ике параллель идара итеү мөхитенең булмауы шарт. Әлбиттә, донъяла властың ошо рәүешле бүленеү миҫалдары байтаҡ: ҡайһы бер илдәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙе “төбәктеке”нә һәм “Федерал”ға айыралар. Күрәһең, был бөтөн донъяға хас проблемалыр.
Мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең барыһы өсөн дә ҡулай алымы бармы – әйтеүе ҡыйын. Берәүҙәр бөтөн власть вәкәләттәрен дә тиерлек кисектермәҫтән төбәк кимәленә, икенселәре, киреһенсә, барлыҡ идара итеү сараларын Федераль үҙәккә тапшырыуҙы талап итә. Тимәк, бөтөн власть кимәлдәренең мәнфәғәттәрен берләштергән иң ҡулай алымды эҙләүҙе дауам итеү зарур.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Хакимиәтенең һәм федераль округтарҙың берҙәм идара итеү киңлеген булдырыу йәһәтенән алып барған ҙур ғәмәли эшен билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең федераль һәм төбәк власын даими яҡынайтырға тырышыуы бик тә дөрөҫ.
Айырыуса Федерация субъекттары берлектәге федераль һәм төбәк эшмәкәрлеген ойоштороу яҡлы. Беҙгә төбәктәрҙә үҙебеҙҙең кадрҙарҙы үҫтереүгә, уларҙың федераль структураларҙағы етәксе вазифаларында эшләүенә булышлыҡ итергә кәрәк. Кеше һәләттәрен йәшәгән урынынан башҡа ҡайҙа тормошҡа ашыра ала һуң? Рәсәй республикаларында ғүмер иткән төп милләт кешеһенә төрлө сәбәп (фамилияһы, теле, менталитеты) арҡаһында сит төбәктә карьераны үҫтереү еңелдән булмауы аңлашыла. Ул үҙен күберәк тыуған ерендә күрһәтә ала. Шуға күрә дәүләт хеҙмәте милләт-ара мәсьәләләрҙең тәбиғи “көйләүсеһе”нә әүерелергә тейеш. Дәүләткә һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә иң мөһиме – эшкә профессиональ, тоғро мөнәсәбәт. Ғәҙеллек тә был мәсьәләлә ҙур әһәмиәткә эйә.
Илебеҙҙең үҙенсәлеге – унда йәшәгән халыҡтарҙың төрлөлөгөндә. Төбәктәрҙә, төпкөл ауылдарҙа кешеләр атай-олатайҙарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тотоп йәшәй. Бындай тормош рәүешен емерергә ярамай. Тетрәнеүһеҙ, Көнбайыштағы тормош стандарттарына мәжбүри йәлеп итмәйенсә, эҙмә-эҙлекле индерелгән үҙгәрештәр генә йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙен һаҡлап ҡалып, иҡтисадты үҫтереүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Әлбиттә, 20 йыл буйы либераль иҡтисад, табыш менән уңышты, бар нәмәгә рөхсәтте арымай-талмай пропагандалау халыҡтың әхлаҡи сәләмәтлеген етди ҡаҡшатты.
– Дәүләт хеҙмәте системаһын камиллаштырыу зарурлығы хаҡында һүҙ алып барғанда урындағы үҙидара, илгә идара итеү системаһында уның әһәмиәте хаҡында ла оноторға ярамайҙыр, моғайын.
– Хәлде ошо рәүешле аңлайым: муниципалитеттар, урындағы власть бөгөн дәүләт идараһы вертикаленең дауамы булып тора. Мәҫәлән, ҡала йәки район муниципалитеты үҙен дәүләт власы структураһының элементы итеп тоя. Бының сәбәбе ниндәйҙер өҫтөнлөктәргә, ресурстарға эйә булыуҙа түгел, ә халыҡтың бөтөн башҡарма власть тармаҡтарын берҙәм идара итеү организмы булараҡ ҡабул итеүендә. Рәсәйҙә төбәк һәм урындағы властың бындай моделе тиҫтәләрсә йыл дауамында йәшәп килә һәм кешеләрҙең аңында ныҡлы урын алған.
Урындарҙа граждандарҙы биләмәләге әһәмиәтле мәсьәләләрҙе ҡарауға һәм хәл итеүгә әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Улар ошо проблемаларҙы тикшерһен, формаль булмаған, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерһен ине. Мәҫәлән, теге йәки был муниципаль объектты финанслау, төҙөү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса. Бөгөн мәсьәлә властың формаль ҡоролоуында түгел, ә йыш ҡына кешеләрҙең ҡарар ҡабул итеүҙән ситләтелеүендә, проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу, финанслау пландарын тикшергәндә улар фекеренең иҫәпкә алынмауында.
Бәхеткә күрә, республикабыҙҙа урындағы властың ниндәй булырға тейешлегенә бәйле бәхәстәр, ҡаршылыҡлы фекерҙәр юҡ. Муниципалитеттар дөйөм идара итеү системаһы элементтарын тәшкил итә. Урындарҙағы хакимиәт башлыҡтарының һәр береһе һеҙгә: “Беҙ берҙәм власть системаһында эшләйбеҙ”, – тип әйтәсәк. Әлбиттә, улар муниципалитеттар тураһындағы ҡануниәтте лә боҙорға тырышмай.
– Һеҙҙеңсә, яҡын арала дәүләт хеҙмәтенең иҡтисади мөмкинлектәре ниндәй? Унда эш урындарына бәйле ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ҡыҫҡартыуҙар булырмы? Был мәсьәлә Башҡортостан ғына түгел, Мәскәү халҡын да борсойҙор, тип уйлайым.
– Әлбиттә, ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыу, кешене эшһеҙ ҡалдырыу менән шөғөлләнге килмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса хеҙмәткәрҙәр һанының артыҡ, ә етештереүсәнлектең түбән булыуын да аңлайбыҙ. Эшмәкәрлек йылдарында административ ҡыҫҡартыуҙарға юл ҡуйманым тиерлек, әммә ҡайһы саҡта тап ошо алымды ла ҡулланырға тура килә. Ләкин дәүләт хеҙмәтенән киткән кешеләр башҡа өлкәләрҙә тиҙ арала урын таба, сөнки улар системалы эш тәжрибәһенә, иҡтисадтың күп кенә тармаҡтарында компетенцияға эйә.
Йыш ҡына беҙҙә “түрәләрҙе арттыралар”, “ҡайҙа ҡарама чиновниктар”, “улар тын алырға ла бирмәй” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Киң мәғлүмәт сараларында ла ошо фекер сағыла. Шул уҡ ваҡытта бөгөн дәүләт хеҙмәткәренең эше ғәйәт күп: закондар һаны йылдам арта, ҡатмарлаша барған хоҡуҡи киңлек власҡа ҙур бурыстар йөкмәтә, һәм уларҙы дәүләт хеҙмәткәрҙәренән тыш үтәү мөмкин түгел. Дәүләт учреждениеларында эшләгәндәр ниндәйҙер махсус өҫтөнлөктәргә эйә, бурыстары еңел, әллә ни мәшәҡәттәре юҡ тип әйтеп булмай. Федераль министрлыҡтарҙа, ведомстволарҙа, төбәктәрҙә эштең нисек барғанын беләм – төп хеҙмәткәрҙәрҙең киске сәғәт 8-9-ҙан иртәрәк ҡайтҡаны бик һирәк. Был – ҙур яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы эш, уны еңел тип баһалау – хаталы фекер.
Иң мөһиме – схемалар ҙа, структуралар ҙа түгел, ә кешеләр. Башҡарыусылары насар булһа, яҡшы система ла эшләмәй. Һәм, киреһенсә, көслө хеҙмәткәрҙең һүлпән структурала эшләп тә уңыш ҡаҙаныуы мөмкин.
– Башҡортостан байтаҡ ҙур сараларҙың хужаһына әүерелде. Дәүләт Советы ултырышы һеҙҙә үтте, алда – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттары. Ошо турала бер аҙ һөйләһәгеҙ ине. Бөгөн ошондай ҙур саралар үткәреү, инвестициялар өсөн төбәктәр араһында ниндәйҙер ярыш баралыр, моғайын?
– Әлбиттә, төбәктәр араһында ярыш, хатта етди конкуренция бар. Бындай күренештәр иң элек иҡтисади өлкәгә ҡағыла. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә. Әммә, минеңсә, Федераль үҙәк төбәктәр араһындағы ҡыҙыу ярышты бер аҙ һүрелдереүгә, иҡтисадтағы өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләүгә, ресурстарҙы һәм вәкәләттәрҙе ғәҙел бүлеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Беҙгә биләмәләге компетенцияға ярашлы инвесторҙар табыуҙа, төбәктең үҫешен күҙаллауҙа, стратегик планлаштырыуҙа, тәбиғи монополиялар менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа ярҙам кәрәк.
Әһәмиәтле ваҡиғаларҙы үткәреү йәһәтенән төбәктәрҙең үҙ-ара ярышыуы аңлашыла. Быға Федераль үҙәктән финанс ярҙамы ғына түгел, иң элек дөйөм танылыу һәм даими иғтибар сәбәпсе. Төбәк хаҡында һөйләйҙәр, эшлекле кешеләр һәм инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белдерә, өр-яңы иҡтисади, гуманитар бәйләнештәр, мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә.
ШОС һәм БРИКС саммиттарын юғары кимәлдә үткәрергә, инфраструктураны ныҡлы әҙерләргә тейешбеҙ, сөнки сарала республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илдең йөҙө сағыласаҡ.
Федераль власть беҙгә аэродромды реконструкциялауҙа, яр буйын нығытыуҙа, юл һалыуҙа булышлыҡ күрһәтте, әлбиттә. Ярҙам булмаһа, ошондай күләмле эште башҡара алмаҫ инек.
– Башҡортостан Республикаһы... Һеҙҙең өсөн ул нимәнән ғибәрәт? Республикаға килгән ҡунаҡҡа нимәне ҡарарға, ҡайҙа барырға, кем менән танышырға тәҡдим итер инегеҙ?
– Әңгәмәнең башында әйткән билдәләмәгә әйләнеп ҡайтырға теләйем: Башҡортостан – сәнәғәт етештереүе буйынса ла, ижтимағи-сәйәси йәһәттән дә Федерацияның ышаныслы төбәге. Халҡыбыҙ – илдең дә, республиканың да ысын патриоты. Федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙә ҡатмарлылыҡ юҡ. Беҙ – ышаныслы кешеләр. Инженер булараҡ, минең өсөн ышаныслылыҡ – ҡатмарлы системаның иң төп үҙенсәлеге. Әлбиттә, беҙ робот түгел, йыш ҡына хис-тойғо ла солғап ала, шул иҫәптән идара итеү системаһын ғәҙел ойоштороу, вәкәләттәрҙе айырыу, аҡсаны бүлеү йәһәтенән дә. Иң мөһиме – ошо әһәмиәтле мәсьәләләрҙә ил Президентында хуплау табабыҙ. Был беҙгә киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ өмөттәр бағларға мөмкинлек бирә.
Республикала сағыу, һәләтле кешеләр бик күп. Яҡташтарыбыҙ Рәсәй дәүләте өсөн ҙур эштәр башҡарҙы. 200 йыл элек башҡорт полктары ил ғәскәре сафында Парижға аяҡ баҫҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 мең самаһы кеше фронтҡа киткән. Шуларҙың яртыһы әйләнеп ҡайтмаған. Улар мәңге хәтерҙә... Һуғыш фронттарындағы һәр өсөнсө танк һәм самолет башҡорт нефтенән алынған яғыулыҡ менән эшләгән. Башҡортостан – илебеҙгә бихисап абруйлы шәхес, хәрби етәксе, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм фән эшмәкәрҙәре биргән төбәк. Салауат Юлаев менән Сергей Аксаков төйәгендә Рудольф Нуриев, Владимир Спиваков, Людмила Улицкая, Инна Чурикова, Сергей Довлатов, Земфира, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар һәм башҡалар тыуып үҫкән.
Республикаға килгән ҡунаҡтар тәбиғәтебеҙҙең гүзәллегенә, бейек тауҙарға, иге-сиге күренмәгән далаларға һоҡланып бөтә алмай. Йылғаларыбыҙ буйлап ағып төшөү, аттарҙа сәйәхәт итеү, тау саңғыһы курорттары, ҡымыҙ һәм тәбиғи солоҡ балы менән дауалау, шифаханалар – быларҙың барыһы ла күрше төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы күпләп йәлеп итә. Беҙҙә Башҡортостандың ғына түгел, бөтөн донъя мираҫының мәҙәни байлығын тәшкил иткән һәләтле кешеләр – артистар, рәссамдар, музыканттар, яҙыусылар – йәшәй һәм тырышып эшләй. Театрҙар, концерт залдары, күргәҙмәләр тамашасылар, сәнғәт һөйөүселәр менән тулы. Республикала тормош йәмле, эш ҡыҙыҡлы.
Еребеҙ изге һәм күркәм. “Ҡояшлы Башҡортостан” тип әйтеүҙәре лә осраҡлы түгелдер. Был һүҙҙәр тәбиғәтебеҙгә генә ҡағылмай, үҙебеҙ ҙә ихлас, көләс, ҡунаҡсылбыҙ. “Башҡортостандыҡы” тигән билдә балыбыҙҙың ғына түгел, эшебеҙҙең, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең сифатын сағылдыра.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!