Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Иң тәмле һыу – беҙҙә”
“Иң тәмле һыу – беҙҙә” Ер шарының өстән ике өлөшө һыу менән ҡапланған булһа ла, уның ни бары өс проценты ғына сөсө һанала. Эсергә яраҡлы һыуҙың 70 проценты — йылға һәм күлдәрҙән, ә 30 проценты ер аҫты сығанаҡтарынан алына. Был баһалап бөткөһөҙ байлыҡтың сифатына халыҡтың йәшәйеше һәм сәләмәтлеге туранан-тура бәйле. Ә бына файҙаланғанда ҡулланыусыға ни рәүешле килеп етеүе һәм уның өсөн күпме көс һәм сығым сарыф ителеүе хаҡында уйланабыҙмы һуң? “Дүртөйлөводоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Камил СӘХИБГӘРӘЕВ менән әңгәмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

“Дүртөйлөводоканал” йәмғиәте Дүртөйлө ҡала­һын һәм ҡала янындағы Иванай ауылында урын­лашҡан сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итә. Атап әйткәндә, предприятиеға һыуҙың сифатын һәм уға бәйле экологик хәлде яҡшыртыу бурысы йөкмәтелгән. Йыуынды һыуҙарҙы йыйыу һәм биологик таҙартыу ҙа – уларҙың яуаплы­лығында.
Предприятие ун артезиан скважинаһын берләш­тергән “Венеция” һыу йыйғысын, насос станцияларын, 116 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес сел­тәрен һәм “Арғымаҡ” һыу таҙартыу ҡоролмаһын хеҙмәтләндерә. Райондың Көшөл ауылы йәнәшә­һен­дә урынлашҡан әлеге ҡоролма аша тәүле­генә 8,5 мең кубометр йыуынды һыу үтә. Унда заманса лаборатория эшләй. Төбәктең һәм Ағиҙел йылға бассейнының экологияһын һаҡлауҙа һыу таҙартыу ҡоролмаһының әһәмиәте ҙур.
Ғөмүмән, “Дүртөйлөводоканал” ҡаланың йәшә­йе­ше өсөн үтә мөһим, хатта стратегик әһәмиәттәге объект һанала. Төбәктең таҙа шишмәләргә бай булыуы һыуҙы артезиан скважиналарҙан алыу мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, бында һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре буйынса юғары сифатҡа эйә. Унда ауыр металдар, пес­тицидтар йә иһә зарарлы микроорганизмдар юҡ. Иң мөһиме – уға хлор ҡушылмай бирелә, сөнки дүртөй­лө­ләр әле 1990 йылдарҙа уҡ республикала тәүге­ләрҙән булып һыуҙы озонлау алымын үҙләштергән.
Бөгөн предприятие 32 мең кешене сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итә. Әммә ҡалала торлаҡ фонды үҫә, халыҡ ишәйә, һыуға ихты­яж да арта. Шуны күҙ уңында тотоп, йәнә бер һыу йыйғыс төҙөү бурысы ҡуйылған. Әлеге ва­ҡытта яңы объекттың урынын билдәләү маҡ­сатында “Башкиргеология” ғалимдары менән берлектә гидрогеологик тикше­ре­неү­ҙәр алып барыла.
Эсергә яраҡлы, хужалыҡ ихтыяждарына тәғә­йен­ләнгән һыу санитар һәм эпидемиологик йәһәт­тән тулыһынса дәүләт стандарттарына яуап би­рергә тейеш. Һыуҙы таҙартыу технологиялары йылдан-йыл камиллаштырыла. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ҡулланыуҙағы 40 километр оҙонлоҡтағы торбалар заманса полиэтилендарға алыш­ты­рыл­ған. Бынан тыш, яңы насос ҡоролмалары урын­лаш­тыр­ғандар. Шул уҡ ваҡытта энергия ре­сурс­тарын һаҡ­сыл файҙаланыу, шул иҫәпкә һыу­ҙың үҙҡим­мәтен кәметеү хәстәрлеге күрелә. Яңы ҡуйған йышлыҡлы регуляторҙар нәҡ шул маҡсатҡа хеҙмәт итә. Техник һәм технологик яңырыш ҙур финанс сығымдары талап итә. Юғарыла телгә алған саралар республика һәм район бюджеты, шулай уҡ предприятиеның үҙ аҡсаһы иҫәбенә ғәмәлгә ашы­рылған. Йәнә шуны билдәләү урынлы: хәҙер халыҡта һыуҙы һаҡсыл файҙаланыуға ынтылыш бар, һыу счетчиктары урынлаштырыла.
“Дүртөйлөводоканал” предприятиеһы коллективы халыҡты сифатлы һәм кәрәкле күләмдә һыу менән тәьмин итеү өсөн ҙур көс һала. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәте республика кимәлендә юғары баһаланған. 2008 йылда предприятие Башҡорт­остан Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурс­тары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлы­ғының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индер­гән лайыҡлы хеҙмәте министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
– Иң тәмле һыу беҙҙә, – ти дүртөйлөләр хаҡлы рәүештә.
Ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә һыуының тәбиғи тәмен һаҡлап, сифатын юғары талаптарға яуап бирерлек итеп ҡулланыусыға еткергән “Дүр­төйлө­водоканал” предприятиеһы коллективының хеҙ­мә­тенә иң юғары баһа ул.

Биографик белешмә
Камил Сәхибгәрәев Совет Армияһы са­фын­да хеҙмәт иткәндән һуң, Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын “Саҡ­мағошнефть” нефть-газ сығарыу ида­ра­лы­ғында цех начальнигы булып башлай. 1998 йылда Камил Нәүил улын “Дүртөй­лөводо­канал” предприятиеһы директоры вазифа­һына тәғәйенләйҙәр. Ул – әүҙем йә­мә­ғәтсе, 2006 йылдан башлап райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Фиҙакәр хеҙ­мәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмә­кәр­леге өсөн Башҡортостан Республика­һы­ның, шулай уҡ Башҡортостан Рес­пуб­ли­каһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.


Автор: Әлфиә ЙОСОПОВА. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә