Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер – барыбыҙҙың да мөлкәте
Ер – барыбыҙҙың да мөлкәте Йән эйәләренә йәшәү, туҡланыу, тормош көтөү өсөн Аллаһ тарафынан бирелгән ер. Уны һатыу, өҫтөндәге һәм ҡуйынындағы ниғмәттәргә кемдәрҙеңдер хужа булып, мутлашып байыуы бер ҙә дөрөҫ түгел. Кеше ерҙе һаҡлап, ҡәҙерләп, файҙаланып йәшәргә тейеш.
Әммә ошо ҡағиҙәне боҙоп, әҙәм балаһы, үҙенең нәфсеһе ҡотортоуы сәбәпле, һәр төрлө әшәкелектәргә, енәйәттәргә, хатта тирә-йүндә йәшәүсе халыҡтарҙы ҡырыуға тиклем барып етә. Ерҙең тарихы шулай.
Ер халыҡ милке булырға тейеш. Уны күпмелер йылға кемгәлер ҡуртымға биргәндә лә бик һаҡ булырға кәрәк. Ерҙең хужаһы — дәүләт, ә урындарҙа халыҡ исеменән үҙидара органдары эш итергә тейештер. Колхоз-совхоздар ойошторолғанда халыҡ ҡулындағы ер бер ниндәй түләүһеҙ тартып алынған. Мәҫәлән, минең урта хәлле атайым колхозға бер атын, бер һыйырын һәм арбаһын, тәғәйен ер пайын да бушлай биреп ингән.
Әле бына күмәк хужалыҡтарҙың бөтөрөлөүенә, фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға күҙ төбәп ҡалыуыбыҙға сирек быуат була, әммә үҫеш, тыныслыҡ, яҡшы тормош бик күренмәй. Ни өсөн? Беренсенән, фермерҙарға тейешенсә финанс, техника яғынан ярҙам юҡ. Булһа ла, контролһеҙ ул, кемгә — бар, кемгә — юҡ тигәндәй. Икенсенән, шәхси хужалыҡтарға ер пайҙары ҡағыҙҙа ғына “бирелде”. Ер хужалары үҙ майҙанын алып, эшкәртеп, файҙаһын күрә алманы. Шул 5-6 гектар (ҡайҙалыр күберәктер ҙә) ерен фермерға йә бүтәнгә ҡуртымға биреп (мәжбүри рәүештә), бер ниндәй матди файҙа ла, кинәнес тә тоймай ауыл кешеһе. Хатта килешеүҙә ҡаралған ҡуртым хаҡын да түләтә алмағандар күп. Өсөнсөнән, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең дә эше алға китмәне.
Шәхси хужалығында өс-дүрт баш, хатта унан да күберәк һауын һыйыры аҫраусылар (шул иҫәптән фермерҙар ҙа) етештерелгән итен һәм һөтөн һатыуҙа ҙур мәшәҡәттәргә, ҡаршылыҡтарға осраны — йыйыусылар булмай сыҡты. Миҫал өсөн шуны ғына әйтеп үтәм: беҙҙең районда һөт етештереүсе бер нисә фермер хужалығы әле тәүлегенә алынған 300-500 литр тауарын күрше өлкәләге Магнитогорск ҡалаһына тапшыра. Йәйен ҡайһы берәүҙәр шәхси хужалыҡтарҙан йыйылғанын да шунда илтеп маташты. Етештереүгә киткән сығымдар менән шул тиклем араға ташып һатыуҙан алынған килемде кем иҫәпләйҙер, һәр хәлдә, былай хужалыҡ итеүҙе алйотлоҡ тип һанайым.
100 литр һөт һатыу өсөн 100 литр бензин яғыуҙан ҡәнәғәтләнерлек табыш алыныуына ышанғы килмәй. Һөҙөмтәлә әлегә бер хужалыҡ та рәтле йәшәп китә алмай.
Яңыраҡ ҡына Ҡарғалы ауылынан бер кеше, ике баш үгеҙен һуйып, итен ҡайҙа һатырға белмәй йөрөнө лә осһоҙ хаҡҡа ғына ризалашты. “Былай булмай, һыйырҙы берәүгә ҡалдырып, Себер яғына эшкә барып ҡарармын, ахырыһы”, — тип ҡайтып китте.
Ошондай хәлдән сығыу өсөн һәр районда элекке кеүек һөт заводтарын, мал һуйыу урындарын (цехтарын) булдырып, урында эшкәртеүҙе, продукцияны мөм­кин тиклем аралашсыларһыҙ һатыуҙы ойошторорға кәрәк. Фермерҙарҙан һәм шәхси хужалыҡтарҙан тыш, дәүләт хужалыҡтары ла эшләргә тейеш, тип уйлайым.
Аҙыҡ-түлек етештереүҙе бер крәҫ­тиәнгә йөкмәтергә ярамай. Мәҫәлән, һәр ауылда тиерлек, урындағы шарттарға ҡарап, берәй дәүләт малсылыҡ фер­маһы асыу отошло булыр ине. Әйтәйек, 100-200 баш һауын һыйыры булған ферма. Унда тейешле штат буйынса хеҙмәткәрҙәр эшләй, эш хаҡы ваҡы­тында бирелә, тәртип тә, мал аҙығы ла бар. Кәрәк ваҡытында һәр төрлө ярҙам күрһәтеп, дәүләт хужалыҡтың эшен көйләй ала. Иң мөһиме — дәүләттең ауылға йөҙ менән боролоуы. Әлбиттә, тәү сиратта юлдар һалыу, мәктәптәр, медпункттар асыу, газ-һыу кеүек көнкүреш шарттарын тыуҙырыу талап ителә.
Ошондай һығымтаны мин, оло уҙаман, 30 йыл элек колхоз-совхоз мәшәҡәттәре менән көнө-төнө ҡайнаған, ал-ял белмәй эшләгән кеше булараҡ яһайым. Ауылда үҫеп, һуғыш йылдарын, колхоз тормошоноң һәр мәлен — “трудодень” тигәненән алып айына бер миллион һум эш хаҡы алған йылдарға тиклем — ер эшендә үткәрҙем. Шул осорҙа ҡайҙа, кемдең нисек эшләгәнен, һәр колхоз-совхоздың хәл-торошон, уларҙың “сәскә атҡан” саҡтарын да, “көрсөккә” терәлгәнен дә яҡшы беләм, иҫләйем.







Автор: Хәйҙәр АҘНАБАЕВ. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә