Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Өс ҡыҙым - өс мөғжизәм"
"Өс ҡыҙым - өс мөғжизәм" Ер йөҙөндә ғәжәп хәлдәр йыш теркәлә. Ҡайҙалыр ҡыҙыл ҡар яуһынмы, Силәбегә метеорит төшһөнмө тигәндәй... Ә бына беҙҙең өсөн йәш пар Зарина менән Азат Юртымбаевтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуыуы ҙур мөғжизәгә әйләнде. Бындай бәхет бик һирәктәрҙең өлөшөнә генә эләгә. Бер юлы өсәүҙе түгел, бер баланы ҡарау ҙа ауырға тура килә. Өс игеҙәктең әсәһе булыу нисек икән? Был һорауға яуапты бәхетле ҡатындың үҙенән алыу форсаты тейҙе.

“Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙең урыны ожмахта булыр”, тип яҙылған бер хәҙистә. Әлбиттә, ҡыҙ балаларҙы кеше итеү өсөн әсәй кешегә үҙенә лә өсләтә тәүфиҡлы, тәрбиәле булырға кәрәк. 28 йәшлек ҡатын быны яҡшы белә. Шуға бар көсөн хәҙер балаларын тәрбиәләүгә һала.
Йәһүҙә ауылы егете Азат менән ҡала ҡыҙы Зарина 2008 йылда өйләнешә. Бер-бер артлы ике малайҙары донъяға килә. Өлкәндәре Тимурға – ете, Ринатҡа өс йәш. Малайҙар бер аҙ ҙурайғас, ғаилә өсөнсөгә бәпес алып ҡайтырға ниәтләй. Айырыуса Зарина ҡыҙ тураһында хыяллана. Ауырға ҡалғас, ҡатын табипҡа даими күренеп тора. Беренсе тапҡыр УЗИ үткәндә бер нәмә лә күрһәтмәй, икенсеһенә барғанда табип, игеҙәктәрегеҙ тыуасаҡ, тип һөйөнсөләй. Юртымбаевтар тәүҙә аптырап ҡала, һуңынан бәпәйҙәренең икәү буласағына ҡыуанып ҡайтып китәләр. Өсөнсө тапҡыр УЗИ-ға барғанда табип ҡарында өс игеҙәк бала ятыуы тураһында әйтә. Ҡатын албырғап ҡала, һүҙен әйтә алмай, илап ебәрә. Ишек төбөндә көтөп торған иренә сығып был хәбәрҙе еткерә. Көтөлмәгән һөйөнөстән Азат та шаңҡып ҡала. Һуңынан тынысланып, Хоҙайҙың үҙҙәренә ошондай бәхет биргәненә рәхмәт әйтеп, сабыйҙарҙың имен-һау тыуыуын көтә башлайҙар.
– Шулай ҙа УЗИ-ға дүртенсегә барғанда бер аҙ шомландыҡ: был юлы дүртәү тип әйтһәләр нимә эшләрбеҙ икән? – тип көлә йәштәр. Бәпәй табыр мәл етә башлағас, ғаилә кәңәшләшеп, ҡатындың үҙенә лә, сабыйҙарға ла хәүефһеҙерәк булһын өсөн Заринаны Силәбе бала табыу йортона һалалар. Игеҙәктәрҙе операция юлы менән алырға тип әйтәләр, әммә барыһы ла һин теләгәнсә булмай шул.
– Ваҡытты мартҡа билдәләгәйнеләр, кинәт 16 февраль тулғаҡ тота башланы. Табип эргәмә килде лә: “Операцияға әҙерләп өлгөрмәйәсәкбеҙ, үҙеңә табырға тура киләсәк”, – тине. Әсә кешенең игеҙәктәрҙе, етмәһә, өсөһөн бер юлы үҙе табыуы һирәк күренеш. Зарина ҡыҙҙарының иҫән-һау тыуырына ышана, һәм бына, ниһайәт, бер-бер артлы өс бәпес донъяға тәүге ауазын һала. Башта 2100 грамлыҡ Дарина, һуңынан 1900 грамлыҡ Сабрина һәм 2180 грамм ауырлыҡтағы Карина тыуа. Сабринаның ауырлығы етмәү сәбәпле, күпмелер ваҡыт махсус “инкубатор”ҙа тоталар. Уларҙың өсөһөнөң дә бер бала ятҡылығында ятыуы ла һирәк була торған хәл. Ғәҙәттә, икәүһе – бер, өсөнсөһө айырым ятҡылыҡта ята бындай игеҙәктәр. Сабыйҙарҙы ике табип, дүрт шәфҡәт туташы ҡабул итә.
– Өс игеҙәктең тыуыуы беҙҙә һирәк күренеш, – ти табиптар ҙа Заринаға.
Дауахананан ҡайтҡас, йәш атай менән әсәйгә һөйөнөслө лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә көндәр башлана. Күпме генә тырышһаң да, бер кешегә уларҙы ҡарауы еңел түгел.
– Айырыуса төндә ауырға тура килә. Береһе асығып уянһа, икенсеһе лә тауышҡа күҙен аса, һуңынан өсөнсөһө: алып тынысландырырға, бөтәһе бер юлы илай башлаһа, нимә эшләргә лә белмәйһең, – ти Зарина.
Был йәһәттән Азат ҡатынына хәленән килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Әле үҙҙәре сабыйлыҡтан сығып бөтмәгән ике малайҙарына ла иғтибар бүлергә өлгөрәләр. Тимур менән Ринат яҡындарының хәлен аңлай, уларҙы артыҡ бимазаламаҫҡа тырыша. Бер юлы өс бәпәйгә ағай булыуҙары менән ғорурланалар. Йәштәрҙең ата-әсәләре Рәзифә апай һәм Ғәзиз ағай, Гөлнара апай менән Шакир ағай ҙа ярҙамынан ташламай, ҡулдарынан килгәнсә булышалар.
– Ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған. Ҡайһы ваҡыт үҙебеҙ ҙә буталып китәбеҙ. Дауаханала ҡулдарына бәйләнгән биркаларға ҡарап айырабыҙ. Ә бына холоҡтары төрлөсә. Дарина уйсан, тыныс, Сабрина – тынғыһыҙ, Карина көләкәс, ҡаштарын һикертеп, йылмайыуҙан бушамай, – ти бәхетле ата-әсә.
Әле ғаилә башлығы шахта төҙөү идаралығында эшләй. Учалынан йөрөү мәшәҡәтле булғас, Межозерный ҡасабаһына күсәләр. Йортло булырға өлгөрмәгәндәр, шуға ла кеше фатирын яллап йәшәргә мәжбүрҙәр. Хәҙер уйламаған ерҙән ғаиләләре ишәйгәс, үҙ мөйөштәрен булдырыу тураһында ныҡлап уйлайҙар. Бәлки, Хөкүмәттән ярҙам булыр тип өмөтләнәләр. Азат Ғәзиз улы документтар йыйыу менән мәшғүл. Йәш ғаиләгә ярҙам күрһәтелһә, яҡшы булыр ине, әлбиттә. Өс игеҙәк төбәгебеҙҙә йыл һайын тыумай бит.






Автор: Әлиә Дауытова. Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә