Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡ хыялы ҡанатында
Бала саҡ хыялы ҡанатында
Данлыҡлы башҡорт ҡыҙы, батыр осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова 1912 йылда Бәләбәй ҡалаһында хәлле ғаиләлә донъяға килә. Йәшел сиҙәмле, алмалы, тыныс урамлы ҡалала бәхетле балалыҡ кисерә, шундағы мәктәпте тамамлай, ҡанаты нығынғас, осоп та китә. Ҡала халҡы мәшһүр яҡташтарының бала саҡ эҙҙәрен дә, күктәрҙә һыҙған батырлыҡ юлдарын да ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә музей эшләп килә. Элекке йылдарҙа ул тотош 46-сы гвардия авиация полкы тарихына бағышланып, иҫ киткес бай материал һаҡлана ине унда. Һуңынан ни сәбәптәндер ул яңынан төҙөлдө һәм Советтар Союзы Геройы
М. Сыртланованың шәхесенә, уның хәрби батырлығына ғына бағышланған булып ҡалды.



Мәктәп урынлашҡан урам, мәктәп үҙе Мәғүбә Сыртланова исемен йөрөтә. Ҡала батырҙары аллеяһында башҡалар менән бер рәттән уның да алтынға мансылған һыны балҡый.
Боронғо Бәләбәй ҡалаһы башҡорт хал­ҡы өсөн белем һәм мәҙәниәт үҙәге бул­ған. Сауҙагәрҙәр, кәсепселәр бере­һенән-береһе арттырып үҙ эшен алға һөргән. Мәғүбәнең атаһы тураһында тулы мәғлүмәт әлегә табылмаған, әммә шуныһы асыҡ: Сыртлановтар – боронғо башҡорт байҙа­ры, ул замандарҙа һәм бөгөн дә ил кимә­лендә билдәлелек яулаған күренекле шә­хестәр.
Мәғүбә 1928 йылда мәктәпте тамамлай һәм үҙенең осоусы булырға теләге бар­лы­­ғын белдерә, ләкин быны ата-әсәһе ише­тергә лә теләмәй.
– Ниндәй йүләрлек, – тип ҡыҙып китә атаһы. – Мосолман балаһы шайтан арба­һына ултыра аламы?! Гонаһтары баш китерлек. Балам, аҡылыңа ҡайт, уҡырға те­ләгең ҙур, Өфө ҡул һуҙымы арауыҡта, Ҡазан да яҡын.
– Унда осоусылыҡҡа уҡытмайҙар.
– Ҡайҙан килгән был хыял тигәнең?
Мәғүбә һорауға яуап бирә алмай, әммә өлкәндәр менән килешкәндәй итә.
– Башҡа юл һай­лар­ға кәрәк­тер.
– Бына шу­лай, аҡыллы бул, ба­лам, – ти атаһы. – Һүҙемде йыҡ­­маған өсөн мең рәхмәт.
Әсәһе лә, башын сай­ҡап, ҡәнә­ғәтләнеү хисе белдерә. Әсә кү­ңеле — балала, бала күңеле далала шул. Күккә тартылыу хыялының күк­тән төшкәнлеге күптән бил­дәле. 1925 йыл­дың йәйендә ҡала ситендә “яроплан” ти­гәндәре пәйҙә була. Халыҡ шау-гөр ки­лә. Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡҡандай сәбәләнә. Бала-саға бигерәк тә ҡыуана.
Мәғүбәгә Ҡазан аша Ташкентҡа барып, ундағы туғандары аша эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуа. Сәфәр уңышлы була. Коканд ҡалаһында телеграфҡа эшкә алы­на Мәғүбә. Ләкин бүлмә ҡыҫын­ҡы­лығынан ҡотолорға теләп, ебәк фабрика­һына күсә. Бында ла күңеленә ятҡан һөнәрен таба алмай.
– Нимә кәрәк һиңә? — тип аптырай ағаһы.
Геофизиктар курсы асыла икән. Уҡып сыҡҡас, аэродромдар өсөн урын әҙер­лә­йәсәктәр. Был хәбәр ҡанатлан­дырып ебәргәндәй була ҡыҙҙы. Мәғүбә тиҙ арала барып яҙыла. Уҡып сығып, теодолит кү­тәреп йөрөгәндә, ошо урындарҙа самолеттар буласаҡ, тип хыяллана.
Ул арала илдә “Йәштәр — самолетҡа!” тигән лозунг яңғырай. Күптәрҙеке кеүек, Мәғүбәнең дә йөрәге елкенә, тик юлын ни­сек табырға? Ул самолеттар ҡайҙа?
Эҙләгән — таба. Мәғүбә комсомолдың Үҙәк комитетына хат яҙа. Мәскәү тамғаһы менән килгән конвертта авиация мәктәбенә уҡырға барырға юллама булып сыға. Бар ҙа уҡы. Мәктәп Һарытау өлкәһендәге Балашов ҡалаһында икән. Бына һиңә еңеү!
Мәғүбә уҡыуҙа алдынғы була, ләкин көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа юлыға: мәктәптә ҡыҙҙар төркөмөн тарата башлайҙар. Юға­рынан бойороҡ килгән икән.
Йөҙҙән ашыу ҡыҙ күҙ йәше түгә. Мәғүбә лә ҡайғыра. Ләкин “балауыҙ һыҡмай”. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, мәктәп начальнигынан кәңәш һорай. Уныһы: ”Тбилиси ҡалаһына бар, бына яҙыу”, — тип оҙатып ҡала.
Ҡафтау аръяғындағы йәһәннәмгә, сит-ят милләт кешеләре араһына барырға нисек батырсылыҡ иткәндер. Ҡыҙ унда авиаремонт заводында моторист булып эшләй. Аэроклубҡа йөрөй, оҙаҡламай инструктор, осоусы таныҡлыҡтары ала. Теләгән таш ярыр, тигән әйтемдең раҫлы­ғына Мәғүбә ошонда ышана ла инде.
Баштан уҡ шуны аңлаталар: әгәр ҙә осоу техникаһының үҙенсәлектәрен бел­мәһәң, тауҙар өҫтөнән осоу упҡынға таш­ланыуға тиң. Һауа ағымы бер юғары күтә­рә йә бушлыҡҡа осора. Бөтәһен дә алдан күҙаллау мөмкин түгел.
Эш күрһәтеп өлгөргәс, Мәғүбәне хәрби осоусылар мәктәбенә инструктор итеп алалар. Һөнәрленең бәхете үҙе­нән алда йөрөй. Хыялы тормошҡа ашыу ошо тү­гелме ни?! Хәҙер үҙаллы оса, башҡа­ларҙы өйрәтә, мөһим заданиелар алып, алыҫ яҡтарға барып ҡайта ала.
1941 йылдың 22 июнь иртәһендә яуыз Гитлер башлаған һуғыш ил халҡының тормошон пыран-заран туҙҙыра. Ләкин Мә­ғүбә элеккесә үҙ эшендә. Нимәлер үҙгәрһә лә, ара-тирә фронт заказдарын үтәй башлай. Шуға күрә хәрби комис­сариатҡа мөрәжәғәт итеп, фронтҡа ебәреүҙәрен үтенә. Алмайҙар.
1942 йылдың йәйендә фронт Төньяҡ Кавказға яҡынлаша. Тбилиси осоусылары хәҙер ҡанлы-яралы һалдаттарҙы госпи­талгә ҡайтара. Мәғүбә — шуларға етәксе. Бер көн Моздок ҡалаһында ҡыҙҙар полкы тупланыуын ишетеп ҡала. Кемдән, нисек рөхсәт алырға? Кесе лейтенант Мәғүбә был һорауға яуап эҙләп баш ватҡан көн­дәрҙең береһендә, ул килгән ҡалала авиация генералы торғанын белеп ҡала. Би­рәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Көтмәгәндә, авиа­ция генералы Вершиндың зада­ние­һын үтәйә­сәген әйтәләр. Шунан фай­ҙа­ланып, Мәғүбә ге­нерал­дың эш бүлмә­һенә үтә. Һүҙ ара­һында рапор­тын һуҙа һәм, ыңғай резолюция алып, ҡанатланып сығып китә.
Осоусы Сыртланова фронтҡа алына. 46-сы төнгө авиация ҡатын-ҡыҙҙар полкында хеҙмәт итә. Полк командиры подполковник Бершанская:
– Беҙ фәҡәт төндәрен осабыҙ. Көндөҙ кеше күҙенә күренмәйбеҙ, — тип киҫәтә ҡыҙҙы.
– Мин быны беләм.
– Һеҙҙең тауҙарҙа туплаған тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн үтә мөһим. Һеҙгә ышаныс ҙур!
– Мин бөтәһенә лә әҙер!
Мәғүбә беренсе осошҡа Марина Чечнева менән сыға. Уның тәжрибәле бомба ташлаусы икәнлеген әйтеп өлгөрәләр. Икенсе төндә уңышлы осош яһап ҡайтҡан Сыртлановаға Евгения Руднева ошондай баһа биргән: “Кесе лейтенант Сыртланова – өлгөрөп еткән осоусы. Дошман объекттарына оҫта яҡынлаша. Ориен­тирҙарҙы еңел таный. Уның менән теләһә ниндәй хәрби зада­ниеға сы­ғырға ризамын”. ...Полк командиры Бершанская ҡәнәғәтлек хисе менән осоусы Сырт­лановаға беренсе рәхмәтен белдерә.
Фашист ғәскәрҙәренең күп һан­лы груп­пировкаһы Сталинград янында тар-мар ителеп, 90 меңдән ашыу һалдат, ка­пи­ту­ляцияға дусар ителеп, әсир­леккә алынһа ла, Төньяҡ Кавказдағы төркөмө 1943 йылдың көҙөндә ҡурҡыныс менән янай ине. М. Сыртланова уларҙы бомбаға тотоуҙа ҡатнаша. Ҡыҙ­ҙар­ҙан тор­ған полк. Башлыса фанера менән тыш­ланған “У-2” самолеты. Халыҡта “куку­руз­ник” тиһәләр, дошман “Русь-фа­нер” тип кәм­һетә торған булған.
Ҡыҙҙар төн һайын 5-6 рейс яһап, дош­мандың баш осона бомба ташлай. Улары осоусыларға “төнгө пәрейҙәр” ҡушаматын таға. Ҡыҙҙар тураһында мәғлүмәт вермах­тың юғары даирәләренә барып етә. “Бы­лай барһа, былар беҙҙе ҡыуалап сы­­ға­­расаҡ”, — тип самалай генералдар. Бәреп төшөрөлгән һәр “У-2” өсөн премия билдәләнә. Өфө фанераһынан эшләнгән еңел самолетты ҡолатыу ауырға төшә. Тауышы көслө түгел. Ни бары 100-200 метр бейек­лектә төнөн оса. Тиҙлеге – сәғә­тенә 100-200 километр. Осоп китер өсөн тәбиғи тигеҙлек етә, хатта юлдың бер өлөшө лә. Бындай ябай самолет башҡа бер ил армияһында ла ҡулланылмай.
– Мине Өфө фанераһы һаҡлағанын белгәс, айырыуса ғорурландым, – тип һөй­ләгәйне бер осрашҡанда Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы. — Алыҫтарҙа йөрөгән һәр яугир тыуған төбәгенең кескәй генә өлөшө лә яҡын икәнлеген тойомлай, маҡтана һәм уға ышаныс бағлай.



(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 16

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 35

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 20

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 25

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 36