Замандаштарҙа яҡты һәм изге тойғолар уятыу еңелме?
Ниндәй генә дәүерҙә, ҡайһы ғына илдә йәшәмәйек, һәр кешеләге кеүек үк, тотош йәмғиәттә лә мәшәҡәт етерлек. Проблемаларҙы аңларға, күтәрергә өйрәнеү, уларҙы хәл итеү юлдарын табыу мөһим. Социаль реклама, йәғни ата-әсәгә шылтыратырға, дөйөм именлек хаҡына таҙалыҡты һаҡларға, башҡа ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырған плакаттар, видео- һәм аудиороликтар, интернет-баннерҙар тап ошо бурысты үтәргә тейеш. Социаль реклама темаһы өфөләргә бик яҡын. Өҫтәүенә беҙҙә тиҫтә йылдан ашыу инде “Городская СРеДА” социаль реклама фестивале уҙғарыла. Ошо сараның концепцияһы авторы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат ҒӘЗИЗОВ социаль рекламаның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, фестиваль хаҡындағы фекере менән уртаҡлашты. – Марат Әсхәт улы, фестивалде үткәреү идеяһын тап һеҙ тәҡдим иткәнһегеҙ. Был идея нисек тыуҙы һәм “Ҡала мөхите” фестивале алдына ҡуйылған бурыстарҙы ниндәй дәрәжәлә үтәй?
– Был проектты ғәмәлгә ашырыу идеяһы 14 йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Уны тормош үҙе талап итте, тип әйтергә лә мөмкин. Тиҫтә йылға яҡын ҡала хакимиәтендә, мәғлүмәт сәйәсәте өлкәһендә эшләнем. Өфөлә был йүнәлеште буш урында тиерлек үҫтерә башланыҡ. Ул осорҙа муниципалитеттарҙың мәғлүмәт сәйәсәте “халыҡ менән осрашыуҙар” һәм күпселек осраҡта башҡа иҫкергән алымдар менән генә сикләнә ине. Тормош йылдам үҙгәрә. Ҡалаға коммуникацияның өр-яңы алымдары кәрәклеген тиҙ аңланыҡ. Әкренләп “ҡыҙыу пейджер”, аҙна һайын Өфө хакимиәтендә матбуғат вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторола башланы, урамдарҙа мәғлүмәт стендтары, яңы сайт һ.б. барлыҡҡа килде. Билдәле бер дәүерҙә һөҙөмтәле мәғлүмәт эше өсөн бының ғына етмәүе һиҙелде. Ҡайҙа ресурстың барлығын, ҡайҙа етмәүен асыҡлау өсөн мәғлүмәт киңлегенә анализ яһаныҡ. Әлегә тиклем “тауыш бирмәгән” коммуникация каналдарының береһе – социаль реклама иғтибарҙы йәлеп итте. Көндәлек тормошта уға ниндәйҙер дәрәжәлә урын бирелһә лә, тотош система, ижади мөнәсәбәт юҡ ине. Темаға яңыса ҡараш ташлау мөмкинлеген бирерлек, ҡалалағы ижади берләшмәне йәлеп итерлек, социаль мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға һәләтен, ваҡытын, күңел йылылығын йәлләмәгән кешеләргә асыҡтан-асыҡ рәхмәт белдерергә булышырлыҡ проект кәрәк, тигән уй килде башыма. 1–1,5 йыл буйы идея тулыландырылды, уны ижади берләшмәләге егет-ҡыҙҙар менән тикшерҙек. Фестивалгә нигеҙ һалыусылар араһында Оксана Сафронова, Игорь Налепин, Хәйҙәр Ҡолбарисов, Айҙар Яхин, Ольгерт Фролов һәм башҡаларҙы айырып билдәләр инем. Уларға ҙур рәхмәт. Бер нисә мәғәнә һалынған “Городская СРеДА” тигән ҡыҙыҡлы атамаһы ла барлыҡҡа килде. Тәүге йылдарҙа фестивалде тап шаршамбы үткәрә торғайныҡ. Бер үк ваҡытта фестиваль тураһындағы положениены яҙҙым һәм уны баш ҡала етәкселегенә тәҡдим иттем. Ул хуплап сыҡҡас, идеяны тормошҡа ашырыуға тотондоҡ.
– Һуңғы йылдарҙа конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең күпселеге менән танышһығыҙ. Уларҙың миҫалында реклама бизнесы үҫешендәге тенденцияларҙы күҙәтергә мөмкинме? Эштәрҙең йөкмәткеһенә геосәйәси, иҡтисади һәм социаль ваҡиғалар ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһай? Уларҙың профессиональ кимәле үҙгәрҙеме?
– Социаль реклама – мауыҡтырғыс, ижади, бер үк ваҡытта бик ҡатмарлы өлкә. Уның үҙенә генә хас ҡанундары, ҡағиҙәләре, үҙенсәлектәре бар. Бер осор эштәрҙең авторҙары кешене кире миҫал, теге йәки был күренешкә кире мөнәсәбәт тыуҙырыу аша яҡшы, дөрөҫ ғәмәлдәргә ылыҡтырырға тырышты. Оҙаҡ ваҡыт тап ошо шарт социаль рекламаның төп үҙенсәлеге һаналды. Шулай ҙа “шок терапияһы”н һәр ваҡытта ла ҡулай алым тип әйтеп булмай. Дөйөм көсөргәнеш, аңыбыҙҙы имгәтеүсе образдар йыш ҡына кире эҙемтәгә килтерә. Бөгөн һөҙөмтәле социаль рекламаның иң элек кешегә этәргес бирерлек ыңғай моделдәрҙе таратырға тейешлеге дөйөм танылыу алды. Шуға күрә хәҙер ҡараңғы, күңелһеҙ эштәр кәмене. Был – яҡшы күренеш. Социаль рекламаның бик нескә һәм бер үк ваҡытта кеше психикаһына йоғонто яһауҙың үтә лә мөһим ҡоралы булыуын аңларға, уны оҫта файҙаланырға кәрәк. Фестиваль барышында уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәрендә абруйлы федераль эксперттар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Улар шулай уҡ эш сифатының йылдан-йыл яҡшырыуын билдәләй. Тимәк, “Городская СРеДА” алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһен үтәй.
Эштәрҙең йөкмәткеһенә көндәлек тормош ҙур йоғонто яһай. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Мәскәүҙәр беҙҙә милләт-ара мәсьәләләр буйынса эштәрҙең аҙ булыуына ғәжәпләнә торғайны. Минеңсә, бында аңлатма биреүҙең кәрәге юҡ. Шартлы итеп әйткәндә, таҙалыҡ, экология, мәҙәни һәм ғаилә ҡиммәттәре кеүек мәңгелек темалар, шулай уҡ интернет “тоҙағына” эләгеү, кредит, туҡланыу һәм башҡалар кеүек заман үҙенсәлектәре бар.
– Һеҙҙеңсә, “Городская СРеДА” фестиваленең һәм Рәсәйҙә социаль рекламаның киләсәге яҡшымы?
– Фестивалдең 10 йыл инде йәшәүе һәм үҫеүе, федераль кимәлдәге абруйлы эксперттарҙың унда ҡатнашыуы, эштәрҙең Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә килеүе дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫлай. Шул уҡ ваҡытта күп кенә оҡшаш проекттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтап ҡалды. Сарала студенттар һәм бойондороҡһоҙ авторҙар, хатта ҙур компаниялар вәкилдәре лә ҡатнаша. Был да мөһим. Бөгөн реклама бизнесында танылыу яулаған белгестәрҙең күбеһе өсөн беҙҙең фестиваль ҡасандыр эш башлау майҙансығы булды. Конкурсанттар араһында ҡала, ауыл халҡы, уҡыусылар, пенсионерҙар бар. Был – ҡыуаныслы хәл, сөнки йәмғиәттең бөтә ҡатламдарында ла уртаҡ эшебеҙ менән ҡыҙыҡһыналар. Йәштәр Бөтөн донъя селтәренән әүҙем файҙаланһа ла, әлегә бәйгегә социаль йүнәлештәге интернет-проекттар аҙ килә. Уның ҡарауы, фестиваль социаль селтәрҙәрҙә майҙансығын ышаныслы киңәйтә.
Беҙҙең социаль рекламаға килгәндә, ул идеяны тормошҡа ашырыу йәһәтенән Европалағынан бер аҙ ҡалышалыр, бәлки. Минеңсә, беҙҙең социаль рекламаға юмор етмәй. Ә бит ул һәр саҡ аудиторияны йәлеп итә, уға ыңғай йоғонто яһай. Шуға күрә һүҙемде йомғаҡлап, барыбыҙға ла оптимизм, рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф теләйем!
М. ӘМИНЕВА әңгәмә ҡорҙо.