Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аллаһтың тәүге илсеһе Нух
Аллаһтың тәүге илсеһе Нух Халыҡ боттарға табына, өмөт­һөҙлөккә бирелә, аҙаша баш­лағас, Аллаһ әҙәм балаларына тәүге илсеһен – Нух пәйғәм­бәрҙе – ебәрә.

“Халҡым минең! Бөйөк Аллаһ Тәғә­ләгә генә баш эйегеҙ. Унан башҡа Раб­бығыҙ юҡ. Ҡиәмәт көнөндә барығыҙ ҙа терелеп, Аллаһ алдына хөкөмгә баҫыр­һы­ғыҙ... Раббыбыҙға буйһоно­ғоҙ, Уның бойороҡтарын үтәгеҙ...” – тип өндәй пәйғәмбәр. Ләкин халыҡтың күп­селеге был әйҙәүҙе кире ҡаға, Нухтың үҙенә һәм Аллаһҡа ышанғандарға ҡаршы сыға, уларҙы таш бәреп туҡмау, йәшәгән еренән ҡыуып ебәреү менән янай. “Беҙҙең кеүек үк кеше икән­легеңде күрәбеҙ, Аллаһтың ысын ил­се­һе булыуыңа ышандырырлыҡ үҙен­сәлегең юҡ, – тиҙәр пәйғәмбәргә. – Артыңдан иң ярлы кешеләр генә эйә­рә. Ошондай осраҡта Һиңә нисек ышанайыҡ?” Нух уларға: “Кемдең нин­дәй икәнлеген Аллаһ Тәғәлә белә, барыһына ла хөкөмдө Ул бирәсәк”, – тип яуаплай.
Нух пәйғәмбәр халыҡты Аллаһ юлына әйҙәүен бик оҙаҡ дауам итә. Был арауыҡтың күләме “Ҡөрьән Кәрим”дә “950 йыл” тип билдәләнгән. Ваҡыттың шулай күп булыуына ҡарамаҫтан, Нух үҙенең артынан аҙ ғына кешене эйәртә ала.
Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) яҙыуынса, Нух Аллаһ Тәғәләгә халыҡтың үҙенә ышанмауы хаҡында белдергәс, Раббыбыҙ пәйғәмбәргә ул заманда ла, аҙаҡтан да тиңе булмаған кәмә төҙөргә ҡушҡан. “Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелеүенсә, Нух эш башлағас, халыҡ уның эргәһенән көлөп, мыҫҡыл итеп үтә башлаған. “Был әҙәм балалары аҙаҡ язаланғанда, ыҙалағанда Минең менән бәхәсләшәһе булма”, – тип тыйған Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәрҙе, сөнки Ул Нухтың күңеле йомшаҡ, нескә булыуын белгән. Ә кәмә эшләтеүҙең асылы шул икән: Раббыбыҙ үҙенә ышанмаған халыҡты батырырға ҡарар иткән.
Ҡоролманың күләме хаҡында төрлөсә мәғлүмәт бирелә. Кәмә өс палубалы булған. Уларҙың аҫтағыһы – йәнлектәр, урталағыһы – кешеләр, ә өҫтәгеһе ҡоштар өсөн тәғәйенләнгән. “Язалау мәле еткәс, мейестәрҙән ут урынына һыу атылып сыға башлар”, – тигән Аллаһ Тәғәлә. Тимәк, ҡоро ер ҡалмаясаҡ. Раббыбыҙ Нухҡа үҙе яһаған кәмәгә тере йән эйәләренән ике енес вәкилдәрен тейәп алырға ҡушҡан. “Минең барлығыма ышанма­ғандары өсөн язаларға ҡарар ҡылынғандарҙы ҡотҡар­майһың, – тигән Ул пәйғәмбәргә. – Миңә һәм үҙеңә ҡарата ғәҙел булмағандарҙы ярлыҡауымды һорама. Уларҙы батырырға ҡарар иткәнмен”.
Раббыбыҙ Нухҡа ғаиләһен дә (Аллаһтың барлығына ышанмаған улы Йамдан тыш) кәмәгә ултыртырға бо­йорған. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, донъяны һыу баҫҡан. Ғәрәсәттән Аллаһтың һайлаған кешеләре генә ҡотолоп ҡалған. Уларҙың иҫәбе буйынса төрлө мәғлүмәт йөрөй. Ислам экзегенетикаһына нигеҙ һалған ғалим Абдуллаһ ибн Аббас (619 – 686) билдәләүенсә, 80 ҡатын һәм ир ҡотҡарылған. Икенсе берәү “72 кеше” тип дәлилләй. Нухтың ҡатынының яҙмышы тураһында ла фекер айыр­малыҡтары бар. Кемдер билдәләүенсә, ул ташҡындан һуң вафат булған. Икенселәр иһә ҡатындың Аллаһтың барлығына ышанмағанлығын, шунлыҡтан һыуға батыуын раҫлай. Әйткәндәй, уның менән Нух пәйғәмбәрҙең биш улы булған.
Туфандан һуң әҙәм балаларында бөтөн эште Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыуҙан, Уның фатихаһын алыуҙан башлау йолаға ингән.
Ибн Касир яҙыуынса, һыу ҡайта, ерҙә йөрөү мөмкин була башлағас, Аллаһ Тәғәлә Нухҡа кәмәһен Әл-Джуди тауы янында туҡтатырға бойорған. “Һинең менән бергә йөҙгән кешеләр төрлө халыҡ булып тараласаҡ”, – тигән. Нух кәмәһенән төшкәс, Аллаһ уға башҡа бындай һыу баҫыуҙы ҡабатламаҫҡа һүҙ биргән. Әйтелгәнде дөрөҫләп, ергә йәйғор ебәргән.
Ислам тарихсыһы Мөхәммәт ибн Джарир (839 – 923) һәм башҡалар раҫлауынса, Нух пәйғәмбәрҙең ҡәбере – Изге мәсеттә.

“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар
(Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә