Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Зәңгәрһыу”ға килегеҙ, матур тормошто күрегеҙ!
“Зәңгәрһыу”ға килегеҙ,  матур тормошто күрегеҙ! Халыҡ иҫәбе буйынса Өфөнән һуң икенсе урында килгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы бөгөн – химия сәнәғәте, машиналар етештереү буйынса ҙур үҙәктәрҙең береһе. 270 меңдән ашыу кешене үҙенә һыйындырған был төбәк тимер юл менән шартлыса көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленгән. Һәр яҡ бер нисә биҫтәнән тора. Һүҙ барасаҡ “1В көнбайыш”ты икенсе төрлө “Зәңгәрһыу” тип йөрөтәләр. Был гүзәл төбәктең үҙенсәлекле атамаһының килеп сығышы уны төҙөгән “ИнвестРайСтройЗаказчик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәт тәжрибәһенә бәйле.
2004 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы ситендәге майҙанда ошо ойошма тарафынан үҙ инфраструктураһына эйә булған йорттар һалына башлай. Бының төп сәбәбе – уҙған быуаттың 90-сы йылдарында урында өй төҙөрлөк майҙандарға ҙур ихтыяж тыуыуы һәм һөҙөмтәлә ҡалаға сиктәш райондарҙың ерҙәре төҙөлөш өсөн тәғәйенләнеүе, ҡала хакимиәтенә тапшырылыуы. Әммә был ғына торлаҡҡа ҡарата ихтыяжды тулыһынса ҡапламай, ҡала көндән-көн үҫә, ер һаман да етмәй. Ошондай ҡытлыҡ мәлендә “СтәрлетамаҡРайСтройЗаказчик” ком­пания­һының барлыҡҡа килеүе ысын мәғәнәһендә заман талабына лайыҡлы яуап була. Был өлкәлә байтаҡ йылдар тәжрибә туплаған Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Иван Бережнев етәксе итеп тәғәйенләнә.
Ваҡытында ҡала йорттарынан тар ғына юл менән айырылған баҫыуҙа – Мариинский ауыл биләмәһендә – тәүҙә коттедждар, һуңғараҡ күп ҡатлы йорттар йылдам рәүештә үҫеп сыға башлай. Һәр эштәгесә, башланғыс еңел бирелмәй, ойошма тәүге биш йыл эсендә 50 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөй. 2009 йылда яңы инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында “ИнвестРайСтройЗаказчик” ком­панияһы ойошт­о­рола һәм эштең ҡеүәте күҙгә күренеп арта.­
Ҡала эсендәге был ҡалала бөгөн 15 йорт иҫәпләнә, уларҙа туғыҙ меңдән ашыу кеше йәшәй. Балаларҙың шат тауышынан тынмаған “Зәңгәрһыу” биҫтәһендә кистәрен коляска этеп барған ата-әсәне күреү – ғәҙәти хәл. Бындай ҙур майҙандағы тө­ҙөлөштөң бер заказсы тарафынан ғына башҡарылыуы – республика өсөн уникаль күренеш. Биҫтәләге һәр йорт – үҙе бер сәнғәт өлгөһө: әкиәт илендәгеләй зауыҡлы биналар төҫлө силикат кирбестән һа­лынған, лоджиялары күркәм витраждар менән көпләнгән. Төҙөлөштә шулай уҡ керамик кирбес ҡулланыла, ул тәбиғи таҙалығы буйынса ағастан ҡала икенсе урында. Бик үк осһоҙға төшмәгән был материал – химик өҫтәлмә ҡу­шылмаған, яндырылған балсыҡ. “ИнвестРайСтройЗаказчик” компания­һының уны етештереү буйынса үҙ заводы ла бар.
Компания киләсәктә эш майҙанын арттырырға ниәтләй. Торлаҡтың – юғары сифатлы, инфраструктураның үҫешкән булыуын иҫәпкә алып, иң-иңдәрен риэлторҙар алдан уҡ, йәғни йортҡа нигеҙ һалыныу менән, осһоҙ хаҡҡа һатып алып ҡалырға тырыша. Ысын мәғәнәһендә абруй ҡаҙанған был биҫтәлә торлаҡтың бер квадрат метр майҙаны 38-ҙән 42 мең һумға тиклем етә. Һатып алыу тураһындағы килешеүҙәр өйҙө әҙерләп тапшырыуҙан күпкә алдараҡ төҙөлә – был халыҡ өсөн бик ҡулай, сөнки йорт тапшырылғандан һуң бер квадрат метр ерҙең хаҡы 20 процентҡа арта. “ИнвестРайСтройЗаказчик” компанияһының кеше мәнфәғәтендә эшләүен торлаҡты ипотекаға һатып алыу мөм­кинлеге булыуы дәлилләй. Йорттарҙың өстән бер өлөшө “Уралсиб”, “Сбербанк”, “ВТБ” банктарының кредиты буйынса тәҡдим ителә.
– Эште атҡарып сығыуы еңелгә төшмәһә лә, биҫтәне инженер селтәре менән тулыһынса тәьмин итеүгә өлгәштек, – ти компанияның генераль директоры Иван Бережнев. – Башҡа төҙөлөш ойошмаларынан айырмалы рәүештә, беҙ эшмәкәрлегебеҙҙең киләсәген бер нисә йылға аныҡ күҙаллайбыҙ һәм һатып алыусыларҙы торлаҡты инженер селтәренә тоташтырыуҙан уға хаҡ артмаясағы хаҡында иҫкәртәбеҙ. 2019 йылға тиклем ҡайҙа, нимә төҙөйәсәгебеҙ тулыһынса хәл ителгән, асыҡланған. Халыҡ һорауы буйынса, хаҡын осһоҙайтыу маҡсатында, йорттарҙың береһендә бер бүлмәле һигеҙ фатирҙан торған ҡат булдырыласаҡ.
“ИнвестРайСтройЗаказчик” компанияһының офисы бөгөн юғары заман талаптарына яуап биргән мөһабәт, матур бинала урынлашҡан. Ошонда уҡ – заказ биреү хеҙмәте, подряд ойошмалары. Был алым барлыҡ мәсьәләләрҙе тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеү өсөн бик ҡулай.
“Зәңгәрһыу” биҫтәһендә йорттар төҙөү менән бергә халыҡты хеҙмәтләндергән социаль ойошмалар, магазиндар, кафелар булдырыу эше әүҙем бара. Компания ҡала, район кимәлендә төрлө саралар үткәреүгә лә ҙур өлөш индерә.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә