Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Биш йәшлек уҡыусы
Биш йәшлек уҡыусы
Бер генә минутҡа ла тынмай, ата-әсәләр өсөн – бөтмәҫ мәшәҡәте, уҡыусылар өсөн дәрестәре менән гөрләгән уҡыу йылы башланырға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Баҙарҙар уҡыу кәрәк-ярағынан һығылып тора, мәктәптәр ремонт, документ эштәре менән мәшғүл. Яңы уҡыу йылы алдынан бер кем дә эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырмай. Уҡыған саҡта мәктәптән, өйгә эштән ялҡып та, яратмай ҙа киткән саҡтар ҙа була, әммә студент булғас йә эшләй башлағас, тормоштоң иң матур, ғәмһеҙ сағы тап ошо белем усағында булғанына төшөнөп, һағынып иҫкә алырға ғына ҡала.


Мәктәп хаҡындағы матур хәти­рә­ләремдең иң ҡәҙерлеһе беренсе класҡа уҡырға барыуым менән бәйле, сөнки был серле ишекте башҡа балалар шикелле 1 сентябрҙә түгел, ә айҙың 20-һендә генә асып индем. Хәҙер ғаиләбеҙ менән көлә-көлә иҫкә алһаҡ та, ул ваҡытта минең йөҙөмдә тәү сиратта етдилек, яуаплылыҡ ярылып ятҡандыр, күрәһең.
Йәшәгән урамыбыҙ татыу бер ғаилә кеүек ине. Ололарҙың – нәсихәт-кәңәше, йәштәрҙең дәрт-дарманы менән гөрләп торҙо ул. Өйөбөҙҙөң ҡаршыһында ғына яҡын дуҫым, бергә уйнаған иптәш ҡыҙым йәшәне. Көноҙоно ихлас уйнап та, талашып та китә торғайныҡ. Йәш арабыҙ – теүәл бер йыл. Шулай булғас, ул мәктәпкә лә минән бер йыл иртәрәк барҙы. Тап шул йылда булды ла инде минең өсөн ғүмергә онотол­маҫлыҡ ваҡиға.
Ул ваҡытта ғаиләлә беҙ ике генә бала инек. Апайым беренсе класта уҡый. Атайым менән әсәйем – уҡытыусылар, көнө буйы тиерлек мәк­тәптә. Һәр көн өйҙәге өс кеше матур кейенеп, сумка тотоп мәк­тәпкә китһен, ә һин ултырып ҡал. Етмәһә, бергә уйнаған әхи­рәтем дә беренсе класҡа бар­ҙы. Август айында ғына биш йә­шеңде тултыр ҙа ултыр ин­де ҡурҡмай өй һаҡ­лап.
Был хәл тамам йон­сотҡас, әсәйемә: “Минең дә уҡырға барғым килә”, – тип мыжый башлағанмын. Әсәйем аптырап та, уйлап та ҡарағандан һуң, күршелә йәшәгән уҡытыусы апайға шылтыратҡан. “Тиҙ генә ялҡыр ул, оҙаҡ йөрөй алмаҫ, исмаһам, бер көн ултырһын әле дәресегеҙҙә”, – тигән һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Шулай итеп мин мәктәпкә барырға рөхсәт алдым.
Уҡытыусы эшен барыбыҙ ҙа белеп торабыҙ, иртәнән кискә тиклем дәрес, уҡыусылар, план тип баш ҡайнап тора. Минекеләр ҙә иртә менән мәктәпкә китте. Ә миңә йыйынып уҡырға барырға кәрәк. Оҙаҡ уйлап торманым, ҡулыма ниндәй пакет эләкте, шуға өйҙәге иҫке журналдарҙы, бер ҡәләм һалып алдым да сығып киттем. Етмәһә, пакетым ныҡ ҙур булып, төбө ергә тейә ине. Тишелмәһен тип уны “муйынынан” ҡулға урап тотоп алдым. Ул ваҡыттағы прическам ниндәй булғаны хаҡында уйларға ла ҡурҡам, сөнки сәсем тыңлауһыҙ булғас, гел “һуғанбаш” итеп үреп ҡуя инек.
Беренселәр уҡыған кабинетҡа ингәйнем, мине иң артҡы партаға ултыртып ҡуйҙылар. Сәстәренә аҡ таҫма үргән, өҫтәренә матур форма кейгән, китап-дәфтәрҙәре лә теүәл, тәртипле уҡыусылар араһында ҡырағай һымаҡ ултырып сығырға тура килде. Шулай 20 сентябрҙә мин уҡый башланым.
Китаптарҙы декабрь айында ғына алдым. Бөгөнгөләй хәтеремдә: шул өр-яңы әсбаптарҙың типография буяуын еҫкәп, һоҡланып ултырыуым. Әйткәндәй, икенсе сиректе – тик “бишле” билдә­ләренә, ә мәктәпте ун биш йәштә тамамланым.
Ҙурыраҡ кластарҙа староста булғас, бар мәктәпте аптыратып, класс етәк­себеҙҙе тыуған көнө менән өйөнә барып ҡотланыҡ. Ул ваҡытта уҡытыусыбыҙ ауырып, эштән һорап киткән, ә беҙ, V класс “эшлеклеләре”, апайыбыҙҙың өйөнә барып, бүләгебеҙҙе биреп, концерт ҡуйып, аш ашап ҡайттыҡ. Һаман да хәтерҙә ул байрам.
Мәктәп йылдарындағы бөтә ҡыҙыҡ­тарҙы ла иҫкә төшөрә башлаһаң, һөйләп – һүҙ, тыңлап ҡолаҡ етмәҫ. Мөғжизәле был осорҙо ғүмерҙә оноторлоҡ түгел. Бөгөнгө уҡыусылар ҙа сәскәләй мәлен матур, файҙалы, үкенмәҫлек итеп үткәрһен ине. Күпме генә тырышһаң да, ул ваҡытты кире ҡайтарып булмай.



Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә