Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортса яңы атамалар эҙләйбеҙ
Быйыл 24 – 26 апрелдә “Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте” тигән ғилми-ғәмәли конференция була. Ул Башҡорт википедияһының 10 йыллығына арнала. Сараның маҡсаты — белемдең ирекле таралыуына булышлыҡ итеү, Рәсәй һәм башҡа ил халыҡтары телдәрендә һәр кем ҡуллана ала торған мәғлүмәт сығанаҡтарын үҫтереү, компьютер лингвистикаһы мәсьәләләрен тикшереү. Конференцияны “Викимедиа РУ” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты берлектә әҙерләй. Унда ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала.

Википедия – виртуаль донъяның иң күләмле энциклопедик проекттарының береһе. Унда ингән һәр мәғлүмәт кешелек тарихына мәңге­леккә инеп ҡаласаҡ. Википедиялағы мәғлүмәт­тәр башҡа телдәргә лә тәржемә ителгәнлектән, үҙебеҙҙе донъяға танытыу йәһәтенән википроекттар беҙгә бик ҙур ярҙам күрһәтә ала. Бындай проекттан ситтә ҡалыу заман ар­баһынан төшөп ҡалыуға тиң булыр ине. Шөкөр, Башҡорт википедияһы бар, үҫә, тулылана.
Телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән дә проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Башҡорт википедияһы проектының береһендә – Викиһүҙлектә – мин байтаҡ йылдар элек теркәлһәм дә, ваҡыт булмау сәбәпле, эшендә әүҙемлек күрһәтә алманым. 2013 йылда Баш­ҡорт проекттарына ҡушылдым. Илдар Кинйә­бу­латов ойошторған “Бәйләнештә” социаль сел­тәренең интерфейсы тәржемәһен башҡар­ҙыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Википедияла ла, Баш­ҡорт проекттарында ла эшләргә ваҡыт була башланы. Илдар Кинйәбулатов Башҡорт ки­тап­ханаһы проектына саҡырҙы, унан Интернет һәм компьютер терминдары термино­ло­гия­һы тигән тармаҡта координаторлыҡ бурыс­тары йөкмәтелде. Әле мөмкин булған тиклем терминология менән эшләйем. Селтәрҙән рус һәм инглиз телдәрендәге терминдарҙы йыйыу ме­нән мәшғүлмен, терминдар тәржемәһен дә иғтибарҙан ҡалдырмаҫҡа тырышам. Скайп тәржемәһендә, Википедия терминдары буйынса “Бәйләнештә”ге чаттарҙа барған бәхәстәр һөҙөмтәһендә теге йәки был термин буйынса күпселек тәҡдим иткән вариант­тарҙы һүҙлеккә индерәм, ҡайһы берҙә үҙем дә бәхәс темаһы тәҡдим итәм.
Әлегә Викитерминология ме­нән Интернет һәм компьютер тер­минологияһы айырым-айырым үҫеш кисерә. Уларҙың бер-бе­реһе менән тығыҙыраҡ хеҙ­мәт­тәшлек итеүе, терминдарҙы стандартлаштырыу бурысы алдыбыҙҙа тора, сөнки әле­гә бер үк терминдың төрлөсә алыныу ос­раҡ­тары байтаҡ. Тимәк, уларҙы унификациялау, бер базаға туплау – өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Терминдарҙы тәржемә итеүҙә төрлө йәш­тәге, төрлө тармаҡта уҡып йә эшләп йөрөгән, төрлө ҡарашта торған, техник һәм тел йәһә­те­нән төрлө әҙерлекле кешеләр ҡатнаша. Ләкин уларҙың байтағын компьютер тигән үҙәк тө­шөнсә тирәһендә булған бөтә терминдарға башҡортса эквивалент табырға ынтылыш бер­ләштерә. Был ынтылыш шул тиклем көслө, хатта руссанан ғына түгел, ғәрәп, фарсы тел­дә­ренән ингән һүҙҙәрҙе лә ҡулланмаҫҡа тырышыу тенденцияһы көсәйә.
Был күренештең кире яғы ла, ыңғай яҡтары ла бар. Хилафлыҡты шунда күрәм: терминдар мотлаҡ башҡорт телендә яңғырарға тейеш тигән принцип менән эш ителһә, улар ара­һында таныш булмаған йә, таныш булып та, бөтөнләй өр-яңы мә­ғә­нә алған һүҙҙәр күп буласаҡ. Һөҙөмтәлә был терминдар туп­лан­маһының үҙенә аң­латмалы һүҙлек кә­рәк булып, бик һи­рәк­тәр генә уны ҡул­­ла­насаҡ. Үтә киҫкен яңылыҡ халыҡты өр­кө­тәсәк, әлбиттә.
Уның ҡарауы, отош­ло яҡтары күберәк. Беренсенән, башҡорт теле тотош донъя өсөн һуңғы осор ҡаҙанышы булған өр-яңы компьютер һәм Интернет терминдары иҫәбенә байыясаҡ.
Икенсенән, был терминдарҙың күпмелер өлөшө ошо тармаҡтың тар белгестәре өсөн генә кәрәк булһа, байтағы киң ҡулланыуға сығасаҡ, сөнки уларҙы һәр кемгә отоп алырға, көндәлек тормошонда файҙаланырға тура килә. Башҡа бер тармаҡтың да терминдары, һөнәри лексикаһы компьютер терминдары шикелле киң ҡулланыуға инә алғаны юҡ ине әле, улар һәр ваҡыт ниндәйҙер һөнәр эйәләренең тар ғына файҙаланыуында булды. Компьютер техникаһы, мобиль ҡорамалдарҙы хәҙер кешелек кесе йәштән тигәндәй тотонғанлыҡтан, уның терминдары ла халыҡ аңына һәм теленә шунда уҡ инә бара. Ошо сәбәпле, компьютер менән үҙ телендә “һөйләшеүселәр” ни тиклем күп булһа, мөмкин тиклем ҙур күләмдә ижад ителгән башҡортса терминология ла йәштәр­ҙең тел белеү һәләтен арттырасаҡ.
Шулай булғас, компьютер терминдарын тәр­жемәләп, халыҡҡа тәҡдим итеү – бик мөһим эш. Әлбиттә, рус теле беҙгә ҙур конкуренция барлыҡҡа килтерә. Башҡортса белмәгән йә икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән йәштәр компьютер менән тик русса аралаша. Телде яҡшы бел­гәндәр араһында ла русса интерфейс­тар­ҙан башҡортсаға күсмәүселәр күп, быны раҫлаған һандар бар.
Халыҡты башҡортса Интернетҡа күсереү проблемаһы, әлбиттә, бик ҡатмарлы. Уны хәл итеү юлдары ла барҙыр. Был йәһәттән донъя­ла ныҡлы хакимлығын урынлаштырған бер тенденция өмөтләндерә: хәҙер һәр кемдең үҙ тамырҙарын, үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын белергә тейешлеге бәхәсһеҙ ҡабул ителә торған аксиомаға әйләнеп бара, үҙ телеңде белмәү хупланмай. Беҙҙең йәштәр араһында ла, кемеһе – эске талаптарынан сығып, кемеһе – быны мода тип ҡабул итеп булһа ла, туған теленә, шул иҫәптән компьютер терминдары­на, иғтибарлыраҡ ҡарай һәм уларҙы ҡул­ла­на башлар тип ышанырға кәрәк. Һәр хәлдә ха­лыҡ­та ундай ихтыяж тыуған мәлгә беҙҙең терминологик һүҙлектәр ҙә, тәржемә ителгән интер­фейс­тар ҙа әҙер торасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта компьютер – ул бар донъя­ны яулап алған интернациональ күренеш, шулай булғас, унда интернациональ һүҙҙәрҙең бөтәһенән дә баш тартып бөтөү мөмкин түгел. Беҙҙә теге йәки был терминдың мәғәнәһен яҡынса ғына булһа ла атарлыҡ һүҙ табылмау осраҡтары, тәбиғи, әҙ түгел.
Терминдарҙы тәржемә итеүҙең ғилми яҡтан эшләнгән әҙер методикаһы юҡ, шуға беҙ ул методиканы эш барышында үҙебеҙ ижад итәбеҙ. Чатта фекер алышабыҙ, бәхәс­ләшәбеҙ, һәр кем үҙ вариантын тәҡдим итә, уны яҡлап, һүҙлек­тәргә, башҡа төрки телдәрҙә ни­сек алыныуына һылтана. Был йәһәттән Гугл-тәржемәсе ярҙам­ға килә – терминдың төрөк, ҡа­ҙаҡ, үзбәк, әзери, татар телдә­рендә нисек алынғанын барлап сыға­быҙ. Инглиз теленән тура баш­ҡортсаға әйләндереп ҡарау алымы ла ҡулланыла, туранан-тура тәрже­мә иткәндә тапҡыр ғына килеп торған һүҙ табыу осраҡтары ла булғыланы. Һүҙҙең этимоло­гияһын, төрлө мәғәнәләрен ентекләп күҙҙән үткәрәбеҙ.
Тағы шуныһы: “ҡәҙимге бер һүҙ ҙә инде был, тәржемәһе лә бар, тотабыҙ ҙа ошолай тип алабыҙ”, тип еңел генә тылмаслап та булмай, сөнки ул – термин, һәм дөрөҫ, теүәл аналогты табыу өсөн уның артында ятҡан техник-технологик күренеште, процесты аңлау талап ителә. Уныһын тәфсирләп ҡараһаң, быныһы барма­уы, бөтөнләй икенсе һүҙ табыу зарурлығы асыҡлана.
Тәржемәлә ҡатнашыусылар араһында тағы ла диалект һүҙҙәрен, ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе киңерәк ҡулланыу тәҡдиме йыш ишетелә. Тик был осраҡта үрҙә телгә алынған проблема килеп тыуыуы көн кеүек асыҡ, йәғни аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙең кешене беҙҙең тәржемәнән тиҙ биҙҙереү ихтималлығы ҙур. Шунлыҡтан әлегә ундай һүҙҙәрҙе күпләп ҡулланыу үҙмаҡсат түгел, ләкин киләсәктә телебеҙҙе сит һүҙҙәрҙән азат итеү буйынса эшмәкәрлек дауам итер, һәм диалектизмдар, архаизмдар араһынан ҡайһы берҙәренең заманса яңғыраш алыуы, яңыса тормош башлауы бик тә ихтимал.
Интернет-терминдар өлкәһе ғилми ҡараш талап итә, улар һәр яҡлап тикшерелһә, беҙҙең тәҡдим иткән варианттарға фәнни баһа би­релһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Ләкин был эш менән шөғөлләнә торған ғалимдарҙың да төрлө яҡлап белемле булыуы шарт. Линг­вист булыу ғына етмәй, техник һәм технологик күренештәрҙе аңлап эш итеү, инглиз телен дә белеү мөһим буласаҡ бындай эшкә тотонаһы фән белгесенә. Бәлки, шул сағында тәржемә методикалары ла барлыҡ­ҡа килер, бөтә эш ғилми талаптарға ярашлы алып барылыр ине.
Юғиһә эш барышында эмоцияларға буйһо­ноп ки­теү осраҡта­ры ла булғы­лай, йәғни теге йәки был һүҙгә ал­маш эҙлә­гәндә, оҡшай-оҡ­ша­май, ҡо­лаҡҡа ята-ятмай тигән критерий өҫкә сығып кит­келәй. Әл­бит­тә, был һис тә дөрөҫ түгел. Интернет терминдары шикелле аныҡ һәм теүәл төшөнсә­ләр ме­нән эш иткән өлкә бе­рә­мек­тәре тураһында һүҙ бар­­ғанда бындай критерий ҡулай түгел генә түгел, хатта зарарлы.
Компьютер һәм Интернет технологиялары бер көнгә лә үҫештән туҡта­май, шунлыҡтан бындай технологик революция шарттарында һәр күренешкә тәғәйен термин сығып торорға тейеш. Компьютер технологияларын инглиз телле мөхит эшләй, шунлыҡтан терминдар ҙа инглиз телендә хасил була ла башҡа телдәргә күсеү процесын башлай. Тимәк, был бер ваҡытта ла туҡтамай торған күренеш буласаҡ. Терминдарҙы башҡорт теленә тәржемә итеү менән дә бер генә быуын шөғөлләнмәҫ әле.
Компьютер терминдары системаһын үҫте­реүҙә ҡатнашырға ниәт иткән һәр кем беҙҙең проекттарға ҡушыла, был мөһим эшмәкәрлеккә үҙ өлөшөн индерә ала. Викиһүҙлектә лә, “Башҡорт проекттары”ндағы Терминология бүлегендә лә эш етерлек.

Әлфиә АҠБУТИНА,
Википедия проекттарында ҡатнашыусы,
“Башҡорт проекттары”ның
Терминология бүлеге координаторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521