Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә ҡоролма һаман эшләмәй...
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тиҙәр. Сир ҙә шулай: кем икәнлегеңде һорап тормай, уйлама­ғанда килә. Є әҙәм уны дауалау, һыҙла­ныуҙарын баҫыу өсөн бар өмөтөн бағлап табипҡа бара. Улар, үҙ сиратында, эшенә яуаплы ҡараймы? Ѓөмү­мән, республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағында хәлдәр нисек?


Аҡса күпләп бүленһә лә...


2014 йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округында тыуым буйынса беренсе урында ине. Быйылғы тәүге ике айҙа был күрһәткес был­тырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 8 про­центҡа түбәнәйгән: 800-гә кәмерәк бала тыу­ған. Шул уҡ ваҡытта үлем осраҡтары 3 процентҡа артҡан. Ћөҙөмтәлә вафат булғандар һаны был­тырғыға ҡарағанда 228 кешегә, йәғни 2,6 про­центҡа, күберәк.
– Ћаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтә­лелеге тотош социаль өлкәнең именлеген сағыл­дыра. Башҡортостанда йәшәү оҙайлы­лығы Рә­сәйҙәге уртаса күрһәткестән түбәнерәк булырға тейеш түгел, – тине Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Хәмитов Ћаулыҡ һаҡлау министрлығы­ның коллегия ултырышында. – Єгәр был тармаҡҡа миллиард һумдар сарыф итеп тә ғүмер оҙай­лылығы артмай икән, сығымдарҙы һөҙөм­тәле тип әйтергә ярамай. Хөкүмәт, Ћаулыҡ һаҡ­лау минис­трлығы яҡшы күрһәткес­тәргә өлгәшер өсөн бары­һын да эш­ләргә тейеш. Илдә һәм республикала йәшәүсе­ләрҙең ғүмер оҙайлылығы ара­һында айырма әле һаман һаҡлана икән, һаулыҡ һаҡлау тар­мағында үҙгәрештәр әлегә бармай тигән һы­ғымта яһарға мөмкин.
Тармаҡҡа аҡса күпләп бүленгәс, медицина хеҙмәттәренең сифаты юғарыраҡ һәм халыҡ файҙаланырлыҡ булырға тейеш, тип бил­дәләнде ултырышта. Єммә бар ҡора­мал­дарҙың биштән бер өлөшө тиерлек ваҡыты үткәндән һуң ғына файҙаланыуға индерелгән. Љайҙалыр кадрҙар­ҙың юҡлығы сәбәпкә әй­ләнһә, ҡайҙалыр илке-һалҡылыҡ күр­һәтелгән.
– Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында яҡын­са 50 миллион һумлыҡ ангиограф етештереүсе заводтың ғәйебе арҡаһында эшләмәй. Ћәр хәлдә, шулай тип әйтәләр. Хирургия корпусы өсөн кәрәк ҡиммәтле ҡорамал ниңәлер Торлаҡ төҙөлөшө фонды тарафынан һатып алынған. Уның сифатын Ћаулыҡ һаҡлау министрлығы тикшерергә тейеш ине. Є был эш атҡа­рылмаған, сөнки ҡоролма әле һаман эшләмәй икән, – тине Рөстәм Зәки улы.
Йыш ҡына объекттар етешһеҙлектәр менән файҙаланыуға тапшырыла. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһындағы перинаталь үҙәк.
– Коридорҙар буйлап күрһәттеләр. “Күҙ буярға” тырышҡайнылар, килеп сыҡманы. Єл­лә күпме етешһеҙлек, бысраҡлыҡ, төҙө­лөштәге кәмселек­тәр... Шул уҡ ваҡытта урындағы етәкселек бинаны файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы актҡа ҡул ҡуйған, – тине сы­ғышында республика Башлығы.

Табиптар, һеҙ ҡайҙа?

Кадрҙарға ҡытлыҡ тураһында ла һүҙ булды йыйылышта. Былтыр Башҡортостанда йәшәү­се ун мең кешегә 37,6 врач тура килгән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – унынсы, илдә илленсе урынды биләй. Єбйәлил, Баймаҡ, Благовещен, Ѓафури, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Љыйғы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында әлеге һан республиканыҡынан ике тапҡырға һәм унан күберәк тәшкил иткән. Бынан тыш, Октябрьский, Благовещен, Стәрле­тамаҡ, Өфө, Нефтекама ҡалаларында ла табиптарға ҡыт­лыҡ артҡандан-арта.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты йылына 700-ҙән ашыу юғары белемле кадр әҙерләһә лә, уларға ихтыяж өс тапҡырға күберәк. Врачтарҙың, исмаһам, 70 проценты дауа­ханаларға эшкә урынлашһа, яҡшы булыр ине. Өҫтәүенә ҡайһы бер кадрҙарҙың белем сифатына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Башҡорт­остан дәүләт медицина универ­ситетының клиник кафедралары Өфөләге дауаханаларҙы ғына дауалау базаһы итеп файҙалана. Башҡа ҡала һәм район дауаханалары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырырға кәрәк, тиелде йыйылышта.
Муниципаль берәмектәр ҙә үҙҙәренән махсус йүнәлтмә алған студенттар менән эште кәрәкле кимәлдә алып бармай, уларҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуы өсөн шарттар тыуҙырмай. Диплом алған йәш белгестәр Өфөлә эшкә ҡалыуҙы хуп күрә. Є башҡа ҡала һәм район дауаханаларында отоларинголог, эндокринолог, психиатр, нарколог, анес­тезиолог, реаниматолог, “Ашығыс ярҙам” таби­бы кеүек белгестәргә ҡытлыҡ ҙур.
– “Ауыл табибы” программаһы кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә ярҙам итһә лә, уға ғына ышанырға ярамай. Бында беҙ хата эшләмәһәк тә, һәр хәлдә, йәштәрҙе ауылға аҡса өсөн генә ҡайтырға өйрәттек. Хәҙер йәш белгестең ауылға килеп: “Миңә миллион бирегеҙ әле. Гражданлыҡ батырлығы ҡылдым – ауыл еренә эшләргә килдем”, – тип һөйләүен репор­таждарҙан күрәбеҙ. Ауылдарҙағы белгестәр менән бәйле хәлде яҡшыртырға теләп, үҙ файҙаһын ҡайғыр­тыу­сыларҙы арттырҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Был программа арҡаһында хәҙер бер меңгә яҡын белгес ауылдарҙа эшләй. Єммә ваҡыт тиҙ үтә, өс-дүрт йылдан һуң уларҙың, эшләгән урындарынан китеп, яңынан миллион һорау­ҙары ихтимал.
– Был программа тураһында тағы уйларға кәрәк. Нимә ул? Йәштәрҙең башында ниндәй уйҙар уята? Єлбиттә, ауылдағы табиптарҙың эш хаҡы лайыҡлы булыуы, муниципаль бе­рәмек­тәрҙә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өҫт­өндә эшләргә кәрәк. Љала округтарына ла ҡалышырға ярамай. Был тема буйынса тағы һөйләшәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.

Ялыуҙар кәмемәй


Ултырышта ҡайһы бер дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа бушлай күрһәтелергә тейешле хеҙмәттәр өсөн аҡса һорауҙары хаҡында ла әйтелде. Бынан тыш, етәкселек составын, баш табиптарҙы “йәшәртеү” тураһында һүҙ булды. Љыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йыл­дарҙа халыҡтың дауахана етәк­селәренә, хеҙмәткәрҙәренә ышанысы кә­мегәндән-кәмей. Былтыр республика Башлығына медицина менән бәйле яҡынса 800 мөрәжәғәт килгән булһа, быйылғы өс айҙа – 200. Күптәрҙе дауалау сифаты, пациент­тарға вайым­һыҙ ҡараш кеүек мәсьәләләр борсой. Республикала йәшәүселәрҙән һәм медицина хеҙ­мәт­­кәрҙә­ренән фельдшер-акушерлыҡ пункт­тарының, амбулатория­ларҙың ябылыуы, табиптарға яҙылыу менән бәйле ялыуҙар күп килгән. Өҫтәүенә күптәр республика дауаханаларына эләгергә тырыша. Улар бит Өфөгә юлланмайынса, аҡса сарыф итмәйенсә үҙҙәрендә да­уалана алыр ине. Республика ойош­­ма­ларында, нигеҙҙә, юғары технологиялы ярҙам күрһәтелергә тейеш.
Диспансерлаштырыу тураһында ла һүҙ булды. Былтыр 750 меңгә яҡын кеше һаулығын тикшерткән. Єммә ҡайһы бер райондарҙа онкология буйынса бер генә ауырыу ҙа тер­кәлмәгән. Шул уҡ ваҡытта ошо төбәктәр был сир буйынса “алдынғылар” иҫәбендә.
Дарыу хаҡтарын көйләү ҙә – мөһим мәсьә­ләләрҙең береһе. Былтыр ноябрҙән алып улар яҡынса 10 процентҡа, шул иҫәптән ғүмер өсөн иң кәрәклеләренә – 5, ватан препараттарына – 8, балалар өсөн дарыуҙарға 7 процентҡа артҡан.
Табиптарҙың квалификацияһын күтәреү, күптәрҙең республикала түгел, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Рәсәйҙең башҡа ҡала­ларында, хатта сит илдәрҙә дауаланыуы хаҡында ла әйтелде ултырышта.
– Күптән түгел ҡулыма бер китап эләкте, уны мин һаулыҡ һаҡлау министрына бирәм. Сит илдәге бер клиниканың идара итеү тәжрибәһе тураһында яҙылған был баҫмала. Унда эш шулай ойошторолған, кешеләр рәхмәт һүҙ­ҙәренән башҡа бер ни ишетмәй, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ћүҙ – дауаханала эшләүселәр тураһында. Клиника хеҙмәт­кәрҙәренең төп девизы: “Пациент ихтыяждары барыһынан да юғарыраҡ”. Был девиз һәр ерҙә тиерлек яҙылған: клиникаға ингән урында, табиптар түшенә таҡҡан билдәләрҙә, бүлмә­ләрҙә. Єлеге ойошманың асылыуына күптән түгел 140 йыл тулды. Ул урындағы бәләкәй генә дауахана булып эш башлаған һәм тотош донъяла танылыу яулаған. Аҡса эшләүҙе төп маҡсат итеп ҡуймайҙар, кешеләргә ярҙам итәләр. Был китаптың яртыһын тиерлек уҡыным инде. Минең өсөн дә ул файҙалы. Кешеләргә ярҙам күрһәтеү ниәтендә эште юғары кимәлдә ойоштороу миҫалы бит.
Утыҙ йыл элек бөтөнләй башҡа йәмғиәттә йәшәй инек: әйберҙәргә бүтәнсә ҡараныҡ һәм, ғөмүмән, икенсе кеше инек. Йыйылыштағы “Ваҡыт беҙҙең менән нимә эшләне? Ниңә аҡса өсөн генә эшләүсе кешеләргә әүерелдек?” тигән һорауҙар хаҡында табиптарыбыҙ уйланмай ҡалмаҫ, моғайын. “Пациент ихтыяждары бары­һынан да юғарыраҡ” тигән девиз да улар өсөн маяҡҡа әйләнер тигән өмөттә ҡалайыҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21