Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙылбай уҙаманы
Ҡыҙылбай уҙаманы Йәшәү урынын алмаштырыу, бүтән һөнәрҙе үҙләштереү кемгә килешә, кемгә юҡ бит әле. Имеш, ҡалала тамыр йәйеп рәхәтлән дә эше кинәт кенә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауылға күс. Баҡтиһәң, бар икән ундай дәртлеләр һәм егәрлеләр. Әңгәмәсем – “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфит ӘЙҮПОВ.

– Оҙаҡ йылдар ситтә ғүмер иткәнһегеҙ. Етеш йәшәгәнһегеҙ, хан һарайындай иркен йортоғоҙ булған. Башҡортостанға ҡайтыуығыҙҙың сәбәбе ниҙә?
– Ысынлап та, йәшләй генә Себер тарафтарына сығып киткәйнем. Бәхет эҙләүҙән бигерәк, романтика йәки ҡыҙыҡһыныу өҫтөнлөк алғандыр. Әллә ни ыҙаланмай ғына аҡсалы эшкә урынлаштым, фатир мәсьәләһе лә тиҙ арала хәл ителде, шөкөр, был тәңгәлдә һәр саҡ уңыш юлдаш булды. Әммә унда алтын күпме генә яумаһын, барыбер ҙә тыуған яҡтың тартыу көсө үҙенекен итте. Бер көн килеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан еремә ҡайтып төпләнергә кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Урындыҡта аяҡ күтәреп ятып булмай бит инде – аграр хужалыҡ төҙөнөм.
– Эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә бер тинһеҙ үҙ эшеңде асып булмай...
– Әлбиттә. Һаҡлыҡ банкындағы аҡсамдың бер өлөшөн тотондом, был миңә ифрат ныҡ ярҙам итте.
– Берәүҙәр йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, икенселәр умартасылыҡ менән мәшғүл. Эшмәкәрлекте ҡайһы йүнәлештә алып бараһығыҙ?
– Тәүге көндәрҙән үк, ә йәмғиәт 2009 йылда асылды, үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: үҫемлекселек менән малсылыҡ тармағын бер юлы алып барасаҡмын. Әйтәйек, һыйыр малын аҫрар өсөн аҙыҡ һатып алыуға сығым күп китәсәк. Ә былай бесән әҙерләйһең, фураж үҙеңдеке буласаҡ. Сәсеүлек майҙаны өс мең тирәһе гектар тәшкил итә, шуның яртыһы – пай ерҙәре. Киләсәктә бүтән йүнәлешкә күсергә лә уй юҡ түгел.
Ҡыҙылбай уҙаманы– Бөгөн хеҙмәткәрҙәрегеҙ нимә менән мәшғүл?
– Яҙ иртә килә, ҡар күҙгә күренеп ирей. Билде биштән быуып сәсеүгә төшмәксебеҙ. Техника тулыһынса әҙерләнде, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнә.
– Ҡайһы бер фермерҙар, ғәҙәттә, эшсе ҡул етешмәүгә зарлана. Һеҙҙә барыһы ла ал да гөлмө?
– Ғөмүмән, барыһын да үҙем әсе тир түгеп тапҡас, зарланырға яратмайым. Һеҙ һорағас, үҙәккә үткән бер нисәүһен әйтә­йем. Беренсенән, банктарҙа процент ставкаһының бик юғары булыуы мине аптырата. Мәҫәлән, “Россельхозбанк” йәм­ғиә­те кредит тәҡдим итә, әммә унан ал­һаң, икеләтә, хатта өсләтә артыҡ түләйәсәкһең. Аграр секторҙағыларға процент ставкаһын кәметеп булмаймы икән? Икенсенән, белгестәргә ҡытлыҡ бәкәлгә һуға. Хужалыҡҡа бөгөндән зоотехник һәм ветеринар табип кәрәк.
– Киләсәктә бүтән йүнәлешкә күсергә лә уй юҡ түгел тигәйнегеҙ...
– Эйе, һөт заводы төҙөү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. “500 ферма” программа­һына индек, 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән комплекс ҡалҡытыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, мал һуйыу цехын асыу ниәте лә бар.
– Үҙегеҙгә мин нимәгә өлгәштем тигән һорауҙы йыш бирәһегеҙме?
– Ауылдан сыҡҡан ябай ғына кешемен. Оло Ҡыҙылбай – тыуған ауылым. Бында урта мәктәптә уҡығас, Свердловск өлкә­һендәге Красноуфимск аграр колледжында белем алдым – техник-механик һөнәрен үҙләштерҙем. Нефть эҙләү ял­ҡыт­маны, ә бая әйтеүемсә, тыуған яҡ үҙенә тартты. Әле ең һыҙғанып уны йәмләп йәшәргә тырышҡан көн.
– Әлфит Әхтәм улы, ауылға ҡот индереү, мәсетлеләргә эш урыны булдырыу – төп ҡаҙанышығыҙ. Һеҙҙең шикелле уҙамандар күберәк булһын.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.





Район: Мәсетле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә