Ер йөҙөндә ғәжәп хәлдәр йыш теркәлә. Ҡайҙалыр ҡыҙыл ҡар яуһынмы, Силәбегә метеорит төшһөнмө тигәндәй... Ә бына беҙҙең өсөн йәш пар Зарина менән Азат Юртымбаевтарҙың ғаиләһендә бер юлы өс игеҙәк тыуыуы ҙур мөғжизәгә әйләнде. Бындай бәхет бик һирәктәрҙең өлөшөнә генә эләгә. Бер юлы өсәүҙе түгел, бер баланы ҡарау ҙа ауырға тура килә. Өс игеҙәктең әсәһе булыу нисек икән? Был һорауға яуапты бәхетле ҡатындың үҙенән алыу форсаты тейҙе.“Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙең урыны ожмахта булыр”, тип яҙылған бер хәҙистә. Әлбиттә, ҡыҙ балаларҙы кеше итеү өсөн әсәй кешегә үҙенә лә өсләтә тәүфиҡлы, тәрбиәле булырға кәрәк. 28 йәшлек ҡатын быны яҡшы белә. Шуға бар көсөн хәҙер балаларын тәрбиәләүгә һала.
Йәһүҙә ауылы егете Азат менән ҡала ҡыҙы Зарина 2008 йылда өйләнешә. Бер-бер артлы ике малайҙары донъяға килә. Өлкәндәре Тимурға – ете, Ринатҡа өс йәш. Малайҙар бер аҙ ҙурайғас, ғаилә өсөнсөгә бәпес алып ҡайтырға ниәтләй. Айырыуса Зарина ҡыҙ тураһында хыяллана. Ауырға ҡалғас, ҡатын табипҡа даими күренеп тора. Беренсе тапҡыр УЗИ үткәндә бер нәмә лә күрһәтмәй, икенсеһенә барғанда табип, игеҙәктәрегеҙ тыуасаҡ, тип һөйөнсөләй. Юртымбаевтар тәүҙә аптырап ҡала, һуңынан бәпәйҙәренең икәү буласағына ҡыуанып ҡайтып китәләр. Өсөнсө тапҡыр УЗИ-ға барғанда табип ҡарында өс игеҙәк бала ятыуы тураһында әйтә. Ҡатын албырғап ҡала, һүҙен әйтә алмай, илап ебәрә. Ишек төбөндә көтөп торған иренә сығып был хәбәрҙе еткерә. Көтөлмәгән һөйөнөстән Азат та шаңҡып ҡала. Һуңынан тынысланып, Хоҙайҙың үҙҙәренә ошондай бәхет биргәненә рәхмәт әйтеп, сабыйҙарҙың имен-һау тыуыуын көтә башлайҙар.
– Шулай ҙа УЗИ-ға дүртенсегә барғанда бер аҙ шомландыҡ: был юлы дүртәү тип әйтһәләр нимә эшләрбеҙ икән? – тип көлә йәштәр. Бәпәй табыр мәл етә башлағас, ғаилә кәңәшләшеп, ҡатындың үҙенә лә, сабыйҙарға ла хәүефһеҙерәк булһын өсөн Заринаны Силәбе бала табыу йортона һалалар. Игеҙәктәрҙе операция юлы менән алырға тип әйтәләр, әммә барыһы ла һин теләгәнсә булмай шул.
– Ваҡытты мартҡа билдәләгәйнеләр, кинәт 16 февраль тулғаҡ тота башланы. Табип эргәмә килде лә: “Операцияға әҙерләп өлгөрмәйәсәкбеҙ, үҙеңә табырға тура киләсәк”, – тине. Әсә кешенең игеҙәктәрҙе, етмәһә, өсөһөн бер юлы үҙе табыуы һирәк күренеш. Зарина ҡыҙҙарының иҫән-һау тыуырына ышана, һәм бына, ниһайәт, бер-бер артлы өс бәпес донъяға тәүге ауазын һала. Башта 2100 грамлыҡ Дарина, һуңынан 1900 грамлыҡ Сабрина һәм 2180 грамм ауырлыҡтағы Карина тыуа. Сабринаның ауырлығы етмәү сәбәпле, күпмелер ваҡыт махсус “инкубатор”ҙа тоталар. Уларҙың өсөһөнөң дә бер бала ятҡылығында ятыуы ла һирәк була торған хәл. Ғәҙәттә, икәүһе – бер, өсөнсөһө айырым ятҡылыҡта ята бындай игеҙәктәр. Сабыйҙарҙы ике табип, дүрт шәфҡәт туташы ҡабул итә.
– Өс игеҙәктең тыуыуы беҙҙә һирәк күренеш, – ти табиптар ҙа Заринаға.
Дауахананан ҡайтҡас, йәш атай менән әсәйгә һөйөнөслө лә, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә көндәр башлана. Күпме генә тырышһаң да, бер кешегә уларҙы ҡарауы еңел түгел.
– Айырыуса төндә ауырға тура килә. Береһе асығып уянһа, икенсеһе лә тауышҡа күҙен аса, һуңынан өсөнсөһө: алып тынысландырырға, бөтәһе бер юлы илай башлаһа, нимә эшләргә лә белмәйһең, – ти Зарина.
Был йәһәттән Азат ҡатынына хәленән килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Әле үҙҙәре сабыйлыҡтан сығып бөтмәгән ике малайҙарына ла иғтибар бүлергә өлгөрәләр. Тимур менән Ринат яҡындарының хәлен аңлай, уларҙы артыҡ бимазаламаҫҡа тырыша. Бер юлы өс бәпәйгә ағай булыуҙары менән ғорурланалар. Йәштәрҙең ата-әсәләре Рәзифә апай һәм Ғәзиз ағай, Гөлнара апай менән Шакир ағай ҙа ярҙамынан ташламай, ҡулдарынан килгәнсә булышалар.
– Ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған. Ҡайһы ваҡыт үҙебеҙ ҙә буталып китәбеҙ. Дауаханала ҡулдарына бәйләнгән биркаларға ҡарап айырабыҙ. Ә бына холоҡтары төрлөсә. Дарина уйсан, тыныс, Сабрина – тынғыһыҙ, Карина көләкәс, ҡаштарын һикертеп, йылмайыуҙан бушамай, – ти бәхетле ата-әсә.
Әле ғаилә башлығы шахта төҙөү идаралығында эшләй. Учалынан йөрөү мәшәҡәтле булғас, Межозерный ҡасабаһына күсәләр. Йортло булырға өлгөрмәгәндәр, шуға ла кеше фатирын яллап йәшәргә мәжбүрҙәр. Хәҙер уйламаған ерҙән ғаиләләре ишәйгәс, үҙ мөйөштәрен булдырыу тураһында ныҡлап уйлайҙар. Бәлки, Хөкүмәттән ярҙам булыр тип өмөтләнәләр. Азат Ғәзиз улы документтар йыйыу менән мәшғүл. Йәш ғаиләгә ярҙам күрһәтелһә, яҡшы булыр ине, әлбиттә. Өс игеҙәк төбәгебеҙҙә йыл һайын тыумай бит.