Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әхәт МОСТАФИН: “Татыулыҡ – республиканың үҫеш нигеҙе”
Әхәт МОСТАФИН:  “Татыулыҡ – республиканың  үҫеш нигеҙе” Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы 2000 йылда ойошторолғайны. Был берекмә республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең рәсми теркәлгән 30-ға яҡын милли-мәҙәни ойошмаһын үҙ ҡанаты аҫтына туплаған. Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында улар төрлө халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, республикала татыулыҡты һәм берҙәмлекте тәьмин итеү буйынса власть органдары менән хеҙмәттәшлектә ҙур эш алып бара.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ниндәй маҡсаттар ҡуйып эшләй, ниндәй уңыштарға өлгәшкән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреүен һорап, уның рәйесе Әхәт МОСТАФИНҒА мөрәжәғәт иттек.


— Әхәт Ғәзизйән улы, Ассам­блеяның ойошторолоуына ун биш йыл тулды. Ошо арауыҡта байтаҡ эш атҡарылған. Ҡайһыларын айырыуса билдәләр инегеҙ?
— Эйе, ваҡыт тиҙ үтә. Тәү сиратта Ассамблеяны оҙаҡ йылдар етәкләгән киң билдәле ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Мәжитовты телгә алып китмәү мөмкин түгел. Ул ҡалдырған мираҫты сайпылдырмай алып барырға бурыслыбыҙ.
Ассамблеяға килгәндә, ошо ун биш йылда ил һәм республика кимәлендә күп кенә әһәмиәтле ваҡиғалар булды. Уларҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешкә йоғонтоһо шаҡтай ҙур. Әйтәйек, Башҡорт­остан һәм Рәсәй президенттарын һайлау­ҙы үткәреп ебәрҙек. Шуныһы ҡыуа­ныслы: бындай тарихи ваҡиғаларҙан республика халҡы ситтә ҡалмай, гел әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн иһә, донъяның сәйәси аренаһында хәл киҫкенләшкән мәлдә, республикалағы тотороҡло тормоштоң ни тиклем дә әһәмиәтле икәненә йәнә бер инанабыҙ. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ.
— Башҡортостан халыҡтары ас­самбле­яһы илдә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килде. Башҡа төбәктәрҙең күпселегендә ни өсөндөр милләттәр мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ижтимағи ойошмалар төҙөүгә һүлпән ҡаранылар. Тик был мәсьәлә яңыраҡ урынынан ҡуҙғалды шикелле. Рәсәй Президенты быйыл Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡ булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Һеҙ был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?
— Күп милләтлелек – беҙҙең ҙур бай­лыҡ. Шуға ла Башҡортостандағы сәйәсәт күптән ошо байлыҡты һаҡлап алып ҡа­лыуға ҡоролған. Халыҡтар араһындағы дуҫ­лыҡты нығытыу матур йолаға әүерел­гән. Ошо иһә республиканың нигеҙе булып тора. Беҙҙә һәр халыҡ үҙ телен, мәҙә­ниәтен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлегенә эйә.
Ғөмүмән, Башҡортостан – милләт-ара һәм дин-ара һыйышып йәшәүҙең ыңғай өлгөһө ул. Бер төбәктә халыҡтарҙың күп булыуы ҡайһы бер осраҡта милләт-ара ыҙғыштарға, ксенофобия үҫешенә, башҡа йәмһеҙ күренештәргә килтерә. Бөгөн беҙ бының сағылышын башҡа илдәр миҫалында күреп торабыҙ. Шуға ла республикабыҙ был йәһәттән баш­ҡа­лар­ға миҫал булырҙай тигән фекер­ҙәмен. Агентлыҡҡа килгәндә иһә, күп милләтле Рәсәйҙә бындай структура күптән булды­рылырға тейеш ине.
— Әхәт Ғәзизйән улы, Ассам­блеяның эше менән яҡынданыраҡ таныштыр­һағыҙ ине.
— Уның маҡсаттары күп төрлө. Тәү сиратта — Башҡортостанда һәм Рә­сәйҙә милләт-ара татыулыҡты һаҡ­лау, нығытыу, дәүләт власы ор­ган­дары менән милли-ижтимағи ойошмалар араһында бәйлә­неш­тәрҙе нығытыу, Башҡортостан ха­лыҡ­тарының милли-мәҙәни ҡаҙаныш­тарын һаҡлау һәм үҫтереү. Тағы ла Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм бында йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәбеҙ.
Ассамблея составына утыҙҙан ашыу милли-ижтимағи ойошма инә, тинек. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан урыҫтары соборы, Татар конгресы иң күп һанлылар.
– Съезда кемдәр ҡатнаша? Уның эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– 360 делегат киләсәк, 200 кеше саҡырылған: илдең, республиканың власть органдары вәкилдәре, депутаттар, район хакимиәттәре башлыҡтары, күрше төбәк­тәрҙән вәкилдәр. Иң ҙур үҙгәрештәрҙең береһе – Ассамблеяның уставы ҡайтанан ҡараласаҡ. Бөгөнгө кеүек бер түгел, ә өс рәйес буласаҡ. Күҙаллауым буйынса, башҡорт, татар, урыҫ мил­ләттәре ара­һынан рәйестәштәр һайланасаҡ. Күтә­реләсәк темаларға килгәндә иһә, көн тәртибе билдәле. Баш­ҡортостан халыҡ­тары мәҙә­ниәтен үҫтереү, милли телдәрҙе уҡы­тыу, экстремизмға ҡаршы көрәш алымдары, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, илһөйәрлек тойғоһо тәр­биәләү кеүек мәсьәләләр ҡараласаҡ.
— Милләт-ара татыулыҡ, то­лерантлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ. Шулай ҙа был юҫыҡта проблемалар ҙа бар...
— Әлеге мәлдә, сәйәси хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, беҙҙе нимә берләштерә, шул хаҡта һөйләргә тейешбеҙ. Шуны билдәләге килә: республикалағы тыныс, тотороҡло тормош — төбәктә алып барылған сәйәсәт, көн һайын атҡарылған эш һөҙөмтәһе ул. Иң мөһиме – халыҡ-ара мөнәсәбәттәр насараймаһын, тотороҡлолоҡто һаҡларға кәрәк. Съезда күтәреләсәк мәсьәләләр бөгөнгө ысынбарлыҡ өсөн бик мөһим, һәм уларҙы хәл итеү бурысы һәр милләт вәкиле иңенә төшөргә һәм милли сәйәсәт йылдам тормошҡа ашырылырға тейеш тигән ҡараштамын. Илебеҙҙең күп милләтлелеге – үҫешкә ҡамасау түгел, ә оло ҡаҙаныш. Ойошҡанлыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәр саҡ республикабыҙҙың һәм бында йәшәгән һәр халыҡтың сәскә атыуына булышлыҡ итә. Был байлыҡты һаҡларға тейешбеҙ.
– Мәҙәниәт һәм тел — бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Шуға ла милли-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәр­легендә улар өҫтөнлөклө йүнәлештер...
– Республикала 2012 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан халыҡтары һәм дәүләт телдәрен үҫтереү һәм өйрәнеү программаһы ҡабул ителгән. Уға ярашлы, алты телдә белем алыу, 14 милли телде өйрәнеү мөмкинлеге бар. Даими рәүештә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу йүнәлешендә эш бара. Кадрҙар йәһәтенән ҡытлыҡ булдырмау, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу саралары күрелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә