Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡуяндан да шәберәк алға барырбыҙ
Милли буржуазия ул, минеңсә, үҙе генә түгел, халҡы, милләте өсөн дә капитал туплаған ҡатлам. Ул халҡын, уның мәнфәғәтен хәстәрләргә, йәғни йәш быуынды үҫтерергә, уҡытырға, уларҙы бөтә донъяға билдәле шәхес итеп тәрбиәләү өсөн аҡсаһын һалырға тейеш. Шунһыҙ халыҡтың, милләттең киләсәге юҡ.

Капиталдың милләте булмаһа ла, эшҡыуарҙың, милли буржуазияның мил­ләте бар. Тәбиғи, әгәр ул үҙ халҡының ысын пат­риоты икән, халҡы тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы.
Әгәр беҙ милли буржуазияны мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләмәһәк, үҫтермәһәк, милләт тарих төпкөлөндә ятып ҡаласаҡ. Үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында ғына белем биреп, үҙебеҙҙең мөхиттә генә тәрбиәләп, алдынғы ҡарашлы шәхестәр, исеме донъя­ға билдәле ғалимдар, артистар, спортсылар тәрбиәләп булмай. Уларҙы юғары квалификациялы белгестәре менән дан тотҡан Рәсәйҙең, сит илдәрҙең уҡыу йорттарына индерергә кәрәк. Беҙҙә, һис шикһеҙ, талантлы балалар күп, әммә белем алыу, үҫеү мөмкинлеге сикләнгән. Бына ошонда, йәғни талантлы балаларҙы уҡытыуҙа, шәхес итеп үҫтереүҙә милли буржуазия ярҙам итергә тейеш. Уларҙың ярҙамы, һалған капиталы илен, халҡын данлаған шәхестәр булып ҡайтасаҡ.
Беҙҙең халыҡтың бер насар һыҙаты бар: бер туҡтауһыҙ тарихыбыҙҙы барлап, йыр­ҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе маҡтап, кисәге көн менән йәшәйбеҙ. “Беҙҙең башҡорт Парижға барып етте!” – тип күкрәк һуға­быҙ. Эйе, ризамын, улары ла бик кәрәк. Әммә, минеңсә, тарих менән артыҡ мауыҡ­маҫҡа, күберәк илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсә­ген хәстәрләргә ине. Башҡорт Па­риж­ға барып еткән – һүҙ юҡ. Әгәр бөгөн беҙҙең милләт вәкилдәре Парижда уҡып йөрөһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Был тәңгәлдә йәһүд халҡын үрнәк итеп алырға була. Һуғышҡа тиклем, һуғыш йылдарында миллионлаған кеше­һен юғалтһа ла, улар тарихын барлап ҡалманы, үҙенең милли буржуа­зия­һын үҫтереп, илен нығытты, бөгөн донъяла лайыҡлы урын биләйҙәр. Шуға күрә беҙгә лә яңы типтағы быуын тәрбиәләү зарур, һәм был эш мәктәптән башланырға тейеш.
Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Был да дөрөҫ. Ысынлап та, алдағы быуаттарҙа беҙҙең халыҡты алданылар: ХХ быуат башында Башҡортостанға үҙаллылыҡ биреп, артабан, милли интеллигенцияны, милли буржуазияны ҡырып, дәүләтселегебеҙҙе ав­то­но­мия­ға ҡалдырҙылар. Меңдәрсә ке­ше­беҙҙең ғүмерен биреп, ҡанын түгеп яулаған хо­ҡуҡтарыбыҙ ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Бынан халҡыбыҙ һығымта яһаманы, фәһем алманы. Был ғәйеп түгел, ә бәлә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында, әҙер булма­уыбыҙ сә­бәпле, тағы бер тапҡыр алданып, урманһыҙ, тәбиғи байлыҡтарһыҙ тороп ҡалдыҡ. Милкебеҙ олигархтар ҡу­лына күсте. Былар барыһы ла иҡтисад, фән өлкәһендә донъяға билдәле шәхес­тәр, милли буржуазия булмауы арҡаһында килеп сыҡты.
Эшҡыуарлыҡ милләттең ҡанында бу­лырға тейеш, тип әйтәләр. М. Хужиндың фекеренсә, башҡорттарҙа был юҡ, һәм ул миҫал итеп башҡа милләт халҡы араһынан күпме миллиардер сығыуы тураһында әйтә. Эйе, был тәңгәлдә беҙ күпкә артта ҡалдыҡ, исемлектә беҙҙең милләттән сыҡҡандар, ысынлап та, юҡ. Беҙҙең төп бәлә – эш­ҡыуарлыҡты күтәргәндәй лидер­ҙар элек тә булмаған, хәҙер ҙә юҡ. Шуға күрә өсөнсө тапҡыр алданмаҫ өсөн йүн­селлекте үҫте­рергә кәрәк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ябай халыҡ эшҡыуар­ҙарҙы дошман күрҙе. Бөгөн ҡараш үҙгәрҙе: байҙарһыҙ илдең алға бара алмаясағын халыҡ аңлай. Иң мөһиме – бөгөн республика баҫма­ларын­да, шул иҫәптән “Баш­ҡортостан” гәзи­тендә, эшҡыуарлыҡ өл­кә­һенең йыш яҡтыртылыуы ҡыуандыра. Улар аша диалог, бәхәс, һис шикһеҙ, булырға тейеш.
М. Хужиндың “Гөбөргәйелдән ҡуяндай етеҙлек талап итеү — башҡа һыймаҫлыҡ хәл” тип фекер йөрөтөүе аптыратты ла, рәнйетте лә. Быны нисек аңларға? Үҙ халҡыңды шулай кәмһетергә ярамайҙыр бит. Уны гөбөргәйелгә тиңләү — бына был, ысынлап та, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Баш­ҡорт һәр саҡ уҡымышлы, алдынғы ҡараш­лы булған. Килер бер заман, ул ҡуяндан да шәберәк алға барыр.
Үҙенең мәҡәләһендә автор Бөйөк Ватан һуғышына бәйле миҫалдар килтерә. Йәғни беҙҙең һалдаттар, һуғыштан эсергә һәм тартырға өйрәнеп ҡайтып, был насар ғәҙәт­тәрҙең илдә киң таралыуына булышлыҡ итә. Дөрөҫ түгел. Азат итеүсе совет һал­даты Европа илдәренә килгәс, был илдәр­ҙәге халыҡтың нисек яҡшы, бай йәшәүен күрә, дошманды еңеп ҡайтҡас, үҙенең илендә лә шундай тормош буласағына инанып йәшәй. Европалағы кеүек тормош ҡорорға беҙҙең ил әҙер булмай, дәүләт халыҡты ундай тормош менән тәьмин итеүҙән ҡурҡа һәм еңеүсе һалдаттарҙы, араҡыға арзан хаҡ ҡуйып, махсус рәүештә эскелек һаҙлығына батыра. Эскән кеше, билдәле, яҡшы тормош тураһында хыялланмай һәм халыҡтың деградацияһы башлана.
Үҙенең мәҡәләһендә М. Хужин “Олатай-атайҙарыбыҙ – ҡанлы яуҙа, өләсәй-әсәйҙә­ребеҙ, эт күрмәгәнде күреп, тылда ғазап кисереп, капитализм тергеҙелмәһен өсөн ҡан ҡойған да баһа!” тип яҙа. Беҙҙең олатай-атайҙарыбыҙ, өләсәй-әсәйҙәребеҙ ка­пи­тализмға ҡаршы түгел, ә фашизмды донъя йөҙөнән юҡ итеү өсөн көрәшкән, киләсәктә мул тормошта йәшәү тураһында яҡты уйҙар менән йәшәгән.
Мул, етеш тормош байҙарһыҙ булмай. Ваҡытында, СССР мәлендә, беҙҙе тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә саҡырҙы­лар. Һәм шулай булды ла. Бөгөн иһә кеҫәң­дә аҡсаң булһа ғына тиңдәр ара­һында тиң булып йәшәргә мөмкин. Бының өсөн, иманым камил, халыҡтың үҙенең байҙары, милли буржуазияһы булыуы мотлаҡ.







Автор: Дамир АЛЛАЯРОВ. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. салимжан
    салимжан от 17.04.2015, 13:02
    Маладис Дамир агай.

  2. Илдар
    Илдар от 17.04.2015, 15:30
    Дөрөҫ әйтәһең бит, Дамир ағай. Был һүҙҙәрең - “Капиталдың милләте булмаһа ла, буржуазияның милләте бар“- башҡорт мәҙәниәтенең тарихына инерлек афоризм булып тора.Хуплайым. Һеҙҙең һымаҡ фекерле эшҡыуарҙар күберәк булһын!

  3. Ишбулды Әбйәлилов
    Ишбулды Әбйәлилов от 25.04.2015, 21:13
    Мин үҙем 1990-сы йылдан бирле "Милли буржуазия кәрәк" тип лаф ороп арып бөттөм инде. Ысын, перспективалы буржуазия ҙур ҡала ерлегедә генә тыуа һәм йәшәй ала. Шуға ла йәштәрҙең ауылды ҡарттарға ғына ҡалдырып ҡалаға китеүенә шатланам.
    "Әгәр бөгөн беҙҙең милләт вәкилдәре Парижда уҡып йөрөһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине" - Дамир, бик шәп девизға тиң торорлоҡ фекер был.

    "Башҡорттоң Парижды алыуы менән генә түгел, Париждарҙа уҡыуы менән ғорурланайыҡ!" - тип уҡытайыҡ балаларҙы!

Комментарий өҫтәргә