Халыҡ боттарға табына, өмөтһөҙлөккә бирелә, аҙаша башлағас, Аллаһ әҙәм балаларына тәүге илсеһен – Нух пәйғәмбәрҙе – ебәрә. “Халҡым минең! Бөйөк Аллаһ Тәғәләгә генә баш эйегеҙ. Унан башҡа Раббығыҙ юҡ. Ҡиәмәт көнөндә барығыҙ ҙа терелеп, Аллаһ алдына хөкөмгә баҫырһығыҙ... Раббыбыҙға буйһоноғоҙ, Уның бойороҡтарын үтәгеҙ...” – тип өндәй пәйғәмбәр. Ләкин халыҡтың күпселеге был әйҙәүҙе кире ҡаға, Нухтың үҙенә һәм Аллаһҡа ышанғандарға ҡаршы сыға, уларҙы таш бәреп туҡмау, йәшәгән еренән ҡыуып ебәреү менән янай. “Беҙҙең кеүек үк кеше икәнлегеңде күрәбеҙ, Аллаһтың ысын илсеһе булыуыңа ышандырырлыҡ үҙенсәлегең юҡ, – тиҙәр пәйғәмбәргә. – Артыңдан иң ярлы кешеләр генә эйәрә. Ошондай осраҡта Һиңә нисек ышанайыҡ?” Нух уларға: “Кемдең ниндәй икәнлеген Аллаһ Тәғәлә белә, барыһына ла хөкөмдө Ул бирәсәк”, – тип яуаплай.
Нух пәйғәмбәр халыҡты Аллаһ юлына әйҙәүен бик оҙаҡ дауам итә. Был арауыҡтың күләме “Ҡөрьән Кәрим”дә “950 йыл” тип билдәләнгән. Ваҡыттың шулай күп булыуына ҡарамаҫтан, Нух үҙенең артынан аҙ ғына кешене эйәртә ала.
Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) яҙыуынса, Нух Аллаһ Тәғәләгә халыҡтың үҙенә ышанмауы хаҡында белдергәс, Раббыбыҙ пәйғәмбәргә ул заманда ла, аҙаҡтан да тиңе булмаған кәмә төҙөргә ҡушҡан. “Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелеүенсә, Нух эш башлағас, халыҡ уның эргәһенән көлөп, мыҫҡыл итеп үтә башлаған. “Был әҙәм балалары аҙаҡ язаланғанда, ыҙалағанда Минең менән бәхәсләшәһе булма”, – тип тыйған Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәрҙе, сөнки Ул Нухтың күңеле йомшаҡ, нескә булыуын белгән. Ә кәмә эшләтеүҙең асылы шул икән: Раббыбыҙ үҙенә ышанмаған халыҡты батырырға ҡарар иткән.
Ҡоролманың күләме хаҡында төрлөсә мәғлүмәт бирелә. Кәмә өс палубалы булған. Уларҙың аҫтағыһы – йәнлектәр, урталағыһы – кешеләр, ә өҫтәгеһе ҡоштар өсөн тәғәйенләнгән. “Язалау мәле еткәс, мейестәрҙән ут урынына һыу атылып сыға башлар”, – тигән Аллаһ Тәғәлә. Тимәк, ҡоро ер ҡалмаясаҡ. Раббыбыҙ Нухҡа үҙе яһаған кәмәгә тере йән эйәләренән ике енес вәкилдәрен тейәп алырға ҡушҡан. “Минең барлығыма ышанмағандары өсөн язаларға ҡарар ҡылынғандарҙы ҡотҡармайһың, – тигән Ул пәйғәмбәргә. – Миңә һәм үҙеңә ҡарата ғәҙел булмағандарҙы ярлыҡауымды һорама. Уларҙы батырырға ҡарар иткәнмен”.
Раббыбыҙ Нухҡа ғаиләһен дә (Аллаһтың барлығына ышанмаған улы Йамдан тыш) кәмәгә ултыртырға бойорған. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, донъяны һыу баҫҡан. Ғәрәсәттән Аллаһтың һайлаған кешеләре генә ҡотолоп ҡалған. Уларҙың иҫәбе буйынса төрлө мәғлүмәт йөрөй. Ислам экзегенетикаһына нигеҙ һалған ғалим Абдуллаһ ибн Аббас (619 – 686) билдәләүенсә, 80 ҡатын һәм ир ҡотҡарылған. Икенсе берәү “72 кеше” тип дәлилләй. Нухтың ҡатынының яҙмышы тураһында ла фекер айырмалыҡтары бар. Кемдер билдәләүенсә, ул ташҡындан һуң вафат булған. Икенселәр иһә ҡатындың Аллаһтың барлығына ышанмағанлығын, шунлыҡтан һыуға батыуын раҫлай. Әйткәндәй, уның менән Нух пәйғәмбәрҙең биш улы булған.
Туфандан һуң әҙәм балаларында бөтөн эште Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыуҙан, Уның фатихаһын алыуҙан башлау йолаға ингән.
Ибн Касир яҙыуынса, һыу ҡайта, ерҙә йөрөү мөмкин була башлағас, Аллаһ Тәғәлә Нухҡа кәмәһен Әл-Джуди тауы янында туҡтатырға бойорған. “Һинең менән бергә йөҙгән кешеләр төрлө халыҡ булып тараласаҡ”, – тигән. Нух кәмәһенән төшкәс, Аллаһ уға башҡа бындай һыу баҫыуҙы ҡабатламаҫҡа һүҙ биргән. Әйтелгәнде дөрөҫләп, ергә йәйғор ебәргән.
Ислам тарихсыһы Мөхәммәт ибн Джарир (839 – 923) һәм башҡалар раҫлауынса, Нух пәйғәмбәрҙең ҡәбере – Изге мәсеттә.
“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар
(Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде.