Ҡуяндан да шәберәк алға барырбыҙ17.04.2015
Милли буржуазия ул, минеңсә, үҙе генә түгел, халҡы, милләте өсөн дә капитал туплаған ҡатлам. Ул халҡын, уның мәнфәғәтен хәстәрләргә, йәғни йәш быуынды үҫтерергә, уҡытырға, уларҙы бөтә донъяға билдәле шәхес итеп тәрбиәләү өсөн аҡсаһын һалырға тейеш. Шунһыҙ халыҡтың, милләттең киләсәге юҡ.
Капиталдың милләте булмаһа ла, эшҡыуарҙың, милли буржуазияның милләте бар. Тәбиғи, әгәр ул үҙ халҡының ысын патриоты икән, халҡы тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы.
Әгәр беҙ милли буржуазияны мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләмәһәк, үҫтермәһәк, милләт тарих төпкөлөндә ятып ҡаласаҡ. Үҙебеҙҙең уҡыу йорттарында ғына белем биреп, үҙебеҙҙең мөхиттә генә тәрбиәләп, алдынғы ҡарашлы шәхестәр, исеме донъяға билдәле ғалимдар, артистар, спортсылар тәрбиәләп булмай. Уларҙы юғары квалификациялы белгестәре менән дан тотҡан Рәсәйҙең, сит илдәрҙең уҡыу йорттарына индерергә кәрәк. Беҙҙә, һис шикһеҙ, талантлы балалар күп, әммә белем алыу, үҫеү мөмкинлеге сикләнгән. Бына ошонда, йәғни талантлы балаларҙы уҡытыуҙа, шәхес итеп үҫтереүҙә милли буржуазия ярҙам итергә тейеш. Уларҙың ярҙамы, һалған капиталы илен, халҡын данлаған шәхестәр булып ҡайтасаҡ.
Беҙҙең халыҡтың бер насар һыҙаты бар: бер туҡтауһыҙ тарихыбыҙҙы барлап, йырҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе маҡтап, кисәге көн менән йәшәйбеҙ. “Беҙҙең башҡорт Парижға барып етте!” – тип күкрәк һуғабыҙ. Эйе, ризамын, улары ла бик кәрәк. Әммә, минеңсә, тарих менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, күберәк илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләргә ине. Башҡорт Парижға барып еткән – һүҙ юҡ. Әгәр бөгөн беҙҙең милләт вәкилдәре Парижда уҡып йөрөһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Был тәңгәлдә йәһүд халҡын үрнәк итеп алырға була. Һуғышҡа тиклем, һуғыш йылдарында миллионлаған кешеһен юғалтһа ла, улар тарихын барлап ҡалманы, үҙенең милли буржуазияһын үҫтереп, илен нығытты, бөгөн донъяла лайыҡлы урын биләйҙәр. Шуға күрә беҙгә лә яңы типтағы быуын тәрбиәләү зарур, һәм был эш мәктәптән башланырға тейеш.
Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Был да дөрөҫ. Ысынлап та, алдағы быуаттарҙа беҙҙең халыҡты алданылар: ХХ быуат башында Башҡортостанға үҙаллылыҡ биреп, артабан, милли интеллигенцияны, милли буржуазияны ҡырып, дәүләтселегебеҙҙе автономияға ҡалдырҙылар. Меңдәрсә кешебеҙҙең ғүмерен биреп, ҡанын түгеп яулаған хоҡуҡтарыбыҙ ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Бынан халҡыбыҙ һығымта яһаманы, фәһем алманы. Был ғәйеп түгел, ә бәлә. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында, әҙер булмауыбыҙ сәбәпле, тағы бер тапҡыр алданып, урманһыҙ, тәбиғи байлыҡтарһыҙ тороп ҡалдыҡ. Милкебеҙ олигархтар ҡулына күсте. Былар барыһы ла иҡтисад, фән өлкәһендә донъяға билдәле шәхестәр, милли буржуазия булмауы арҡаһында килеп сыҡты.
Эшҡыуарлыҡ милләттең ҡанында булырға тейеш, тип әйтәләр. М. Хужиндың фекеренсә, башҡорттарҙа был юҡ, һәм ул миҫал итеп башҡа милләт халҡы араһынан күпме миллиардер сығыуы тураһында әйтә. Эйе, был тәңгәлдә беҙ күпкә артта ҡалдыҡ, исемлектә беҙҙең милләттән сыҡҡандар, ысынлап та, юҡ. Беҙҙең төп бәлә – эшҡыуарлыҡты күтәргәндәй лидерҙар элек тә булмаған, хәҙер ҙә юҡ. Шуға күрә өсөнсө тапҡыр алданмаҫ өсөн йүнселлекте үҫтерергә кәрәк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ябай халыҡ эшҡыуарҙарҙы дошман күрҙе. Бөгөн ҡараш үҙгәрҙе: байҙарһыҙ илдең алға бара алмаясағын халыҡ аңлай. Иң мөһиме – бөгөн республика баҫмаларында, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитендә, эшҡыуарлыҡ өлкәһенең йыш яҡтыртылыуы ҡыуандыра. Улар аша диалог, бәхәс, һис шикһеҙ, булырға тейеш.
М. Хужиндың “Гөбөргәйелдән ҡуяндай етеҙлек талап итеү — башҡа һыймаҫлыҡ хәл” тип фекер йөрөтөүе аптыратты ла, рәнйетте лә. Быны нисек аңларға? Үҙ халҡыңды шулай кәмһетергә ярамайҙыр бит. Уны гөбөргәйелгә тиңләү — бына был, ысынлап та, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Башҡорт һәр саҡ уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булған. Килер бер заман, ул ҡуяндан да шәберәк алға барыр.
Үҙенең мәҡәләһендә автор Бөйөк Ватан һуғышына бәйле миҫалдар килтерә. Йәғни беҙҙең һалдаттар, һуғыштан эсергә һәм тартырға өйрәнеп ҡайтып, был насар ғәҙәттәрҙең илдә киң таралыуына булышлыҡ итә. Дөрөҫ түгел. Азат итеүсе совет һалдаты Европа илдәренә килгәс, был илдәрҙәге халыҡтың нисек яҡшы, бай йәшәүен күрә, дошманды еңеп ҡайтҡас, үҙенең илендә лә шундай тормош буласағына инанып йәшәй. Европалағы кеүек тормош ҡорорға беҙҙең ил әҙер булмай, дәүләт халыҡты ундай тормош менән тәьмин итеүҙән ҡурҡа һәм еңеүсе һалдаттарҙы, араҡыға арзан хаҡ ҡуйып, махсус рәүештә эскелек һаҙлығына батыра. Эскән кеше, билдәле, яҡшы тормош тураһында хыялланмай һәм халыҡтың деградацияһы башлана.
Үҙенең мәҡәләһендә М. Хужин “Олатай-атайҙарыбыҙ – ҡанлы яуҙа, өләсәй-әсәйҙәребеҙ, эт күрмәгәнде күреп, тылда ғазап кисереп, капитализм тергеҙелмәһен өсөн ҡан ҡойған да баһа!” тип яҙа. Беҙҙең олатай-атайҙарыбыҙ, өләсәй-әсәйҙәребеҙ капитализмға ҡаршы түгел, ә фашизмды донъя йөҙөнән юҡ итеү өсөн көрәшкән, киләсәктә мул тормошта йәшәү тураһында яҡты уйҙар менән йәшәгән.
Мул, етеш тормош байҙарһыҙ булмай. Ваҡытында, СССР мәлендә, беҙҙе тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә саҡырҙылар. Һәм шулай булды ла. Бөгөн иһә кеҫәңдә аҡсаң булһа ғына тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә мөмкин. Бының өсөн, иманым камил, халыҡтың үҙенең байҙары, милли буржуазияһы булыуы мотлаҡ.