Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рекламаның икенсе яғы
Рекламаның икенсе яғы Замандаштарҙа яҡты һәм изге тойғолар уятыу еңелме?
Ниндәй генә дәүерҙә, ҡайһы ғына илдә йәшәмәйек, һәр кешеләге кеүек үк, тотош йәмғиәттә лә мәшәҡәт етерлек. Проблемаларҙы аңларға, күтә­рергә өйрәнеү, уларҙы хәл итеү юл­да­рын табыу мөһим. Социаль реклама, йәғни ата-әсәгә шылтыратырға, дөйөм именлек хаҡына таҙалыҡты һаҡларға, башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырған плакаттар, видео- һәм аудиороликтар, интернет-баннерҙар тап ошо бурысты үтәргә тейеш. Социаль реклама темаһы өфөләргә бик яҡын. Өҫтәүенә беҙҙә тиҫтә йылдан ашыу инде “Городская СРеДА” социаль реклама фестивале уҙғарыла. Ошо сараның концепцияһы авторы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат ҒӘЗИ­ЗОВ социаль рекламаның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, фестиваль хаҡындағы фекере менән уртаҡлашты.


– Марат Әсхәт улы, фестивалде үт­кә­реү идеяһын тап һеҙ тәҡдим иткән­һегеҙ. Был идея нисек тыуҙы һәм “Ҡала мөхите” фестивале алдына ҡу­йыл­ған бурыстарҙы ниндәй дәрәжәлә үтәй?
– Был проектты ғәмәлгә ашырыу идея­һы 14 йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Уны тормош үҙе талап итте, тип әйтергә лә мөм­кин. Тиҫтә йылға яҡын ҡала хаки­миәтендә, мәғлүмәт сәйәсәте өлкәһендә эшләнем. Өфөлә был йүнәлеште буш урында тиерлек үҫтерә башланыҡ. Ул осорҙа муниципалитеттарҙың мәғлүмәт сәйәсәте “халыҡ менән осрашыуҙар” һәм күпселек осраҡта башҡа иҫкергән алымдар менән генә сикләнә ине. Тормош йылдам үҙгәрә. Ҡалаға коммуникацияның өр-яңы алымдары кәрәклеген тиҙ аңла­ныҡ. Әкренләп “ҡыҙыу пейджер”, аҙна һайын Өфө хакимиәтендә матбуғат вә­кил­дәре менән осрашыуҙар ойошторола башланы, урамдарҙа мәғлүмәт стендтары, яңы сайт һ.б. барлыҡҡа килде. Билдәле бер дәүерҙә һөҙөмтәле мәғлү­мәт эше өсөн бының ғына етмәүе һи­ҙелде. Ҡайҙа ре­сурстың барлығын, ҡайҙа етмәүен асыҡ­лау өсөн мәғлүмәт киңле­генә анализ яһаныҡ. Әлегә тиклем “тауыш бирмәгән” коммуникация ка­нал­да­рының береһе – социаль реклама иғтибарҙы йәлеп итте. Көндәлек тормошта уға ниндәйҙер дәрә­жәлә урын бирелһә лә, тотош система, ижади мөнәсәбәт юҡ ине. Темаға яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеген бирерлек, ҡалалағы ижади берләшмәне йәлеп итерлек, социаль мәсьәләләрҙе яҡтыр­тыуға һәләтен, ваҡытын, күңел йылы­лы­ғын йәл­ләмәгән кешеләргә асыҡтан-асыҡ рәх­мәт бел­дерергә булышырлыҡ проект кәрәк, тигән уй килде башыма. 1–1,5 йыл буйы идея тулыландырылды, уны ижади бер­ләш­мәләге егет-ҡыҙҙар менән тик­шер­ҙек. Фестивалгә нигеҙ һалыусылар ара­һында Оксана Сафронова, Игорь На­ле­пин, Хәйҙәр Ҡолбарисов, Айҙар Яхин, Ольгерт Фролов һәм башҡаларҙы айырып бил­дәләр инем. Уларға ҙур рәхмәт. Бер нисә мәғәнә һалынған “Городская СРеДА” ти­гән ҡыҙыҡлы атамаһы ла барлыҡҡа кил­де. Тәүге йылдарҙа фестивалде тап шаршамбы үткәрә торғайныҡ. Бер үк ваҡытта фестиваль тураһындағы положениены яҙҙым һәм уны баш ҡала етәкселегенә тәҡдим иттем. Ул хуплап сыҡҡас, идеяны тормошҡа ашырыуға тотондоҡ.
– Һуңғы йылдарҙа конкурсҡа ебә­рел­гән эштәрҙең күпселеге менән та­ныш­һығыҙ. Уларҙың миҫалында рек­ла­ма бизнесы үҫешендәге тенден­ция­ларҙы күҙәтергә мөмкинме? Эш­тәр­ҙең йөкмәт­кеһенә геосәйәси, иҡти­сади һәм социаль ваҡиғалар ниндәй дәрә­жәлә йоғон­то яһай? Уларҙың профессиональ кимәле үҙгәрҙеме?
– Социаль реклама – мауыҡтырғыс, ижади, бер үк ваҡытта бик ҡатмарлы өлкә. Уның үҙенә генә хас ҡанундары, ҡағи­ҙә­ләре, үҙенсәлектәре бар. Бер осор эштәрҙең авторҙары кешене кире миҫал, теге йәки был күренешкә кире мөнәсәбәт тыуҙырыу аша яҡшы, дөрөҫ ғәмәлдәргә ылыҡтырырға тырышты. Оҙаҡ ваҡыт тап ошо шарт социаль рекламаның төп үҙен­сәлеге һаналды. Шулай ҙа “шок терапия­һы”н һәр ваҡытта ла ҡулай алым тип әйтеп булмай. Дөйөм көсөргәнеш, аңыбыҙҙы имгәтеүсе образдар йыш ҡына кире эҙем­тәгә килтерә. Бөгөн һөҙөмтәле социаль рекламаның иң элек кешегә этәргес бирерлек ыңғай моделдәрҙе таратырға тейешлеге дөйөм танылыу алды. Шуға күрә хәҙер ҡараңғы, күңелһеҙ эштәр кәмене. Был – яҡшы күренеш. Социаль реклама­ның бик нескә һәм бер үк ваҡытта кеше психикаһына йоғонто яһау­ҙың үтә лә мөһим ҡоралы булыуын аң­ларға, уны оҫта файҙаланырға кәрәк. Фестиваль барышында уҙғарылған оҫта­лыҡ дәрестәрендә абруйлы федераль эксперттар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Улар шулай уҡ эш сифатының йылдан-йыл яҡшы­ры­уын билдәләй. Тимәк, “Городская СРеДА” алдына ҡуйылған төп бурыс­тарҙың бе­реһен үтәй.
Эштәрҙең йөкмәткеһенә көндәлек тормош ҙур йоғонто яһай. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Мәскәүҙәр беҙҙә мил­ләт-ара мәсьәләләр буйынса эштәрҙең аҙ булыуына ғәжәпләнә торғайны. Минеңсә, бында аңлатма биреүҙең кәрәге юҡ. Шартлы итеп әйткәндә, таҙалыҡ, экология, мәҙәни һәм ғаилә ҡиммәттәре кеүек мәң­гелек темалар, шулай уҡ интернет “тоҙа­ғына” эләгеү, кредит, туҡланыу һәм баш­ҡалар кеүек заман үҙенсәлектәре бар.
– Һеҙҙеңсә, “Городская СРеДА” фес­ти­валенең һәм Рәсәйҙә социаль рек­ламаның киләсәге яҡшымы?
– Фестивалдең 10 йыл инде йә­шәүе һәм үҫеүе, федераль кимәлдәге абруйлы эксперттарҙың унда ҡатнашыуы, эштәрҙең Рәсәйҙән генә түгел, сит ил­дәрҙән дә килеүе дөрөҫ йүнәлештә ба­рыуыбыҙҙы раҫлай. Шул уҡ ваҡытта күп кенә оҡшаш проекттар, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, туҡтап ҡал­ды. Сарала студенттар һәм бойондороҡ­һоҙ авторҙар, хатта ҙур компаниялар вәкилдәре лә ҡатнаша. Был да мөһим. Бөгөн реклама бизнесында танылыу яулаған белгестәрҙең күбеһе өсөн беҙҙең фестиваль ҡасандыр эш башлау майҙансығы булды. Конкурсанттар ара­һында ҡала, ауыл халҡы, уҡыусылар, пен­сионерҙар бар. Был – ҡыуаныслы хәл, сөнки йәмғиәттең бөтә ҡатламдарында ла уртаҡ эшебеҙ менән ҡыҙыҡһыналар. Йәштәр Бөтөн донъя селтәренән әүҙем файҙаланһа ла, әлегә бәйгегә социаль йүнәлештәге интернет-проекттар аҙ килә. Уның ҡарауы, фестиваль социаль сел­тәр­ҙәрҙә майҙансығын ышаныслы киңәйтә.
Беҙҙең социаль рекламаға килгәндә, ул идеяны тормошҡа ашырыу йәһәтенән Европалағынан бер аҙ ҡалышалыр, бәл­ки. Минеңсә, беҙҙең социаль рекла­маға юмор етмәй. Ә бит ул һәр саҡ аудиторияны йәлеп итә, уға ыңғай йоғонто яһай. Шуға күрә һүҙемде йомғаҡлап, барыбыҙға ла оптимизм, рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф теләйем!

М. ӘМИНЕВА әңгәмә ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә