Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ауыл яугирҙәре
Бер ауыл яугирҙәре Һәр ауыл — үҙе бер донъя, оло Ватандың бәләкәй генә бер биләмәһе. Атай, әсәй берҙән-бер булған кеүек, беҙгә, ауылда тыуып үҫкәндәргә, шул кескәй төйәгебеҙ ҙә берҙән-бер генә. Олоғая барған һайын, тыуған ауыл, ауылдаштар, атай йорто йышыраҡ иҫкә төшә. Беҙҙең быуындың бала һәм үҫмер саҡтары ауыр һуғыш ваҡытына, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килде.

Беҙ шул дәүерҙәге михнәттәрҙе күреп, үҙ елкәбеҙҙә татып үҫтек. Шуның өсөн дә, ауылым тарихы тураһында материалдар йыйнай башлау менән, иң элек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм шул йылдарҙа тылда хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән ҡәҙерле ауылдаштарым тура­һын­да белгәндәремде барлау, төрлө сы­ғанаҡтарҙан мәғлүмәттәр туплау эше менән шөғөлләнеүҙе иң беренсе бурыс итеп ҡуйҙым. Башта үҙемдең кесе ватаным тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп үтәйем.
Бер ауыл яугирҙәреТыуған төйәгем — хәҙер Стәрлетамаҡ, элек (1957 йылға тиклем) Әлшәй районына ҡараған Яңы Абдрахман (халыҡ телендә — Түбәнге Сумар) ауылы. 40-сы йылдар уртаһында 30-35 кенә йорттан торған ауыл ине ул. Шулай булһа ла, ауылдаштарым үҙҙәре айырым бер колхоз булып йәшәп ята ине. Мин бына ошо тыуған төйәгемдә Яңы Абдрахман баш­лан­ғыс мәктәбен тамамлап, белем юлына аяҡ баҫтым. Ауылыбыҙ халҡы уңған, дәртле, бер ғаилә кеүек берҙәм була торғайны. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: Өршәк буйындағы яҙғы йыйындарҙы, ҡыҙҙар уйын­дарын нәҡ беҙҙең ауыл башлап ебәрер ҙә, артабан ул йылғаның түбәнге ағымына табан ауылдан ауылға күсә барып, Мораҙым, Төрөмбәт, Ҡаҙырғол, Өҫә­йендәрҙе үтеп, Мерәҫкә етеп тамамла­ныр ине. Улар барыһы ла — меркет-мең һәм өршәк-мең башҡорт ырыу­ҙа­рының ауылдары, ә Түбәнге Абдрахман — төп ун ике меркет-мең ауылының береһе. Йыйындарҙы башлап ебәреү хоҡуғы булғас, ырыуҙың эске тормошонда урыны абруйлы булғандыр, күрәһең. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа миңә ауылыбыҙҙа халыҡ­тың үҙ көсө, үҙ ихтыяры менән ойошто­ролған йыйындарҙы күрергә насип булды. Яу юлдарын үтеп, имен-аман илгә ҡайт­ҡан ағайҙар алдан йөрөнө ул халыҡ байрамдарын ойоштороу эшендә.
Илгә ҡайтҡан ағайҙар, тинем дә ул, бик һирәктәрҙең өлөшөнә төштө шул ул бәхет. Әле бына һуғышта ҡатнашҡан ауылдаш­та­рым­дың исемлеген төҙөнөм дә ошондай һандарға аптырап киттем: 30-35 кенә йорттан торған Яңы Абдрахман ауылы халҡы фронтҡа имәндәй 50 ир-егетте оҙатҡан, шуларҙың 32-һе яу яландарында ятып ҡалған, 18 кеше, утлы юлдарҙы үтеп, иҫән ҡалған (был һандарҙың артабанғы эҙләнеүҙәр барышында үҙгәреүе ихтимал). Бәләкәй генә ауыл өсөн бик ҙур һандар бит былар. Әгәр ҙә ул ҡәһәрле һу­ғыш булмаһа, күпме ауылдарыбыҙ перс­пективаһыҙҙар исемлегенә лә эләкмәҫ, бөгөн дә тормош унда гөрләп торған булыр ине.
Ватанды һаҡлап, ғәзиз ғүмерҙәрен бир­гән ауылдаштарым араһында иң күбеһе — Ғәҙелшиндәр. Бына улар: Абдулла Шәңгәрәй улы, Лоҡман Уҫман улы, Ғүмәр Уҫман улы, Исламғол Янғол улы, Хөснөтдин Йософ улы, Шәрәфетдин Йософ улы.
“Атайым 1910 йылғы ине, өс ҫуғышта ҡатнашҡан: Халхин-Гол, фин ҫуғышы, Бө­йөк Ватан ҫуғышы, — тип һөйләне миңә 2009 йылдың авгусында Ғүмәр Ғәҙел­шиндең улы Әсғәт Усманов (Әсғәт дуҫым ҡартатаһы Уҫман бабайҙың исеме менән Усманов фамилияһын алғайны). — Ҫуғыш башланғас та, Фәхрислам бабай бар ине бит, брискаҫына тейәп, Әлшәйгә алып кит­кән. Ғәҙелшиннәр күмәк ине, биш-алтыҫын бер юлы оҙатҡандар”. Лейтенант Ғүмәр Ғәҙелшин артабан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында һуғышып, 1943 йылда батырҙарса һәләк булған.
