Данлыҡлы башҡорт ҡыҙы, батыр осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова 1912 йылда Бәләбәй ҡалаһында хәлле ғаиләлә донъяға килә. Йәшел сиҙәмле, алмалы, тыныс урамлы ҡалала бәхетле балалыҡ кисерә, шундағы мәктәпте тамамлай, ҡанаты нығынғас, осоп та китә. Ҡала халҡы мәшһүр яҡташтарының бала саҡ эҙҙәрен дә, күктәрҙә һыҙған батырлыҡ юлдарын да ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә музей эшләп килә. Элекке йылдарҙа ул тотош 46-сы гвардия авиация полкы тарихына бағышланып, иҫ киткес бай материал һаҡлана ине унда. Һуңынан ни сәбәптәндер ул яңынан төҙөлдө һәм Советтар Союзы Геройы
М. Сыртланованың шәхесенә, уның хәрби батырлығына ғына бағышланған булып ҡалды.
Мәктәп урынлашҡан урам, мәктәп үҙе Мәғүбә Сыртланова исемен йөрөтә. Ҡала батырҙары аллеяһында башҡалар менән бер рәттән уның да алтынға мансылған һыны балҡый.
Боронғо Бәләбәй ҡалаһы башҡорт халҡы өсөн белем һәм мәҙәниәт үҙәге булған. Сауҙагәрҙәр, кәсепселәр береһенән-береһе арттырып үҙ эшен алға һөргән. Мәғүбәнең атаһы тураһында тулы мәғлүмәт әлегә табылмаған, әммә шуныһы асыҡ: Сыртлановтар – боронғо башҡорт байҙары, ул замандарҙа һәм бөгөн дә ил кимәлендә билдәлелек яулаған күренекле шәхестәр.
Мәғүбә 1928 йылда мәктәпте тамамлай һәм үҙенең осоусы булырға теләге барлығын белдерә, ләкин быны ата-әсәһе ишетергә лә теләмәй.
– Ниндәй йүләрлек, – тип ҡыҙып китә атаһы. – Мосолман балаһы шайтан арбаһына ултыра аламы?! Гонаһтары баш китерлек. Балам, аҡылыңа ҡайт, уҡырға теләгең ҙур, Өфө ҡул һуҙымы арауыҡта, Ҡазан да яҡын.
– Унда осоусылыҡҡа уҡытмайҙар.
– Ҡайҙан килгән был хыял тигәнең?
Мәғүбә һорауға яуап бирә алмай, әммә өлкәндәр менән килешкәндәй итә.
– Башҡа юл һайларға кәрәктер.
– Бына шулай, аҡыллы бул, балам, – ти атаһы. – Һүҙемде йыҡмаған өсөн мең рәхмәт.
Әсәһе лә, башын сайҡап, ҡәнәғәтләнеү хисе белдерә. Әсә күңеле — балала, бала күңеле далала шул. Күккә тартылыу хыялының күктән төшкәнлеге күптән билдәле. 1925 йылдың йәйендә ҡала ситендә “яроплан” тигәндәре пәйҙә була. Халыҡ шау-гөр килә. Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡҡандай сәбәләнә. Бала-саға бигерәк тә ҡыуана.
Мәғүбәгә Ҡазан аша Ташкентҡа барып, ундағы туғандары аша эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуа. Сәфәр уңышлы була. Коканд ҡалаһында телеграфҡа эшкә алына Мәғүбә. Ләкин бүлмә ҡыҫынҡылығынан ҡотолорға теләп, ебәк фабрикаһына күсә. Бында ла күңеленә ятҡан һөнәрен таба алмай.
– Нимә кәрәк һиңә? — тип аптырай ағаһы.
Геофизиктар курсы асыла икән. Уҡып сыҡҡас, аэродромдар өсөн урын әҙерләйәсәктәр. Был хәбәр ҡанатландырып ебәргәндәй була ҡыҙҙы. Мәғүбә тиҙ арала барып яҙыла. Уҡып сығып, теодолит күтәреп йөрөгәндә, ошо урындарҙа самолеттар буласаҡ, тип хыяллана.
Ул арала илдә “Йәштәр — самолетҡа!” тигән лозунг яңғырай. Күптәрҙеке кеүек, Мәғүбәнең дә йөрәге елкенә, тик юлын нисек табырға? Ул самолеттар ҡайҙа?
Эҙләгән — таба. Мәғүбә комсомолдың Үҙәк комитетына хат яҙа. Мәскәү тамғаһы менән килгән конвертта авиация мәктәбенә уҡырға барырға юллама булып сыға. Бар ҙа уҡы. Мәктәп Һарытау өлкәһендәге Балашов ҡалаһында икән. Бына һиңә еңеү!
Мәғүбә уҡыуҙа алдынғы була, ләкин көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа юлыға: мәктәптә ҡыҙҙар төркөмөн тарата башлайҙар. Юғарынан бойороҡ килгән икән.
Йөҙҙән ашыу ҡыҙ күҙ йәше түгә. Мәғүбә лә ҡайғыра. Ләкин “балауыҙ һыҡмай”. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, мәктәп начальнигынан кәңәш һорай. Уныһы: ”Тбилиси ҡалаһына бар, бына яҙыу”, — тип оҙатып ҡала.
Ҡафтау аръяғындағы йәһәннәмгә, сит-ят милләт кешеләре араһына барырға нисек батырсылыҡ иткәндер. Ҡыҙ унда авиаремонт заводында моторист булып эшләй. Аэроклубҡа йөрөй, оҙаҡламай инструктор, осоусы таныҡлыҡтары ала. Теләгән таш ярыр, тигән әйтемдең раҫлығына Мәғүбә ошонда ышана ла инде.
Баштан уҡ шуны аңлаталар: әгәр ҙә осоу техникаһының үҙенсәлектәрен белмәһәң, тауҙар өҫтөнән осоу упҡынға ташланыуға тиң. Һауа ағымы бер юғары күтәрә йә бушлыҡҡа осора. Бөтәһен дә алдан күҙаллау мөмкин түгел.
Эш күрһәтеп өлгөргәс, Мәғүбәне хәрби осоусылар мәктәбенә инструктор итеп алалар. Һөнәрленең бәхете үҙенән алда йөрөй. Хыялы тормошҡа ашыу ошо түгелме ни?! Хәҙер үҙаллы оса, башҡаларҙы өйрәтә, мөһим заданиелар алып, алыҫ яҡтарға барып ҡайта ала.
1941 йылдың 22 июнь иртәһендә яуыз Гитлер башлаған һуғыш ил халҡының тормошон пыран-заран туҙҙыра. Ләкин Мәғүбә элеккесә үҙ эшендә. Нимәлер үҙгәрһә лә, ара-тирә фронт заказдарын үтәй башлай. Шуға күрә хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, фронтҡа ебәреүҙәрен үтенә. Алмайҙар.
1942 йылдың йәйендә фронт Төньяҡ Кавказға яҡынлаша. Тбилиси осоусылары хәҙер ҡанлы-яралы һалдаттарҙы госпиталгә ҡайтара. Мәғүбә — шуларға етәксе. Бер көн Моздок ҡалаһында ҡыҙҙар полкы тупланыуын ишетеп ҡала. Кемдән, нисек рөхсәт алырға? Кесе лейтенант Мәғүбә был һорауға яуап эҙләп баш ватҡан көндәрҙең береһендә, ул килгән ҡалала авиация генералы торғанын белеп ҡала. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына. Көтмәгәндә, авиация генералы Вершиндың заданиеһын үтәйәсәген әйтәләр. Шунан файҙаланып, Мәғүбә генералдың эш бүлмәһенә үтә. Һүҙ араһында рапортын һуҙа һәм, ыңғай резолюция алып, ҡанатланып сығып китә.
Осоусы Сыртланова фронтҡа алына. 46-сы төнгө авиация ҡатын-ҡыҙҙар полкында хеҙмәт итә. Полк командиры подполковник Бершанская:
– Беҙ фәҡәт төндәрен осабыҙ. Көндөҙ кеше күҙенә күренмәйбеҙ, — тип киҫәтә ҡыҙҙы.
– Мин быны беләм.
– Һеҙҙең тауҙарҙа туплаған тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн үтә мөһим. Һеҙгә ышаныс ҙур!
– Мин бөтәһенә лә әҙер!
Мәғүбә беренсе осошҡа Марина Чечнева менән сыға. Уның тәжрибәле бомба ташлаусы икәнлеген әйтеп өлгөрәләр. Икенсе төндә уңышлы осош яһап ҡайтҡан Сыртлановаға Евгения Руднева ошондай баһа биргән: “Кесе лейтенант Сыртланова – өлгөрөп еткән осоусы. Дошман объекттарына оҫта яҡынлаша. Ориентирҙарҙы еңел таный. Уның менән теләһә ниндәй хәрби заданиеға сығырға ризамын”. ...Полк командиры Бершанская ҡәнәғәтлек хисе менән осоусы Сыртлановаға беренсе рәхмәтен белдерә.
Фашист ғәскәрҙәренең күп һанлы группировкаһы Сталинград янында тар-мар ителеп, 90 меңдән ашыу һалдат, капитуляцияға дусар ителеп, әсирлеккә алынһа ла, Төньяҡ Кавказдағы төркөмө 1943 йылдың көҙөндә ҡурҡыныс менән янай ине. М. Сыртланова уларҙы бомбаға тотоуҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙарҙан торған полк. Башлыса фанера менән тышланған “У-2” самолеты. Халыҡта “кукурузник” тиһәләр, дошман “Русь-фанер” тип кәмһетә торған булған.
Ҡыҙҙар төн һайын 5-6 рейс яһап, дошмандың баш осона бомба ташлай. Улары осоусыларға “төнгө пәрейҙәр” ҡушаматын таға. Ҡыҙҙар тураһында мәғлүмәт вермахтың юғары даирәләренә барып етә. “Былай барһа, былар беҙҙе ҡыуалап сығарасаҡ”, — тип самалай генералдар. Бәреп төшөрөлгән һәр “У-2” өсөн премия билдәләнә. Өфө фанераһынан эшләнгән еңел самолетты ҡолатыу ауырға төшә. Тауышы көслө түгел. Ни бары 100-200 метр бейеклектә төнөн оса. Тиҙлеге – сәғәтенә 100-200 километр. Осоп китер өсөн тәбиғи тигеҙлек етә, хатта юлдың бер өлөшө лә. Бындай ябай самолет башҡа бер ил армияһында ла ҡулланылмай.
– Мине Өфө фанераһы һаҡлағанын белгәс, айырыуса ғорурландым, – тип һөйләгәйне бер осрашҡанда Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы. — Алыҫтарҙа йөрөгән һәр яугир тыуған төбәгенең кескәй генә өлөшө лә яҡын икәнлеген тойомлай, маҡтана һәм уға ышаныс бағлай.
(Аҙағы бар).