Йән эйәләренә йәшәү, туҡланыу, тормош көтөү өсөн Аллаһ тарафынан бирелгән ер. Уны һатыу, өҫтөндәге һәм ҡуйынындағы ниғмәттәргә кемдәрҙеңдер хужа булып, мутлашып байыуы бер ҙә дөрөҫ түгел. Кеше ерҙе һаҡлап, ҡәҙерләп, файҙаланып йәшәргә тейеш.Әммә ошо ҡағиҙәне боҙоп, әҙәм балаһы, үҙенең нәфсеһе ҡотортоуы сәбәпле, һәр төрлө әшәкелектәргә, енәйәттәргә, хатта тирә-йүндә йәшәүсе халыҡтарҙы ҡырыуға тиклем барып етә. Ерҙең тарихы шулай.
Ер халыҡ милке булырға тейеш. Уны күпмелер йылға кемгәлер ҡуртымға биргәндә лә бик һаҡ булырға кәрәк. Ерҙең хужаһы — дәүләт, ә урындарҙа халыҡ исеменән үҙидара органдары эш итергә тейештер. Колхоз-совхоздар ойошторолғанда халыҡ ҡулындағы ер бер ниндәй түләүһеҙ тартып алынған. Мәҫәлән, минең урта хәлле атайым колхозға бер атын, бер һыйырын һәм арбаһын, тәғәйен ер пайын да бушлай биреп ингән.
Әле бына күмәк хужалыҡтарҙың бөтөрөлөүенә, фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға күҙ төбәп ҡалыуыбыҙға сирек быуат була, әммә үҫеш, тыныслыҡ, яҡшы тормош бик күренмәй. Ни өсөн? Беренсенән, фермерҙарға тейешенсә финанс, техника яғынан ярҙам юҡ. Булһа ла, контролһеҙ ул, кемгә — бар, кемгә — юҡ тигәндәй. Икенсенән, шәхси хужалыҡтарға ер пайҙары ҡағыҙҙа ғына “бирелде”. Ер хужалары үҙ майҙанын алып, эшкәртеп, файҙаһын күрә алманы. Шул 5-6 гектар (ҡайҙалыр күберәктер ҙә) ерен фермерға йә бүтәнгә ҡуртымға биреп (мәжбүри рәүештә), бер ниндәй матди файҙа ла, кинәнес тә тоймай ауыл кешеһе. Хатта килешеүҙә ҡаралған ҡуртым хаҡын да түләтә алмағандар күп. Өсөнсөнән, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең дә эше алға китмәне.
Шәхси хужалығында өс-дүрт баш, хатта унан да күберәк һауын һыйыры аҫраусылар (шул иҫәптән фермерҙар ҙа) етештерелгән итен һәм һөтөн һатыуҙа ҙур мәшәҡәттәргә, ҡаршылыҡтарға осраны — йыйыусылар булмай сыҡты. Миҫал өсөн шуны ғына әйтеп үтәм: беҙҙең районда һөт етештереүсе бер нисә фермер хужалығы әле тәүлегенә алынған 300-500 литр тауарын күрше өлкәләге Магнитогорск ҡалаһына тапшыра. Йәйен ҡайһы берәүҙәр шәхси хужалыҡтарҙан йыйылғанын да шунда илтеп маташты. Етештереүгә киткән сығымдар менән шул тиклем араға ташып һатыуҙан алынған килемде кем иҫәпләйҙер, һәр хәлдә, былай хужалыҡ итеүҙе алйотлоҡ тип һанайым.
100 литр һөт һатыу өсөн 100 литр бензин яғыуҙан ҡәнәғәтләнерлек табыш алыныуына ышанғы килмәй. Һөҙөмтәлә әлегә бер хужалыҡ та рәтле йәшәп китә алмай.
Яңыраҡ ҡына Ҡарғалы ауылынан бер кеше, ике баш үгеҙен һуйып, итен ҡайҙа һатырға белмәй йөрөнө лә осһоҙ хаҡҡа ғына ризалашты. “Былай булмай, һыйырҙы берәүгә ҡалдырып, Себер яғына эшкә барып ҡарармын, ахырыһы”, — тип ҡайтып китте.
Ошондай хәлдән сығыу өсөн һәр районда элекке кеүек һөт заводтарын, мал һуйыу урындарын (цехтарын) булдырып, урында эшкәртеүҙе, продукцияны мөмкин тиклем аралашсыларһыҙ һатыуҙы ойошторорға кәрәк. Фермерҙарҙан һәм шәхси хужалыҡтарҙан тыш, дәүләт хужалыҡтары ла эшләргә тейеш, тип уйлайым.
Аҙыҡ-түлек етештереүҙе бер крәҫтиәнгә йөкмәтергә ярамай. Мәҫәлән, һәр ауылда тиерлек, урындағы шарттарға ҡарап, берәй дәүләт малсылыҡ фермаһы асыу отошло булыр ине. Әйтәйек, 100-200 баш һауын һыйыры булған ферма. Унда тейешле штат буйынса хеҙмәткәрҙәр эшләй, эш хаҡы ваҡытында бирелә, тәртип тә, мал аҙығы ла бар. Кәрәк ваҡытында һәр төрлө ярҙам күрһәтеп, дәүләт хужалыҡтың эшен көйләй ала. Иң мөһиме — дәүләттең ауылға йөҙ менән боролоуы. Әлбиттә, тәү сиратта юлдар һалыу, мәктәптәр, медпункттар асыу, газ-һыу кеүек көнкүреш шарттарын тыуҙырыу талап ителә.
Ошондай һығымтаны мин, оло уҙаман, 30 йыл элек колхоз-совхоз мәшәҡәттәре менән көнө-төнө ҡайнаған, ал-ял белмәй эшләгән кеше булараҡ яһайым. Ауылда үҫеп, һуғыш йылдарын, колхоз тормошоноң һәр мәлен — “трудодень” тигәненән алып айына бер миллион һум эш хаҡы алған йылдарға тиклем — ер эшендә үткәрҙем. Шул осорҙа ҡайҙа, кемдең нисек эшләгәнен, һәр колхоз-совхоздың хәл-торошон, уларҙың “сәскә атҡан” саҡтарын да, “көрсөккә” терәлгәнен дә яҡшы беләм, иҫләйем.