Ғәҙелшиндәрҙән ике ир-егет — Арыҫ­лан (Арыҫланғәле) Уҫман улы һәм Рәшит Ислам улы, утлы яу юлдарын үтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Арыҫлан ағай майор званиеһында ине, матур хәрби кейемдәр кейеп, орден-миҙалдарын тағып, ауылға йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. 50-се йылдарҙа ата-әсәһе — ауылыбыҙҙың хөрмәтле өл­кән кешеләре Уҫман бабай һәм Бибиямал әбей иҫән-һау ине әле. Майор ағайыбыҙ­ҙың ауылға ҡайтыуы беҙҙең һымаҡ малай-шалай өсөн дә бер ваҡиға булып ҡала торғайны. Арыҫлан ағай Ғилминур еңгә менән Светлана һәм Римма исемле ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ғүмерҙәренең һуңғы йылдарында ауылыбыҙға 50 генә саҡрымда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, йәшәнеләр.
Рәшит Ғәҙелшин 1943 йылдың 20 ғин­уа­рында, үҙенә бер йәш өҫтәп булһа кәрәк, һуғышҡа китә. Мәскәү эргәһенән (Молодеченск тигән урындан) Көнсығыш Пруссияға — Кенигсбергка тиклем яу юлдары буйлап үтә. Белоруссияла, Гомель ҡалаһы эргәһендәге тиңһеҙ алышта пехотасы Ғәҙелшин 1943 йылдың декабрендә таң ҡалырлыҡ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Дошмандың ут позицияһын алыу өсөн барған алыш ике тәүлек буйы дауам итә. Ҡалҡыулыҡ әле беҙҙекеләр, әле дошман ҡулына күсә. Тәүге һөжүмгә барғанда уҡ взвод командиры һәләк була. Рәшит взвод­ҡа, ә артабан, рота командиры ауғас, ротаға командалыҡ итеүҙе үҙенә ала. Был алышта башҡорт егете күр­һәт­кән батырлыҡ тураһындағы хәбәр шул көндәрҙә үк бөтөн фронтҡа билдәле була. Дивизия гәзите хәрби хәбәрсеһе булып эшләгән сыуаш шағиры лейтенант Педер Хузангай, уның менән осрашып, “Рәшит Ғәҙелшин” тигән шиғыр яҙа һәм 1943 йыл­дың 26 декабрендә “Сталинец” дивизия гәзитендә баҫтырып сығара. (Ә унан бер аҙна алда, 19 декабрҙә, шул уҡ гәзиттә Рәшитте III дәрәжә Дан ордены менән наградлау тураһында бойороҡ донъя күргән була). Шиғыр ошо алыш картинаһы һәм Рәшиттең батырлығы документаль теүәл­лек менән тасуирланыуы йәһәтенән ғәйәт әһәмиәтле. Сыуашстандың буласаҡ ха­лыҡ шағирының әҫәренән бер өҙөк килтереп үтәйем:
“Забрезжил рассвет. И по болоту —
По кочкам — двинулась пехота.
Идет со взводом и Рашид,
Бежит, ложится, вновь бежит.
Ползком, ползком... и вдруг, с размаху,
Рашид набросил плащ-палатку
И первым дерзко перелез
С винтовкою наперевес.
Стреляя на ходу, ворвался
В траншею разъяренным барсом:
“За Родину, друзья! За мной!”
И закипел неравный бой.
Но рос бесстрашным комсомольцем
Гадельшин под башкирским солнцем.
Кумысом кровь бродила в нем,
Не дрогнул он перед врагом.
Штыком, гранатой и прикладом
Владел Рашид как надо:
Семнадцать немцев он убил,
Двоих живым захватил.
В Башкирии издревле пелось:
“Джигита украшает смелость”.
А смелого везде, всегда
Ведет счастливая звезда.
Хвала тебе, Рашид Гадельшин!
Счастливой ты звездой отмечен.
Пусть на груди она твоей
Горит, как слава наших дней!”
Әммә Рәшит ул ваҡытта орденды алып өлгөрмәй. Шул уҡ йылдың 31 декабрендә Жлобин ҡалаһы эргәһендә (Белоруссияның Гомель өлкәһе) ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Күп йылдар үтә. 1963 йылда Рәшит “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Педер Хузангай тураһында хәбәр күреп ҡала, уның фронтта осрашҡан хәрби хәбәрсе икәнлеген иҫенә төшөрә һәм халыҡ шағирына, награданы юллап алыуҙа ярҙам итеүен һорап, хат яҙа. П. Хузангай фронтташы Рәшит Ғәҙелшинде онотмаған була, әлбиттә. Ул СССР Юғары Советы Президиумына хат менән мөрәжәғәт итә һәм, ниһайәт, 1964 йылдың июлендә Әлшәй районының хәрби комиссары Рәшиткә, өйөнә килеп, Дан орденын тапшыра. Данлы ауылдашым ул ваҡытта “Раевка” совхозының Дим бүлексәһендә йәшәй ине. Өс бала атаһы, алдынғы механизатор булды. Элегерәк республика гәзиттәрендә уның хәрби батырлығына арналған бер нисә мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны.

Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә