Бер генә минутҡа ла тынмай, ата-әсәләр өсөн – бөтмәҫ мәшәҡәте, уҡыусылар өсөн дәрестәре менән гөрләгән уҡыу йылы башланырға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Баҙарҙар уҡыу кәрәк-ярағынан һығылып тора, мәктәптәр ремонт, документ эштәре менән мәшғүл. Яңы уҡыу йылы алдынан бер кем дә эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырмай. Уҡыған саҡта мәктәптән, өйгә эштән ялҡып та, яратмай ҙа киткән саҡтар ҙа була, әммә студент булғас йә эшләй башлағас, тормоштоң иң матур, ғәмһеҙ сағы тап ошо белем усағында булғанына төшөнөп, һағынып иҫкә алырға ғына ҡала.
Мәктәп хаҡындағы матур хәтирәләремдең иң ҡәҙерлеһе беренсе класҡа уҡырға барыуым менән бәйле, сөнки был серле ишекте башҡа балалар шикелле 1 сентябрҙә түгел, ә айҙың 20-һендә генә асып индем. Хәҙер ғаиләбеҙ менән көлә-көлә иҫкә алһаҡ та, ул ваҡытта минең йөҙөмдә тәү сиратта етдилек, яуаплылыҡ ярылып ятҡандыр, күрәһең.
Йәшәгән урамыбыҙ татыу бер ғаилә кеүек ине. Ололарҙың – нәсихәт-кәңәше, йәштәрҙең дәрт-дарманы менән гөрләп торҙо ул. Өйөбөҙҙөң ҡаршыһында ғына яҡын дуҫым, бергә уйнаған иптәш ҡыҙым йәшәне. Көноҙоно ихлас уйнап та, талашып та китә торғайныҡ. Йәш арабыҙ – теүәл бер йыл. Шулай булғас, ул мәктәпкә лә минән бер йыл иртәрәк барҙы. Тап шул йылда булды ла инде минең өсөн ғүмергә онотолмаҫлыҡ ваҡиға.
Ул ваҡытта ғаиләлә беҙ ике генә бала инек. Апайым беренсе класта уҡый. Атайым менән әсәйем – уҡытыусылар, көнө буйы тиерлек мәктәптә. Һәр көн өйҙәге өс кеше матур кейенеп, сумка тотоп мәктәпкә китһен, ә һин ултырып ҡал. Етмәһә, бергә уйнаған әхирәтем дә беренсе класҡа барҙы. Август айында ғына биш йәшеңде тултыр ҙа ултыр инде ҡурҡмай өй һаҡлап.
Был хәл тамам йонсотҡас, әсәйемә: “Минең дә уҡырға барғым килә”, – тип мыжый башлағанмын. Әсәйем аптырап та, уйлап та ҡарағандан һуң, күршелә йәшәгән уҡытыусы апайға шылтыратҡан. “Тиҙ генә ялҡыр ул, оҙаҡ йөрөй алмаҫ, исмаһам, бер көн ултырһын әле дәресегеҙҙә”, – тигән һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған. Шулай итеп мин мәктәпкә барырға рөхсәт алдым.
Уҡытыусы эшен барыбыҙ ҙа белеп торабыҙ, иртәнән кискә тиклем дәрес, уҡыусылар, план тип баш ҡайнап тора. Минекеләр ҙә иртә менән мәктәпкә китте. Ә миңә йыйынып уҡырға барырға кәрәк. Оҙаҡ уйлап торманым, ҡулыма ниндәй пакет эләкте, шуға өйҙәге иҫке журналдарҙы, бер ҡәләм һалып алдым да сығып киттем. Етмәһә, пакетым ныҡ ҙур булып, төбө ергә тейә ине. Тишелмәһен тип уны “муйынынан” ҡулға урап тотоп алдым. Ул ваҡыттағы прическам ниндәй булғаны хаҡында уйларға ла ҡурҡам, сөнки сәсем тыңлауһыҙ булғас, гел “һуғанбаш” итеп үреп ҡуя инек.
Беренселәр уҡыған кабинетҡа ингәйнем, мине иң артҡы партаға ултыртып ҡуйҙылар. Сәстәренә аҡ таҫма үргән, өҫтәренә матур форма кейгән, китап-дәфтәрҙәре лә теүәл, тәртипле уҡыусылар араһында ҡырағай һымаҡ ултырып сығырға тура килде. Шулай 20 сентябрҙә мин уҡый башланым.
Китаптарҙы декабрь айында ғына алдым. Бөгөнгөләй хәтеремдә: шул өр-яңы әсбаптарҙың типография буяуын еҫкәп, һоҡланып ултырыуым. Әйткәндәй, икенсе сиректе – тик “бишле” билдәләренә, ә мәктәпте ун биш йәштә тамамланым.
Ҙурыраҡ кластарҙа староста булғас, бар мәктәпте аптыратып, класс етәксебеҙҙе тыуған көнө менән өйөнә барып ҡотланыҡ. Ул ваҡытта уҡытыусыбыҙ ауырып, эштән һорап киткән, ә беҙ, V класс “эшлеклеләре”, апайыбыҙҙың өйөнә барып, бүләгебеҙҙе биреп, концерт ҡуйып, аш ашап ҡайттыҡ. Һаман да хәтерҙә ул байрам.
Мәктәп йылдарындағы бөтә ҡыҙыҡтарҙы ла иҫкә төшөрә башлаһаң, һөйләп – һүҙ, тыңлап ҡолаҡ етмәҫ. Мөғжизәле был осорҙо ғүмерҙә оноторлоҡ түгел. Бөгөнгө уҡыусылар ҙа сәскәләй мәлен матур, файҙалы, үкенмәҫлек итеп үткәрһен ине. Күпме генә тырышһаң да, ул ваҡытты кире ҡайтарып булмай.