Һәр ауыл — үҙе бер донъя, оло Ватандың бәләкәй генә бер биләмәһе. Атай, әсәй берҙән-бер булған кеүек, беҙгә, ауылда тыуып үҫкәндәргә, шул кескәй төйәгебеҙ ҙә берҙән-бер генә. Олоғая барған һайын, тыуған ауыл, ауылдаштар, атай йорто йышыраҡ иҫкә төшә. Беҙҙең быуындың бала һәм үҫмер саҡтары ауыр һуғыш ваҡытына, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килде. Беҙ шул дәүерҙәге михнәттәрҙе күреп, үҙ елкәбеҙҙә татып үҫтек. Шуның өсөн дә, ауылым тарихы тураһында материалдар йыйнай башлау менән, иң элек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм шул йылдарҙа тылда хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән ҡәҙерле ауылдаштарым тураһында белгәндәремде барлау, төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр туплау эше менән шөғөлләнеүҙе иң беренсе бурыс итеп ҡуйҙым. Башта үҙемдең кесе ватаным тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп үтәйем.
Тыуған төйәгем — хәҙер Стәрлетамаҡ, элек (1957 йылға тиклем) Әлшәй районына ҡараған Яңы Абдрахман (халыҡ телендә — Түбәнге Сумар) ауылы. 40-сы йылдар уртаһында 30-35 кенә йорттан торған ауыл ине ул. Шулай булһа ла, ауылдаштарым үҙҙәре айырым бер колхоз булып йәшәп ята ине. Мин бына ошо тыуған төйәгемдә Яңы Абдрахман башланғыс мәктәбен тамамлап, белем юлына аяҡ баҫтым. Ауылыбыҙ халҡы уңған, дәртле, бер ғаилә кеүек берҙәм була торғайны. Шуны ғына әйтеү ҙә етә: Өршәк буйындағы яҙғы йыйындарҙы, ҡыҙҙар уйындарын нәҡ беҙҙең ауыл башлап ебәрер ҙә, артабан ул йылғаның түбәнге ағымына табан ауылдан ауылға күсә барып, Мораҙым, Төрөмбәт, Ҡаҙырғол, Өҫәйендәрҙе үтеп, Мерәҫкә етеп тамамланыр ине. Улар барыһы ла — меркет-мең һәм өршәк-мең башҡорт ырыуҙарының ауылдары, ә Түбәнге Абдрахман — төп ун ике меркет-мең ауылының береһе. Йыйындарҙы башлап ебәреү хоҡуғы булғас, ырыуҙың эске тормошонда урыны абруйлы булғандыр, күрәһең. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа миңә ауылыбыҙҙа халыҡтың үҙ көсө, үҙ ихтыяры менән ойошторолған йыйындарҙы күрергә насип булды. Яу юлдарын үтеп, имен-аман илгә ҡайтҡан ағайҙар алдан йөрөнө ул халыҡ байрамдарын ойоштороу эшендә.
Илгә ҡайтҡан ағайҙар, тинем дә ул, бик һирәктәрҙең өлөшөнә төштө шул ул бәхет. Әле бына һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарымдың исемлеген төҙөнөм дә ошондай һандарға аптырап киттем: 30-35 кенә йорттан торған Яңы Абдрахман ауылы халҡы фронтҡа имәндәй 50 ир-егетте оҙатҡан, шуларҙың 32-һе яу яландарында ятып ҡалған, 18 кеше, утлы юлдарҙы үтеп, иҫән ҡалған (был һандарҙың артабанғы эҙләнеүҙәр барышында үҙгәреүе ихтимал). Бәләкәй генә ауыл өсөн бик ҙур һандар бит былар. Әгәр ҙә ул ҡәһәрле һуғыш булмаһа, күпме ауылдарыбыҙ перспективаһыҙҙар исемлегенә лә эләкмәҫ, бөгөн дә тормош унда гөрләп торған булыр ине.
Ватанды һаҡлап, ғәзиз ғүмерҙәрен биргән ауылдаштарым араһында иң күбеһе — Ғәҙелшиндәр. Бына улар: Абдулла Шәңгәрәй улы, Лоҡман Уҫман улы, Ғүмәр Уҫман улы, Исламғол Янғол улы, Хөснөтдин Йософ улы, Шәрәфетдин Йософ улы.
“Атайым 1910 йылғы ине, өс ҫуғышта ҡатнашҡан: Халхин-Гол, фин ҫуғышы, Бөйөк Ватан ҫуғышы, — тип һөйләне миңә 2009 йылдың авгусында Ғүмәр Ғәҙелшиндең улы Әсғәт Усманов (Әсғәт дуҫым ҡартатаһы Уҫман бабайҙың исеме менән Усманов фамилияһын алғайны). — Ҫуғыш башланғас та, Фәхрислам бабай бар ине бит, брискаҫына тейәп, Әлшәйгә алып киткән. Ғәҙелшиннәр күмәк ине, биш-алтыҫын бер юлы оҙатҡандар”. Лейтенант Ғүмәр Ғәҙелшин артабан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында һуғышып, 1943 йылда батырҙарса һәләк булған.
Ғәҙелшиндәрҙән ике ир-егет — Арыҫлан (Арыҫланғәле) Уҫман улы һәм Рәшит Ислам улы, утлы яу юлдарын үтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Арыҫлан ағай майор званиеһында ине, матур хәрби кейемдәр кейеп, орден-миҙалдарын тағып, ауылға йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. 50-се йылдарҙа ата-әсәһе — ауылыбыҙҙың хөрмәтле өлкән кешеләре Уҫман бабай һәм Бибиямал әбей иҫән-һау ине әле. Майор ағайыбыҙҙың ауылға ҡайтыуы беҙҙең һымаҡ малай-шалай өсөн дә бер ваҡиға булып ҡала торғайны. Арыҫлан ағай Ғилминур еңгә менән Светлана һәм Римма исемле ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ғүмерҙәренең һуңғы йылдарында ауылыбыҙға 50 генә саҡрымда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, йәшәнеләр.
Рәшит Ғәҙелшин 1943 йылдың 20 ғинуарында, үҙенә бер йәш өҫтәп булһа кәрәк, һуғышҡа китә. Мәскәү эргәһенән (Молодеченск тигән урындан) Көнсығыш Пруссияға — Кенигсбергка тиклем яу юлдары буйлап үтә. Белоруссияла, Гомель ҡалаһы эргәһендәге тиңһеҙ алышта пехотасы Ғәҙелшин 1943 йылдың декабрендә таң ҡалырлыҡ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Дошмандың ут позицияһын алыу өсөн барған алыш ике тәүлек буйы дауам итә. Ҡалҡыулыҡ әле беҙҙекеләр, әле дошман ҡулына күсә. Тәүге һөжүмгә барғанда уҡ взвод командиры һәләк була. Рәшит взводҡа, ә артабан, рота командиры ауғас, ротаға командалыҡ итеүҙе үҙенә ала. Был алышта башҡорт егете күрһәткән батырлыҡ тураһындағы хәбәр шул көндәрҙә үк бөтөн фронтҡа билдәле була. Дивизия гәзите хәрби хәбәрсеһе булып эшләгән сыуаш шағиры лейтенант Педер Хузангай, уның менән осрашып, “Рәшит Ғәҙелшин” тигән шиғыр яҙа һәм 1943 йылдың 26 декабрендә “Сталинец” дивизия гәзитендә баҫтырып сығара. (Ә унан бер аҙна алда, 19 декабрҙә, шул уҡ гәзиттә Рәшитте III дәрәжә Дан ордены менән наградлау тураһында бойороҡ донъя күргән була). Шиғыр ошо алыш картинаһы һәм Рәшиттең батырлығы документаль теүәллек менән тасуирланыуы йәһәтенән ғәйәт әһәмиәтле. Сыуашстандың буласаҡ халыҡ шағирының әҫәренән бер өҙөк килтереп үтәйем:
“Забрезжил рассвет. И по болоту —
По кочкам — двинулась пехота.
Идет со взводом и Рашид,
Бежит, ложится, вновь бежит.
Ползком, ползком... и вдруг, с размаху,
Рашид набросил плащ-палатку
И первым дерзко перелез
С винтовкою наперевес.
Стреляя на ходу, ворвался
В траншею разъяренным барсом:
“За Родину, друзья! За мной!”
И закипел неравный бой.
Но рос бесстрашным комсомольцем
Гадельшин под башкирским солнцем.
Кумысом кровь бродила в нем,
Не дрогнул он перед врагом.
Штыком, гранатой и прикладом
Владел Рашид как надо:
Семнадцать немцев он убил,
Двоих живым захватил.
В Башкирии издревле пелось:
“Джигита украшает смелость”.
А смелого везде, всегда
Ведет счастливая звезда.
Хвала тебе, Рашид Гадельшин!
Счастливой ты звездой отмечен.
Пусть на груди она твоей
Горит, как слава наших дней!”
Әммә Рәшит ул ваҡытта орденды алып өлгөрмәй. Шул уҡ йылдың 31 декабрендә Жлобин ҡалаһы эргәһендә (Белоруссияның Гомель өлкәһе) ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Күп йылдар үтә. 1963 йылда Рәшит “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Педер Хузангай тураһында хәбәр күреп ҡала, уның фронтта осрашҡан хәрби хәбәрсе икәнлеген иҫенә төшөрә һәм халыҡ шағирына, награданы юллап алыуҙа ярҙам итеүен һорап, хат яҙа. П. Хузангай фронтташы Рәшит Ғәҙелшинде онотмаған була, әлбиттә. Ул СССР Юғары Советы Президиумына хат менән мөрәжәғәт итә һәм, ниһайәт, 1964 йылдың июлендә Әлшәй районының хәрби комиссары Рәшиткә, өйөнә килеп, Дан орденын тапшыра. Данлы ауылдашым ул ваҡытта “Раевка” совхозының Дим бүлексәһендә йәшәй ине. Өс бала атаһы, алдынғы механизатор булды. Элегерәк республика гәзиттәрендә уның хәрби батырлығына арналған бер нисә мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
(Аҙағы бар).