Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрмәмеш тә белмәмеш...
Былтыр Баймаҡ эргәһендә, Йылайыр яғына киткән юлда, яңы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы булдырылды. Уның алтаҡтаһына “Магнитогорск — Ира” автомобиль юлындағы йөк ауырлығын тикшереү стационар пункты “Баймаҡ” км 134” тип яҙылған. Күрәһегеҙ, бигүк башҡортса түгел. Мин, мәҫәлән, былай тип яҙыр инем: “Магнитогорск – Ира” юлының 134-се километрындағы “Баймаҡ” йөк үлсәү стационар пункты” йә иһә “Магнитогорск – Ира” юлындағы “Баймаҡ” пункты, 134 км”.

Алтаҡталарҙың ҡытыршы телдә хаталы яҙылыуы — күптәнге проблема, һәм ул иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ләкин әле мин был турала һүҙ ыңғайы ғына яҙам. Ә ҡәләм алырға мәжбүр иткән мәсьәлә бөтөнләй икенсе. Башҡорт­ос­тан­дағы беренсе бындай пункт оҙаҡ төҙөлдө һәм уға, әлбиттә, күп сығым һалынды (ҙур ғына бина, заманса ҡорамалдар, шул иҫәп­тән видеокүҙәтеү, асфальт юлды киңәй­теү). Хеҙмәтләндереү ҙә арзанға төш­мәй­ҙер: һәр саҡ дежурға ике кеше (улар бөтәһе бер тиҫтә), етмәһә, бында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла эш итә (йөк үлсәү хеҙмәте менән урындағы ЮХХДИ араһында килешеү бар).
Пункт, әлбиттә, тиккә төҙөлмәгән: һуңғы йылдарҙа ауыр йөк машиналарының һаны бермә-бер артты һәм автомобиль юлы япмаларының боҙолоуын иҫкәртеү мөһим мәсьәләгә әйләнде (“Башҡортостан” төбәк интерагентлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, беҙ һүҙ алып барған урындан тәүлегенә 600-ләп йөк машинаһы үтә). Йөк ауырлығын тикшереп тороу юлдарҙы һаҡлауға ғына булышлыҡ итмәй, өҫтәүенә килем сы­ға­нағы ла. Былтыр күсмә пункттар республика бюджетын 355 миллион һумға тул­тырған, ә уларҙы хеҙмәтләндереү 77 миллионға төшкән. Стационар пункттарға ла ҙур өмөт бағланалыр, моғайын. Сөнки “Баймаҡ”тан һуң бындай учреждение Өфө – Инйәр – Белорет юлында ла (Архангел районында) төҙөлдө.
Йөк үлсәү стационар пунктының иң башта беҙҙә булдырылыуы бик хуп, әл­биттә. Тик бер әтнәкәһе бар: ул тулыһынса файҙаланылмай. Байтаҡ машина, трактор (бөтәһе лә тип әйтмәйем) трассанан бер километр самаһы аҫта, Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан коллектив баҡ­саларға һалынған таш түшәлгән юлдан, урман питомнигы аша урап үтә. Тиккә генә питомниктың соҡор-саҡырлы юлына боролмайҙарҙыр, моғайын: йөк ауырлығы тейешле кимәлгә тап кил­мәй, йә булмаһа автоинспекторға күренмәүгә сәбәп бар.
Был мутлашҡан водителдәр, тракторсылар тураһында май айында полиция бүлегенә хәбәр иттек. Унан: “Пунктҡа беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Ул Өфөгә ҡарай, хәбәр итербеҙ”, — тигән яуап алдыҡ. Кемдер: “Был хәлде беләбеҙ, тик питомник аша баҡсасылар ҙа йөрөй шикелле”, — тине. Тәүҙә үк шуны әйтергә кәрәк: баҡ­сасылар питомник аша насар юлдан йөрөмәй. Беҙ, мәҫәлән, “Жигули”ҙа саҡ үттек.
Ҡыҫҡаһы, август етте, хәл үҙгәрмәне. Дәүләт, республикабыҙ мәнфәғәтендәге эш кенә түгел, баҡсасылар ҙа зыян күрә: таҡта, бүрәнә, башҡа төҙөлөш материалдары, утын, бесән тейәп үткән ҙур-ҙур машиналар, тракторҙар бындағы юлды боҙа, эргә-тирәләге барлыҡ участкаларҙы саң-туҙанға күмә.
Пунктта бындай мутлыҡты белмәйҙәрме икән әллә, тип унда барҙым. Дежурҙағы ике хеҙмәткәр ыҡ-мыҡ иткәндән һуң былай тине: “Беҙҙән бер ни ҙә тормай, беҙҙең эш бында ғына булыу. Баҡсасылар коллектив хат яҙһын, беҙ Өфөгә ебәрербеҙ, бәлки, берәй сараһын күрерҙәр... Урап үткәндәрен беләбеҙ, урман питомнигында шлагбаум ҡуйырға тейештәр ине, юҡмы ни?” Күрмәмеш тә белмәмеш инде...
Питомник биләмәһендә бөтөнләй ҡапҡа юҡ, ә шлагбаумды әйтеп тораһы ла түгел. Уның аша теләһә кем теләһә ниндәй техникала үтеп йөрөй.
Һуңғы өмөт ҡышҡы миҙгелдә: был мәлдә баҡса юлы ҡарҙан таҙартылмай, бындағы мутлыҡ туҡтаясаҡ. Ә киләһе яҙға тиклем урындағы биләмәгә кем хужа икән­леген һәм унда кем тәртип урынлаш­тырырға тейешлеген, моғайын, иҫтәренә төшөрөрҙәр.




Автор: Ғ. ӘҒЗӘМОВ. Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә