Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы 2000 йылда ойошторолғайны. Был берекмә республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең рәсми теркәлгән 30-ға яҡын милли-мәҙәни ойошмаһын үҙ ҡанаты аҫтына туплаған. Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында улар төрлө халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, республикала татыулыҡты һәм берҙәмлекте тәьмин итеү буйынса власть органдары менән хеҙмәттәшлектә ҙур эш алып бара.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ниндәй маҡсаттар ҡуйып эшләй, ниндәй уңыштарға өлгәшкән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреүен һорап, уның рәйесе Әхәт МОСТАФИНҒА мөрәжәғәт иттек.— Әхәт Ғәзизйән улы, Ассамблеяның ойошторолоуына ун биш йыл тулды. Ошо арауыҡта байтаҡ эш атҡарылған. Ҡайһыларын айырыуса билдәләр инегеҙ?
— Эйе, ваҡыт тиҙ үтә. Тәү сиратта Ассамблеяны оҙаҡ йылдар етәкләгән киң билдәле ғалим, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Мәжитовты телгә алып китмәү мөмкин түгел. Ул ҡалдырған мираҫты сайпылдырмай алып барырға бурыслыбыҙ.
Ассамблеяға килгәндә, ошо ун биш йылда ил һәм республика кимәлендә күп кенә әһәмиәтле ваҡиғалар булды. Уларҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешкә йоғонтоһо шаҡтай ҙур. Әйтәйек, Башҡортостан һәм Рәсәй президенттарын һайлауҙы үткәреп ебәрҙек. Шуныһы ҡыуаныслы: бындай тарихи ваҡиғаларҙан республика халҡы ситтә ҡалмай, гел әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн иһә, донъяның сәйәси аренаһында хәл киҫкенләшкән мәлдә, республикалағы тотороҡло тормоштоң ни тиклем дә әһәмиәтле икәненә йәнә бер инанабыҙ. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ.
— Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы илдә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килде. Башҡа төбәктәрҙең күпселегендә ни өсөндөр милләттәр мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ижтимағи ойошмалар төҙөүгә һүлпән ҡаранылар. Тик был мәсьәлә яңыраҡ урынынан ҡуҙғалды шикелле. Рәсәй Президенты быйыл Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡ булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Һеҙ был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?
— Күп милләтлелек – беҙҙең ҙур байлыҡ. Шуға ла Башҡортостандағы сәйәсәт күптән ошо байлыҡты һаҡлап алып ҡалыуға ҡоролған. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу матур йолаға әүерелгән. Ошо иһә республиканың нигеҙе булып тора. Беҙҙә һәр халыҡ үҙ телен, мәҙәниәтен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү мөмкинлегенә эйә.
Ғөмүмән, Башҡортостан – милләт-ара һәм дин-ара һыйышып йәшәүҙең ыңғай өлгөһө ул. Бер төбәктә халыҡтарҙың күп булыуы ҡайһы бер осраҡта милләт-ара ыҙғыштарға, ксенофобия үҫешенә, башҡа йәмһеҙ күренештәргә килтерә. Бөгөн беҙ бының сағылышын башҡа илдәр миҫалында күреп торабыҙ. Шуға ла республикабыҙ был йәһәттән башҡаларға миҫал булырҙай тигән фекерҙәмен. Агентлыҡҡа килгәндә иһә, күп милләтле Рәсәйҙә бындай структура күптән булдырылырға тейеш ине.
— Әхәт Ғәзизйән улы, Ассамблеяның эше менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине.
— Уның маҡсаттары күп төрлө. Тәү сиратта — Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, нығытыу, дәүләт власы органдары менән милли-ижтимағи ойошмалар араһында бәйләнештәрҙе нығытыу, Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙаныштарын һаҡлау һәм үҫтереү. Тағы ла Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм бында йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәбеҙ.
Ассамблея составына утыҙҙан ашыу милли-ижтимағи ойошма инә, тинек. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан урыҫтары соборы, Татар конгресы иң күп һанлылар.
– Съезда кемдәр ҡатнаша? Уның эшмәкәрлегендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– 360 делегат киләсәк, 200 кеше саҡырылған: илдең, республиканың власть органдары вәкилдәре, депутаттар, район хакимиәттәре башлыҡтары, күрше төбәктәрҙән вәкилдәр. Иң ҙур үҙгәрештәрҙең береһе – Ассамблеяның уставы ҡайтанан ҡараласаҡ. Бөгөнгө кеүек бер түгел, ә өс рәйес буласаҡ. Күҙаллауым буйынса, башҡорт, татар, урыҫ милләттәре араһынан рәйестәштәр һайланасаҡ. Күтәреләсәк темаларға килгәндә иһә, көн тәртибе билдәле. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереү, милли телдәрҙе уҡытыу, экстремизмға ҡаршы көрәш алымдары, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҡараласаҡ.
— Милләт-ара татыулыҡ, толерантлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ. Шулай ҙа был юҫыҡта проблемалар ҙа бар...
— Әлеге мәлдә, сәйәси хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, беҙҙе нимә берләштерә, шул хаҡта һөйләргә тейешбеҙ. Шуны билдәләге килә: республикалағы тыныс, тотороҡло тормош — төбәктә алып барылған сәйәсәт, көн һайын атҡарылған эш һөҙөмтәһе ул. Иң мөһиме – халыҡ-ара мөнәсәбәттәр насараймаһын, тотороҡлолоҡто һаҡларға кәрәк. Съезда күтәреләсәк мәсьәләләр бөгөнгө ысынбарлыҡ өсөн бик мөһим, һәм уларҙы хәл итеү бурысы һәр милләт вәкиле иңенә төшөргә һәм милли сәйәсәт йылдам тормошҡа ашырылырға тейеш тигән ҡараштамын. Илебеҙҙең күп милләтлелеге – үҫешкә ҡамасау түгел, ә оло ҡаҙаныш. Ойошҡанлыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәр саҡ республикабыҙҙың һәм бында йәшәгән һәр халыҡтың сәскә атыуына булышлыҡ итә. Был байлыҡты һаҡларға тейешбеҙ.
– Мәҙәниәт һәм тел — бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Шуға ла милли-мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлегендә улар өҫтөнлөклө йүнәлештер...
– Республикала 2012 – 2016 йылдарҙа Башҡортостан халыҡтары һәм дәүләт телдәрен үҫтереү һәм өйрәнеү программаһы ҡабул ителгән. Уға ярашлы, алты телдә белем алыу, 14 милли телде өйрәнеү мөмкинлеге бар. Даими рәүештә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу йүнәлешендә эш бара. Кадрҙар йәһәтенән ҡытлыҡ булдырмау, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу саралары күрелә.