Былтыр Баймаҡ эргәһендә, Йылайыр яғына киткән юлда, яңы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы булдырылды. Уның алтаҡтаһына “Магнитогорск — Ира” автомобиль юлындағы йөк ауырлығын тикшереү стационар пункты “Баймаҡ” км 134” тип яҙылған. Күрәһегеҙ, бигүк башҡортса түгел. Мин, мәҫәлән, былай тип яҙыр инем: “Магнитогорск – Ира” юлының 134-се километрындағы “Баймаҡ” йөк үлсәү стационар пункты” йә иһә “Магнитогорск – Ира” юлындағы “Баймаҡ” пункты, 134 км”.
Алтаҡталарҙың ҡытыршы телдә хаталы яҙылыуы — күптәнге проблема, һәм ул иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Ләкин әле мин был турала һүҙ ыңғайы ғына яҙам. Ә ҡәләм алырға мәжбүр иткән мәсьәлә бөтөнләй икенсе. Башҡортостандағы беренсе бындай пункт оҙаҡ төҙөлдө һәм уға, әлбиттә, күп сығым һалынды (ҙур ғына бина, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән видеокүҙәтеү, асфальт юлды киңәйтеү). Хеҙмәтләндереү ҙә арзанға төшмәйҙер: һәр саҡ дежурға ике кеше (улар бөтәһе бер тиҫтә), етмәһә, бында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла эш итә (йөк үлсәү хеҙмәте менән урындағы ЮХХДИ араһында килешеү бар).
Пункт, әлбиттә, тиккә төҙөлмәгән: һуңғы йылдарҙа ауыр йөк машиналарының һаны бермә-бер артты һәм автомобиль юлы япмаларының боҙолоуын иҫкәртеү мөһим мәсьәләгә әйләнде (“Башҡортостан” төбәк интерагентлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, беҙ һүҙ алып барған урындан тәүлегенә 600-ләп йөк машинаһы үтә). Йөк ауырлығын тикшереп тороу юлдарҙы һаҡлауға ғына булышлыҡ итмәй, өҫтәүенә килем сығанағы ла. Былтыр күсмә пункттар республика бюджетын 355 миллион һумға тултырған, ә уларҙы хеҙмәтләндереү 77 миллионға төшкән. Стационар пункттарға ла ҙур өмөт бағланалыр, моғайын. Сөнки “Баймаҡ”тан һуң бындай учреждение Өфө – Инйәр – Белорет юлында ла (Архангел районында) төҙөлдө.
Йөк үлсәү стационар пунктының иң башта беҙҙә булдырылыуы бик хуп, әлбиттә. Тик бер әтнәкәһе бар: ул тулыһынса файҙаланылмай. Байтаҡ машина, трактор (бөтәһе лә тип әйтмәйем) трассанан бер километр самаһы аҫта, Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан коллектив баҡсаларға һалынған таш түшәлгән юлдан, урман питомнигы аша урап үтә. Тиккә генә питомниктың соҡор-саҡырлы юлына боролмайҙарҙыр, моғайын: йөк ауырлығы тейешле кимәлгә тап килмәй, йә булмаһа автоинспекторға күренмәүгә сәбәп бар.
Был мутлашҡан водителдәр, тракторсылар тураһында май айында полиция бүлегенә хәбәр иттек. Унан: “Пунктҡа беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Ул Өфөгә ҡарай, хәбәр итербеҙ”, — тигән яуап алдыҡ. Кемдер: “Был хәлде беләбеҙ, тик питомник аша баҡсасылар ҙа йөрөй шикелле”, — тине. Тәүҙә үк шуны әйтергә кәрәк: баҡсасылар питомник аша насар юлдан йөрөмәй. Беҙ, мәҫәлән, “Жигули”ҙа саҡ үттек.
Ҡыҫҡаһы, август етте, хәл үҙгәрмәне. Дәүләт, республикабыҙ мәнфәғәтендәге эш кенә түгел, баҡсасылар ҙа зыян күрә: таҡта, бүрәнә, башҡа төҙөлөш материалдары, утын, бесән тейәп үткән ҙур-ҙур машиналар, тракторҙар бындағы юлды боҙа, эргә-тирәләге барлыҡ участкаларҙы саң-туҙанға күмә.
Пунктта бындай мутлыҡты белмәйҙәрме икән әллә, тип унда барҙым. Дежурҙағы ике хеҙмәткәр ыҡ-мыҡ иткәндән һуң былай тине: “Беҙҙән бер ни ҙә тормай, беҙҙең эш бында ғына булыу. Баҡсасылар коллектив хат яҙһын, беҙ Өфөгә ебәрербеҙ, бәлки, берәй сараһын күрерҙәр... Урап үткәндәрен беләбеҙ, урман питомнигында шлагбаум ҡуйырға тейештәр ине, юҡмы ни?” Күрмәмеш тә белмәмеш инде...
Питомник биләмәһендә бөтөнләй ҡапҡа юҡ, ә шлагбаумды әйтеп тораһы ла түгел. Уның аша теләһә кем теләһә ниндәй техникала үтеп йөрөй.
Һуңғы өмөт ҡышҡы миҙгелдә: был мәлдә баҡса юлы ҡарҙан таҙартылмай, бындағы мутлыҡ туҡтаясаҡ. Ә киләһе яҙға тиклем урындағы биләмәгә кем хужа икәнлеген һәм унда кем тәртип урынлаштырырға тейешлеген, моғайын, иҫтәренә төшөрөрҙәр.