Ер шарының өстән ике өлөшө һыу менән ҡапланған булһа ла, уның ни бары өс проценты ғына сөсө һанала. Эсергә яраҡлы һыуҙың 70 проценты — йылға һәм күлдәрҙән, ә 30 проценты ер аҫты сығанаҡтарынан алына. Был баһалап бөткөһөҙ байлыҡтың сифатына халыҡтың йәшәйеше һәм сәләмәтлеге туранан-тура бәйле. Ә бына файҙаланғанда ҡулланыусыға ни рәүешле килеп етеүе һәм уның өсөн күпме көс һәм сығым сарыф ителеүе хаҡында уйланабыҙмы һуң? “Дүртөйлөводоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Камил СӘХИБГӘРӘЕВ менән әңгәмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.“Дүртөйлөводоканал” йәмғиәте Дүртөйлө ҡалаһын һәм ҡала янындағы Иванай ауылында урынлашҡан сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итә. Атап әйткәндә, предприятиеға һыуҙың сифатын һәм уға бәйле экологик хәлде яҡшыртыу бурысы йөкмәтелгән. Йыуынды һыуҙарҙы йыйыу һәм биологик таҙартыу ҙа – уларҙың яуаплылығында.
Предприятие ун артезиан скважинаһын берләштергән “Венеция” һыу йыйғысын, насос станцияларын, 116 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес селтәрен һәм “Арғымаҡ” һыу таҙартыу ҡоролмаһын хеҙмәтләндерә. Райондың Көшөл ауылы йәнәшәһендә урынлашҡан әлеге ҡоролма аша тәүлегенә 8,5 мең кубометр йыуынды һыу үтә. Унда заманса лаборатория эшләй. Төбәктең һәм Ағиҙел йылға бассейнының экологияһын һаҡлауҙа һыу таҙартыу ҡоролмаһының әһәмиәте ҙур.
Ғөмүмән, “Дүртөйлөводоканал” ҡаланың йәшәйеше өсөн үтә мөһим, хатта стратегик әһәмиәттәге объект һанала. Төбәктең таҙа шишмәләргә бай булыуы һыуҙы артезиан скважиналарҙан алыу мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, бында һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре буйынса юғары сифатҡа эйә. Унда ауыр металдар, пестицидтар йә иһә зарарлы микроорганизмдар юҡ. Иң мөһиме – уға хлор ҡушылмай бирелә, сөнки дүртөйлөләр әле 1990 йылдарҙа уҡ республикала тәүгеләрҙән булып һыуҙы озонлау алымын үҙләштергән.
Бөгөн предприятие 32 мең кешене сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итә. Әммә ҡалала торлаҡ фонды үҫә, халыҡ ишәйә, һыуға ихтыяж да арта. Шуны күҙ уңында тотоп, йәнә бер һыу йыйғыс төҙөү бурысы ҡуйылған. Әлеге ваҡытта яңы объекттың урынын билдәләү маҡсатында “Башкиргеология” ғалимдары менән берлектә гидрогеологик тикшеренеүҙәр алып барыла.
Эсергә яраҡлы, хужалыҡ ихтыяждарына тәғәйенләнгән һыу санитар һәм эпидемиологик йәһәттән тулыһынса дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Һыуҙы таҙартыу технологиялары йылдан-йыл камиллаштырыла. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ҡулланыуҙағы 40 километр оҙонлоҡтағы торбалар заманса полиэтилендарға алыштырылған. Бынан тыш, яңы насос ҡоролмалары урынлаштырғандар. Шул уҡ ваҡытта энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу, шул иҫәпкә һыуҙың үҙҡиммәтен кәметеү хәстәрлеге күрелә. Яңы ҡуйған йышлыҡлы регуляторҙар нәҡ шул маҡсатҡа хеҙмәт итә. Техник һәм технологик яңырыш ҙур финанс сығымдары талап итә. Юғарыла телгә алған саралар республика һәм район бюджеты, шулай уҡ предприятиеның үҙ аҡсаһы иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған. Йәнә шуны билдәләү урынлы: хәҙер халыҡта һыуҙы һаҡсыл файҙаланыуға ынтылыш бар, һыу счетчиктары урынлаштырыла.
“Дүртөйлөводоканал” предприятиеһы коллективы халыҡты сифатлы һәм кәрәкле күләмдә һыу менән тәьмин итеү өсөн ҙур көс һала. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәте республика кимәлендә юғары баһаланған. 2008 йылда предприятие Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға индергән лайыҡлы хеҙмәте министрлыҡтың Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
– Иң тәмле һыу беҙҙә, – ти дүртөйлөләр хаҡлы рәүештә.
Ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә һыуының тәбиғи тәмен һаҡлап, сифатын юғары талаптарға яуап бирерлек итеп ҡулланыусыға еткергән “Дүртөйлөводоканал” предприятиеһы коллективының хеҙмәтенә иң юғары баһа ул.
Биографик белешмәКамил Сәхибгәрәев Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын “Саҡмағошнефть” нефть-газ сығарыу идаралығында цех начальнигы булып башлай. 1998 йылда Камил Нәүил улын “Дүртөйлөводоканал” предприятиеһы директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул – әүҙем йәмәғәтсе, 2006 йылдан башлап райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Фиҙакәр хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.