Йәшәү урынын алмаштырыу, бүтән һөнәрҙе үҙләштереү кемгә килешә, кемгә юҡ бит әле. Имеш, ҡалала тамыр йәйеп рәхәтлән дә эше кинәт кенә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауылға күс. Баҡтиһәң, бар икән ундай дәртлеләр һәм егәрлеләр. Әңгәмәсем – “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфит ӘЙҮПОВ. – Оҙаҡ йылдар ситтә ғүмер иткәнһегеҙ. Етеш йәшәгәнһегеҙ, хан һарайындай иркен йортоғоҙ булған. Башҡортостанға ҡайтыуығыҙҙың сәбәбе ниҙә?
– Ысынлап та, йәшләй генә Себер тарафтарына сығып киткәйнем. Бәхет эҙләүҙән бигерәк, романтика йәки ҡыҙыҡһыныу өҫтөнлөк алғандыр. Әллә ни ыҙаланмай ғына аҡсалы эшкә урынлаштым, фатир мәсьәләһе лә тиҙ арала хәл ителде, шөкөр, был тәңгәлдә һәр саҡ уңыш юлдаш булды. Әммә унда алтын күпме генә яумаһын, барыбер ҙә тыуған яҡтың тартыу көсө үҙенекен итте. Бер көн килеп, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан еремә ҡайтып төпләнергә кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Урындыҡта аяҡ күтәреп ятып булмай бит инде – аграр хужалыҡ төҙөнөм.
– Эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә бер тинһеҙ үҙ эшеңде асып булмай...
– Әлбиттә. Һаҡлыҡ банкындағы аҡсамдың бер өлөшөн тотондом, был миңә ифрат ныҡ ярҙам итте.
– Берәүҙәр йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, икенселәр умартасылыҡ менән мәшғүл. Эшмәкәрлекте ҡайһы йүнәлештә алып бараһығыҙ?
– Тәүге көндәрҙән үк, ә йәмғиәт 2009 йылда асылды, үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: үҫемлекселек менән малсылыҡ тармағын бер юлы алып барасаҡмын. Әйтәйек, һыйыр малын аҫрар өсөн аҙыҡ һатып алыуға сығым күп китәсәк. Ә былай бесән әҙерләйһең, фураж үҙеңдеке буласаҡ. Сәсеүлек майҙаны өс мең тирәһе гектар тәшкил итә, шуның яртыһы – пай ерҙәре. Киләсәктә бүтән йүнәлешкә күсергә лә уй юҡ түгел.
– Бөгөн хеҙмәткәрҙәрегеҙ нимә менән мәшғүл?
– Яҙ иртә килә, ҡар күҙгә күренеп ирей. Билде биштән быуып сәсеүгә төшмәксебеҙ. Техника тулыһынса әҙерләнде, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнә.
– Ҡайһы бер фермерҙар, ғәҙәттә, эшсе ҡул етешмәүгә зарлана. Һеҙҙә барыһы ла ал да гөлмө?
– Ғөмүмән, барыһын да үҙем әсе тир түгеп тапҡас, зарланырға яратмайым. Һеҙ һорағас, үҙәккә үткән бер нисәүһен әйтәйем. Беренсенән, банктарҙа процент ставкаһының бик юғары булыуы мине аптырата. Мәҫәлән, “Россельхозбанк” йәмғиәте кредит тәҡдим итә, әммә унан алһаң, икеләтә, хатта өсләтә артыҡ түләйәсәкһең. Аграр секторҙағыларға процент ставкаһын кәметеп булмаймы икән? Икенсенән, белгестәргә ҡытлыҡ бәкәлгә һуға. Хужалыҡҡа бөгөндән зоотехник һәм ветеринар табип кәрәк.
– Киләсәктә бүтән йүнәлешкә күсергә лә уй юҡ түгел тигәйнегеҙ...
– Эйе, һөт заводы төҙөү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. “500 ферма” программаһына индек, 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән комплекс ҡалҡытыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, мал һуйыу цехын асыу ниәте лә бар.
– Үҙегеҙгә мин нимәгә өлгәштем тигән һорауҙы йыш бирәһегеҙме?
– Ауылдан сыҡҡан ябай ғына кешемен. Оло Ҡыҙылбай – тыуған ауылым. Бында урта мәктәптә уҡығас, Свердловск өлкәһендәге Красноуфимск аграр колледжында белем алдым – техник-механик һөнәрен үҙләштерҙем. Нефть эҙләү ялҡытманы, ә бая әйтеүемсә, тыуған яҡ үҙенә тартты. Әле ең һыҙғанып уны йәмләп йәшәргә тырышҡан көн.
– Әлфит Әхтәм улы, ауылға ҡот индереү, мәсетлеләргә эш урыны булдырыу – төп ҡаҙанышығыҙ. Һеҙҙең шикелле уҙамандар күберәк булһын.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.